-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәренең оҫтаһы
30 Апрель 2019, 13:27

Ҡыйғы ҡыҙы Дания

Әй буйында йылы ҡомлоҡ, Тарта кеүек үҙенә. Ялан аяҡ йөрөгән саҡтар Тороп ҡалған эҙ генә...

Тыуған яҡтары – гүзәл тәбиғәтле Ҡыйғы районы Йүкәлекүл ауылын һағынғанда Дания Дауытова күңеленән урғылған был шиғри юлдар. Тормошон кеше һаулығын һаҡлауға арнаған Дания ханым Күмертау ҡала дауаханаһының 16-сы участкаһында 35 йыл инде терапевт булып эшләй.
Ул Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, мәктәп директоры Сәғит Талип улы менән уҡытыусы Сәрүәриә Мөхәмәтдин ҡыҙы ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Сәғит ағайҙың ата-бабалары был төбәккә Пенза яғынан күсенгән була, ә әсәһе яғынан нәҫелдәре – 1540 йылдарҙа Ҡаҙан эргәһенән Иван Грозный дәүерендәге көсләп суҡындырыуҙан ҡасҡан мосолмандар...
…Эштән һуң ул өй мәшәҡәттәренән ҡәнәғәтлек таба. Буш ваҡытта медицина буйынса китаптар уҡый, интернетта яңы мәғлүмәт эҙләй һәм ҙур кинәнес менән бихисап мауығыуының береһенә тотона.
Байрам көндәрендә Дания апай менән Әнүәр ағайҙың ҡотло йорто балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары, дуҫтары менән тула. Ике улдары ла энергетика өлкәһендә белгес. Өлкәндәре Азат ғаиләһе менән илдең баш ҡалаһында төпләнгән, кесеһе Айрат Себерҙә эшләп йөрөй. Ҡыҙҙары Дилә – иҡтисадсы, республика ойошмаларының береһендә яуаплы вазифа биләй.

Күмертау ҡалаһы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: