+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙибә
24 Февраль , 11:35

«Сәнскеле булыу кәрәктер ул, ҡаршы торайым, тиһәң, йәбергә!»

Күркәм юбилейы алдынан Кушнаренко ра­йонында йәшәп ижад итеүсе шағирә, «Аҡ ҡалфаҡ» район татар ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фәндиҙә Харрасова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

«Сәнскеле булыу кәрәктер ул,  ҡаршы торайым, тиһәң, йәбергә!»
«Сәнскеле булыу кәрәктер ул, ҡаршы торайым, тиһәң, йәбергә!»

– Шағирәнең күңеле өшөһә, ул матурлыҡ тыуҙыра алмай, тигәйнегеҙ? Күңелде йылы тотор өсөн нимәләр эшләргә була?


– Бер төрлөлөктән туйып алйыһам, тәбиғәткә һыйынам мин. Ауылыбыҙ башында ғына – киң ялан. Күкрәк тултырып саф һауаны һулай-һулай, шул киңлекте иңләп-буйлап гиҙә-гиҙә шифалы үләндәр йыям, тирә-йүн менән хозурланам. Ә ниңә кеше тигән зат ошо хозурланырлыҡ йәмдәрҙе күрмәй икән? Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр, тип көтөп тормаҫҡа, ә булғанын һаҡлап ҡалырға ынтылыу кәрәк. Юғиһә, һуңғы ваҡытта нәмәләр генә сығарып түкмәйҙәр бында... Эйе, аҡыл эйәһе хаҡлы, матурлыҡты бөтә ерҙә лә табырға була, тик уны күреү һәләте барыһына ла бирелмәгән шул.
Гөлдәр яратам... Өй алдына ла, баҡсаға ла ултыртам уларҙы. Сәскә атыуҙарын түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Иртә яҙҙан ләлә сәскәләре күтәрелә башлай. Уларҙы күҙ ҡарашым менән тартып тигәндәй үҫтерәм. Ә инде тәүге сәскәләр таждарын аса башлағас, ҡыуаныуымды күрһәгеҙ... Йәмәғәтемдән тиҙерәк һөйөнсө алырға ашығам. Ул да минең был сабыйлыҡ халәтемә күнекте булһа кәрәк, элекке кеүек ҡул һелтәмәй, киреһенсә, ысынлап та, матур шул, тип һоҡлана. Рауза сәскәләре инде һуңыраҡ асыла. Матурҙар, әммә уҫаллашырға яраталар, һаҡһыҙ ҡағылдыңмы, хәҙер сәнсеп алалар. Эйе, үҙ-үҙен һаҡлау инстинкты хатта гөлдәрҙә лә бар. Тимәк, күшекмәҫкә, һығылып төшмәҫкә, һәр ҡайһыбыҙ яманлыҡҡа, яуызлыҡҡа ҡаршы тора алырлыҡ рухи ныҡлыҡ тәрбиәләргә тейеш үҙендә. Мин инде быны шиғри юлдарға һалып һығымта ла яһаным. «...Сәнскеле булыу кәрәктер ул, ҡаршы торайым, тиһәң, йәбергә!..»

– Һуңғы ваҡытта һеҙ поэма һәм баллада жанрҙарына мөрәжәғәт итәһегеҙ. Боронғо алым традицияларына тотоноуығыҙҙы нимә менән аңлата алаһығыҙ?


– Поэма, эйе – шаҡтай ҡатмарлы, күләмле жанр. Уны ижад итеү өсөн киң ҡолас һәм фекер менән хисте берләштереү, заман һулышын тоя һәм аңлай белеү ҙә зарур. Сөнки поэма – шиғри миҙгел генә түгел. Уның нигеҙендә кешелек ҡиммәттәренең сағылышы, уларҙы тергеҙеү, баһаларға өйрәнеү ынтылышы ята.
«Конфуций» тигән шиғри ҡис­самда Боронғо Ҡытай дәүләтенең аҡыл эйәһе, фәйләсүф Конфуций (Кун-фу-цзы), күктән бирелгән ҡөҙрәт ярҙамында әхирәттән донъялыҡҡа кире ҡайтып, ил менән ғәҙел идара итерҙәй ғәййәр ир эҙләргә мәжбүр (сюжетҡа нигеҙ итеп уның тәғлимәтен алдым)... Үҙенең сәфәрендә, быуаттан быуатҡа күсеп, ул барлыҡ тарихи шәхестәр менән осрашып таныша, әңгәмә ҡора. Әммә уларҙың береһе лә аҡһаҡалдың ышанысын аҡламай. Төрки донъяһын танытҡан Атилла, Ҡол Ғәли, Мөхәм­мәйәр кеүек заттарыбыҙға һүҙ һалып үтә. Әммә үҙенең хыялында йөрөткән шәхесте XX быуатта, Моабит төрмәһенән эҙләп таба. Тик ғәййәр ир – Муса Йәлил: «Халҡым алдында һатлыҡ йән түгеллегемде үлемем генә раҫлай...» – тип фәйләсүфтең тәҡдимен кире ҡаға.
«Моабит тотҡоно» тигән был бүлекте эске бер тетрәнеү менән, күҙ йәштәремә мансыла-мансыла яҙҙым. Әңгәмәләре тамамланғансы Конфуций менән Йәлил күҙ алдымда торҙо кеүек.

– Атайығыҙға арналған «Еңеү һалдаттары тураһында баллада»ғыҙ бөгөнгө көн менән дә ауаздаш. Әсәйегеҙгә бағышлаған «Һағыныу» бәғер иттәрен телә. Шундайын мөлдөрәмә нескә күңел әлеге көндә йыуанысты нимәлә күрә?

– Иртә яҙҙан уҡ ең һыҙғанып, ҡояшлы иртәләрҙән илһам алып, баҡса эшенә тотонам. Борос, баклажан, помидор үҫентеләрен үҙем үҫтерәм. Сәсәһен сәсеп, ултыртаһын ултыртып, йәмәғәтем менән баҡсала мәж киләбеҙ. Йәй буйына ҡарап, ваҡытында туҡландырып, һыу һибеп, көҙөн инде уңышын йыябыҙ. Үҙебеҙ ултыртҡан слива, алма, сейә инде емеш бирә башланы. Үҙ ҡулдарың менән сәсеп, тирең түгә-түгә, баштарынан һыйпап тигәндәй үҫтергәнгә етәме һуң... Яҙ, йәй буйына сарыф иткән көсөбөҙ аҡлана, шөкөр. Йәшелсә-емешебеҙ ҡыш буйы һыйланырға етә. Ергә эйәләшкәс, ауыл беҙгә ҡосағын аса төштө. Ул асыҡ йөҙлө кешеләре, моңло-йырлы табындары, татлы телле, ишле туған-тыумасалары менән милләттең рухи бишеге булып тора икән бит! Бында – тел-лөғәт биҙәге, бында – әхлаҡ матурлығы, бында – иман! Ауыл ерлегендә тыуған әҫәрҙәрҙең геройҙары ла кешелекле, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫ, бер-береһенә ярҙамсыл булыуы менән айырылып тора. Сәғиҙулланың әле күптән түгел генә «Баҫынҡы Бастам» тигән повесы донъя күрҙе. Ғүмер буйы китапханаларҙа, уҡыу залдарында ултырып, аудиторияларҙа лекциялар уҡыған кешенең, булдыҡлы ковбой ҡиәфәтенә инеп, болон-яландар буйлап елдереүсе ҡаһарман тыуҙыра алыуы үҙемде лә ғәжәпләндерҙе.


– Ике яҙыусының бергә һыйышып, бер-береһенә юл асып, талпынып ғүмер итеүе һөйөндөрә. Һеҙ, билдәле яҙыусы Сәғиҙулла Хафизов менән бер һүҙле булып, бер-берегеҙҙе үҫтереп йәшәйһегеҙ. Нисек табыштығыҙ? Бер-берегеҙгә күнеп йәшәп китеүе еңел булдымы?

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2024) һанында уҡығыҙ.

 
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: