+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙибә
6 Февраль 2018, 16:54

Ижады һайыҡмаҫ шишмәләй

Ҡайҙанисектер, әммә беҙҙең Әй буйҙарында, Мәсетле яҡтарында, шундай матур йола бар:ҡәйнә йортона килен булып төшкән ҡыҙға тәү көндәрҙән үк морондоҡ инәйбилдәләйҙәр

Ҡайҙа нисектер, әммә беҙҙең Әй буйҙарында, Мәсетле яҡтарында, шундай матур йола бар: ҡәйнә йортона килен булып төшкән ҡыҙға тәү көндәрҙән үк морондоҡ инәй билдәләйҙәр. Күп тапҡырҙар хайран ҡалып уйланғаным бар: ҡәйнәмдең һиҙемләүеме, тойомлауымы, үҙе лә Тимерәк ауылы килене Тәскирә Байрам ҡыҙы Даянова миңә икенсе инәй булып китә. Морондоҡ инәй, тимәк, сит-ят ерҙә морон төртөр кешең, яҡының, туғаның бар тигән мәғәнәлә. Миңә терәк булырҙай, аҡыллы кәңәштәрен бирерҙәй, ҡыйын саҡтарҙа тәүләп ярҙам ҡулы һуҙырҙай кешем булыуы менән, ысынлап та, бик бәхетле килен булғанмын. Күрше генә йәшәйбеҙ, тормош иптәштәребеҙ ҙә ошо ауылда тыуып, бала саҡтан бергә уйнап, бергә эшләп үҫкән.
...Май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй, Даяновтарҙың йортона аяҡ баҫыу менән хужаларҙың тырышлығы күҙгә ташлана: ҡура тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт, тәрбиәле баҡса. Өй алдында сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ, күңеле матурҙың донъяһы ла аҫыл шул. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, баҡса тултырып йәшелсә үҫтерәләр. Мал тәрбиәләргә яраталар. Уларҙың йорт хай­уандарына булған һөйөүенә таң ҡалырлыҡ – ишек алдында Алғыр ҡушаматлы эт ҡаршылаһа, өйҙә һөйкөмлө бесәй балалары, ситлегенә бер инеп, бер сығып тутыйғош оса. Диванда – хужабикәнең оҫта ҡулы менән тегелгән зауыҡлы, йәйғорҙай сағыу ҡорамалар. Сигеүле мендәр тыштары, тәҙрә төбө һайын төрлө гөлдәр...
...Йәшәү ағым ыңғайына ғына йөҙөү түгел дәһә! Тәскирә апайға ла үҙ ғүмерендә бик күп кисерергә тура килә. Әммә ул бирешмәй, балаларына һөйөклө инәй, тормош иптәшенә терәк булып йәшәй. Уның геройҙары ла тап шундай: ниндәй ҡыйын хәлдә лә һынмай, бөгөлмәй, күптәре ирҙәренең хыянатын кисереп, балалары хаҡына ғаиләне тарҡатмай, ғәфү итә белгән, һуңынан берҙәм, татыу булып йәшәп киткән көслө рухлы, сабыр, һоҡланғыс башҡорт ҡатындары...

Гөлсирә ШАФИҠОВА.

Мәсетле районы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2018) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: