+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәренең оҫтаһы
13 Август 2019, 15:43

Яҙмыш биргән бүләк

Февраль айының оҙон төнө. Участка дауаханаһының бала табыу бүлмәһендә тулғаҡ ғазабы кисереүсе әсә өсөн ваҡыт бөтөнләй туҡтап ҡалған кеүек. Өсөнсөгә бәпесләүсе ҡатындың төнгө тынлыҡта сабыр ғына ыңғырашып алыуы ишетелеп ҡала. Акушерка ла борсола башлай. Район дауаханаһына оҙатырғамы әллә? Юҡ. Ни тиһәң дә, ҡышҡы юл, ара ла яҡын түгел. Шул саҡ шәфҡәт туташы Динә Ғөбәйҙулла ҡыҙы: «Әйҙәгеҙ, Менәүәрә Хәбибулла ҡыҙын саҡырайыҡ. Ул, һис шикһеҙ, ярҙам итәсәк», – ти.

Үҙе бынан бер ай элек кенә әсә булған табип йәһәт килеп тә етә. Тулғаҡтан хәлһеҙләнгән ҡатынды ҡарағандан һуң, тиҙ генә тейешле ярҙам күрһәтә. Яңғыратып ауаз һалған бәпесте ҡулына ала. Сабый тауышын ишеткәс, әсә, еңел һулап, шатлығынан йылмая. Бына шулай итеп мин донъяға тыуғанмын.
Был ваҡиғаны миңә әсәйем бер нисә тапҡыр һөйләгәйне. Донъя мәшәҡәттәренән арынып, ниһайәт, ҡулыма ҡәләм алдым. Төйәгебеҙҙә йәшәүсе йөҙҙәрсә кешеләр күңелендә йөрөгән рәхмәт хистәре сағылыр ошо яҙмала.
Ҡыйғы районы ҡыҙы Менәүәрә бәләкәйҙән табип булырға хыяллана. Тырыш, тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән ҡыҙ мәктәпте тамамлау менән Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Бүлмәлә Сәриә исемле әхирәте менән йәшәй ул. Сәриә нефть институтын тамамлаған Рәғиб Ғимаевҡа кейәүгә сыға (саҡ ҡына алғараҡ китеп, шуны әйтәйек: Рәғиб Ғимаев республикала билдәле шәхес булараҡ абруй яулаясаҡ, ә ике әхирәт дуҫлығы йылдар буйы һыналған ғаилә дуҫлығына әйләнәсәк). Бер мәл Рәғибтең дуҫы, ауыл хужалығы институтының агрономия факультетында уҡыусы Линир Сәлишев ошо ятаҡта йәшәгән ауылдашына күстәнәс ҡалдырырға инә. Тап шул мәлдә күреп ҡала ла инде ул Менәүәрәне. Күрә лә бер ҡараштан ғашиҡ була. Егет – ауылда, ҡыҙ Өфөлә йәшәгәс, һирәк осрашалар. Тик аралар алыҫлығы йөрәктә ҡабынған хистәрҙе һис кенә лә һүндермәй, киреһенсә, нығыраҡ дөрләтә.
Бер йылдан һуң ҡыҙҙар, уҡыуын тамамлап, йүнәлтмә буйынса эшкә китергә әҙерләнә. Ә Линир, был ваҡытта ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсеп, тыуған яҡтарында агроном булып эшләп йөрөй.
1962 йылдың 30 июнь көнө. Медицина институтын тамамлаусыларҙың сығарылыш кисәһе. Йәштәр Өфө урамдары буйлап йөрөйҙәр, матур байрам ойошторалар. Кисә тамамланыу менән Сәриә, Рәғиб килдеме икән, тип урамға сыға һәм Менәүәрәне лә үҙе менән ала. Ә тышта уларҙы Рәғиб менән Линир көтөп торған була. Линир, баҡһаң, ҡыҙҙы үҙе менән алып ҡайтырға тип килгән!
– Был хәлде бәхетле осраҡ тип тә әйтергә мөмкин. Беҙ күрешеп йөрөгәндә Линир: «Һин барыбер минең ҡатыным буласаҡһың!» – тигәйне, әммә өйләнешеү тураһында һөйләшмәгәйнек. Йүнәлтмә буйынса тыуған районыма ҡайтырға тейеш инем. Ул заманда телефон да, тиҙ генә барып ҡайтырға машина ла юҡ. Ә Линир, беҙҙең сығарылыш кисәһе булыуын белеп ҡалған да, мине ғүмерлеккә юғалтыуҙан ҡурҡып, тәүәккәл ҡарарға килгән. Бәхеткә күрә, тап шул көндә Өфөгә совхоздан машина ла барған. Шулай итеп, мин диплом алыу менән Федоровка районы Бала-Сытырман ауылына юлландым. Ҡайтыу менән – 1 июлдә – туй үткәрҙек. Ә 4 июлдә ауыл Советына барып яҙылыштыҡ, – тип ҡәҙерле хәтирәләре менән уртаҡлаша Менәүәрә апай. Бына шулай башланып китә Сәлишевтар ғаиләһенең һоҡланғыс тарихы.

Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА (ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА).

Стәрлебаш районы.

Фотолар ғаилә альбомынан.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: