+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәренең оҫтаһы
28 Декабрь 2018, 18:01

“Йылы һүҙ, яғымлы ҡараш та мөһим”

Мең төрлө сырхауҙы дауалау юлын таба белгән, ҡаты ауырыуға дусарҙарҙың күңелендә лә өмөт сатҡыһын уята алған һөнәр эйәһе бөгөнгө геройым. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Рита Ғәбделхәй ҡыҙы Әхмәтвәлиева дүрт тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен 18-се Өфө ҡала клиник дауаханаһында кешеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлауға арнаған.

Тыуған Учалы районы Уральск ҡасабаһында һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, әхирәтенә эйәреп, Белорет ҡалаһына юллана ул, медицина училищеһына тотҡан һынауҙарын уңышлы тапшыра. “Бишле” билдәһенә генә уҡыған ҡыҙ, инде был юлды дөрөҫ һайлауына инанып, алдына артабан уҡыуын институтта дауам итергә, яҡшы табип булырға, тигән маҡсат ҡуя. Тырышҡанға – аҡ юл, хыялдар тормошҡа аша. Юғары уҡыу йортонан һуң йыл ярым Өфө районы Дмитриевка совхозында тәжрибә туплағас, 18-се ҡала клиник дауаханаһына килә. Күп йылдар терапевт булып эшләй ул, артабан участкалар хеҙмәте мөдире итеп тәғәйенләнә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, етәкселекте йәштәргә ҡалдырып, йәнә лә яратҡан һөнәренә ҡайта. Поликлиникаға килгәндәрҙе ҡабул итеүҙән тыш, ауыр сирлеләрҙең хәлен барып белеү, кинәт сырхап киткәндәрҙең өйөнә йөрөү, унан тыш кисектергеһеҙ саҡырыуҙарға барыу ҙа уның бурыстарына инә.
“Иңемә аҡ халат һалыу менән, донъя мәшәҡәттәремде, борсоған уйҙарҙы онотам, бар күңелем менән эшкә сумам. Бик яуаплы ла, ҡыҙыҡ та, рәхмәтле лә табип һөнәре, – ти Рита Ғәбделхәй ҡыҙы. – Дауаханаға килгән кеше, ҡайһы ере ауыртыуға ҡарамай, иң тәүҙә беҙгә – терапевтарға мөрәжәғәт итә. Шул саҡ иғтибар һәм ихтирам менән уның тән яраһын да, йән яраһын да дауаларлыҡ саралар табаһың, хәленә инәһең, кәрәкле докторға ебәрәһең. Замандан артта ҡалмаҫ өсөн яңы технологияларҙы өйрәнергә лә кәрәк. Кешеләр менән аралашыу оҡшай миңә, эшемде яратам, минән ярҙам көтөп килеп, күҙҙәрендә өмөт нуры балҡытып сығып киткән пациенттарымды яратам. Өйҙәрендә ҡуҙғала алмай ятҡан ауырыуҙарҙың кескәй генә кәңәшемде лә ҙур итеп ҡабул итеүенә, оло йәштәге сырхауҙарҙың һәр килеүемде көтөп тороуына күңелем тула. Ауырыу-һыҙланыуҙарҙан арыныу өсөн дарыу ғына түгел, йылы һүҙ, яғымлы ҡараш та мөһим бит кеше өсөн”.
Ғаиләһендә лә наҙлы ҡатын, хәстәрлекле әсәй, өләсәй Рита Ғәбделхәй ҡыҙы. Шишмә районы егете Рәғип менән сәстәрен сәскә бәйләп, Артур, Илшат, Илдус исемле баһадир улдар тәрбиәләйҙәр. Улар өсөһө лә юғары уҡыу йортон тамамлап, уңышлы эшләп йөрөй, үҙ яртыларын табып өйләнгән, балалар үҫтерә. Ете ейән-ейәнсәре бар бөгөн.
Иң кәрәкле, мәрхәмәтле, абруйлы һөнәр эйәһе Рита Әхмәтвәлиева. Кешеләргә ярҙам итеүҙән, шәфҡәт күрһәтеүҙән йәм табып йәшәй ул.

Александр ДАНИЛОВ фотоһы.

Читайте нас: