+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Өҙөлмәһен аралар
3 Октябрь 2019, 14:25

Хәйбуллалар даланлы!

2015 йылда «Башҡортостан ҡыҙы»на яҙылып квитанцияларҙы уйнатҡанда төп призды – телевизорҙы – Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан Эльвира Бикбова отҡайны. Быйыл ул бәхет йәнә лә хәйбуллалар өлөшөнә төштө! Шуныһы ҡыуаныслы: ул оҙаҡ йылдар журналды алдырып яратып уҡыған Мәрзиә Нуретдин ҡыҙы Баймөхәмәтоваға йылмайҙы. Хәйбулла районы уҡытыусыларының август кәңәшмәһе барған залда уға телевизорҙы тантаналы шарттарҙа тапшырҙыҡ. Мәрзиә ханымдың күҙенән шатлыҡ йәштәре бәреп сыҡты. Тулҡынланып, ул рәхмәтен белдерҙе, баҫмабыҙға ҡарата йылы хистәрен еткерҙе.

1956 йылдың иң йәмле мәлендә, һабантуйҙар ваҡытында, донъяға килә ул. Әсәһе Шәмсекамал почта хеҙмәткәре булып эшләй, атаһы – Нуретдин Нураев, 1943 – 1950 йылдарҙа сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, матур ғаилә ҡоралар. Өйҙәренә «Башҡортостан ҡыҙы», «Ағиҙел» журналдары даими килә, сөнки атаһы ла, әсәһе лә уҡырға ярата. Был матур ғәҙәт ҡыҙҙарына күсә. «Гүзәл заттар һәм ғаилә өсөн сыҡҡан баҫмала аш-һыу рецептарын көтөп алып, ҡырҡып һала бара инек. Донъя көтә башлағас, улар кәрәк булды», – ти Мәрзиә ханым.
1978 йылда ул Сәфиулла Мөхәмәтйән улы Баймөхәмәтовҡа кейәүгә сыға, София исемле ҡыҙ үҫтерә. «Тормош иптәшемдән уңдым, әммә ғүмере ҡыҫҡа булды мәрхүмкәйемдең, 13 йыл элек донъя ҡуйҙы», – ти көрһөнөп.
Ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғандан һуң, баш ҡалаға юғары уҡыу йортона барып ҡарай, конкурстан үтмәгәс, Аҡъяр иген ҡабул итеү пунктына эшкә төшә. Йылайыр совхоз-техникумының сауҙа бүлеген тамамлап ҡайта ла хаҡлы ялға киткәнсе һәм унан һуң да һатыусы булып хеҙмәт итә. Өфө кооператив техникумында ситтән тороп белем ала. Бер генә бөртөк ҡыҙ таба ул. Уның ҡарауы, Регина, Алмаз исемле ейән-ейәнсәре булыуға һөйөнөп бөтә алмай.
«Журналда сыҡҡан бөтә материалдарҙы ла яратып, баҫманың бер битен дә ҡалдырмай уҡып барам. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың яҙмыштары хаҡындағы яҙмаларға битараф түгелмен», – ти ул. Ейәнсәре Регина ла уҡырға әүәҫ. Әйткәндәй, телевизорҙы алырға Мәрзиә Нуретдин ҡыҙы ейәнсәре менән килгәйне.
«Башҡортостан ҡыҙы» журналына квитанцияларын ебәргән барлыҡ уҡыусыларыбыҙға ла рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Әле 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылыу бара. Ә инде беҙҙең баҫма менән дуҫлыҡты бер йылға оҙайтһағыҙ, хаҡы осһоҙораҡҡа ла төшәсәк. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Читайте нас: