+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәренең оҫтаһы
4 Декабрь 2019, 13:40

Гөлнисаның ижад артылыштары

Ишмырҙа-Йүкә һылыуы тиҙәр ине Гөлнисаны бала сағында, әле лә шулай. Ҡойоп ҡуйған һыны, мөләйем һәм асыҡ йөҙөндәге йылмайыуы, эске итәғәтлеге, кешеләргә ихлас ярҙамсыллығы, бигерәк тә балаларға көй-моң аша бейеү серҙәрен ихлас өйрәтеүе был сибәрҙе ысын мәғәнәһендә мәҙәниәт шәхесенә әйләндерҙе.

Эйе, Гөлниса Кәримова бөтә булмышы менән сәнғәт даръяһында ҡолас ташлап йөҙә. Ул етәкләгән Учалы филармонияһында эшләп килгән «Алтын Ай» өлгөлө балалар халыҡ бейеүҙәре ансамбле үҙе ни тора! Гөлниса Ғәле ҡыҙының район, республика, төрлө илдәр кимәлендә халҡыбыҙ ижадын, алтынға бәрәбәр сәнғәт өлгөләрен пропагандалауы, һис шикһеҙ, оло баһаға лайыҡ. Был һүҙҙәремде дәлилләү өсөн шәхес-әҙибәнең сәхнә, бейеү юлдарынан атлайыҡ, булмаһа.
Гөлниса Ғәле ҡыҙы Кәримова Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылында 1973 йылдың 23 ғинуарында тыуған. Ҡыҙыҡай ғаиләлә – 4-се бала. Атаһы Ғәле Ғүмәр улы Фрунзе исемендәге колхоздың эшһөйәр, алдынғы механизаторы була, хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн тиҫтәләгән Почет грамоталары, дипломдар, Президент ҡотлауҙары, аҡсалата премиялар менән бүләкләнеп, хаҡлы ялға сыға. Әсәһе Мәҡсүҙә Йәдгәр ҡыҙы егәрле хужабикә ине. Биш бала тәрбиәләне, ҡура тулы ҡош-ҡорт, мал-тыуар ҡараны, емеш-еләк үҫтерҙе. Өйҙәренән туған-тыумасалары, йыраҡта йәшәгән улан-килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре өҙөлмәне. Барып инһәң, аласыҡтарында көйлө моң һыҙғырып еҙ самауыры ҡайнап ултырыр ине. Хәҙер уңған хужа ла, хужабикә лә мәрхүмдәр инде, атай йортонда Ғилфан ағаһы йәшәй.
Гөлниса бәләкәй саҡтан, бөтөн ауылды йыйып, йырлап-бейеп концерттар ҡуйырға ярата, оялып тормай. Әсәһен дә ул: «Мин таш йортта йәшәйәсәкмен, һеҙ мине телевизор экранынан ҡарап ултырырһығыҙ, төрлө милләт бейеүҙәрен һеҙҙең өсөн башҡарырмын», – тип аптырата.
Гөлниса Ишмырҙа урта мәктәбендә белем ала, яҡшы уҡый, мәктәп, ауыл сараларында әүҙем ҡатнаша. Мәктәптә бейеү түңәрәктәрен алып бара, «Йәйғор» бейеү ансамблендә йөрөп, тирә-яҡ ауылдарҙа концерттар менән сығыш яһай. 7-се класта уҡ уны Баймаҡҡа саҡырып алалар. Ундағы «Ирәндек» бейеү ансамблендә лә ихлас бейей. Йәүҙәт Бикбирҙин һәм Динислам Исҡужин ағайҙар өйрәткән бейеүҙәрҙе оноторлоҡ түгел, ти ул.
Ҡыҙыҡайҙың бейеүгә булған һәләте ошо мәктәп йылдарында асыла ла инде, класс етәксеһе Рәйсә Абыҙгилдина ла уға дәрт кенә өҫтәй. Артабан да белем алырға ынтылышы көслө була уның. Ҡулына аттестат алғас, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт ағартыу техникумының бейеү бүлегенә инеп, сәнғәт серҙәрен өйрәнә. Шунда уҡ 1994 – 1996 йылдарҙа Хәлил Ишбирҙин етәкләгән Бейеү театрында балет артисткаһы булып хеҙмәт юлын башлай. Йәш бейеүсене Сибай дәүләт филар­монияһы саҡырып ала, таусылар ҡалаһында 1996 – 2001 йылдарҙа Гөлназ Аҡназарова етәкләгән Сибай бейеү ансамблендә балет артисткаһы булып эшләй.
2001 йылда һылыуҡайҙы Учалы филармонияһына саҡыралар. Филармонияның әле генә асылған ваҡыты, шуға күрә бейеү ансамбленең етәксеһе Рәис Низаметдинов йәш ҡыҙҙарҙы бейеү сәнғәтенә өйрәтеүҙә ярҙам һорай. Гөлниса Ғәле ҡыҙы ең һыҙғанып эшкә тотона, классика дәрестәрен алып бара, йырсыларға ла сәхнә йөрөшөн аңлата, уларға бейеүҙәр һала башлай. 2006 йылдан «Алтын Ай» балалар бейеү ансамблендә репетитор булып та эшләй, көндөҙ үҙенең төп эшендә ҡайнаһа, кискә балаларға йүгерә.
2012 йылда Батыр улы донъяға килә. Улына биш ай ғына булғанда ата-әсәләр һорауы буйынса эшкә сыға:
– Бәләкәсем менән бергә эшләнек инде, шуға күрәме, өс йәшенән бейей башланы улым. Ҙур ярҙамсы ла булды, үҙенән өлкән балаларҙы «һә» тигәнсе теҙеп ҡуя торғайны, балалар ыңғайына мине, Гөлниса Ғәлиевна, тип йөрөр ине, – тип хәтерләй әсә.
Батыр быйыл уҡырға барҙы. Ул өҙҙөрә баҫып бейей, приздар ала, ана бит «Алтын Ай» бейеү төркөмөндә Ҡырымда бейеп еңеүҙәр яулап ҡайттылар!

Рәүеф ШАҺИЕВ,

филология фәндәре кандидаты.

Учалы ҡалаһы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гульназ Кутуева
Читайте нас: