0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәренең оҫтаһы
27 Октябрь 2020, 12:34

Аҡмулла васыятына тоғро

Баланың буласаҡ һөнәрен йыш ҡына яратҡан уҡытыусыһы, уның фәненә һөйөү, ихтирам билдәләй. Миәкә ҡыҙы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең Почетлы мәғариф хеҙмәткәре, республиканың мәғариф отличнигы Рәмзиә Хәким ҡыҙы Мөхибуллина менән дә шулай була. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы республика башҡорт гимназияһында уҡығанда химия уҡытыусыһы Людмила Федоровна Мас­лова һәм биология фәненән белем биргән Алмаҡай Сәлмән ҡыҙы Байдәүләтова уның күңеленә үтеп инә. Уларҙың өлгөһөндә ҡыҙ химияны үҙенең ғүмерлек һөнәре итеп һайлай. Бер уйлаһаң, ҡатын-ҡыҙ менән был фән араһында бөтөнләй ҙә яҡынлыҡ юҡ кеүек. Рәмзиә Хәким ҡыҙының иһә фекере башҡасараҡ: беҙҙең бөтә тормош, кейгән кейемдәр, тотҡан, ҡулланған әйберҙәр – барыһы ла химик матдәләрҙән эшләнгән, тимәк, һәр кемдең был өлкәгә ҡағылышы бар.

Миәкә районының Туҡһанбай ауылында тыуып үҫкән Рәмзиәне яҙмыш елдәре Мәсетле районына илтә. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған белгес ошо районға эшкә килә һәм, тормошҡа сығып, шунда тороп ҡала. Бөгөн Рәмзиә Хәким ҡыҙы Мөхибуллина – Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы 1-се һанлы лицейҙың алдынғы химия уҡытыусыһы.
– Беҙ ғаиләлә алты бала инек. Атай-әсәйем был донъянан бик иртә китте. Бер туған апайым Әҡлимә Хәким ҡыҙы һәм еҙнәм Фәрит Бәрүәз улы, шулай уҡ уҡытыусылар, беҙҙе үҙ ҡарамағына алып, үҙ аллы тормош юлына сығарыуға күп көс һалды. Бик аҡыллы, йомшаҡ күңелле кешеләр улар. Еҙнәм әле лә минең уңыштарыма шатланып тора. Ауылымдан 16 йәшемдә генә сығып китергә тура килде. Яҙмышымды Мәсетле яғы менән бәйләгәнгә 36 йыл инде. Шулай ҙа тыуған яғымдың ҡара тупрағы ла, һәр япрағы ла ҡәҙерле. Унда хатта һауа ла икенсе һымаҡ тойола. Күренекле Аҡмулла ерендә тыуып үҫкәнемә үтә ғорурмын. Туғандарым менән бер ҡайтып һөйләшеү – үҙе бәхет. Атайым һуғыш ветераны, оҫта ҡуллы кеше булды, әсәйемдең эшләмәгән эштәре бик һирәк ине. Беҙ бит – гектарлап сөгөлдөр утап үҫкән быуын. Бәләкәйҙән хеҙмәт сыныҡтырҙы. Студент саҡтарҙа профсоюз лидеры, төҙөлөш отряды командиры булып та үҙемде оло тормошҡа әҙерләнем, – ти әңгәмәсем.
Рәмзиә яҡшы ғаиләгә килен булып төшә. Ҡайны-ҡәйнәһе хаҡында тик йылы тәьҫораттар һаҡлай. Мәсетле районы өсөн ул – күптән үҙ кеше. 20 йыллап химия уҡытыусыларының методик берекмәһен етәкләгән, мәктәптә директорҙың ғилми-методик эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын биләгән Рәмзиә Хәким ҡыҙы. Тормош иптәше Марат ғүмере буйы эске эштәр органдарында тәфтишсе булып хеҙмәт итә, оставкалағы полиция майоры. Улдары Ансар иһә әле Башҡорт дәүләт медицина университетында белем ала.
– Улыбыҙҙы башҡорт мөхитендә тәрбиәләнек. Химия уҡытыусыһымын, тип тормайым, туған телдә аралашыуҙы өҫтөн ҡуям. Мәктәп бит ул күберәк белем бирә, ә тәрбиә барыбер ҙә ғаиләнән килә. Улым тырыш, яҡшы уҡый, өмөтөмдө аҡлар, тигән ышаныстамын. Ауылдамы, ҡалаламы уҡытыусының абруйы үҙенән тора. Өҫ-башы, һүҙе, ҡылыҡтары, үҙен тотоуы менән халыҡҡа тәрбиә бирә ул. Беленмәһә лә, уға ҡарап, кеше фәһем ала. Бигерәк тә ауыл ерендә халыҡтың күҙ алдында.
Һөнәремдән уңдым, тип иҫәпләйем. Сөнки уҡыусыларым – төрлө кимәлдә уңышҡа ирешкән балалар. Тик бынан бер ҙә башым әйләнмәй. Әйләнә башлаһа, физик эш эшләйем (көлә). Хеҙмәт бөтә нәмәнән ҡотҡара: тәкәбберлектән, мин-минлектән. Ҡырғыҙ халҡының бөйөк яҙыусыһы Сыңғыҙ Айытматов әйткән бит, һауалана башлаһам, барып һауыт-һаба йыуам, тип. «Балалар, теманы аңланығыҙмы?» – тигән һорау бирмәйем дәрестә. Сөнки һәр кемдең күҙенән былай ҙа барыһын да күреп торам. Уҡыусы менән мин һәр саҡ дуҫмын, – ти ул, тәрбиә, уҡытыу эшенә ҡағылып.

Александр Данилов фотоһы.

Мәсетле районы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2020) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: