-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәренең оҫтаһы
6 Июнь 2019, 16:53

Мең биҙәкле донъя

Ҡояшлы май иртәһе, әйтерһең дә, ожмах баҡсаһы: донъя хозурлығына һоҡланып ҡоштар сутылдаша, алмағас, сейәләр ап-аҡ ебәккә төрөнгән, урамда муйыл сәскәһе еҫе башты әйләндерә... Район үҙәге Ҡырғыҙ-Миәкә халҡы кемеһе эшкә, кемеһе уҡыуға, кемеһе балалар баҡсаһына ашыға. Бына урам буйлап нәзәкәтле, ҡупшы кейенгән, кәүҙәһен тура тотоп, бер ханым килә. Ул – районда ғына түгел, бөтөн республикала билдәле педагог, хореограф, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмилә Шәрипова.

Миәкә биҙәктәре
Миәкәнең ҡул оҫталарын, ауыл хужалығы, мәғариф һәм башҡа өлкәлә эшләүсе егәрле халҡын республикала белмәгән кеше юҡтыр. Йәштәргә ышанып, торлаҡ менән ярҙам иткән ул ваҡыттағы район хакимиәте башлығы Х. Х. Мусинға, күп йылдар терәк булып, аҡыллы кәңәштәренән ҡалдырмаған хаки­миәттең мәҙәниәт бүлеге мөдире И. Ф. Хәмиҙуллинға рәхмәтле Шәриповтар. Сирек быуат элек район үҙәгендә төпләнеп, мәҙәниәт өлкәһендә намыҫлы хеҙмәт итеп йәшәгән ғаилә өсөн был ер бәрәкәтле була.
«Бейеү теләге миндә шул тиклем ҙур ине, ләкин тормошта ғаилә мөһимерәк тип, үҙ һөнәремде икенсе планға ҡуйҙым. Бейеүсе булыу хыялыма хыянат итмәнем, көн һайын эшемә ҡыуанып барам, өйөмә ҙур кинәнес менән ҡайтам. Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, донъябыҙҙы тап үҙебеҙсә күҙ алдына килтергән кеүек ҡороу өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалабыҙ бит. Иртән эшкә барғанда күңелемдә бөтөн кешелеккә, илемә, тыуған еремә, яҡындарыма, хеҙмәттәштәремә бәхеттәр, уңыштар, һаулыҡ теләйем. Ғөмүмән, бәхетле кешеләр башҡалар менән дә бәхет бүлешеп йәшәй, минеңсә», – Рәмилә Рамаҙан ҡыҙының был һүҙҙәре – уның тормош девизы.
Оҫта баянсы Филүс Рауил улы – ҡатынының бөтөн уй-ниәттәрен тормошҡа ашырырға әҙер уҙаман, һәр эшендә кәңәшсе һәм иң яҡын кешеһе. Әлеге көндә райондың «Сувар» сыуаш халыҡ фольклор коллективы һәм ветерандар клубының аккомпаниаторы, күп йылдар район Мәҙәниәт йортонда музыка бүлеге, гармунсыларҙың «Дим» ансамбле етәксеһе, тауыш режиссёры булып хеҙмәт итә. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Хәлил Хәбирйәл улы Махиянов: «Тап ошондай ғаиләләрҙе донъя тотҡаһы тиҙәр. Районда мәҙәниәтте юғары профессиональ кимәлгә күтәреүсе кешеләр улар», – тип, хеҙмәттәштәренең сирек быуат эшенә юғары баһа бирҙе. Районда мәҙәниәткә иғтибар һәм ярҙам ҙур, был хакимиәт башлығы Ришат Ғәбдрәшит улы Аҡтуғановтың тырышлығына, ошо өлкәнең мөһимлеген аңлауына ла бәйле, тиҙәр Миәкәлә.

Эльвира СНИКИНА фотоһы.

Миәкә районы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2019) һанында уҡығыҙ.

Читайте нас: