+14 °С
Облачно
Әҙәби балҡыш
14 Сентября , 10:05

РИММА ӘХМӘТЙӘНОВА ЯҘМЫШТАР. Хикәйә

Дүрт урынлыҡ палатала улар өсәү ята. Барыһының диагнозы бер иш: йөклөлөктең тәүге өс айында була торған токсикоз. Күңелдәре болғана, уҡшыта, бер нәмә ашай алмай интегәләр. Ҡатын-ҡыҙҙар бүлегенә тамам хәлһеҙләнгән, йонсоған хәлдә эләктеләр улар. Гөлназ менән Оля йүнәлтмә менән ятһа, Гөлнараны "Тиҙ ярҙам" машинаһы килтерҙе. Хәле үтә лә хөрт булғас, бер тәүлек реанимацияла, һуңынан ғына ҡәҙимге палатала ул. Гөлнара урта буйлы, нескә билле иҫ киткес сибәр ҡатын. Ғәжәйеп бит — ҡап- ҡара тулҡынлы сәс, аҡ нәфис тән. Төҫө уңып бөткән балнис халатында ла матур күренә. Йонсоу, сирле сағында ла ул шундай наҙлы, шундай һоҡланғыс. Күршеһе, тулы кәүҙәле, ҡуңыр йөҙөн тут баҫҡан Гөлназ күркәм ҡиәфәт менән маҡтана алмай шул. 

РИММА ӘХМӘТЙӘНОВА  ЯҘМЫШТАР. ХикәйәРИММА ӘХМӘТЙӘНОВА  ЯҘМЫШТАР. Хикәйә
РИММА ӘХМӘТЙӘНОВА ЯҘМЫШТАР. Хикәйә
 
Автор:
Читайте нас