0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Оҙон аҡса бармы ул?

Ниндәй һөнәр эйәһе икәнемде әйтмәйем бит инде. Бер мәл залда музыканы ныҡ көслө итеп ҡабыҙҙылар. Ашарға килгән ир-егеттәр бер-береһе менән ҡысҡырып һөйләшә башланы. «Ресторанда кеүек музыка ныҡ көслө, кешегә аралашыу ауыр», – тигәйнем ҡыҙҙарға, «Ресторанда ла эшләнеңме ни?» – тип эй аптыранылар. Көлкөм килде, тик өндәшмәүҙе хуп күрҙем.

Алыҫ Себерҙә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн һөнәр самалы. Улар араһында комендант эше – иң абруйлыһы. Коменданттар үҙҙәрен бик эре, тәкәббер тота. Ҡылыҡтары, кешене әҙәмгә һанамай аҡырып һөйләшеүҙәре менән төрмәләге надзирателде хәтерләтә. Салманда бер ай эшләгәндән һуң икенсе объектҡа күсергәйнеләр, ике ай эсендә өс урын алыштырҙым. Бер ятаҡҡа инде өйрәнеп алғас, вагончикка күсерҙеләр, унан икенсе ятаҡҡа. Түҙәһең инде. Йән көйгәндә лә телеңде тешләйһең. «Был бит ваҡытлыса», – тип үҙеңде йыуатаһың. Шундай мөнәсәбәткә түҙмәүселәр бар. Бер мәл комендант тапочкаларын юғалтты. «Кемдер үс итеп йәшергәндер», – тип ныҡ көйәләнде. Аҙаҡ тапты, бәҙрәфтә унитаз аҫтына тығып ҡуйған булғандар. Үҙҙәренсә протест белдергәндәрҙер инде.
Техничкаларҙың эше лә «блатной» һанала. Душтың асҡысы уларҙа бит. Бик эре ҡыланалар. Йөҙ һыуыңды түгеп, инәлергә тура килә. Ҡатындар өсөн душҡа инеү сәғәте беҙҙең эш сәғәтенә тура килмәй ине шул.
Иң популяр эш – кухня хеҙмәткәре. Тейешле һөнәрем тура килмәгәс, шул эшкә ярап ҡалдым. Ашнаҡсыға күберәк элекке «кухонка»лар (кухня хеҙмәткәрҙәре) бара. Айырым икмәк бешереүсе ҙур ашханаларҙа ғына. Уларҙың эше шундай ауыр. Аяғөҫтө, цех ныҡ эҫе. Шул тиклем йонсойҙар.
Кухня хеҙмәткәре эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Икенсе объектта Наталья исемле рус ҡыҙы менән икәү генә төнгө сменала эшләнек. Киске туғыҙҙа эшкә барам. Ун ике сәғәтлек эш төнөндә ике тапҡыр эшселәрҙе ашатып, табаҡ-һауыттарын тәҙрә аша ҡабул итеп йыуаһың, ике тапҡыр залдарҙағы өҫтәлдәрҙе һөртәһең, иҙәндәрен йыуып сығараһың, бер тапҡыр цехтарҙы йыуаһың. Унан тыш һуған, кишер, кәбеҫтә йә сөгөлдөр таҙартаһың, ROBOT СOUP тип аталған йәшелсә турағыстан үткәрәһең. Көн дә ҡул менән тоҙло ҡыяр турайһың, икмәк теләһең. Кальмар менән тоҙло балыҡты таҙартыу, турау үҙе бер бәлә. Унан башҡа эше лә һанап бөткөһөҙ. Эре табаҡ-һауыт – ҙур-ҙур кәстрүлдәр, елле табалар, мармиткалар йыуыр өсөн кәмендә бер сәғәт кәрәк. Өлгөрә алмай китһәң, йөрәк тулай башлай, баш ауырта, көйөүҙән ҡан баҫымы күтәреләлер инде. Табанда ортопедик онтораҡ, сөнки төн буйы ултырып хәл алырлыҡ ваҡыт юҡ.
Наташанан уңдым. Ҡырҡ ике йәшлек ҡатын. Бик яҡшы, ихлас кеше булып сыҡты. Бүтәндәр кеүек һүҙ йөрөтмәй, ипле, аҡыллы. Уртаҡ тел таптыҡ. Ауыр мәлдәрҙә бер-беребеҙҙең күңелен йыуата инек. Ул мине «минең королевам» тип атаны. Мин уны «минең принцессам» тинем. Әле лә хәбәрләшеп торабыҙ. Ныҡ һағынам. Көнөн-төнөн бергә булып, өс ай буйы әсеһен-сөсөһөн бергә татып, туғанлашып та бөттөк инде. Ҡайтыр алдынан ул: «Минең өсөн һин әсәй ҙә, апай ҙа, серҙәш тә, ысын дуҫ та булдың. Мәңге онотмам!» – тине. Икебеҙҙең дә күҙҙәр йәшләнде. Күҙҙәр йәшләнде, тигәндәй, йыш ҡына илап ала торғайным. Балалар ныҡ һағындыра. Элемтә юҡ. Ашхана теҙеп йәбештерелгән вагончиктарҙан яһалған. Береһендә акустика ныҡ яҡшы, тауыш яңғырап тора. Бер мәл иҙән йыуып йөрөйөм, үҙем «Поговори со мною, мама» тигән йырҙы йырлайым. Шунан киттем үкһеп илап. Әсәкәйем тере булһа, мине ошо ер ситенә ебәрмәҫ ине, йәлләр ине, тип уйлайым. Икенсе залға сыҡһам, Наташам буҫығып-буҫығып илай. Икәүләп ҡосаҡлашып туйғанса иланыҡ...

Тәнзилә Дәүләтбирҙина.

Аҙағы. Башы 1-се һанда.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2021) һанында уҡығыҙ.

Читайте нас: