+21 °С
Ясно
Әҙәби балҡыш
11 Августа , 08:19

Һыңар бейәләй. Юмористик хикәйә.Рамай Ҡаһир

Түңкәреүле  ятҡан  оҙонса  ағас  кәритәнең  ҡарын  ҡағып,  ярты  биҙрә  бойҙай  һипкәс,  ҡарт һарайҙың  ишеген  барып  асты.  Бер-бер   артлы  баҡылдап,  инде  һимереп  бөткән  өйрәктәр  сыға  башланы.  Улар  артынса  әтәс-тауыҡтар ҙа  күренде.  Ғәҙәттәгенсә,  өйрәктәрен  һанарға  тотондо  Шәғәли  ҡарт.  Ун  дүрт  кенә  булды  түгелме?  Әллә  яңлыш  иҫәпләй  инде.  Үҙенә-үҙе  ышанмай  яңынан  иҫәпләп  ҡараны.  Ысынлап та,  ун  бишенсе  өйрәк  юҡ.  Әллә  һарай  эсендә  тороп  ҡалғанмы,   тип  унда ла  күҙ  һалды.  Юҡ  шул,  төнәүҙән  төшөп  өлгөрмәгән  ике  тауыҡтан  тыш  бер  йән  эйәһе лә   күренмәй.

Һыңар  бейәләй. Юмористик  хикәйә.Рамай ҠаһирҺыңар  бейәләй. Юмористик  хикәйә.Рамай Ҡаһир
Һыңар бейәләй. Юмористик хикәйә.Рамай Ҡаһир

Шәғәли  ҡарт  бөгөн  иртән,   Сәмиғә  ҡарсығы  менән  сөкөрҙәшеп  сәй  эсеп  алғас,  ихатаға  өйрәк – тауыҡтарын  ашатырға  сыҡты.  Ноябрҙең   аҙағы  етеп  килә,  теге  аҙнала  ҡалын  ғына  ҡар яуғас,  кинәт  һыуытып  ебәрҙе.  Етмәһә,  бөгөн  әсе  ел  сыҡҡан.  Ана  «Юлдаш»  радиоһы  һөйләүенсә,  урыны  менән  егерме  ете   градусҡа  тиклем  һалҡынайтырға  тейеш.   Алдағы  аҙнала  ҡалала  йәшәгән  ҡыҙҙары  ялға  ҡайтҡандарында,  өйрәктәрҙе  һуйып,  эшкәртеп  алырға  кәрәк,  Алла  бирһә.  Йылҡы,  һыйыр  ите  булмағанда,  өйрәк  ите лә  танһыҡҡа  бик  дан  була .   Эшкәртеп,  тоҙлап  ҡуйылған  ҡош-ҡорт  ите – үҙе  бер  «дәүләт»  бит  ул!

Түңкәреүле  ятҡан  оҙонса  ағас  кәритәнең  ҡарын  ҡағып,  ярты  биҙрә  бойҙай  һипкәс,  ҡарт һарайҙың  ишеген  барып  асты.  Бер-бер   артлы  баҡылдап,  инде  һимереп  бөткән  өйрәктәр  сыға  башланы.  Улар  артынса  әтәс-тауыҡтар ҙа  күренде.  Ғәҙәттәгенсә,  өйрәктәрен  һанарға  тотондо  Шәғәли  ҡарт.  Ун  дүрт  кенә  булды  түгелме?  Әллә  яңлыш  иҫәпләй  инде.  Үҙенә-үҙе  ышанмай  яңынан  иҫәпләп  ҡараны.  Ысынлап та,  ун  бишенсе  өйрәк  юҡ.  Әллә  һарай  эсендә  тороп  ҡалғанмы,   тип  унда ла  күҙ  һалды.  Юҡ  шул,  төнәүҙән  төшөп  өлгөрмәгән  ике  тауыҡтан  тыш  бер  йән  эйәһе лә   күренмәй.

Туҡта,  бында  нимә  ята  ул?  Һыңар  бейәләй  түгелме?!  Кемдеке  ул,  ҡайҙан  килеп  сыҡҡан?

Әбейен  тышҡа  саҡырып  сығарып,  өйрәктәрҙе  икәүләп  иҫәпләнеләр.  Ысынлап та, бер  өйрәк  етмәй  ине. Быйыл  төлкөләр  бик  күп  булды  шул.  Ҡайҙан  шулай  күп  үрсегәндәрҙер?  Күпме  халыҡтың  ҡош-ҡортон  сәлдереп  әрәм  иттеләр.   Шәғәли  ҡарт  һарай  артындағы  ҡар  өҫтөндәге  эҙҙәргә  иғтибар  итте.  Төлкө,  эт  эҙҙәре  күренмәй.  Тик  бына  ботинка  эҙҙәре  генә  күренә.  Кемдер  һырт  яҡтан,  бәрәңге  баҡсаһы  аша  инеп,  кире  сыҡҡан.

Тимәк, өйрәкте  төндә  кемдер  урлаған  булып  сыға.  Анау  үҙ  урамдарында  йәшәгән  Наил  менән  Саниярҙың  ғына  эше  инде!   Уларҙан  башҡа  кем  булһын!  Икәүһе лә  бер  яңғыҙы  йәшәйҙәр,  инде   ҡырҡ  йәшкә  кереп  барһалар ҙа,  кәләш  алмайҙар,  йүнләп  бер  ҡайҙа ла  эшләмәйҙәр.  Ә  үҙҙәре  көн дә  тиерлек  һуҡмыштар.  Кемгәлер  делянканан  ағас  сығарышып,  утын  ярып,  йәки  бура  бурашып  араҡы,  көмөшкә,  тамаҡ  хаҡына  ҡол  булып  йөрөйҙәр.

...Күпте  күргән  тәжрибәле,  хәйләкәр  Шәғәли  ҡарт  һыңар  бейәләйҙе  тотоп,  үҙенә  яҡыныраҡ  йәшәгән  Наилдең  йортона  инде.  Йыш  эсеүҙән  йөҙө  шешенеп  бөткән  ир,  һаулыҡ  алғас,  аптырап:

-Бабай  хәлдәр  нисек,  ни  эш  бөтөрөп  йөрөйһөң? – тине.

-Бына  бейәләйеңде  килтерҙем,  төшөрөп  ҡалдырғанһың  бит! – тип  һалдырҙы  Шәғәли  ҡарт.

Наил  күршеһе  һуҙған  һыңар  бейәләҙе  тегеләй-былай  әйләндереп  ҡараны ла:

-Бәй,   был  Саниярҙың  бейәләйе  бит! – тип  ысҡындырҙы.

-Ә  шулаймы  ни? – тип,  Шәғәли  ҡарт  һаубуллашып,  нисек  кергән,  шулай  тиҙ  генә  сығып  китте.

Саниярҙың  йортоноң  мейес  торбаһынан  ҡуйы  төтөн  сыға  ине.  Тимәк  уянған,  ут  яғып  ебәргән.   Керһә  Санияр  әллә  ниндәй  ят,  ҡаҡса  ғына  буйлы  әҙәм  менән  мейес  алдында  тәмәке  көйрәтә.  Өҫтәлдә  буш  стакандар,  араҡы  шешәләре,  кәстрүл  менән  тәрилкә,  ҡалаҡтар  күренә.  Төндә  арыу  ғына  байрам  иткәндәре  беленеп  тора.   Шәғәли  ҡарт  ҡыйыулығын  йыйып  туп-тура  һуҡтырҙы:

-Хәлдәр  нисек  Санияр    улым?   Бына  һинең  һыңар  бейәләйеңде  табып  алдым  әле.  Минең  өйрәкте  урлаған  сағыңда  төшөрөп  ҡалдырғанһың  бит!

“...Бурҙың  бүрке  яна”, тиҙәр.   Көтөлмәгән  хәбәрҙән  Санияр  тертләп  ҡуйҙы.  Тәмәкеһенең  төпсөгөн  әшәк  эсенә  бәреп,   ишек  яғында  элеүле  торған  курткаһының  кеҫәләрен  аҡтарырға  тотондо.   Күпме  генә  эҙләһә лә,    бейәләйенең   бер  һыңарын  ғына  таба  алды.

-Ысынлап та, минеке  төшөп  ҡалған  икән...  Инде  алдашырға,  артҡа  сигенергә  урын  ҡалмағайны.  Ыҡ-мыҡ  итеп,  тотлоғоп, дөрөҫөн  әйтергә  мәжбүр  булды  оялыуҙың  ни  икәнендә  белмәгән  һуҡмыш  ир.

-Ишҡәле  бабай,  зинһар  ғәфү  ит  инде.  Кисәге  ныҡ  иҫерек  булғанмын.  Бына  йыраҡтан  бер  дуҫым   төнгә  ҡаршы  ҡунаҡҡа  килеп  төштө.  Араҡыһы  байтаҡ  ҡына,  ә  йортомда  закускаға  хатта  икмәк тә  юҡ.   Шуға ла  нимә  эшләргә  белмәй,  бер  яртыны  ҡоролай  бушатҡас,  һинең  бер  өйрәгеңдең  башын  борорға  тура  килде. Ҡунаҡ  кешене  ас  ултыртып  булмай  бит  инде!

-Бөгөн-иртәгә  тигәндәй  аҡсаһын  түләрмен  “калым”дарым   бар  минең. Күпме  һорайһың,  шунса  аҡсаһын  бирермен.  Ләкин  тауыш  күтәрмә  инде. Халыҡ  белмәһен!

Ауыл  ерендә  хәбәр  һә  тигәнсе  ишетелә  бит  ул.  Кемелер  был  яңылыҡты  участковыйға  еткерә лә  һалған.  Төштән  һуң  Саниярҙы  милиция  машинаһына  ултыртып  алып та  киттеләр.

...Ике  йылдан  ашыу  Белорет  төрмәһендә  булып  ҡайтты  ул.  Хужалыҡ  эштәрендә   йөрөп,  камерала  ултырған  тотҡондарға  төрмә  ашын – “баланда”  таратып  йөрөгән  тиҙәр.

 

Рамай  Ҡаһир.

 

Фото Олеся Вильданова

Автор:
Читайте нас