+6 °С
Облачно
Әҙәби балҡыш
15 Сентября , 08:22

Ноғман Мусин Тимерйән ағайҙың тыуған көнө Хикәйә

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуыуына – 95 йыл.    Тимерйән ағай шифаханаға ҡола ялан яҡтарҙан – Танып буйҙарынан килде. Ул палатаға урынлашҡас, өс койкалы йыйнаҡ бүлмәләге һәр нәмәне күҙенән үткәрҙе лә балконға сыҡты. Эргәлә генә бик ҙур күл йәйрәп ята. Ел-фәлән булмағанлыҡтан, уның өҫтө беленер-беленмәҫ кенә быжырмаҡланып тора. Унда-һанда балыҡсы кәмәләре күҙгә ташлана. Күлдең арғы яҡ ярында битләүҙәрен һирәк ағаслыҡ ҡаплаған һөҙәк тау күтәрелә, ә көнбайыш яҡта күкһелләнеп ятҡан тау үркәстәре, бер-береһенә ялғанып, төньяҡтан көньяҡҡа табан кәртә кеүек һуҙылған. «Матур урын икән», –  тип уйлай Тимерйән ағай. Шул саҡ ул:

Ноғман Мусин Тимерйән ағайҙың тыуған көнө  ХикәйәНоғман Мусин Тимерйән ағайҙың тыуған көнө  Хикәйә
Ноғман Мусин Тимерйән ағайҙың тыуған көнө Хикәйә

– Еҙнә, әйҙә ысталауайға, ашап киләйек, –  тигән таныш тауышты ишетеп, түбәнгә ҡараны. Унда ҡаланан үҙе менән бер автобуста килгән йыуантыҡ ҡатынды күргәс: «Бына әй, бәйләнде бит. Шифаханала шуның һымаҡ елғыуарҙар күп була, тиҙәр ине, шуларҙың берәйһе булып, быуынға төшмәһә ярар ине», – тип уйлана-уйлана, Тимерйән ағай ишеккә йүнәлде.

«Еҙнә»нән өҙҙөргәне бик сая ҡатын күренә. Инде ҡырҡ биш йәштәр самаһында булыуға ҡарамаҫтан, автобуста ла ултырған урынында ултырып сыҙамағандай, өйрөлөп-өйрөлдө, әле бер, әле икенсе күршеһе менән әңгәмә ҡорҙо. Ана, әле сәскә биҙәкле крепдешин күлдәген кейеп, өрһәң, осоп китерҙәй генә тойолған яулығын суҡайтып бәйләп сығырға ла өлгөргән. Ай-һай, мин бит һинең райондашың, етмәһә, балдыҙың, тип Тимерйән ағайҙы шаяртып ҡына ҡыланманымы икән ул. Һис тә ауыл ҡатынына оҡшамай. Тимерйән ағай үҙе лә: «Шуларҙың ашатҡаны тамаҡҡа йоғор тиһеңме», – тип, ашамлыҡ һатып алыу өсөн, өйөнән байтаҡ аҡса алып сыҡҡайны. Автобуста билет алғанда аҡсаларын шул йылтыр күҙ ҡатын алдында ниңә ҡутарып торҙо икән? Бәлки, ул, ҡарттың кеҫәһе ҡалын ғына тойолғанға, бына шулай «балдыҙ» булып ҡыланалыр? «Бындай йылмаяҡ бисәләрҙән һағыраҡ булырға кәрәк», –  тип һығымта яһай Тимерйән ағай һәм Шәүрәһенең: «Ҡарәле, ҡарт, һин унда ҡыҫҡа итәкле мәрйәләрҙән алыҫыраҡ йөрө», –  тип уйынлы-ысынлы әйткән һүҙҙәрен хәтерләп, көрһөнөп ҡуя. «Бында башҡорт бисәләре лә өҫкә менеп килә башланы әле, иҫән-һау ғына ҡайтылһа инде».

Ашханаға барып ингәйне, әлеге йыуантыҡ телсән ҡатын:

– Еҙнә, санаторный карточкаңды анауында алып барып, утыҙ беренсе өҫтәлгә яҙыл, – тине.

Журналына Тимерйән ағайҙың фамилияһын теркәгәс, диетсестра:

– Бабай, һин ҡайтып киткәнеңә тиклем ана анауында ултырып ашаясаҡһың, – тип, теге йылтыр күҙ ҡатын ултырған өҫтәлде күрһәтте.

– Юҡ, унда ултырмайым, – тип ҡырт киҫте Тимерйән ағай, – миңә икенсе урын бирегеҙ.

Сестра уға аптырап ҡараны.

– Яҙҙым бит инде, һеҙгә барыбер түгелме ни?

Тимерйән ағай баҫҡан урынында аҙыраҡ тапанып торҙо ла, уға ҡаршы әйтергә һүҙ тапмағас: «Шул бисәнән өркөп торғас, мин ниндәй ир»,–  тип, үҙен-үҙе ҡупайтып, өҫтәлгә табан атланы.

Йыуантыҡ ҡатын үҙен:

– Сәбилә, – тип таныштырҙы һәм, ашап бөткәнсе, ваҡ-төйәк хәбәр һөйләүҙән туҡтаманы. Ә Тимерйән ағай уның шулай ләпелдәүенә күнегә барҙы, бая башына килгән икеле-микеле уйҙар онотолғандай булды, хатта эргәһендә ултырған ҡатынды баштан-аяҡ тиерлек күҙенән кисереп алырға ла өлгөрҙө. Һай, был дәрт тигәнең! Тимерйән ағайҙың бына-бына алтмыш бише тулырға тора, ә уның күңелен: «Шулай ҙа арыу мал күренә был. Түштәре мыймылдап тора суҡынмыштың», –  тигән уй ҡытыҡлай. Шунан ул, үҙенең ошо уйҙарынан ҡурҡҡандай, урынынан йәһәт кенә тора ла ишеккә йүнәлә.

Ары һуғылып, бире бәрелеп кис еткерҙе был көндө Тимер-йән ағай. Дауалау процедуралары иртәгә башланырға тейеш. Врач уға батҡаҡ менән дауалау билдәләне һәм гимнастикаға йөрөргә ҡушты. Әллә инде өйҙә үҙе имәндән эшләгән карауатта ҡаҙ мамығы ғына тултырылған түшәктә йоҡлап өйрәнгәнгә, Тимерйән ағай ятҡас, бик йомшаҡ булһа ла, урынын килештерә алмай ыҙаланды. Әйләнеп-тулғанып, байтаҡ йоҡлай алмай ятты. «Бына һин әле, былай булһа, ял итеү урынына йонсоп ҡына ҡайтырмын инде», –  тип уйланы ул.

Эйе, Тимерйән ағайҙың ғүмерендә тәүге тапҡыр шифаханаға килеүе ине был. Хәйер, бынан элгәре шифаханаға булмаһа ла, ял йортона барып ҡайтырға тәҡдим иткеләнеләр уға, тик ул: «Юҡты һөйләмәгеҙ, шап-шаҡтай көйөмә нишләп ятайым мин унда», – тип баш тарта килде. Быйыл да килмәҫ ине әле, уйламағанда биле биртенеп, шул ыҙалатты бит. Бынан өс ай элек кенә үҙҙәрендә колхоз рәйесе булып эшләй башлаған Ҡадиров уны бынан ун-ун биш көн элгәре саҡыртып алды ла:

– Тимерйән ағай, ғүмерең буйы колхоз эшендә йөрөп ауырыуға һабышһаң, батырсылыҡ итеп, күҙеңә нисек ҡарарбыҙ. Мә, барып, дауаланып ҡайт, – тип уға путевка тотторҙо.

Тимерйән ағай, Шәүрәһе май үләненә күмеп тә, яңы һуйылған кәзә тиреһенә урап та, биле йүнәлмәгәнлектән, был юлы путевканы алыуҙан баш тартманы, шулай ҙа:

–  Күпме түләргә һуң? –  тип һораған булды.

Ҡадиров көлдө:

– Шәүрә еңгәгә хыянат итмәй генә йөрөп ҡайтыр булһаң, буштан-буш бирәбеҙ. – Шунан етди итеп өҫтәне: –  Һинең кеүек балта оҫтаһына бер ни ҙә йәл түгел.

Путевканы ҡулына тотоп, Ҡадиров тураһында уйлана-уйлана ҡайтҡайны ул көндә Тимерйән ағай. Элекке председателдәре, Тимерйән ағайҙың йәштәше, пенсияға киткәс, быйыл сәсеү бөткәс кенә килеп эш башлағайны Ҡадиров. Бығаса райкомда эшләгән, тинеләр. Ғаиләһе район үҙәгендә йәшәй әле. Ҡадиров үҙе: «Бында әлегә йүнле фатир ҙа юҡ, унда сәскән картуф-фәләнде йыйып алғас, көҙгә күсереп килтерермен әле», – тип әйтә икән, ти. Ҡадиров килеп эшкә тотоноуҙан аҙаҡ күп тә үтмәне, Тимерйән ағайға уның менән ҡаты ғына һүҙгә килешергә тура килде. Төҙөүселәр бригадаһының бер нисә кешеһе ул көндәрҙә больницаға яңы амбулатория төҙөй ине. Берҙән-бер көндө Тимерйән ағай бергә эшләгән иптәштәренә:

– Һеҙгә бер кәңәшем бар ине бит әле, ағай-эне, – тине. – Анау Мәхүбә әбей, меҫкен, быйыл ҡыш өйөмдә тороп сыҙай алманым, мүге йоҡарған шикелле, бик һыуыҡ булды. Яңынан һипләтеп күтәртәйем тиһәм, кешеһе юҡ, тип ҡаңғырып йөрөй ине. Әллә, мин әйтәм, иртәнге сәғәттәрҙә, күмәкләшеп, шуның өйөн рәтләп бирәбеҙме?

Мәхүбә әбей, ире лә, ике улы ла һуғышта үлеп ҡалғанлыҡтан, япа-яңғыҙ йәшәй ине. Берҙән-бер көн иртә менән Тимерйән ағай һәм тағы биш-алты кеше бысҡы, балталарын күтәреп килгәс, уның ҡыуанысының сиге булманы. Шул көндә үк, иртәнге сәйгә тиклем, Мәхүбә әбейҙең өйөн ҡутарып ташланылар. Иртәнгелеккә ашағас, тағы больница эргәһенә киттеләр. Бына шулай таң һарыһынан тороп, Мәхүбә әбейҙең өйөн эшләп бөтөп баралар ине. Инде ҡыйығын ғына ябаһы ҡалған. Тимерйән ағай иптәштәренә:

– Бөгөн гәрнистәрен рәтләйек тә иртәгә ҡыйығын ябып ҡуйырбыҙ. Хәҙер ҡайтып иртәнге тамаҡҡа ашайыҡ та үҙебеҙҙең эшкә – амбулаторияға китәйек, – тип кенә тора ине, эргәләренә Ҡадиров килде.

– Шунан, иптәш Сабирйәнов, – тип Тимерйән ағайға ҡырыҫ ҡына өндәште ул, – кешеләреңде частный эшкә ҡушырға кем рөхсәт итте? Әҙерәк аҡса һуғып алмаҡсы булдығыҙмы?

Тимерйән ағай, башҡалар кеүек үк, яңы рәйесте ныҡлап белмәй ине әле ул саҡта. Шуға күрә үҙе һымаҡ уҡ ҡырыҫ яуап бирҙе.

– Донъя булғас, төрлө хәлдәр була, ҡустым.

Ҡадировтың ул көндә иртүк йәне көйгәйне. Ана бер шофер төнөн рөхсәтһеҙ үҙенә бүрәнә алып ҡайтырға барып, машинаһын ватҡан. Төнгө көтөүсе, һыйырҙарын             йүнләп көтмәйенсә, игенде тапатҡан. Бында килһә… Рәйес Тимерйән ағайҙың һис тә ыжламай һөйләшеүен оҡшатманы.

– Марш, эшегеҙгә! – тип екерҙе ул. – Елғыуарланыуға юл ҡуймам!

Тимерйән ағай берсә иптәштәренә, берсә председателгә ҡарап торҙо ла:

– Һин беҙгә екермә, ҡустым, – тине, ҡаты ғына итеп. –  Беҙ үҙебеҙҙең эште үҙебеҙ беләбеҙ. Үҙ яғығыҙға ҡайырырға беләһегеҙ һеҙ! – Тимерйән ағай, ғәҙәте буйынса, ярһып китеп, рәйескә табан атланы.

– Бар әле, имен сағыңда бынан табаныңды ялтырат, юғиһә…

– Юғиһә нишләтерһең? – Әзмәүерҙәй кәүҙәле, мыйыҡтары эйәгенә табан һалынып торған ҡарттың ҡулына балтаһын тотҡан килеш үҙенә яҡынлауы председателде бер-ике аҙым артҡа сигергә мәжбүр итте.

– Юғиһә үҙеңде ана анау ҡыйыҡ башына ырғытам.

Тимерйән ағай был һүҙҙәрҙе шул тиклем уҫал итеп әйтте, Ҡадиров:

– Ә-ә, шулаймы ни әле, – тип һөйләнде лә йүгерә-атлай китеп барҙы.

Ҡадиров ул саҡта контораһына барып инеү менән, Сабирйәнов һөжүм итте тип, участка милицияһын саҡырыу өсөн телефонға тотонғайны, шунда ултырған партком секретары Тимерйән кешеләренең үкһеҙ етем Мәхүбә әбейгә өйҙө иртәнге сәғәттәрҙә генә буштан-бушҡа, ярҙам итеп эшләүҙәрен әйткәс, тыйылды, ә баҫыла төшкәс, шундай һәйбәт күңелле, етмәһә, өлкән кешеләр менән дорфа һөйләшеүенә үкенә биреп тә ҡуйҙы.

Ошо хәлдән аҙаҡ Тимерйән ағайға Ҡадиров менән яйлап ҡына һөйләшеп ултырырға ла тура килмәгәйне. Рәйес путевка тоттороп сығарғас: «Шулай ҙа хөрт, ҡаҫта эсле кеше түгелдер», – тигән һығымтаға килде уның тураһында.

Бына әле, шифахана койкаһында йоҡлай алмай әйләнеп-тулғанғанында, ул ҡаҡса оҙон буйлы, ҡуйы ҡара сәстәре урталай ярылып сикәһенә төшкән Ҡадировтың йүгерә-атлай йөрөүен күҙ алдына килтерә лә: «Егәрле кешегә оҡшай», – тип уйлай. Өҫтәүенә, үҙе райкомда ултырһа ла, бисәһе колхозда һауынсы булып эшләй, тип һөйләйҙәр. Бисәһе лә, ире һымаҡ, эшһөйәр кешелер инде, күрәһең.

Иртәгеһенә иртәнге тамаҡҡа ашау менән Тимерйән ағай батҡаҡ менән дауаланырға китте. Дауаланыу йортона барып ингәйне, бер мәрйә шәфҡәт туташы:

– Һеҙгә «рубашка»мы? – тип һораны, шунан, шифахана карточкаһын ҡарағас, өҫтәне: – Анау бүлмәгә инеп сисенегеҙ.

«Рубашка, тип һөйләнә, минең күлдәк бар ҙа инде», – тип аптырабыраҡ уйлана-уйлана сисенеп ултырғанда, әлеге        сестра уның эргәһенә килеп тә инде. Ыштандан ғына ҡалған Тимерйән ағай уға һораулы ҡараш ташлағайны:

– Бөтөнләй сисенегеҙ, – тине шәфҡәт туташы.

Тимерйән ағай, сөннәткә биреләсәк малай кеүек ярҙам эҙләгәндәй, тирә-яғына күҙ йүгертте, нишләргә белмәйенсә:

– Минең арҡам ғына ауырта бит, – тигән булды.

Мәрйә уҫал күренә, ул өҙә генә әйтте:

– Башҡалар ҙа көтә, тиҙерәк ыштаныңды һал да бынау батҡаҡ һалынған клеенка өҫтөнә ят.

Нишләйһең, буйһонорға тура килде, ә инде батҡаҡҡа уранып ятыу ваҡыты үтеп, душҡа йыуынырға барғанда, Тимерйән ағайҙың, үҙ тәненә һылашҡан батҡаҡҡа ҡарап, көлкөһө килде: «Шәүрә ошо хәлдә күрһә, өркөп ҡасыр ине, моғайын».

Тора-бара ул был процедураға күнегеп китте, өҫтәүенә, элекке кеүек, эйелгән һайын биле лә ауыртып тормай инде, күрәһең, шифалы батҡаҡ. Тик бына, ваҡыт үткән һайын, көндәр оҙонораҡ тойола башланы. Йәштәр ни урманға ла сығып китә, бильярд һуғалар, бейейҙәр, йырлайҙар. Тимерйән ағайға кисен киноға барып әйләнеүҙән башҡа көн үткәрер нәмә юҡ. Берҙән-бер көндө ул күләгәгә ҡуйылған креслола ни эшләргә белмәй ултыра ине, әлеге йыуантыҡ Сәбилә эргәһенә килде.

– Ээ-й, минең еҙнәм нишләп моңайып ҡына ултыра? – тип сәрелдәне ул, үҙе, күҙҙәрен мут йылтыратып, шарҡылдап көлә, шайтаның.

Тимерйән ағайҙың кәйефе юҡ ине, шуға күрә күп уйлап тормайынса:

– Һин минең алда күп шырҡандама, юғиһә… – тип хәбәр һалды.

– Юғиһә нишләрһең? – Сәбилә уның эргәһенә ултырып, күҙҙәренә ҡыҙыҡһынып ҡараны.

Тимерйән ағайҙың бөтөнләй асыуы ҡабарҙы.

– Юғиһәме?.. Минең әле чутым үтеп, һикһәнгә етеп бәлйерәгән сағым түгел, вәт!

Сәбилә, тулы түшен һелкендереп, рәхәтләнеп көлдө, шунан көлкө аралаш:

– Ай-бай, яман кеше икәнһең һин, еҙнә, – тине лә ҡапыл етдиләнде. Тимерйән ағай хатта уның гел уйнаҡлап торған шаян күҙҙәрендә моңһоулыҡ күргәндәй булды. – Һыйырҙарымды бер ҡыҙыҡайға ғына ҡалдырып киткәйнем, холоҡтарын боҙоп бөтмәһә ярар ине, – тип дауам итте Сәбилә. – Күңелһеҙ ҙә була башланы әле бында.

Тимерйән ағай уның һүҙенә ҡушылырға ла, ҡушылмаҫҡа ла белмәне. Был шаталаҡ ҡатын һауынсыға бер ҙә оҡшамай, шулай бойоғоп китеүе лә юрый ғыналыр әле. Тимерйән ағай «чутым үтмәгән» тип һүҙ ысҡындырғанға, шулай ҡыланалыр әле, моғайын. Ул Сәбиләнең тығыҙ, йомро балтырҙарына күҙ төшөрөп алды ла, үҙенән-үҙе оялып, йәһәт кенә урынынан торҙо. Палатаһына ҡайтып ингәйне, Зарифа исемле йыйыштырыусы ҡатын уларҙың бүлмәһендә иҙән йыуып йөрөй. Тимерйән ағай һәр саҡ моңһоу ҡарашлы илле йәштәр самаһындағы был ҡатындың ире һуғышта үлеп, дүрт етем бала ҡарап үҫтереүен белә, шуға күрә уға ниндәйҙер йәлләү, ниндәй ҙә булһа ярҙам күрһәткеһе килеү тойғоһо менән ҡарай ине. Әле лә бер аҙ һүҙһеҙ торғас:

– Зарифа ҡәрендәш, – тине, – өйөңдә берәй төрлө балта эше юҡмы? Көн дә үткәреп булмай, эшләп ташлар инем.

Зарифа үҙенә аптырап ҡарағас:

– Балта оҫтаһы мин, эш һағындырып китте, – тип өҫтәне.

Шунан ғына Зарифаның моңһоу ҡарашы яҡтырып киткәндәй булды.

– Ял итергә килгән ирҙәр араһында ла эш һағынған тәуфиҡлы кеше булыр икән? – тине ул. – Етем кешенең эше күп инде ул. Ишек алдымдағы күтәрмәм емерелеп ята. Өйөмдөң ишеге лә йүнләп ябылмай.

Күп тә үтмәне, еңен һыҙғанып алған Тимерйән ағай Зарифаның ишек алдында оло бер кинәнеү менән күтәрмә йүнәтеп йөрөй ине инде. Ишеген дә йымланып ябылырҙай иткәс, ҡаҡшап бөткән иҫке ултырғыстарҙы нығытты. Уңарсы Зарифаның самауыры ҡайнап сыҡты. Сәйгә ултырғас, ашханаға ашарға барыу ваҡыты еткәнлеге иҫенә төшкәйне лә, Тимерйән ағай: 

– Рәхәтләнеп бер сәй эсәйем әле, – тип ҡулын һелтәне.

Бына шулай тирләп-бешеп, йәйрәп сәй эсеп ултыралар ине, Зарифаның өйөнә дежурный сестра килеп инде.

– Ағай, – тине ул Тимерйәнгә. – Һеҙҙе бер апай менән ағай тиҙ генә килеп етергә ҡуша.

– Ниндәй ағай менән апай ул? – Тимерйән ағай таҡыяһын сисеп, таҡыр башындағы тирҙе һөрттө.

– Белмәйем, әле генә «Волга» менән килеп төштөләр.

Тимерйән ағай, ғәжәпләнеберәк, урынынан торҙо.

– Рәхмәт инде, аяғың-ҡулың һыҙлауһыҙ булһын, – тине Зарифа. – Ингеләп йөрө, бына шулай яйлап ултырып сәй эсербеҙ, – тип саҡырып та ҡалды.

Үҙҙәре йәшәгән корпус эргәһенә барһа, Тимерйән ағай ни күҙе менән күрһен: рәйес Ҡадиров, йыуантыҡ Сәбилә, уның Шәүрәһе «Волга» эргәһендә теҙелешеп баҫып торалар. Ул эргәләренә барып етер-етмәҫ элек үк, Сәбилә:

– Шәүрә апай, ҡарәле еҙнәмде, тегенең эргәһенә барғас, ҡайһылай егеттәр һымаҡ булып киткән, – тип рәхәтләнеп көлдө. Ә Ҡадировы:

– Ниңә, минең бажаның егеттәрҙән ҡайһы ере кәм? – ти бит әле.

Шәүрәһе турһайыбыраҡ торған һымаҡ. Әбейе менән Ҡадиров ниңә килеп төшкән? Председатель уға ни өсөн, бажа, тип тора? Тимерйән ағай бер ни ҙә аңламаны. Шулай ҙа председатель менән күреште, Шәүрәһенә:

–Ҡайҙан яҙлығып килеп сыҡтың? – тип һүҙ ҡушты ла түҙмәне, әбейенең арҡаһынан һыйпап, тупылдатып яратып ҡуйҙы:

– Бына дыуамал, шул хәтлем ергә килеп йөрөмәһәң…

Шәүрәһе унан ситкәрәк тайпылды.

– Һе, үҙең дыуамал һин, яңғыҙ бисәләр эргәһенә барып йөрөмәһәң…

– Шулай ғына тиһең әле һин, апай, ул балдыҙын да ҡыйырһытып маташты, – тип тағы көлә Сәбиләһе.

Тимерйән ағай бөтөнләй албырғап, ни тип әйтергә лә белмәй тора ине, Ҡадиров:

– Ярар, етер, ял итеп ятҡан кешенең кәйефен боҙмағыҙ, – тине. – Беҙҙең ҡатындар яҡын уҡ туғандар булып сыҡты бит, асыуланма, Тимерйән ағай, бажа тигәнгә. – Ул ҡулындағы төргәкте тағатып, унан күкһел төҫтәге эшләпә килтереп сығарҙы ла Тимерйән ағайҙың башына кейҙерҙе: –Тыуған көнөң – алтмыш биш йәш тулыу менән ҡотлайым, бажа.

Сәбилә уға аҡҡа ҡара буй төшкән ебәк күлдәк һуҙҙы:

– Санаторийҙан ҡайтҡас та дуҫ йәшәйек, еҙнә, – тине ул, шаян күҙҙәренең уғын уға ҡаҙап.

– Мә, күрмәгәнеңде күр, – тип әбейе уға буҫтауҙан һырып тегелгән таҡыя тотторҙо.

Тимерйән ағай бөтәһен дә аңлағайны инде хәҙер. Тик һаман, әллә яңы рәйестең шундай һәйбәт күңелле кеше булыуына, әллә үҙе дыуамалыраҡ һөйләшеп йөрөгән Сәбиләнең уның ҡатыны икәнлегенә, әллә инде әбейе Шәүрә килеп төшкәндә үҙенең Зарифа эргәһендә ултырыуына аптырап, урынында ҡуҙғалмай баҫып тора бирҙе.

 

Ял итеүселәр был тамашаны ҡыҙыҡһынып күҙәтәләр ине. Араларынан берәүһе:

– Бына әй, Тимерйән ағайыңдың ҡытлығы китте бит, – тип ҡуйҙы.

Ул был һүҙҙәренә ниндәй мәғәнә һалғандыр – кем белһен инде.

 

Равиль Шәйхелисламов һүрәте

 

 

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас