+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Өҙөлмәһен аралар
29 Август 2021, 11:35

Уйҙарға ҡанат ҡуйып

Мәүлиҙә  Шәүрәт ҡыҙы Садыҡова Көйөргәҙе районы Свобода ауылының почта хеҙмәтендә арыу-талыу белмәй тиҫтә йылға яҡын эшләй. «Эш – дауа ул. Унда күрәм бәхетте, ҡотҡарылыуҙы», – ти уңған ханым. Ашҡынып, яратып килә ул эшенә. Халыҡ менән аралашып, ауыл ғына түгел, ил, донъя кимәлендәге яңылыҡтарҙы ла белә ошонда. «Беҙҙә күпләп «Көйөргәҙе», «Юшатыр» район гәзиттәренә яҙылалар. Республика баҫмаларынан «Башҡортостан ҡыҙы», «Аҡбуҙат» журналдарын, «Башҡортостан», «Республика Башкортостан» гәзиттәрен алдыралар. Дауахана, ҡарттар йортона яҙҙырыусылар табыла. Мәктәп матбуғатһыҙ ҡалғаны юҡ», – ти почта начальнигы. Хеҙмәте байтаҡ Маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнгән, яҡшы эшләгәне өсөн фотоһүрәте Өфөләге Үҙәк почтамптың Почет таҡтаһына ҡуйылған. Хаҡлы ялға сыҡҡандар, ғәҙәттә, сәйәхәт итә, яңы шөғөл менән мауыға, үҙ тормошо менән йәшәй башлай. Мәүлиҙә апай  почтаға оҙаҡ йылдар кадрҙар бүлеге начальнигы, математика уҡытыусыһы булып эшләгәндән һуң килә.

Уйҙарға ҡанат ҡуйып
Уйҙарға ҡанат ҡуйып

Нескә күңел, илһамлы зат

«Ниңә кеше бер ни ҡәҙәр ғүмер йәшәгәндән һуң, үҙенең бала сағын, йәшлек йылдарын, тыуған ауылын, мәктәп йылдарын хәтерләргә, төрлө ваҡиғаларҙы иҫендә ҡалдырып, тирә-яғындағы кешеләр менән бүлешергә ярата? Һағыныуҙанмы? Үкенеүҙәнме? Ул көндәрҙең, йылдарҙың бер ҡасан да кире ҡайтмауын аңлауҙанмы?

Барыһы ла барҙыр инде! Кеше бит ул, ә кеше күңеле – төпһөҙ даръя. Минең дә бала сағым, мәктәп йылдарым Абдул ауылында үтте. Иҫ китерлек саҡтар, алтынға тиң йылдар булған икән!

Һағындыра, тик күңелдә үкенеү юҡ. Һағыш та юҡ! Тик һағыныу ғына. Һағындыра, бик һағындыра. Һағынырлыҡ булғас, үкенерлеге юҡ, тимәк», – тип яҙа үҙнәшер менән сығарылған «Ҡанат ҡуйҙым уйҙарға» шиғырҙар йыйынтығына баш һүҙендә Мәүлиҙә Садыҡова. Ул үҙен шағирә тип иҫәпләмәй, ә бары ҡанатлы уйҙарын теркәй. Шағирәнә күңелен иреккә сығарып, тирә-йүнен байҡай. Шундай нескә донъя туҡыла. Күңеле кеүек гәлсәр.

Ғүмер юлына күҙ һалһаң, тормош һикәлтәләрен йүгереп тә, һикереп тә, сабыр ҙа, аҡыл менән дә үтергә тура килә уға. Йәшләй генә тол ҡалып, ике балаһын аяҡҡа баҫтыра. Азамат улы ана ниндәй хәҙер. Утты-һыуҙы кискән уҙаман, подполковник, Өфө дәүләт авиация-техник университеты эргәһендәге хәрби-уҡытыу үҙәгенең өлкән уҡытыусыһы, диссертация яҡларға әҙерләнә. Ҡыҙы Лилиә Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органында бүлек начальнигы урынбаҫары йөгөн тарта. Икеһе лә башлы-күҙле булып, Өфөлә төпләнгән.

 

Ергә бәйле ғүмер

Көйөргәҙе районы Свобода ауылында әлеге көндә 300-ләп ғаилә йәшәй. Совхоз үҙәге була ул. 1929 йылда В.Молотовтың Указы менән, икенсе Мәскәү буласаҡ, тигән ниәт менән төҙөлә башлай. Мәскәүҙән, бөтә Союздан белгестәр ебәрелә совхозды күтәреү өсөн. Ырымбур яғына киткәндә Мораптал станцияһы бар. Шунда тиклем тимер юлы буйлап совхоз төҙөлөшөнә йөк вагондары килә. Морапталға бер ҡыҫылышы булмаһа ла, шулай итеп был исем совхозға йәбешә лә ҡуя. Һөрөнтө ере генә лә 132 мең гектарға йәйрәп ятҡан гигант хужалыҡ менән идара итеү ауыр булғанлыҡтан, 1957 йылда, уны бүлгесләп, яҡын ятҡан ерҙәрҙе берләштергән «Мораптал» совхозы ойошторола. Бына шул совхозда Мәүлиҙәнең атаһы Шәүрәт идарасы булып эшләгән. Тазетдиновтар нәҫеле элек-электән Свободанан 17 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Абдул ауылында төпләнгән. Әсәһе Шәмсиямал – Мотал ауылы ҡыҙы. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән тыуған илен яҡларға китеп, яу ҡырында башын һалған шағир Сабир Кинйәкәйҙең һеңлеһе ул. Алты айында әсәй-атайһыҙ ҡалып, етемлектә үҫкән ҡыҙ олатаһы-өләсәһе ҡарамағында буй еткерә. Шәүрәт менән Шәмсиямал өйләнешеп, дүрт балаға ғүмер бирә. Иң өлкәндәре Роза Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай, 40 йыллап рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Мәүлиҙә Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтында уҡый. Уға етәһе Рәйлә һылыуҙары география буйынса юғары белем ала. Әлеге көндә ул Благовещенскиҙа йәшәй. Ғүмере буйына педагогия училищеһында уҡыта. Кинйәләре Зөлфиә лә, ауыл хужалығы институтын тамамлап, Өфөлә төпләнә.

Мәүлиҙә данлыҡлы «Каруанһарай» педтехникумын тамамлап эшкә килгән уҡытыусылар коллективынан торған Абдул һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә белем ала. Абдулда татарса уҡыған булһалар, атаһы, русса өйрәнегеҙ, тип, артабан уҡырға Ермолаевкаға ебәрә. Яҡшы өлгәшкән Мәүлиҙә тәүге барыуҙан уҡ Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетына уҡырға инә. «Агроном булғым килгәйне. Атайыма ярҙам итеү теләгенән. Әммә ул үҙе иҡтисадсы һөнәрен һайларға кәңәш итте. Совхоздан йүнәлтмә лә йүнләне. Иптәшем менән совхозға практикаға ҡайтып йөрөр булдыҡ», – тип һөйләй Мәүлиҙә апай. Тормош иптәше, Стәрлебаш егете Камил Садыҡов  менән улар бер төркөмдә уҡый. Ире уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай. Аспирантураға ҡалырға тигәстәр,  ҡайтып, бер аҙ бол туплап, Өфөгә килергә иҫәп тота йәш ғаилә. Камилды баш иҡтисадсы итеп ҡуялар, Мәүлиҙәгә лә кадрҙар бүлегендә эш табыла. Совхоз улар өсөн өй күтәрә. Балалары – башта Азамат, аҙаҡ Лилиә тыуа. Шулай итеп, Садыҡовтар Свободала тора ла ҡала. 1993 йылда яңы йорт күтәрәләр. Ғаилә башлығы 1996 йылда ҡапыл йөрәк өйәнәгенән вафат була.  Өйҙөң күп өлөшө эшләнмәй ҡала. Азамат улдары 2-се курста уҡый, Лилиәләре бәләкәй әле, 9-сы класта. Шунда улына өндәшә әсә кеше: «Нишләйек, йортто һатайыҡмы әллә?» «Юҡ, эшләп сығырбыҙ, әсәй!» – ти Азамат. Ул шулай, ғаилә өсөн яуаплылыҡ тойоп, йәштән эшкә егелә.

2000 йылдар, совхоз тарҡала башлаған саҡ... 5 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Түкәндән мәктәп директоры Мәүлиҙәне математика уҡытыусыһы булырға ҡоҙалай. 10 йыл балаларға белем бирә ул. Уҡытыусыға тейешле имтихандарҙы уңышлы үтеп килә. Оптимизация башлана. Мәктәп башланғысҡа ҡалдырыла. Әсәһен фалиж һуҡҡас, яратып башҡарған эшенән дә баш тартырға тура килә.  2 йыл да 2 ай түшәктә ятҡан әсәһен баға ул. 81 йәшендә ул мәрхүмә булғас,  почтала урын бушай. Аҡса эше, компьютерҙы белергә кәрәк – башта ауырыраҡ һымаҡ тойолһа ла, Мәүлиҙә тәүәккәлләргә була. Хәҙер инде 9 йыл була ошонда эшкә күскәненә.

 

Ауыл ҡатыны

Хужалығында тауыҡ тота, баҡса үҫтерә. Беҙ барғанда сейәләре тамылйышып бешергә етешкән ине. Бәпембә­нән эшләнгән ҡайнатманы мин бында тәүгә тәмләнем. «Бөтә ауылға ун һыйыр бар. Бесән эшләүе ҡыйын, шуға халыҡ мал тоторға тырышмай. Мин дә булғанын бөтөрҙөм», – ти Мәүлиҙә апай.

Ауылға автобус йөрөгән булған. Хәҙер йөрөмәй. Район үҙәгенә барырға булһалар, йыйылышып такси яллайҙар. «Ҡалала йәшәй алмаҫ инем. Урамға сыҡмаһам, тормош, ғүмер минһеҙ үтеп барған кеүек», – тип йылмая. Оло­ғайған һайын йылдар ҙа тиҙерәк үтә кеүек уға. 65-ен тултырһа ла, үҙенә был йәште бирмәй, күңел ҡартаймай, ти ул.

Роберт Миңнуллин шиғырҙарын ярата. В. Распутин, В. Шукшин, В.Астафьев кеүек ауыл тормошон яҙған рус яҙыусыларының ижады күңеленә яҡын.

Юлда мин балаһы ут эсендә йөрөгәндә әсә кешенең нимәләр кисереүе хаҡында уйландым. Азама­тының ауыр яу юлдарын үтеүен, хәрби һөнәрҙе һайлауын сабыр күтәрә ул. Тыуған илде һаҡлау – изге бурыс икәнен, илһөйәрлекте, яңғыҙ үҫтерергә тура килһә лә, улына һеңдерә алған. Шул һоҡландыра.

Ҡоластарын йәйеп, киң йылмайып ҡаршыға килгән көләс йөҙлө, шиғри күңелле ауыл ҡатыны – Мәүлиҙә апай менән күңел яҡынлығын тойҙом. Уның йөрәк йылыһы тотош Йыһанды йылытырҙай. Ҡеүәте – сабып барған атты туҡтатырҙай. Ул уй-хыялдарға ҡанат ҡуя белә. Үҙен нисә йәштә лә йәш итеп тоя. Тәбиғәт менән айырылғыһыҙ йәшәй. Ошо уның бәхете.

 

Һандуғасым

Һайра-һайра, һандуғасым,

Оҙаҡламай китәһең...

Оҙаҡламай китәһең дә

Мине яңғыҙ итәһең.

 

Йыраҡтарға осҡан саҡта

Ҡанаттарың талырмы?

Ҡунып, хәлдәр алыр өсөн

Талдарың табылырмы?

 

Ос һин, ос һин, һандуғасым,

Хәйерле булһын юлың.

Көҙҙәр һыуыҡ, ҡыштар оҙон,

Ҡар-буран, ямғыр-ҡойон...

 

Ос һин, ос һин, һандуғасым,

Осоп йыраҡ китерһең.

Һин дә шулай минең кеүек

Яҙ килерен көтөрһөң...

 

Ҡай яҡтарҙа йәшәһәң дә,

Яҙ килгәнен һиҙерһең.

Ҡанаттарың ҡаға-ҡаға,

Мең саҡрымдар үтерһең!

 

Һайрауҙарыңды тыңларға

Урман-ҡырға барырбыҙ.

Гөрләп килгән йәмле яҙҙы

Бергә ҡаршы алырбыҙ!

 

Уйҙар, уйҙар...

Нимәлә ул тормоштоң ҡыҙығы?

Алдамы ул, әллә гөлдәме?

Миндәме ул, әллә һиндәме?

 

Нимәлә ул тормоштоң мәғәнәһе?

Уны уйлап табып буламы?

Уйҙар төпһөҙ күлгә сумамы?

 

Нимәлә ул тормоштоң булмышы?

Бөтөнмө ул, әллә өлөшмө?

Өлөшөмә сыҡҡан көмөшмө?

 

Нимәлә ул тормоштоң рәхәте?

Алтын-көмөштәрҙәй балҡыумы?

Әллә йондоҙ булып ҡалҡыумы?

 

Уйҙар, уйҙар... Баштан китерме?

Яуаптары табылып бөтөрмө?

Минең генә ғүмер етерме?

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2021) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: