

«Һөйөү ҡанат ҡуя...»
– Талантлы кеше бөтә яҡтан да талантлы, тигән һүҙҙәр нәҡ атайыма ҡарата әйтелгән кеүек. Энциклопедик белемгә эйә, уҡымышлы кеше ине ул. Учалы районының егерме генә өйҙән торған Аһылай ауылында күмәк балалы ғаиләлә тыуып үҫә үҙе, – тип башлай һүҙен Зөбәржәт. – Атайымдың бала саҡта ҡыҙыҡ ғәҙәте була: ике ҡул бармаҡтары һәр ваҡыт тулап йөрөй. Быны нимәгә юрарға белмәйҙәр. Нәфисә әбей: «Уйынсы (музыкант) булырға оҡшай был бала», – тиһә, өләсәйем: «Әллә яҙыусы булыр микән?» – ти. Ни булһа ла, изгегә юрауҙары юш килә. Һигеҙенсене ун алты саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Ҡаҙаҡҡол ауылына йөрөп уҡый ул. Әммә көн һайын 32 саҡрым юл йөрөү ауыр була ла уҡыуын ташлай. Бер аҙҙан радионан «Өфө музыкаль-педагогия училищеһына уҡырға саҡырабыҙ» тигән иғлан ишетеп ҡала һәм баш ҡалаға юл тота. Тауышы ла моңло ине, йырға маһирлыҡ Байгилде олатайҙан күскән. Ҡурайҙа ла бәләкәйҙән уйнай. Училищены тамамлағас, атайымды эшкә Ҡырмыҫҡалы районына тәғәйенләйҙәр, тик ул дуҫтарының: «Баймаҡ – иҫ киткес матур ер, беҙҙең яҡҡа бар», – тигән өгөтөнә бирелеп, шунда ебәреүҙәрен һорай. Барып төшкәс, ҡола яланда ултырған кескәй ҡаланы күреп аптырап ҡала. Әммә Баймаҡ уның яҙмышында ҙур роль уйнай, ул унда буласаҡ әсәйемде осрата. Әсәйем бер хикәйә уҡый: ундағы төп герой баянда уйнай, йырлай, шиғыр яҙа, тик әҫәр аҙағында ул һәләк була. Шул образды эҙләй тормошта ла ул һәм атайымды осратҡас, геройын тапҡандай итә. Уны әрмегә оҙата. Ике йыл буйы араны хаттар йылыта. Әсәйем әйтеүенсә, улар тотош бер сәнғәт өлгөһөнә торошло була. Тик шуныһы үкенес: хаттар һаҡланмай. Бөгөн улар ниндәй матур ҡомартҡы булып, уҡыусыларға барып етер ине», – тип һөйләй Зөбәржәт Мәүлит ҡыҙы.
Донъяны өс сынаяҡ менән башлап ебәргән ғаилә 1971 йылда Сибайға күсә. Таусылар ҡалаһында улдары Илшат тыуа. Бер йылдан Мәүлит Байгилде улын Иҫке Сибайға музыка мәктәбенә директор итеп саҡыралар, Азаматтары донъяға килә. Шағирҙың «Һау булһын аяҡтарым» исемле шиғыры бар, шунда яҙылғанса, ул гел хәрәкәттә була, бер урынға ғына йәбешеп ятмай. Күңеле һәр саҡ яңылыҡҡа ынтыла. Был турала Зөбәржәт былай ти: «Берәй ерҙә яңы эш тәҡдим итһәләр, атайым ризалаша торғайны, еңел ҡуҙғалыусан, дәртле кеше булды шулай. Беҙ һәр саҡ күсенеп йөрөгәнбеҙ».
1977 йылда Ямалетдиновтар ғаиләһе Учалы районына күсә. Зөбәржәт Өфөлә тыуа. «Атайым бала табыу йортонан ҡаршыларға килгәс, Учалыға ҡайтҡансы зат тейешле кешеләргә инеп торғанбыҙ, шунда уларҙың Зөбәржәт исемле ҡыҙҙары булған. Ләйсән йә Нәркәс булыр, тип йөрөгән ерҙәренән, ят исемде ишетеп, шуны һайлағандар. Хәтеремдә, мин уҡырға төшкәндә атайым Мәскәүҙә белем ала ине. Әммә 1 сентябрь көнө мәктәпкә нәҡ ул етәкләп алып барҙы. Иртәгәһенә генә юлға сыҡты. Ул саҡта мәктәп формаһы һоро төҫтә ине, минең генә өҫ-башым айырылып торҙо: ҡара күлдәк, аҡ алъяпҡыс, матур таҫмаларымды атайым Мәскәүҙән алып ҡайтҡайны», – ти әҙип ҡыҙы, иҫтәлектәргә сорналып.
«Һүҙгә һаран, фекергә бай»
Тап шулайтып яҙа Рәми Ғарипов йәш ҡәләмдәшенең тәүге йыйынтығына фатихаһын биреп. «Атайымда шундай ир холҡо ине: һүҙендә торған, вәғәҙәһен үтәгән, юҡты-бушҡа ауҙармаған, сөсөләнмәгән, уйлап, үлсәп һөйләгән, аныҡ эштәр атҡарған. Күңеле бай, тәрән. Хис-тойғоларын белдереп бармаһа ла, ғаилә өсөн өҙөлөп торҙо. Ижади йән генә түгел, аяғында ныҡ баҫып торған ер кешеһе лә ине атай», – ти Зөбәржәт.
«Әҙәбиәт, шиғриәт тип яндым, донъя көтөп яныр урында...» – тиһә лә, бына тигән балта оҫтаһы була Мәүлит ағай, үҙ ҡулдары менән өй һала, үҙе биҙәй, һырлай, Учалыла ла, Өфөлә лә фатир йүнләй, баҡса үҫтерә. Хужалыҡ эштәрен дә үҙе йөкләй. Күп осраҡта рухи аҙыҡ менән йәшәһә лә, иртәгәһе көнөгөҙҙө ҡайғырта белегеҙ, тип кәңәш итә балаларына. Шундай һәләтле һәм егәрле була. Оҙаҡ йылдар Учалы районының «Байрамғол» совхозында музыка мәктәбендә уҡытыусы, директор булып эшләй. Учалы ҡалаһының музыка мәктәбендә, училищеһында ҡурай буйынса дәрестәр алып бара. «Ирәмәл» башҡорт халыҡ үҙәген етәкләй. 1991 йылда Учалы Яҙыусылар ойошмаһын астырып, уның тәүге сәркәтибе була. «Ватандаш» журналында баш мөхәррир урынбаҫары, «Ағиҙел»дә проза бүлеге мөхәррире. 1997–2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Секретариатында бүлек мөдире вазифаһын башҡара. Ошо йылдар эсендә Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа көндөҙгө бүлектә уҡырға ла, ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамларға ла өлгөрә. 2005–2008 йылдарҙа Учалы Яҙыусылар ойошмаһының яуаплы секретары, 2013 йылда Урал аръяғы ижади көстәренең «Ҡуңыр буға» төбәк йәмәғәт ойошмаһын төҙөүгә күп көс һала, уның идара рәйесе йөгөн тарта. 2016 йылдан «Өлкәр» һәләтле балаларҙы күтәрмәләү хәйриә фондын ойоштора һәм уның рәйесе була.
– Шундай юғары идеяларға табынған энтузиаст ине ул. Һәр саҡ кешеләргә ярҙам итергә атлыҡты. Таныш булғандарҙың да, булмағандарҙың да ҡулъяҙмаларын тикшереүгә, урыны-еренә еткереүгә күпме йөрәк көсөн һәм ваҡытын сарыф итер ине. Ә бит былар барыһы ла хаҡ түләнмәйенсә башҡарылды.Уның өсөн күңел сафлығы, рухи байлыҡ тәү урында торҙо, – тип һөйләй был хаҡта ҡыҙы.
Атай биргән һабаҡ
Мәүлит Байгилде улының ижади потенциалына ла хайран ҡалырлыҡ! Әҙәбиәттең бөтә жанрҙарында ла берҙәй уңышлы эшләй ул. Утыҙ китап авторы сирек быуаттан ашыу ғүмерен «Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма» китабын әҙерләүгә арнай. Ижад лабораторияһында уникаль күренеш булған, 75 сүрәне үҙ эсенә алған хеҙмәтен ҡулына алып өлгөрә әҙип. Ә уның йөҙ сүрәнән торған тулыраҡ вариантын ҡыҙы Зөбәржәт сығарып, тамамлап ҡуя. Тағы ла «Ишмөхәмәт сәсән» һәм «Шаңдау» китаптарының да донъя күреүенә булышлыҡ итә ҡыҙы.
«Миңә атайымдың иң ҙур һабағы, алтын аманаты шул – ғүмер буйы белем эстәү, ғилем туплау. Бала саҡтан барыбыҙға ла китап «ене» ҡағылған. Кеше үҙ өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләргә, белемгә ынтылырға тейеш, тип ҡабатларға яратты ул. Атайымдың васыятын тоторға тырышам: ҡулыма нимә килеп эләгә, шуны уҡыйым. Улар йөкмәтке яғынан төрлө булырға мөмкин: медицина ла, психология ла, тарих та. Мәктәптә химия, биология фәндәрен яратһам да, атайыма ҡарап, филологияны һайланым. Ул үҙенең юлын дауам итеремде эстән генә теләй ҙә ине, буғай.
Бала сағымды хәтерләһәм, өйҙә һәр саҡ музыка яңғырап торҙо, – тип дауам итә ул. – Атайым баяндан, ҡурайҙан уҡытты, Азамат ағайым – ҡурай, Илшат ағайым – баян, мин домра буйынса махсус музыка мәктәбендә шөғөлләндек. Ә әсәйем мандолинала уйнай торғайны. Музыкант кеше хеҙмәт ҡоралында көнөнә ике сәғәттән дә аҙ шөғөлләнергә тейеш түгел, тип һананы атай. Шуға ла беҙ көн һайын оҫталығыбыҙҙы камиллаштырыр инек. Һуңғы йылдарҙа, музыка мәктәбенән киткәс, баянын ҡалдырҙы ул, тик ҡурай ғына тартты, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарҙы, халыҡ сәсәне булып танылды».
Айзилә Мортаева.
Мәҡәләне тулы вариантын журналыбыҙҙың июль (2026) һанында уҡырһығыҙ
Фото героиняның шәхси архивынан