+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Өҙөлмәһен аралар
14 Декабрь 2020, 20:17

Тыуған яҡҡа хат

Тыуған яҡтарымдан бик йылы сәләм алдым әле. Мин тамамлаған Ишҡол урта мәктәбе уҡытыусылар коллективы “Башҡортостан ҡыҙы”на бөтә коллектив менән яҙылған! Улар йыл да ошо хаҡта һөйөнсөләп ҡыуандыралар. Мәктәп директоры Азат Рәфҡәт улы Махияновҡа, баҫмабыҙға йыл да яҙылыуҙан өҙөлмәгән һөйөклө уҡытыусыларға редакциябыҙҙың сикһеҙ рәхмәтен еткерәбеҙ.

Унда миңә белем биреп, ҡанат ҡуйған бик абруйлы уҡытыусылар эшләй. Унда иҫ киткес дәртле йәштәр килгән. Йәш быуынға белем биреүҙә ул ал-ял белмәй хеҙмәт итә. Унда йөҙҙәренән нур бөркөлөп торған, иҫ киткес аҡыллы балалар уҡый. Был мәктәптә мин йыш булам. Улар үҙҙәре лә журналыбыҙҙың юбилейына, алыҫ, тип тормай, тотош бер делегация булып килеп төштө.
Ҙур рәхмәт, иҫәнлек-һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар, ғаиләгеҙгә бәрәкәт теләйем.

“Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһы коллективы исеменән, баш мөхәррир Гөлназ Ҡотоева.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: