-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Шыттырылған бойҙайҙан көлсә

«Сәләмәтлегемде һаҡлайым тиһәң, иң тәүҙә туҡланыуға иғтибар итергә кәрәк», – ти Өфөлә йәшәүсе Ҡәҙриә САФИНА, күптән билдәле ҡағиҙәне ҡабатлап. Бала саҡтан халыҡ медицинаһына ҡыҙыҡһыныуы көслө була уның, өләсәһенең, инәйҙәрҙең имләү-өшкөрөү йолаларын диҡҡәт һалып күҙәтергә ярата.

Александр Данилов.
Фото:Александр Данилов.

Яҙмышы бөтөнләй башҡа һуҡмаҡтан алып китһә лә (күп йылдар телевидениела режиссер булып эшләй), үлән төнәтмәләре, урынлы кәңәштәре менән таныштарын, яҡындарын һауыҡтыра ул. Төрлө дауалау сараларын өйрәнеп, үҙендә һынап ҡарай, доғаларҙың сихри көскә эйә булыуына ла инана. 

Бөгөн Ҡәҙриә апай беҙгә шыттырылған бойҙай һәм арпанан көлсә бешереп, шифалы сәй әҙерләп күрһәтә.

Иң башта бойҙайҙы шыттырырға өйрәнәйек. Арпа, бойҙайҙы ауылда үҫтереүселәрҙән алырға йәки махсус дөрөҫ туҡланыу кибеттәрендә табырға мөмкин.

Бойҙайҙы сүптәренән таҙартып, яҡшылап йыуабыҙ ҙа бер көнгә һыуға батырып торабыҙ. Шунан тағы ла иләккә һалып, аҡҡан һыуҙа һәйбәтләп йыуабыҙ һәм, һауытҡа һалып, шыттырырға ҡуябыҙ. Өҫтөн марля йәки аҡ туҡыма менән ҡаплайбыҙ. 1-2 миллиметр ғына булып моронлап сыҡҡас, йыуабыҙ ҙа ҡулланабыҙ.

Кетерҙәк көлсә

Шытып сыҡҡан таҙа бойҙайҙы ит турағыстан үткәрәбеҙ. Ҡул менән ҡамыр баҫҡан кеүек болғатабыҙ. Башҡаса бер нәмә лә ҡушмайбыҙ, үҙенең һыуы етә, тоҙ ҙа кәрәкмәй. Ошо ҡатнашманы йомро итеп әүәләйбеҙ ҙә ус менән баҫабыҙ. Ҙур булмаған көлсәләр килеп сыға. Табала ҡайнап торған һары майҙа ике яғын да ҡыҙҙырабыҙ.

Файҙалы көлсәне аҙнаһына бер бешереп торһаң, ул эсәктәрҙе тулыһынса таҙартып сығара, бөйөргә лә һәйбәт.  Сүпрәле икмәктән иһә бөтөнләй баш тартыу хәйерле.

Шыттырылған бойҙай А, D, Е һәм В төркөмө витаминдарына, микроэлементтарға бай. Ҡышын, йәшелсә-емеш үҫмәгән осорҙа, ҡулланыу бигерәк отошло. Ул ауырыуҙарға ҡаршы тороу көсөн арттыра, матдәләр алмашыныуын яйға һала, нервы системаһына ыңғай тәьҫир итә, йөрәк һәм ҡан тамырҙары эшен дә яҡшырта. Эсәктәрҙе таҙартып, ағыулы матдәләрҙең сығыуына булышлыҡ итә. Шулай уҡ тән тиреһе, сәс һәм тырнаҡтарҙың торошо өсөн дә һәйбәт.

Бойҙайҙы шыттырып, төрлө турамаларға, бутҡаларға өҫтәйҙәр. Һөттө әсетеп, шуға һалып ашарға ла мөмкин. Тағы ла кәнфит яһағанда ҡушырға була. Ул былай әҙерләнә.

 

Файҙалы кәнфит

Финикты, шулай уҡ шыттырылған бойҙайҙы ит турағыстан үткәреп, ваҡланған сәтләүектәрҙе һалып болғатабыҙ һәм кәнфит итеп әүәләйбеҙ.

Какао ла ҡушып ебәрһәң, телде йоторлоҡ була.

 

Кәзә ҡымыҙынан ҡоймаҡ

Ярты литр кәзә ҡымыҙына 5-6 йомортҡа, самалап тоҙ, аш содаһы һалабыҙ, эркет һыуы ҡушабыҙ. Ондоң бөтөн килеш тартты­рылғанын алабыҙ йә ғәҙәти онға шундайҙы өҫтәйбеҙ. Ошо ҡамырҙан йоҡа ғына итеп майһыҙ табала ҡоймаҡ ҡоябыҙ. Аҡ май менән майлайбыҙ.

 

Шифалы тәмлекәс

Сельдерей һабаҡтарын һәм лимонды ит турағыстан үткәреп, бал ҡушабыҙ ҙа яҡшылап бутайбыҙ. Барыһы ла тәменсә, үҙегеҙгә оҡшағанса алына. Ошо ҡатнашманы иртән ас ҡарынға бер ҡалаҡ ашайбыҙ. Артынан һыу эсеп ҡуйырға мөмкин. Төшкә тиклем тик 4 стакан һыу эсеп йөрөргә була. Был сара матдәләр алмашыныуын яҡшырта, хәлһеҙҙәргә дәрт өҫтәй. 

 

Сихәтле сәй

Һаулыҡ өсөн тағы бер сәй тәҡдим итмәксемен. Бының өсөн һуған ҡабығын, ҡарағай энәһен һәм ботағын (шыршы, пихта кеүек башҡа ылыҫлы ағастыҡы ла ярай) берәр ус алып, литр ярым һыу ҡоябыҙ ҙа 15 минут ҡайнатабыҙ. Һуңынан һөҙәбеҙ. Термосҡа 7 – 15 бөртөк гөлйемеш төшөрәбеҙ һәм өҫтөнә ошо һыуҙы ҡоябыҙ. Быны кистән эшләйбеҙ. Икенсе көндә төнәтмәне эсеп йөрөйбөҙ. Көн һайын эскәндә лә була, тик төнәтмәне яңыртып тороу мөһим. Ингредиенттарҙы үҙеңсә самалап алырға ла мөмкин – кешенең тойомлауы көслө, организмыңды тыңларға ғына кәрәк, нимә күберәк, нимә аҙыраҡ талап ителгәнен үҙе әйтер. Гөлйемештең ҡан баҫымын төшөрә торған һәләте бар, шуға түбән ҡан баҫымы булғандарға уның менән артыҡ мауыҡмау хәйерле. Ә инде юғары ҡан баҫымынан яфаланыусылар, киреһенсә, ошо төнәтмәне бер йыл дауамында эсһә, сырхауын онотор.

Һуған – бик файҙалы йәшелсә. Уны мейестә ҡабығы менән бешереп, төрлө бутҡаларға ҡушып ашау матдәләр алмашыныуын яҡшырта, диабетиктарға тәҡдим ителә. Мейестә бешкән алма ла ашҡаҙан-эсәктәрҙе таҙарта, шулай уҡ диабеттан яҡшы.

  • Шыттырып ашау өсөн арпа, бойҙай, ҡарабойҙай, тары, һолоно һайлайҙар. Көнбағыш орлоғон да шыттыралар, тик көнөнә 5-6 бөртөктән арттырмаҫҡа кәрәк.
  • Ҡатын-ҡыҙ һаулығы өсөн Бразилия сәтләүеге бик файҙалы. Йөклө саҡта фолий кислотаһына бай 1-2 сей сәтләүек ашау етә.
  • Һәр дауаны, үлән төнәтмәләрен дә, ҡулланыр алдынан табиптар менән кәңәшләшеү зарур. Башта аҙ ғына итеп ашарға, аллергия юҡ икәненә инанғас ҡына кәрәгенсә ҡабул итергә мөмкин.
  • Һаулыҡты хәстәрләүҙе аш-һыу әҙерләгән һауыт-һабанан башлағыҙ. Алюмин кәстрүл-табаларҙың сәләмәтлек өсөн зарарын әленән-әле һөйләп торалар, уның йылдан-йыл йоҡара барыуы билдәле. Борон өләсәйҙәр тимер һәм ағас һауыт-һаба ҡуллана торғайны. Аш-һыу бүлмәһендә барыһы ла зыянһыҙ, сифатлы булырға тейеш.
Читайте нас: