-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәренең оҫтаһы
5 Апрель 2019, 17:13

Бәхеттең серле асҡыстары

Ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙ араһында ысын дуҫлыҡ булмай, тиҙәр. Сибай педагогия училищеһында бергә уҡыған һабаҡташтарым менән яҡындан аралашҡанға тиклем мин дә шулай уйлай торғайным. Дөрөҫөн әйткәндә, әлегәсә ярты быуат ғүмергә тиң дуҫлыҡты күргәнем юҡ ине. Уларҙың икәүһенең дөйөм мөғәллимлек стажы – 90 йыл! Мәрзиә Мәһәҙи ҡыҙы Ҡоҙабаева (Тимербулатова) менән Сәлиә Ишбулды ҡыҙы Низамова (Ғәлиастанова) бөтә ғүмерен йәш быуынға аң-белем биреүгә арнаған. Улар бөгөн дә тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәй.

Дуҫлыҡ ихлас йылмайыуҙан башлана...
Ҡыҙҙар 1968 йылда, Сибай педучилищеһына ингән мәлдә, таныша. Беренсе сентябрҙә әле генә ойошторолған төркөм ҡыҙҙары уҡыу бүлмәһенең асылғанын көтөп тора. Ҡайһы берәүҙәр үҙенә әхирәт табып, парта артында кем менән ултырасағын хәл итеп тә ҡуйған. Мәрзиә бер яҡ ситкәрәк баҫып, ипләп кенә төркөмдәштәрен күҙәтә. Шул саҡ уның янына йөҙөндә ихлас йылмайыу балҡыған бер ҡыҙ килеп: «Ә һин кем менән ултырырға уйлайһың?» – тип һорай. «Белмәйем», – тигән яуапты ишеткәс, «Мин Сәлиә булам, әйҙә, бергә ултырайыҡ!» – ти. Бына шулай улар бөтә уҡыу йылдарын бер парта артында үткәрәләр. Улай ғына ла түгел, ятаҡта ла бергә йәшәйҙәр, йән дуҫтарға, серҙәштәргә әйләнәләр.
Уртаҡ шөғөлдәр ҙә табыла – икеһе лә бейергә ярата. Сәлиә Мәҙәниәт һарайындағы бейеү түңәрәгенә йөрөй, моңло тауышлы Мәрзиә педагогия училищеһының ансамблендә йырлай.
– Һәр шәмбелә ятаҡта ритайым үтә торғайны. Бейеү буйынса әхирәтем менән миңә етеүсе булмағандыр: йә икәүләшеп вальс әйләнәбеҙ, йә иҙәндәрҙе һығылдырып башҡорт көйҙәренә өҙә баҫабыҙ, – тип күңелле хәтирәләргә бирелде Мәрзиә.
Ҡыҙҙар оҙайлы ялдарҙа, каникулдарҙа бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөй, бер-береһенең ғаиләһе, яҡындары менән туғанлашып бөтә.
Дүрт йыл уҡыу шаулап-гөрләп үтеп тә китә. Тәүҙә Сәлиәнең туйы уҙа, уның йөрәген Әнүәр тигән егет яулай. Күп тә үтмәй, Мәрзиә йәшәгән йортҡа ла Мәжит исемле егеттән яусылар килеп төшә. «Хатта тормош юлдаштарыбыҙ ҙа ҡайһы яғы менәндер бер-береһенә оҡшаш булып сыҡты. Был бигерәк тә йәш саҡтарында ныҡ күҙгә ташлана ине: икеһе лә ҡара сәсле, уртаса буйлы, эшһөйәр, изге күңелле. Иң мөһиме – бер-береһе менән шунда уҡ уртаҡ тел тапты», – тип йылмая әхирәттәр.
Эйе, артабан йәшлектәге дуҫлыҡ хистәренә ғаиләләре менән тоғролоҡ һаҡлай улар. Тиҙҙән балалары үҙ-ара аралаша башлай. Әле лә осрашҡан ваҡыттарында Мәрзиә менән Сәлиәнең төндәр буйы серләшеп һүҙҙәре бөтмәй. «Ул хәтлем нисек, нимә тураһында һөйләшергә мөмкин?» – тип аптырай ирҙәре. Әммә осрашыуҙан һуң: «Их, һөйләшеп туйып та булманы!» – тигән үкенес менән айырыша әхирәттәр.
Былтыр төркөмдәштәрен Сибай ҡалаһында йәшәгән Рәмзиә Сәйетҡолова юбилей тантанаһына саҡыра. Сәлиә менән Мәрзиәне танымаған ҡунаҡтар: «Һеҙ апайлы-һеңлелеме?» – тип һорай. Ысынлап та, ғәжәпләнерлек бит: алдан һөйләшмәйенсә икеһе лә бер иш прическа яһата, ынйы муйынсаҡ таға, хатта күлдәктәре лә ҡара ерлектә ҡыҙыл биҙәкле! Йылдар үтеү менән хатта зауыҡтар ҙа оҡшай башлай икән ул!

Мәүлиҙә ЯҠУПОВА,

Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: