+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәренең оҫтаһы
12 Сентябрь 2019, 12:27

Алтын ҡуллы Фәнисә

Фәнисә Сәйфетдинованың ҡул эштәрен «Бәйләнештә» социаль селтәре аша күптән ҡарап бара инем. Башҡорттоң аҫалы, буй балаҫтары, рус халҡына хас ысулдар менән эшләнгәндәре лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ҡәйнәм Сәкинә Шәйәхмәт ҡыҙы Басирова – Ғафури районында танылған балаҫсыларҙың береһе – миңә үҙенең станоктарын тапшырғандан һуң ошо серле лә, мауыҡтырғыс та донъяны асыу теләге тыуҙы.

Архангел районында урынлашҡан Орловка ауылында элек тик рустар йәшәгән. Совет власы дәүерендә бында киң билдәле «Рәсәй» колхозы ойошторола, халыҡ етеш тормош көтә. Эргәлә генә Ҡыҙыл Еҙем, Аҡ күл, Андреевка, Карташовка, Николаевка ауылдары. Ҡыҙыл Еҙем – айырым, ҡалғандары бер ауыл советына ҡараһа ла, халыҡ бер-береһен белеп, аралашып йәшәй. Эшкә тотонһалар, дәррәү ҡуҙғала һәм йырып сыға. Мәҫәлән, былтыр Фәнисә Фәрит ҡыҙы тәҡдим иткән башланғысты хуплап, халыҡ Орловка ауыл клубын төҙөкләндереүгә аҡса йыя. Йәмғеһе 150 мең һум туплана. (Сер итеп әйтәм, таныш булмаһаҡ та, уның тырышлығын күреп, мин дә үҙемдең бәләкәй генә өлөшөмдө индергәйнем.) Шул уҡ күләмдә бағымсылар һәм Архангел муниципаль районы хакимиәте аҡса бирә. Баш­ҡортостанда үҫешә барған урындағы инициативалар проекттарын хуплау программаһы ярҙамында башҡарылған эштең һөҙөмтәһе – клубҡа яңы тәҙрәләр ҡуйылған, инеү урыны заманса төҫ алған, тамашасылар залына йомшаҡ ултырғыстар, тәҙрә ҡорғандары алынған.
1976 йылда төҙөлгән бинала атҡараһы эштәре әле ярайһы ғына күп булһа ла, хужа ҡулы күҙгә ташлана. Баҡсала һәм эстә күҙҙең яуын алырҙай төрлө гөлдәр үҫә, ҡул менән эшләнгән әйберҙәр, халҡыбыҙҙың элекке тормошон сағылдырыусы экспонаттар йыйылған. Айырым бүлмәлә станоктарҙың ниндәйе генә юҡ! Тиҫтә йыл «Мозаика» ҡул эштәре клубы эшләй. Уларҙың һуҡҡан әйберҙәрен күреп, бер аҙ аптырап ҡалдым. Хайран булырлыҡ та шул: ул таҫтамалдар, ул сумка-рюкзак, ул балаҫтарҙың ниндәйе генә юҡ. Башҡарылған ысулдары ла төрлөлөгө менән ҡыуандырҙы. Башҡорттарҙа биҙәкләп, ҡыҫтырып, аҫалап, сатрашлап һуғыу төрҙәре билдәле. Ҡыҙғаныс, был һүҙҙәрҙе әлеге көндә тик белгестәр генә ҡуллана... Ә бит ваҡытында ирҙәр, ҡатын-ҡыҙ, ба­лалар өсөн күлдәктәр, алъяпҡыстар, ыштандар, таҫтамалдар, шаршау, намаҙлыҡ, ашъяулыҡ, яҫтыҡ тыштары биҙәкләп һуғылған, оҫталар туҡыу серҙәрен быуындан-быуынға тапшыра барған.
Беҙ клубҡа ингәндә унға яҡын ҡыҙ һәм малай китапханасы, алтын ҡуллы оҫта Венера Антипина етәкселегендә сәйлән менән эшләргә өйрәнә ине. Ике сәғәт арауығында Фәнисә ханым менән әңгәмәбеҙҙе күп тапҡыр бүлдерҙеләр. Мин шатланып ҡуйҙым: тимәк, клуб коллективы үҙенең маҡсатына ирешеп, халыҡ менән берҙәм эшләй. Шулай булмаһа, ауылдаштары уларға ышаныс белдереп, 150 мең һум йыйыр инеме!?
«Балаҫ һуғыуға нисек килдегеҙ?» – тигән һорауыма, Фәнисә апай:
– 2003–2004 йылдарҙа музейға экспонаттар йыя башланым, шул ваҡытта бер иҫке станокка тап булдым да, уны ремонтлап, һуғып ҡарау теләге тыуҙы. Ҡыҙыҡһыныуымды ул ваҡыттағы район хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы етәксеһе Т.В. Гвоздик та хупланы. Үҙебеҙҙә, күрше ауылдарҙа белгестәр эҙләй башланым. Шулай итеп, Ҡыҙыл Еҙем ауылында Мария Ивановна Антипина менән таныштым. Ул мине рус халҡының таҫтамал, туҡыма, балаҫ һуғыу нескәлектәренә өйрәтте. Киң күңелле, егәрле апай ине, былтыр мәрхүм булды. Беҙ уға бик рәхмәтлебеҙ, серҙәрен бүлешеп, халыҡ маһирлығын, оҫталығын киләһе быуындарға тапшырҙы. Шулай итеп, эргәмдә халыҡ кәсебенә өйрәнергә теләүселәр йыйылды. 2006–2007 йылдарҙа эштәребеҙ менән район һәм республика күргәҙмәләрендә ҡатнаштыҡ. Шуларҙың береһендә «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһы мөдире Кәримә Кайдалова менән таныштыҡ. Батырсылыҡ итеп, 2007 йылда клубта беренсе тапҡыр район кимәлендә туҡымасылыҡҡа өйрәтеү семинары үткәрҙек. Аҙағыраҡ, 2010 йылдан, Кәримә Шәрип ҡыҙы тәҡдиме менән һуғыу серҙәрен өйрәтеүсе республика семинар-практикумдары үткәрә башланыҡ. 2013 йылда «Мозаика» клубына «халыҡ» исеме бирҙеләр. Был юғары исем бер яҡтан яуаплылыҡ өҫтәне, икенсе яҡтан дәртләндереп ебәрҙе.

Архангел районы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: