Бөтә яңылыҡтар
Үҙем асҡан хәҡиҡәт
24 Ғинуар 2022, 10:08

Тау менән тау осрашмаһа ла…

Тағы Яңы йылға аяҡ баҫтыҡ. Уның бәрәкәтле, сағыу ваҡиғаларға, көткән һәм көтөлмәгән осрашыуҙарға бай булыуын, уңышлы килеүен теләй һәр кем. Осрашыуҙар, тигәндәй, тормошта шаҡ ҡатырғыс хәлдәр була ҡайһы саҡ. Командировкаларға, ял сәйәхәттәренә сыҡҡанда сит тарафтарҙа уйламағанда берәй танышыңды, хатта яҡын ғына туғаныңды осратып ғәжәпкә ҡалаһың, Хызыр Ильяс юлыма сығарҙы уны, тип уйлайһың.

Тау менән тау осрашмаһа ла…
Тау менән тау осрашмаһа ла…

Уйламаған осрашыуҙар

Бер мәл Екатеринбурҡа барырға тура килде. Миллиондан ашыу кеше йәшәгән был ҡаланы бөтөнләй тиерлек белмәйем. Йомошомдо үтәнем дә йәш саҡта бергә хеҙмәт иткән, әллә нисә йыл күрмәгән дуҫымдың хәлен белешмәк булдым. Тик ул йәшәгән урамға нисек барырға белмәйем. Ҡаршыма осраған бер иргә: «Фәлән урамға ниндәй автобус бара икән?» – тип өндәштем дә ғәжәпләнеүемдән, беҙҙең яҡтарҙа әйтмешләй, торған еремә ултыра төшә яҙҙым – ҡаршымда Туймазы районы егете, мин әле барырға йыйынған хеҙмәттәшем Хәдит Йәркәев үҙе баҫып тора!..

Хәҙер инде отставкалағы Ғайса ағайым, өлкән лейтенант булған сағында, Мәскәү ҡалаһына академияға имтихан бирергә бара. Шул осорҙа һалдат булып хеҙмәт итеп йөрөгән ике туған Рәиф туғаныбыҙ менән баш ҡала урамында бик ирмәк тә, сетерекле лә хәлдә осраша ул.

«Самоволка»ға сыҡҡан Рәиф ағайым, «гражданка» кейеме кейеп алып, Мәскәү буйлап иркенләп китеп бара икән. Көтмәгәндә ҡаршыһына «старлей» (старший лейтенант) килеп сыҡмаһынмы! Бер-береһен уҙышып киткәс, таныш һымаҡ офицерҙы күреүҙән йөрәге «жыу» итеп ҡалған Рәиф ағай тиҙ генә үҙен ҡулға ала ла артына боролоп ҡарай. Әлеге өлкән лейтенант та уны сырамытҡан икән. «Ғайса ағай! Был һинме?!.» «Һаумы, Рәиф туғаным!..» Шулай итеп, шуҡ һалдаттың «самоволка»һы яҡындағы кафела «офицерский» һый-хөрмәт менән «бүләкләнә». Мәскәү һынлы ерҙә урамда осраҡлы ғына туғаныңа тап бул инде!..

Сираттағы хәрби ҡаласыҡҡа яңыраҡ күсеп килгән мәл. Ҡатыным менән иртәнсәк хеҙмәт урынына китеп барабыҙ. Икебеҙ ҙә хәрби формала булғас, ҡултыҡлашмай ғына, арабыҙҙа бер аҙ «интервал» тотоп, ҡабаланмай, башҡортсалап һөйләшә-һөйләшә киләбеҙ. Бер ваҡыт хәләл ефетем кеүек үк хәрби кейемдәге ҡатын шәп-шәп атлап беҙҙе ҡыуып етте лә, «тыҡ-тыҡ» баҫып, икебеҙҙең аранан үтеп тә китте. Бындай хәлгә бер аҙ албырғап ҡалған ҡатыным ишетелер-ишетелмәҫ кенә башҡортсалап:

– Мынау ҡороғор бисә аранан үтеп барасы... – тип үҙ алдына һөйләнеп алды.

Шул саҡ теге сержант ҡатын, кинәт кенә артына боролоп:

– Үтһә ни булған?! – тимәһенме саф башҡортса...

Башҡорттар ҙа һәр ерҙә бар икән, тип уйлап ҡуйҙыҡ. Әлеге ҡатын Белорет районынан Ғәскәрова Рита исемле яҡташыбыҙ булып сыҡты.

Хәлил Һөйөндөков,

отставкалағы хәрби табип.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:
Читайте нас: