+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙибә
20 Март 2021, 11:07

Моңон сәсә һандуғас

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты һәм йәмәғәт эшмәкәре Факиһа Туғыҙбаеваның ижады әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күңелендә ныҡлы урын алған. Лирик, фәлсәфәүи шиғырҙары, замандың көнүҙәк мәсьәләләренә арналған поэмалары һәм тарихи дастандары аша ул киң билдәлелек яулаған.Шағирә етенсе тиҫтәһен артылды. Шул уңайҙан беҙ уның өйөндә булдыҡ. Хәл-әхүәлдәрен белештек. Тормош иптәше Мансур ағай беҙгә йүгереп йөрөп тәмле сәй әҙерләне.

Ижадҡа илткән юл
«Мине физик йә математик булырға тейеш, тип уйлайҙар ине. Уҡытыусы Зәйтүнә апайыбыҙ шул юлдан китмәгәнгә үпкәләп тә йөрөнө. Инәйем, хатта үҙенең ҡултамғаһын да ҡуя белмәһә лә, беҙгә белем биреүҙе өҫтөн ҡуйҙы. Олатайым Мөхәмәтвәли Ҡаранай тигән ауыл янында үҙенең утарында бала-сағалары менән айырым йәшәгән. Ун балаһы булған. 1933 йылда кулактарҙы Себергә һөрөү башланғас, шул балаларҙан ауылда атайым менән Гөлйыһан тигән апайым ғына иҫән ҡалған. Башҡаларҙы атҡандар йә йәһәннәмдәге Беломорканалға, тағы әллә ҡайҙа һөргөнгә ебәреп бөткәндәр. Әсәйем яғынан да шундай уҡ хәл. Шулай итеп, мин һағышлы бала булып үҫтем», – ти ул. Әммә бәхетенә ауылдарындағы мәктәпкә, уҡытырға тип, йәш шағирҙар Самат Ғәбиҙуллин менән Барый Ноғоманов килеп төшә. Ул ваҡытта Факиһа 5-се класта уҡып йөрөй әле. «Беҙгә яҡын ғына фатирға төштөләр. Бер мәл мәктәптә йәш ижадсылар түңәрәге ойоштороп ебәрҙеләр, бөтә ҡыҙ-малайҙар шиғыр яҙа башланы. Урындағы радионан үҙ ижадыбыҙ менән таныштырабыҙ. Уҡытыусыларым төҙәткеләгәндән һуң инде, әлбиттә, нәҫерҙәремде «Башҡортостан пионеры»на (хәҙерге «Йәншишмә»), «Совет Башҡортостаны» («Башҡортостан») гәзиттәренә ебәрә башланым. Университетҡа килгәндә билдәле кеше инем. Шулай булһа ла, бик етди һынауҙарҙы үтеп уҡырға индем. Баш уҡыу йортон һайлауымлың сәбәбе лә шул: мин белгән шағирәләр – Таңһылыу Ҡарамышева, Рәмзилә Хисаметдиновалар уҡый ине унда. Хисаметдинова шундай шуҡ, шаян, зәңгәр күҙле, оҙон толомло – шаҡ ҡатмалы сибәр. «Шоңҡар» түңәрәгенә йөрөй башланыҡ. 3-сө курста мине староста итеп һайлап ҡуйҙылар. Аҫылғужа Баһуманов менән икәүләп оҙон итеп гәзит сығарабыҙ. Татарҙар менән дуҫ инек. Бер мәл сыуаштарҙы саҡырҙыҡ – Рәйсә Сәрби, Юлия Смирнова, Виталий Радионов, Антон Салмин – улар беҙгә килгәндә артыҡ яҙышмай ҙа инеләр, шикелле. Рәйсә Сәрби менән Юлия Смирнова – күренекле яҙыусылар, ҡалғандары профессор дәрәжәһенә иреште.
Бер мәлде мин «Башҡортостан ҡыҙы»нда ла эшләп алдым. Өсөнсө курста Рәми ағай (Ғарипов. – ред.) хат яҙҙы. «Факиһа, тиҙ генә килеп ет, йәйге каникулда беҙҙә эшләрһең», – тигән ине ул. Рәми ағайҙың бүлмәһенән борхоп төтөн сығып ултыра торғайны (көлә). Төндәр буйына яҙҙы. Матур, изге кеше ине ул. Миндә уның бүләк иткән китабында автографы ла һаҡлана: «Факиһа һылыуым, оло күңелеңә, шиғри талантыңа, бәхетле киләсәгеңә бөтә йөрәктән ышанам, түҙемһеҙлек менән үҙеңдең тәүге китабыңды көтәм. Рәми ағайың. 1969 йыл», – был да шағирәнең тормош сәхифәләренән.
Ул ваҡытта «Башҡортостан ҡыҙы»нда эшләгәс, Факиһа матур кейенә – костюм һатып ала. Иң ҡыҙығы шул: уның француз туфлиҙарын, матур күлдәктәрен һорап тороп, ҡыҙҙар егеттәре менән осрашырға йөрөй.
5-се курста уҡығанында Сафуан Әлибаев «Башҡортостан пионеры»на бүлек мөдире итеп эшкә саҡыра. «Минең бүлектә билдәле шағирҙар – Тимер Йосопов, Йомабикә Ильясова, Зөһрә Ҡотлогилдина, Таңһылыу Ҡарамышева эшләне. Улар ҡанаттарын йәйеп остолар ҙа киттеләр, ә мин эшләнем дә эшләнем. Бер аҙҙан «Башҡортостан пионеры» менән «Пионер» журналының комсомол ойошмаһы рәйесе итеп һайланылар. Редакциялар Коммунистик урамда бер гастрономдың артында урынлашҡайны», – тип хәтерләй хеҙмәт юлы башын.
Һандуғас
«Башҡортостан пионеры»нда эшләгәндә, подписка ойошторам тип, Хәйбуллаға остом. Студент ваҡытта Аҡъярға «кукурузник»ка ултырып фольклор йыйырға ла барғайныҡ. Был юлы көҙгө дала мине ғәжәп итте. Етәкселәргә килгәнемде белдергәс, ашханаға төшөп барһам, Мансур ағайың ҡаршыға килә. Был нескә генә ҡыҙ яңы уҡытыусымы икән, барыбер танышырбыҙ, тип уйлайым, ти аҙаҡтан. Финанстар бүлеге мөдире булып эшләй ине. Шулай дуҫла­шып киттек. Ул мине оҙатып ҡалды, хаттар яҙа башланы. Март айында һоратырға килде. Инәйем риза булды. Май айында туйға килделәр», – тип иҫләй йәшлегенең был гүзәл ваҡытын Факиһа Һаҙый ҡыҙы. Мансур ағай ҡатынының нескә күңелле шағирә булыуын яҡшы аңлап, уны ҡурсалап, бала кеүек ҡарап йәшәй. Күп тапҡырҙар уның апайға «Һандуғас» тип әйткәнен ишетеп ҡыуанғаным бар. Ысын бит! Уларҙың бергә йәшәүҙәренә быйыл 45 йыл тула. Ҡыҙҙары Зөлфиә Күскилдина, балалар яҙыусыһы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Рөстәм кейәүе менән уларға Асия һәм Батыр исемле ейәнсәр-ейән бүләк иткән.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева ғүмер көҙөн тос емештәр менән ҡаршылай. Ике томлыҡ шиғыр һәм поэмалар китабы донъя күргән. З. Биишева исемендәге Башҡор­тостан «Китап» нәшриәтендә юбилейына арнап балалар өсөн «Һандуғастың тыуған иле» йыйынтығы нәшер ителгән. Яҙыусы өсөн ошонан да ҙур бәхет юҡтыр.
Эргәһендә бөтөрөлөп йөрөгән тормош юлдашы, балалары, ижады, хәлен аңлаған дуҫтары менән бәхетле ул. Башҡортта: «Һандуғас үҙ ҡәҙерен үҙе белә», – тигән мәҡәл бар. Халҡының һәм яҡындарының һөйөүен тойған шағирә, иң мөһиме, үҙ ҡәҙерен белә. Сөнки ул – һандуғас, моңло һандуғас.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2020) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: