+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙибә
1 Март 2021, 13:17

«Ғүмерем зая үтмәһен, тип йәшәйем»

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡованың әүҙем йәмәғәтселек тормошо интернет киңлектәрендә дауам итә. Абруйлы ил инәһе булараҡ әйткән һүҙе һәр ваҡыт урынлы, бәҫле. Ошо әңгәмәлә лә уның ни хәтлем оло йөрәкле, илһөйәр, телһөйәр булыуы асыҡ сағыла.

– «Мин – тау ҡыҙы. Таштар – бишек кенәм», – тип яҙғайнығыҙ бер шиғырығыҙҙа. Иҙел башы, Ямантау, Ирәкташ, Инйәр, ҡатай ере рухы холҡоғоҙға, булмышығыҙға күскәнме? Әллә көнбайыш башҡорт­тарынан йылан ырыуы әсәйегеҙгә нығыраҡ оҡшағанһығыҙмы?
– Төҫөм менән нығыраҡ әсәйемә тартҡанмындыр. Ә бына холҡом менән бөтөп китеп ҡатаймын. Етмәһә, ҡатай ерендә донъяға килеп, мин үҫкәндә сафтарҙан-саф Инйәр һыуын һыулап, тау-таш араларындағы арба менән үтеп булмаҫ һуҡмаҡтарҙан йәйәү йүгереп, һыбай йөрөп үҫкән ҡыҙ инем бит. Беҙҙең яҡтың тау ҡыҙҙарына хас булғанса, бәләкәйҙән бесәнен дә саптым, утынын да бысып-ярҙым, мал да ҡараштым, йыраҡ шишмәнән көйәнтәләп һыу ҙа ташыным... Ҡыҫҡаһы, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ ауыл эштәренең барыһында ла ҡатнашып үҫтем. Шул уҡ ваҡытта бешеренергә лә, ҡул эштәренә лә әүәҫ булдым. Ҡырыҫыраҡ беҙ, ҡатайҙар... Әммә, шиғырымда яҙғанса, «ҡаты телле, йомшаҡ күңелле» – ҡайтымһаҡбыҙ.
– Хәләлегеҙ менән ғаилә ҡороуы­ғыҙға быйыл йәй 50 йыл буласаҡ. «Алтын туй» үткәрергә ниәтләнәһегеҙме?
– Шулай, никахыбыҙға ярты быуат булып та килә. Икебеҙ ҙә ҙур ғаиләнән, никах уҡытып, иң яҡын туғандар менән бер кис тыйнаҡ ҡына табын үткәреү менән башланып китте ғаилә тормошобоҙ. «Алтын туй» – ул символик атама ғына бит. Бына был тажлы зәхмәт ниәттәргә йоғонто яһамай ҡалмай. Тағы иң яҡындар менән генә йыйылышып алырбыҙ, иншә Аллаһ.
Хәләлем Ғилман Хәмзә улы ла – ҡатай егете, Ямантауҙың эргәһендә, Илмәш ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килгән. Атаһы – һуғыш ветераны – хәләлем 9-сы синыфта уҡығанда вафат булған. Урта белемде инде эшсе йәштәр мәктәбендә алырға тура килгән, техучилищела электромонтер һөнәре алған. Хеҙмәт юлы уның, шулай итеп, 16 йәшенән башланған, һәм ул әле лә эшләүен дауам итә. Хеҙмәт стажы ла ярты быуаттан ашыу. Ул башкөллө технарь, әҙәби китаптарҙан бикәр техникаға бәйле китаптарға өҫтөнлөк бирә. Етмәһә, урыҫ мәктәбендә уҡыған. Шуға күрә әҙәбиәт тураһында сөкөрләшеп ултырыу мөмкинлегем юҡ тиерлек.
Беҙ танышҡанда ул Магнитогорск ҡалаһы тау-металлургия институтының киске факультетында уҡып йөрөй ине. Өйләнешкәс тамамлап сыҡты.Ҡул ҡаушырып тора белмәй – эш өсөн тыуғандар затынан.
– Һеҙ яҙ көнө ғаиләгеҙ менән бәрәңге сәсеп йөрөгән фото ла һалғайнығыҙ.
– Бәрәңге сәсмәй ҡалған йылыбыҙ юҡ. Өйләнешкәне бирле йыл да сәсәбеҙ, хатта һатып алғаны арзаныраҡҡа сыҡһа ла, сөнки ағыу һипмәй үҫтерәбеҙ бит. Хәҙер инде баҫыу тултырып ултыртмайбыҙ, йорт янында еребеҙ ҙур түгел, ҡырҙа балалар менән бергәләшеп cәсәбеҙ.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2021) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: