+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙибә
6 Август 2021, 20:15

Ул яҙа үлемһеҙ әҫәрҙәр

«Миңә көҙ 73 йәш тула бит инде. Ауыл бисәләре тиҙ ҡартая ул. Сөнки эш күп төшә. Ғүмер буйы төнгө икелә яттым, таңғы биштә торҙом. Әле генә алтыла уяна башланым. Ун икенән икегә тиклем яҙыштым», – ти педагог, башҡорт балалар яҙыусыһы, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ким Әхмәтйәнов һәм Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премиялар лауреаты Айһылыу Йәғәфәрова. Үҙе бер ҙә бирешкәнгә оҡшамай әле. Әбйәлил районы Красная Башкирия ауылында йәшәй ул. Бала саҡтан «Сәнскеле күлдәк» китабы аша таныш яҙыусы апай миңә үҙе бер легенда кеүек. 2002 йылда Сибай яҙыусылар ойошмаһында эшләгәндә, миңә төбәп, машикала баҫылған 20 битлек хаты үҙе бер хазина һымаҡ. «Ижад кешеләре берләшеп йәшәһен, сөнки улар бер-береһен аңлай. Улар бер-береһен ныҡ тартырға тейеш», – тигән алтын һүҙҙәре ҡәләмдәштәремә нәҙер һымаҡ.

Ул яҙа үлемһеҙ әҫәрҙәр
Ул яҙа үлемһеҙ әҫәрҙәр

Ауылда ижад иткән яҙыусы

Үкенескә күрә, тормош иптәше Уразбай ағай күптән мәрхүм. Ҡыҙы Зөлфиә беҙҙе ихлас сәйҙәр менән һыйланы. Ирек улы йүгереп килеп китте. Яҙыусының интернет, компьютер менән бәйле эштәрен ул башҡара. Магнитогорск ҡалаһында баҫылған китабын сығарыуҙы ла улы хәстәрләгән. Кәләше менән өс ейән-ейәнсәр бүләк иткәндәр Айһылыу апайға. Ауыл кешеһе һыйырһыҙ нисек йәшәһен инде? Яҙыусы апай ҙа һаман һыйыр тота. Ҡасып сығып киткән йәш тана артынан йүгерерлек әле. Уның күңел ярһыуҙары – ғүмерен бағышлаған ижад даирәһе, унда үҙенең тотҡан урыны. Бала сағынан шартлатып, яҙыусы булам, тигән бит ул. Әммә тормошо ижади мөхиттән ситтәрәк үткән. Был, бер яҡтан, ығы-зығыға ҡатышмай, үҙ утрауында йөҙөп йөрөп ижад итергә мөмкинлек бирһә, икенсе яҡтан, уны баҫырған, ситләтеңкерәгән дә. Ауылда ижад итһә лә, ҙур яҙыусы булып киткән. Башҡорт яҙыусыһы ғына түгел, донъя кимәлендә танылырлыҡ ҡеүәте бар уның. Ышанмаһағыҙ, уның ике китаптан торған «Килендәр» һәм «Аҙаштырған болан балаһы» романдарын уҡығыҙ.

 

Анһат түгел роман яҙыуҙары

19 йәшендә романға тотоноп,      24-тә уны тамамлаған ҡыҙыҡай ижадҡа ниндәй уйҙар менән аяҡ баҫты икән? Атаһы Шәйхетдин ҡарттың, ҡыҙым яҙыусы була, тигән һүҙен аҡларға теләүҙән бигерәк уны ижад ҡомары этәргәндер, түле ҡыҫтағандыр.  «Килендәр»ҙе яҙғанда, кемдер әйтеп торған кеүек, ҡулы фекерҙәрен ҡағыҙға төшөрөп өлгөрә алмай, ултырып арығас, трибуна һымаҡ нәмә эшләтеп, шуға баҫып тороп ижад итә. Роман бик елле килеп сыға. Олпат әҙәбиәт әһелдәрен хайран итә йәш кенә ҡатын. Әммә күләменең ҙур булыуы ҡурҡыта. Тикшергәндән һуң, байтаҡ йылдар үткәс, бүлгесләнеп, тураҡланып,  ике китап булып 1993 һәм 1995 йылдарҙа донъя күрә әҫәр.

«1968 йылда БДУ-ға ситтән тороп уҡырға индем. Романды ҡараламала 1973 йылда, уҡыуҙы бөтөүҙән бер йыл алда, тамамланым. Ул саҡта миңә 25 йәш ине. Беренсе балалар китабым 1972 йылда сыҡһа ла, икенсеһе 1980 йылда ғына донъя күрҙе. Ошо ике арала роман менән башымды ҡатырып йөрөнөм.

...Кисте төнгә ялғап, мин бик оҙаҡ ултыра инем. Сөнки хеҙмәт (12-шәр сәғәт балалар баҡсаһында эшләнем – бер ставка эш хаҡы алһам да), уҡыу (6 йыл), бөтмәҫ-төкәнмәҫ йәмғиәт эше (үҙешмәкәр түңәрәккә клубҡа йөрөйөм, ауыл советында депутат, совхоз комсомол етәксеһенең урынбаҫары, бәлиғ булмаған балалар комиссияһында, ҡатын-ҡыҙҙар советында ағза, селькор һ.б.) бик күп ваҡытты ала ине...» – тип яҙа ул миңә төбәгән хатында. Күреүегеҙсә, яҙыусы йәмғиәттән ситләшмәгән, тормоштоң уртаһында ҡайнаған, ижадҡа төндә генә тотонған. Бар бәлә – ул заманда компьютер булмауы. Хатта машинканы ла бит ул һыйыр хаҡы түләп һатып ала! Быға уны ҡулъяҙмаһы менән күргән ыҙалыҡтары ла сәбәпсе була. «...Атайымдан фатиха алып, романдың тәүге юлдарын (өҫтәмәләр индереп) машинкала баҫтырыр өсөн, йомшаҡ битле оло-оло дөйөм дәфтәрҙәргә күсерә башланым... 6 йыл буйы ҡайҙа етте шунда яҙған биттәрҙе айырыу бик ауыр ине, хатта үҙемдең ҡулды үҙем танымаған саҡтар булды. Уҡыуымдың һуңғы йылында (диплом йылында) романға күҙ һалманым. 28 йәштә ҡулъяҙманы Башрадио машинисткаһына (Ғәлиә исемле) баҫтырырға бирҙем. 29 йәшемдә кейәүгә сыҡтым. Өс йыл буйы Өфө юлын тапаным: яҙыла, яҙыла, яҙыла, тиҙәр... Аҙаҡ, түҙмәнем, ҡулъяҙманы кире һораным. Алғас, сәстәрем үрә торҙо – 9 ғына бит баҫылғайны... Ярай, Зөбәржәт Миңлебаеваға рәхмәт, иптәш машинисткаларына бүлеп бирҙе. Нажиә Игеҙйәнова ла баҫышты минең романды (хәҙер үҙе шытырҙатып повестар яҙа). Проза бүлегендә 1-2 йыл ятып алғас, ниһайәт, (күләме ҙур, 1000 биттән аша) 1984 йылдың мартында, миңә 35 йәштә, роман тикшерелде... Ныҡ ҡыҫҡартылып, төрлө бүлектәрен төрлө ергә тығып (героинялар юлда уйланып барған ваҡыттарҙа), ике китапҡа ҡалдырырға ҡушылды».

Роман яҙыу үҙе бер ҡаһарманлыҡ булһа, уны китап итеп баҫтырып уҡыусыға еткереү үҙе бер сыҙамлыҡты талап иткән дәһә! Ана сыға, бына сыға тигәндә, орфография үҙгәртелә һәм тағы ҡулъяҙма кире ҡайтарыла. Нәшриәт мөхәррире менән: «Арыным, ҡабат күрәһем дә килмәй, анау торған сүп һауытына ырғытығыҙ», – тип һөйләшһә лә, ташлап ҡуя алмай ул. «Роман миңә 44 йәш тула тигәндә донъя күрҙе. Тикшерелгәндән һуң 9 йыл үткәс!.. Бахыр роман, хужабикәһе менән нисек түҙҙе икән ул?.. Хәҙер аптырайым. Тикшергәндә бик олпат яҙыусылар ҡатнашты: Әнүр Вәхитов, Рәшит Солтангәрәев, Ғәзим Аллаяров, Әмир Әминев, Рауил Ниғмәтуллин, Гөлшат Әхмәтҡужина, Таңсулпан Ғарипова», – тип һанап китә миңә яҙған хатында Айһылыу апай һәм уларҙың һөйләгән һүҙҙәрен тулыһынса килтерә. Башҡорт әҙәбиәтендә күренеш булырлыҡ әҫәр уҡыусыһына шулай урау-урау юлдар үтеп барып етә.

 «Ә бына «Эйәрҙә ҡалды егет» повесы 49 йәшемдә яҙылды, күренеүенсә, әҫәр бар яҡтан өлгөргән, теүәл, йыйнаҡ, теле тилбер икән. Күңелдә тағы өс-дүрт повесть тирбәлә, ә бына романдың өсөнсө китабы булмаҫ, ахыры... Уйлай башлаһам, 20 йылдан ашыу хеҙмәт (сығыуы менән – 26) мине тетрәндерә: шатланған саҡтарым да, илаған саҡтарым да иҫемә төшә. Шулай ҙа үҙемә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла оло рәхмәтлемен. Ғүмерем барыбер яҡшы, миңә изгелек теләгән кешеләр менән үткән. Шулай уйлайым, киләсәктә лә быға инанам. Сөнки үҙем, Хоҙай ҡушыуы буйынса, күңелдән изгелек таратыусы яҡты аура эсендәмен. 35 йыл буйы үҙем аралашҡан сабыйҙарҙың сафлығы йоға миңә... Насарлыҡ ҡылырға тыя», – ти ул, миңә адреслаған хатын йомғаҡлап.

Унан һуң 20 йылға яҡын ваҡыт үткән. Был осорҙа әҙибәнең «Тирмәкәй» пьесалар һәм әкиәттәр китабы (2005), «Йәйғор» балалар баҡсаларына хрестоматияһы (2006), «Ҡыҙыл ҡанатлы, алтын суҡышлы ҡошсоҡ» донъя халыҡтарының ижады тәржемәһе (2007), А.С. Пушкин әкиәттәре (2007), «Кил һин беҙҙең Тирмәгә!» шиғырҙар йыйын­тығы (2009), «Дала ҡыҙы» драмаһы (2014), «Сәпәкәй» шиғри гөлләмәһе (2018) һәм 2019 йылда Магнитогорск ҡалаһында «Аҙаштырған болан балаһы» романы  донъя күргән.

Әле ул Мөхәррәм ағаһының иҫтәлектәрен яҙыу менән мәшғүл. «Уларҙың осрашыуы иҫ китмәле була. Еңгәйгә 15 кенә, ә ағайға – 17  йәш. Һуғыш ваҡытында, вокзалда осрашалар. 3 көн буйы буран була, тимер юлын ҡарҙан таҙарталар. Яралы­ларҙы тейәгән поезд килеп туҡтай. Носилканы  саҡ күтәреп барған ҡыҙға ағаһы ярҙам итергә була. Һөйләшеп китәләр. Ағайым, хеҙмәтен тултырып, 1947 йылда ғына ҡайта. Еңгәм уны көткән була. Кейәүгә бирергә уйлаһалар, юҡ, минең яратҡан кешем бар, ти. Уны ҡайҙан беләһең, ҡайтамы-юҡмы әле, тиһәләр, ҡайта ул, ти, бик ышаныслы», – яуҙарҙа сыныҡҡан мөхәббәт тарихы оҫта яҙыусы бәйәнендә тетрәндерерлек булырына иманым камил.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2021) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: