+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәренең оҫтаһы
5 Декабрь 2018, 12:30

Фиғеле ипле, ҡулы ҡотло

Ҡыйғы районының хозур Ыҡ буйында, Абзайҙа, ярты быуат самаһы әүәл, өҙөлөп спорт яратҡан Фәүзиә исемле ҡатындың айҙай аҡ йөҙлө ҡыҙы тыуа. Бәпескә шул саҡтарҙағы гимнастика йондоҙо, илебеҙҙә үткән Олимпия уйындары чемпионы Лариса Латынинаның исемен ҡушалар. Билдәле аҙашына оҡшап, Лариса Фәрүәз ҡыҙы ныҡышмал һәм сәмле булып буй еткерә. Абруйлы уҡытыусы, даланлы, рухлы шәхес булып өлгөрөүенә тап ошо һыҙаттары булышлыҡ итә.

Һәр яҡлап дөрөҫ йәшәргә ынтылған, тәртипте алға ҡуйған ғаиләлә үҫкән ул. Әсәһе Златоуста һатыусылыҡ итеп, шунан физкультура уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштереп, заманына күрә һуңлап, 25 йәшендә генә кейәүгә барған. Ә һөйгәне, Мәсәк ауылы егете Фәрүәз үҙенән ете йәшкә йәш булып, туйҙан һуң әрмегә алынған. Унан йөрөп ҡайтыуына сабыйы үҫеп торған. Фәүзиә Миңлебай ҡыҙы эшенә бар күңелен һалған. Балалары өсәү булып киткән. Өйҙә лә әҙәби башҡорт телендә һөйләшеүҙе талап иткәс, ауылдаштары уларҙың инәй урынына әсәй тип өндәшеүҙәрен мәҙәк күргән. Етмәһә, көн режимы ла үҙенсәлекле булған. Тән яҙҙырыу өсөн күнегеүҙәр эшләп, акробатик трюктарҙы ҡабатлағас ҡына балалар киске ашҡа ултырған. Шул осор гимнастикаға байтаҡ уҡыусыларҙы ылыҡтыра Фәүзиә Миңлебай ҡыҙы, ауылдағы бер концерт та уларҙың сығыштарынан тыш үтмәй.
Ә беренсе класҡа Лариса Фәрүәз ҡыҙы Үзбәкстандың Джазкурган ҡалаһында бара. Әсәһе рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы дипломын алып, унда ла мәктәптә эшләй. Алты йылдан, йылы яҡта әсәһенең бөйөрҙәре арыуланғандай булғас, тыуған яҡҡа ҡайталар. Тағы бер һеңлеһе тыуып, уға йәш тигәндә, бишенсегә ул алмаҡсы итә Фәүзиә апай. Тик малайы ла, үҙе лә дауахананан әйләнеп ҡайтмай. Ярты етем ҡалған ҡыҙҙарҙың өсөһөн Салауат ҡалаһына интернатҡа оҙаталар, үҫә килә Стәрлетамаҡҡа күсерәләр, кинйәкәйҙәрен өләсәләре ҡарай. Лариса һеңлеләрен күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа, үҙе бала ғына килеш иңенә оло хәстәр алып, уларҙы йән йылыһынан айырмаҫҡа тырыша. Ошо яуаплылыҡ тойғоһо уны йылдар буйы оҙата килә, әле лә ҡул ярҙамы тейҙерә алмағанда һүҙе менән туғандарына терәк булырға ынтылып йәшәй ул.
Атай менән ҡыҙҙар бик һағыныша, аранан хаттар өҙөлмәй. Каникулда Фәрүәз ағай ҡыҙҙарын донъя көтөргә өйрәтә. «Иҙәнгә бер сүп төшөргә тейеш түгел ине. Ауылыбыҙҙа ҡыҙыҡ ғәҙәт булды: түшәк-ҡаралты, шаршау-түлдәрҙе аҙна һайын ап-аҡ итеп йыуып сығарып эләләр. Беҙ ҙә кешенән кәм-хур ҡалмаҫтан, ҡул ҡабартҡансы булаша инек. Үҫә килә атайым мине мотоциклда йөрөргә өйрәтеп алды. Комбайнда эшләй, төшкөлөккә яландан барып алырға ҡуша. Ирҙәрҙән оялып, ситтәрәк туҡтайым, шулай «рисауай итеп» йөрөткәненә үпкәләп, юрамал соҡор урындарҙан һикертеп алып ҡайтам. Ә ул шуға ҡыуанып, ҡайһындай ерҙәрҙән ҡурҡмай тура үтте, тип мине иптәштәренә маҡтанып һөйләй икән. Бик тәртипле, ныҡ уңған ҡыҙҙар үҫтерәм тип хыялланды ул, уҫал булды. Киске уйынға ла йөрөтмәне. Әсәйемде нисек ҡыҙғанһа, беҙгә лә шулай ҡараны. Утыҙ өс йәшендә генә ишһеҙ ҡалһа ла, ҡабат өйләнмәне, тәүге мөхәббәтен онота алманы. Үҙенә күрә ғәҙел дә, сәмле лә ине, атай ҙа, әсәй ҙә тәрбиәһен бирергә тырышты», – тип тыуған ояһындағы сафлыҡ, ихласлыҡты тулҡынланып хәтерләй әңгәмәсем.
Туғандары араһында уҡытыусылар күп, Лариса Фәрүәз ҡыҙы ла ике уйламай Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын һайлай. Әсәһенең үҙҙәрен халыҡ әйтемдәрен һамаҡлап ҡына һөйөүе, теҙелешеп ултырып китап йә «Пионер» журналын уҡыуҙары иҫенә мәңгегә уйылғанғамы, тап телде, әҙәбиәтте үҙ итә. Әйткәндәй, һеңлеләренең береһе уның кеүек БДУ-ның башҡорт филологияһы факультетында, икеһе Стәрлетамаҡ педагогия институтында тарих һәм филология йүнәлешендә уҡып юғары белем ала.
Туҡһанынсы йылдар, донъяларҙың болғансыҡ, етешһеҙ сағы. Нисек тәүәккәлләгәндәрҙер, йәш пар ҡушарлап Польшаға, Чехословакияға йөрөй. Барғанда Өфөнән кейем-һалым, биноклдәр һалып алалар, сит илдә алыпһатарҙарға тапшырып, аҡсаһына «Фунай» телевизорҙары, видеомагнитофондар тейәп ҡайталар. Йүнсел йәштәр фатир йүнләрлек мал туплай. Йәш кәләш ҡаланың 39-сы гимназияһында башҡорт теленән уҡыта башлай. Баш ҡалала уларға башҡорт әҙәбиәте дәреслектәренең атаҡлы методисы, Лариса Фәрүәз ҡыҙының инәһе, үҙҙәре әйткәнсә әбейе, Мәрйәм Ғималова рухи терәк була. Тел мәсьәләләренә күҙҙәрен асып, ғаилә ҡиммәттәре хаҡында ла һөйләй. Тормош иптәше бокс менән шөғөлләнә башлағас, ҡуй, кейәү, һиңә әле ғаилә аҫырайһы, атай булаһы бар, унда бит башҡа һуғалар, көрәшкә йөрөһәң арыуыраҡ булмаҫмы, тип кәңәш бирә. Аҙаҡ, балалары үҫкәс, уларҙың да иштәрен үҙ милләттәренән һайлауҙарында уның йоғонтоһо ҙур. Тик Хәйҙәренең кинйә ул атай-әсәһен ҡарарға тейеш тигәненә нисек ҡаршы килһен йәш ҡатын? Яҙмыш уны тап Тәпәнгә килен булып төшөргә алдан әҙерләгән тип ҡабул итә, инәйҙе лә әсәй тип, әҙәби телгә яҡын һөйләшә бит әбйәлилдәр.
Материалдың тулы вариантын журналдың 11-се (2018) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: