+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Өҙөлмәһен аралар
6 Апрель 2020, 19:56

«Башҡортостан ҡыҙы»на бәйле бер ҡыҙыҡ хәл

Бөрйән районынан Зәйтүнә Айытбаева яҙып ебәргән:Эшләгән кешенең һәр береһе ҡыҙыҡ-мыҙыҡ хәлдәргә тарып торалыр инде ул. Минең дә мажаралар күп булды инде, бигерәк тә почтала эшләгән саҡта.

Шулай гәзит-журналға яҙылыу осоро бара. Ҡолғаналар әүҙем, яҡшы яҙылалар. Подписканың аҙаҡҡы көндәре. Мин, иң тәүҙә аръяҡ урамына пенсия таратып, тура килгәнен гәзиткә яҙырға уйлап, сумкамды аҫып аръяҡҡа ыңғайланым. Үҙебеҙҙең яҡта өйө ҡаршыһында мине Насибулла исемле ағай ҡапҡаһы төбөндә пенсияһын алырға көтөп тә тора ине инде. Бер ҡатлы ғына ағай ине ул. Янына туҡтап һаулыҡ һораштым да: – Насибулла ағай, һиңә пенсияңды ҡайтышлай бирермен, һине гәзиткә яҙам, – тинем дә ары киттем. Ул бер нәмә лә өндәшмәй тороп ҡалды. Байтаҡ ваҡыт йөрөп ҡайтып килһәм, Насибулла ағай һаман ҡапҡа төбөндә тора. – Һин, ағай, әллә өйгә лә инмәнеңме? – тим аптырап. – Ней, аптырап торам әле, Зәйтүнә,мине нимә тип гәзиткә яҙырһың икән?
Мин ғәжәпләнеп уға төбәлдем. – Ней, мине яҙғансы Кларанымы, Ғәйфулланымы, икенсе берәүҙе яҙ. Мин ни ҡәҙимге генә кешемен бит, минең турала нимә яҙмаҡ кәрәк? – тине ул бер тынала. Мин ҡысҡырып көлөп ебәрҙем. – Эй, Насибулла ағай, мин бит һиңә йыл буйына гәзит килеп торһон өсөн яҙам. – Мин яҙылғайным, түгелме һуң? – Эйе, «Башҡортостан ҡыҙы» журналына», «Ағиҙел»гә, тик «Таң»гәзитенә лә яҙылыр кәрәк ине бит әле. – Ярай-ярай яҙылам. «Таң»ға квитанция тултырып бөтөүгә ул бер ҡосаҡ «Башҡортостан ҡыҙы» журналын өҫтәлгә теҙеп һалды ла: – Беләһеңме, Зәйтүнә, мин ошо журналға ни өсөн яҙылам? – тип миңә һорау ҙа биреп ҡуйҙы. – Ниңә, бик уҡымлы журнал бит, шуғалыр – Юҡ шул, уға ғына түгел... – Ә ниңә? – Мин, – ти Насибулла ағай, – ошо журнал тышындағы ҡатындарға һоҡланып, шундай ҙа һылыу ҡатындар була икән, тип уларҙы теҙеп һалып ҡарап алырға яратам. – Эйе шул, бик һылыуҙар, – тинем дә уға квитанцияны тапшырып сығып киттем, ә ул шул журнал тышына мөкиббән китеп ултырып ҡалды.
Читайте нас: