-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Үҙем асҡан хәҡиҡәт
2 Февраль 2021, 14:30

Оҙон аҡса бармы ул?

Ғүмерҙә уйламағанда, көндө төнгә алыштырып, миңә бер ялһыҙ өс ай Алыҫ Себерҙә эшләп ҡайтырға тура килде. Ямал ярымутрауында, Төньяҡ Боҙло океандың Карск диңгеҙенә яҡын урында.

Арктикаға барып эләгеүем Айҙан Ергә төшөүгә тиң ине. Мине Лунтик тип атаусылар ҙа булды. Сөнки бөтөнләй башҡа менталитет, башҡа кешеләр, башҡа психология. Һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ һымаҡ ҡына булған икән дә Башҡортостандағы тормошом, тигән фекер тәүге эш төнөндә үк тыуҙы. Кабинетта компьютер артында ултырған мәлдәр һағындырҙы. Сөнки бында минең эш ҡоралы – ручка түгел, ә швабра һәм йыуғыс булып сыҡты.
Интеллигенттар мөхитендә генә йәшәп, эшләп өйрәнгәс, эшселәр араһында әҙерәк баҙап ҡалдым. Унда үҙ кеше булып китер өсөн тиҙ арала яңы шарттарға яраҡлашырға кәрәк ине. Был ныҡ ауыр бирелде. Әммә түҙҙем. Ҡыйын саҡтарҙа, тешемде ҡыҫып: «Был бит ваҡытлыса. Өс ай – өс йыл түгел бит», – тип үҙемде йыуаттым.
Мине, журналист һәм яҙыусы булараҡ, Себерҙә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың психологияһы, яҙмышы күптән ҡыҙыҡһындыра ине. Ошо оҙайлы, мажаралы сәфәрем ваҡытында күп һорауҙарыма яуап тапҡандай булдым.
...Арктиканан ҡайтҡаныма ике аҙна булып китте. Һаман да был тормоштоң кәлиәһенә инә алмай интегәм. Көндөҙ йоҡо баҫа, төндә йоҡлап булмай, йә таңғы биштәрҙә уянам. Һаман да татлы ризыҡҡа күңел тарта. Сәйҙе ныҡ шәкәрләп эсәм, ҡайнатма менән балды һоҫам ғына. Магазинға инһәм, «сникерс» йә «марс» һатып алып ашайым. Быларҙың барыһының да сәбәбе – Алыҫ Себерҙә кислород етмәү. Һуңғы осорҙа урамға сығып, һауа һулайым, тип баҫып торһам, сайҡала башлай торғайным. Кислород етмәгәс, ҡан ҡуйыра. Шуға Себерҙә эшләүселәр мотлаҡ ҡан шыйыҡлай торған дарыуҙарҙы ҡулланырға тейеш. Был турала беҙгә барыу менән хәбәр иттеләр. Тромбо АСС препараты бөткәс, медпункттан аспирин алып, көнөнә бер тапҡыр дүрттән бер өлөшөн эсеп йөрөнөм.
Ашханала бутҡаһына тиклем ныҡ шәкәрле ине. Шоколад валюта урынына йөрөй. Һүҙең үтһен тиһәң, тәмле кәнфит тә ярап ҡала. Тик уны табыуы ныҡ ауыр. Магазин Салманда ғына, ә беҙ унан ҡырҡ саҡрым ерҙә урынлашҡанбыҙ. Көн дә төнгө аш мәлендә компот, каркаде, кеҫәл бирәбеҙ. Эшселәр уларҙы төрләндереп, икешәр йә өсәр стакан ала. Һыуһап ҡына йөрөйҙәрҙер инде. Крандан аҡҡан һыу эсергә яраҡһыҙ бит. Ир-егеттәр цистернала ҡырҙан килтерелгән һыу менән бүлмәләрендә лә сәй эсә. Беҙ ҙә ашарға шул һыуҙан әҙерләйбеҙ. Ут һүнһә, һыу ҙа ағыуҙан туҡтай. Плитәләр эшләмәй, икмәк бешереп булмай, дөйөм ятаҡтар һыуына башлай. Дөм ҡараңғы. Беҙҙең ғүмеребеҙ электрға ғына бәйле икәненә төшөнәһең. Ҡурҡыныс булып китә. Аллам һаҡлаһын...

Тәнзилә Дәүләтбирҙина.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2021) һанында уҡығыҙ.

Читайте нас: