

Бигерәк ауыр мал тотоуҙары был яҡтарҙа! Ни тиһәң дә, таулы-урманлы ҡырыҫ төбәк: йәнде иркәләгән ҡояшлы, эҫе, аяҙ көндәре әҙ була, көҙ бигерәк иртә килә. Халыҡ бесәнде күбеһенсә ҡара ҡул көсө менән эшләй.Араларында бар инде бәхетлеләр: колхоз эшендә йөрөгән һауынсы, механизатор, малсы, трактористарға колхоз сабынлыҡтарҙы иркен, тигеҙ, асыҡ аҡландарҙан бүлеп бирә.Бесән мәлендә техникаһы менән ярҙам итеп ебәрә.Ә ҡалғандарға ауылдан алыҫ, машина менеп етә алмаған бейек тау баштарындағы бәләкәс кенә аҡлан, тау битләүендәге һөҙәк уйпатлыҡ, өйкөм-өйкөм ағаслыҡ аралары ҡала.Кем ҡайҙа алданыраҡ өлгөргән, шунда бесән саба.
Һуғыш ветераны, ҡул суғын яу яланында мина ярсығы өҙөп алып киткән Хисаметдиндың сабынлығы кеше талашҡандай түгел. Ауылдан 7-8 саҡрым алыҫлыҡта, бейек тау башындағы ҡуйы урман араһында урынлашҡан.Урмансылыҡ хужалығынан, инвалид булғанға ғына һүҙе үтеп, һорап алғайны делянка урындарын.Бер нисә бәләкәй аҡланын һанамағанда, иҫ киткәндәй бер ере лә юҡ.Һәр бер ағас төбөн уратып, ҡырып-һепереп тигәндәй шау япраҡ урман бесәне саба. Уның да әле яртыһы ҡаҙаяҡ, әллә күпмеһе тырмаға эләккән сыбыҡ-сабыҡ, тип әйтһәң дә дөрөҫ. Етмәһә, япраҡ үлән ҡауҙырҙап кипһә, күләме яртылаш тигәндәй кәмей, күбәгә һалам тиһәң, шатырҙап онтала. Шуға һәр бер һәнәк бесәнде ипләп-бәпләп, шауҙырҙатмай, ысыҡ кипмәҫ борон, әҙ генә еүешерәк сағында күбәгә өйәләр. Башҡа сабыр урын булмағас, ни хәл итәһең, йөрөйһөң инде. Бер баш һыйыр, 5-6 баш ваҡ малға ике ай тирәһе йәйәү һәлпәндәп йөрөп саҡ бесән еткереп алалар.
Сабынлығы янында ғына колхоз баҫыуҙары.Көҙөн ундағы игенде урып-йыйып бөткәс, көтөүселәр колхоздың һимертергә махсус айырылған “нагул” малын көн һайын шунда ҡыуа.Шуға Хисаметдин ыҙалап ҡына ҡойған кәбәндәрен малдар туҙҙырмаҫ борон, һуңламай кәртәләргә тырыша.Унан ҡыш көнө ҡар ныҡ тәрән ятмаҫ борон, йөҙ-һыуыңды мең түгеп, бесән алдырырға трактор эҙләйһең.Ҡыҫҡаһы, әҙер кәбәнең ихатаға килеп ингәнсе эт ыҙаһы күрелә инде.
Өлкән малайы Илшат үҫеп ҡул араһына инә башлағас, Хисаметдин әҙерәк иркен тын алды. Йыл һайын көҙ көнө уны сабынлығын таҙаларға эйәртә башланы. Бер нисә бәләкәй генә аҡланды ҡороп йығылған ағастарҙан, ел-дауылда һынып ҡолап төшкән эре-торо ботаҡтарҙан таҙалап, баш ҡалҡытҡан бер йәш ағас үҫентеләрен үткер балта менән ҡырҡып, өйөп, ямғырлы көндәрҙә янында ҡарап тороп үртәп, әкренләп сабынлығын йылдан-йыл яйлап киңәйтеп бара, шөкөр.
Быйыл яңы ғына колхоз председателе булып эшләй башлаған йәш етәксе баштан уҡ дилбегәне ҡыҫҡа тотто. Иң тәүҙә ауыл лавкаларына йөрөп сығып, һатыусыларға бесән бөтмәйенсә бер генә колхозникка ла араҡы һатмаҫҡа ҡушып сыҡты. Улай ғына түгел, йыбанмай, магазин складында булған һәр бер яртыны һанап, иҫәбен алып үҙенең эш дәфтәренә теркәне. Шунан ауыл халҡын дөйөм йыйылышҡа йыйҙы. Күмәк хужалыҡтың 75 процент бесәне әҙер булмайынса, бер кемгә лә үҙенә төшөргә рөхсәт юҡ, - тип ҡәтғи рәүештә үҙ ҡарарын белдерҙе.
- Бер беҙҙә генә түгел, бөтә район буйынса партия ҡуша, - тип өҫтәп һүҙен нығытып ҡуйҙы ул, ҡаршы өндәшеүсе булмаһа ла.
Ғәҙәттә, был урман яғында йәй ғүмере ҡыҫҡа була, шуға башҡа йылдарҙа халыҡ июль башынан да ҡалмай бесән башлай торғайны. ”Былай булғас, авгусһыҙ төшөп булмаҫ инде” - , тип уфтанышты ир-ат. Эшләгәндәй кешеләре булғандар, һуңлап булһа ла бер-ике баш малға берәй нисек бесән әҙерләп алырбыҙ әле, тип ҡул һелтәне.
Һуңғы йылдарҙа һис кенә лә һаулыҡҡа туя алмаған, аяҡ-ҡулы үлтереп һыҙлаған Хисаметдин ғына эстән һыҙып ҡайғырҙы. Ҡул аҫтына ингән, бөтә ауыр ирҙәр эшендә ҙур ярҙамсы булған, күҙ терәп торған Илшаты быйыл урта мәктәпте гел бишлегә тамамлап, юғары уҡыу йортона уҡырға инде. Унан өлкәнерәк ҡыҙы Рәйлә өсөнсө йыл студент һурпаһы эсә. Август аҙағында улары китеп бөтһә, бесәнде 6-ла уҡыған Иштуғаны менән икәү генәһе нисек эш итеп алырҙар икән? Ҡатыны хат ташыусы булып эшләй, өйҙә ыбыр-сыбыр тағы ике ҡыҙ.Техника түгел, ат та тоторға хәлдәренән килмәй, бесәнде йәй буйы йәйәү йөрөп ҡул менән эшләйҙәр.
Аптыранып бер-ике көн уйланып йөрөнө лә бер ҡарарға килеп, моғайын, һуғыш ветеранына һүҙ тейҙереп тормаҫтар, тип бесәнгә төшөргә әҙерләнә башланы. Һарай башынан салғыларын төшөрөп, һәйбәт итеп сүкеп алды, яныуыстарын барланы. Иштуғаны былтыр ағайының артынан ҡалмай, етенсе номерлы салғы менән апаруҡ һелтәнеп өйрәнеп алғайны.Быйыл уныһы бәләкәй булыр, тип, Әүжән баҙарынан һатып алған яңы һигеҙенсе номерлы салғыны малайының буйына тап килтереп, тотҡаһын күсереп көйләне.
Иртәгеһенә таң һыҙылыр-һыҙылмаҫтан Зарифаһы аяҡ өҫтөндә ине. ”Ҡаҙҙар барып төшөп һыуҙы бысратмаҫ борон өлгөрөп ҡал”, - тип йәһәтләп ҡыҙын уята һалды. Бар ауылдың ҡарап ҡына торған эсәр һыуын ошо бәләкәс кенә Йәүгәзе йылғасығы бирә. Шул тиклем тәмле уның һыуынан ҡайнатҡан сәй! Уңған килендәр, еткән ҡыҙҙар таң атыр-атмаҫтан өлгөрөп һыу алып ҡала, йоҡосораҡтары һуңға ҡалһа, ҡош-ҡорт төшөп бысратҡан һыуҙы үҙһенмәй, таҙаһын эҙләп әллә ҡайҙа йылға үренә тиклем барып етәләр.
Зарифа һыйырҙарын һауып көтөүгә ҡыуғансы, Хисаметдин бесәнгә кәрәк-ярағын барлап, баҡырса-сүлмәктәрен әҙерләп, биштәрен аласыҡҡа алып инде. Шунан ғына кисә киске уйындан һуң ғына ҡайтып һарай башында бесәнлектә йоҡлап ятҡан малайҙарын уятты.
Илшаты йоҡоға шул тиклем сос ул, атаһы эйелеп арҡаһынан дөпөлдәтеп яратып та өлгөрмәне, күҙҙәрен ҙур асып һикереп тороп ултырҙы. Хисаметдин хатта тертләп ҡапыл артҡа тайшанды.
- Ипләп, балам, ипләп, улай ҡапыл торорға ярамай.Әҙерәк кирелеп-һуҙылып , яйлап уянырға кәрәк. Йә, йөрәгемде ҡабындырҙың...Әйҙә, сәй ҡайнаған, юлға сығырға ваҡыт.Ҡустыңды ла алып төш.
Күмәкләшеп сәй эскән арала Зарифаһы кистән әҙерләп ҡуйған аҙыҡ-түлеген биштәргә тултырҙы. Салғыларҙы бүлешеп алып яурындарына һалдылар, Рәйлә эсенә кәртүк тултырылған сүлмәкте тотто. Иштуғанға буш биҙрә менән баҡырсаны биреп ҡуйҙылар, Илшаты биштәрҙе арыҡ ҡына яурындарына элеп алды.
Артыҡ кеше күҙенә салынғыһы килмәгән Хисаметдин, турараҡ та булыр, тип оло урамдан атламай, кәртә арттары буйлап алып китте балаларын. Ауыл осона барып сыҡҡас, ике тау араһындағы берләм һуҡмаҡҡа төшөп алдылар. Иртәнге һалҡынса һауанан балаларҙың йоҡоһо тамам осто, улар бер-береһенә һуңғы арала уҡыған ҡыҙыҡлы китаптарын, ҡараған киноларын һөйләп күңелле генә атланы.
- Көсөңдө һаҡлабыраҡ бар, йүгермә, алыҫ әле бараһы юл, - тип кесе улын тыйыңҡыраны Хисаметдин.
Ике яҡтан да түбәләре күккә олғашып торған бейек тау теҙмәләре һуҙыла, уң яҡтан, улар килгән юл менән ярышҡандай әрәмә араһынан бормаланып-бормаланып Йәүгәзе сылтырай. Дүрт-биш саҡырым барғас, юл ҡапыл өскә айырылды.
- Бына быныһынан һулға менеп текә үргә китһәң, Гөлсирә инәңдәр йәшәгән күрше Байтирәк ауылына барып сығаһың, уң яҡтағы тауға юл буйлап күтәрелһәң, колхоз баҫыуҙары булыр.
- Ә беҙгә – туп-тура, - тип ҡуйҙы Иштуған.
Сабынлыҡтарына еткәнсе алыҫ әле, юлдың иң ҡыйын өлөшө ҡалды. Арыраҡ, суҡайып торған ҙур таш аҫтынан бәреп сыҡҡан бәләкәй генә тау шишмәһе янында ултырып хәл алдылар. Рәйлә сүлмәгендәге кәртүген йыуып өҫтөнә һыу тултырҙы, баҡырса менән бәләкәй биҙрәне лә мөлдөрәмә тултырып алдылар. Артабан юлдары тағы ла текә тауҙарға үрелә, унда иһә эсәр һыу юҡ.
- Салғыларҙы һин ал, улым, мин быларын тотормон.
- Юҡ, һиңә ауыр була бит, баҡырсаны үҙем алайым.
Үҙ-ара бер аҙ бәхәсләшеп алдылар, унан алмашлап алып барырға һүҙ ҡуйышып тағы ҡуҙғалып киттеләр. Бер саҡырымлап барғас, юлдан уңға тартып бейек тау итәгендә туҡтанылар.
- Саҡ ҡына хәл йыйып алығыҙ, тау текә, менгәнсе арырһығыҙ, - тине, балаларын йәлләп, Хисаметдин.
- Оһо! Мында ҡасан менеп еткәнсе!..
Иштуған башын ҡаҡайтып бейек тауға ҡараны.
- Башҡа юл юҡ микән, атай?
- Бар ҙа ул, улым, бигерәк урау була шул. Ана-а-а, күрәһеңме, алғараҡ тағы ике саҡырымлап барһаң, һөҙәгерәк тауы бар, тик унан ураһаҡ, тотош бер колхоз баҫыуын тирәләтеп урарға кәрәк. Артыҡ өс-дүрт саҡырым килеп сыға. Текә булһа ла, бынан турараҡ инде. Ял итә-итә менеп етербеҙ әле.
Балалары тын алғансы, Хисаметдин бер килкем тирә-яҡтарға ҡарап тын торҙо.
Эй, тәбиғәттең матурлығы!.. Тауҙар ышаныслы ҡәлғә һымаҡ бар яҡтан уратып алған, түбәләре күгәреп офоҡтарға тоташҡандай.Ә ниндәй генә ағастар үҫмәй был тауҙарҙа! Осло баштарын һөңгө кеүек болоттарға терәгән береһенән-береһе мөһәбәт ҡандауай ҡарағайҙар, үҙ дәрәжәһен белеп олпат ҡына ултырған мәғрүр имәндәр,саҡ ҡына иҫкән елгә лә шыбыр-шыбыр серләшкән остоҡай уҫаҡтар, араларында ап-аҡ олондары менән әллә ҡайҙан “Беҙ бында”- тип күренеп ултырған нәфис ҡайындар, ҡупшы сағандар, ара-тирә төркөм-төркөм балан, мышар күренеп ҡала, аҫтараҡ муйылдар ирәйеп ултыра, тал-ерек, йүкә, хатта ҡарамаһына тиклем урын табылған.
Яй ғына тауға үрмәләнеләр. Аталарының хәленә инеп әкрен генә күтәрелде балалары. ”Анауы йығылып ятҡан ағасҡа тиклем генә менәйек тә ял итеп алырбыҙ”, “Бынау төпһәгә тиклем күтәреләйек тә әҙерәк тын алырбыҙ”, - тип бер-береһен әүрәтеп, ниһәйәт, тау башына менеп еттеләр.Артабан барыуы еңелерәк, һиҙелер-һиҙелмәҫ беленеп ятҡан былтырғы тар һуҡмаҡ буйлап аллы-артлы төшөп алдылар.Быйыл бынан бер кем дә үтмәгән әле.Үҙҙәренә яңы һуҡмаҡ һалырға, шуға ҡайһы бер урындарҙа ҡуйы селеклек аша аяҡ-ҡулдарын һыҙыра-һыҙыра үтергә тура килде.
Иштуғандың күңеле күтәренке, иҫе китеп тирә-яҡҡа ҡарап килә.Йә, берәй ағас төбөнән пырхылдап ҡош осоп сыға, йә бейек үләндәрҙе йырып үткәндә сиңерткә сырылдап ырғый. Туҡ та туҡ ағас олонон туҡылдатҡан тумыртҡа күреп ҡыуанһынмы, хатта алдарынан ғына ағастан ағасҡа һикерәнләп ҡасҡан тейенде лә күрҙе әле ул.Бөтә донъяһын онотоп апаруҡ тамаша ҡылып торҙо малай, ағайы еңенән тартмаһа, тағы әллә күпме иҫе китеп торор ине.”Үәт, хәҙер әҙ генә ҡалды , етәбеҙ, балалар, анааа, былтырғы ҡыуыш урыны ла күренде”, - тип Хисаметдин башы менән алға ымланы.Малайы ҡыуанысынан йүгереп үк китте.Биштәрен элекке усаҡ яҡҡан ерҙәге ҡарт ҡарағай ботағына элеп, ҡулын билдәренә таянып, тирә-яҡҡа ҡарап торҙо ла “Эһе-һеееей”, - тип һөрәнләп ебәрҙе.Уның сағыу тауышын шаңдау яңғыратып әллә ҡайҙарға алып китте лә кире үҙенә “Эээээй“ – тип ҡайтарып сәләмләне.Атаһы көлөмһөрәп уға ҡараны; “Иҫәнләштеме урман апаң һинең менән? Әйҙә инде, хәҙер һин усаҡ урынын түңәрәкләтеп сабып сыҡ та бесәнен былтырғы ҡыуыш өҫтөнә ырғыт.Ҡапыл ямғыр-фәлән була ҡалһа ҡыуышһыҙ булмаҫ.Илшат улым, һин ҡоро-һары алып килеп ут тоҡандырып ебәр, апайыңа аҫҡаҡ юнып бир.Ҡыҙым, һин сүлмәгеңде элерһең, кәртүгең бешә торһон.” Үҙе салғыһын алып саж да сож яный башланы.Эстән генә бисмиллаһын әйтеп, һау уң ҡулы менән салғы тотҡаһын тотоп, сулаҡ һулы менән һабын кәүҙәһенә ныҡ итеп ҡуша ҡыҫып, киң алдырып сабып китте.Әле ысығы ла йүнләп кибеп өлгөрмәгән йәш үлән, ғыршылдығы сығып, төбөнән таҙа ғына ҡырҡылып, тигеҙ рәт булып беренсе бакуйға ятты.Эштәрен теүәлләгәс, усаҡты ҡустыһына ҡарап торорға ҡушып, атаһы артынан уның кеүек аяҡтарын кирә баҫып, ҡолас ташлап Илшат төштө.Рәйлә лә ҡустыһынан ҡалышмай, үксәһен ҡырҡып тигәндәй, ярышып саба.Иштуғанға атаһы бөгөнгә ҡыуыштың өҫ яғын, урман эстәренә инеп, һәйбәт үҫкән ерҙәрен уйып-уйып сабырға ҡушты.Әлегә ололар ыңғайына өлгөрә алмай шул малай. “”Нисауа, рәт сыға бынан, икенсе йылға буйтым эшкенер ағайы артынан ҡалмай сабырға”- тип ҡыуанды Хисаметдин уға ҡарап.
...Бесәнгә төшөп 4-5 көн үтеүгә, бригадир килеп оло малайын ауыл звеноһына колхозға бесән эшләшергә алды ла китте. Ебәрәһеңме-юҡмы, тип рөхсәт һораған кеше лә булманы. Бик үк йыш булмаһа ла, йомош-фәләнең шуларға төшөп торғас, Хисаметдин ҡаршы өндәшмәне. Былай ҙа яҙылмаған ҡанун буйынса, ауыл йәштәре йыл да күмәкләп ҡырҙағы колхоз яландарында ололар менән бер рәттән бесән әҙерләүҙә ярҙам итәләр ине.
Хәҙер инде Хисаметдин бесәнгә ҡыҙы менән бәләкәс улын алып йөрөнө.Әкренләп аҫ яҡтағы аҡланды сабып бөтөп, тау ашаһындағы икенсе сабынлыҡтарына күскәйнеләр генә, көндәр боҙолоп яуынға тартты ла ҡуйҙы. Шулай ҙа яуа тип кенә сабыуҙан туҡтаманылар, ҡыҙы бар саҡта ыратып ҡалырға тырышты Хисаметдин. Илшатының юҡлығы ыңғай беленде, эштәре бер ҙә ырамай. Ҡасан анау тиклем араға йәйәү барып еткәнсе ҡояш апаруҡ күтәрелә.Бер һыуһын сабып сәйләп алалар, икенсе һыуһын эшләп тағы сәйгә туҡтайҙар. Тағы бер һыуһын эшләүгә ҡайтырға кәрәк, сөнки юл оҙон ғына.
Бесәндә ни тиклем арыһалар ҙа, ҡайтыр яҡҡа ҡыҙы менән бәләкәй улы шәп атлай, сөнки кис һайын тигәндәй клубта һинд киноһы күрһәтәләр. Шәмбе, йәкшәмбе көндәре өлкәне атаһынан рөхсәт һорап клубта киске уйынға ла ҡала. Бесән мәле, тип тыйып тороп булмай, еткән ҡыҙ бит инде. ”Йәштәр ыңғайына күңел асып ҡалһын, хәҙер генә уҡыуына китә, етмәһә, кистәрен эшләп уҡый”, - тип атаһы тыймай уны.Һәйбәт, аҡыллы йөрөһә булған.
Яуын көндәр араһында саҡ ҡына көн йылтыраһа ла, Хисаметдин, ваҡытын әрәм итмәй.Үткер балтаһын алып туҡылдап ҡыуыш ҡора башлай, ҡыҙы менән малайы булған ғына йоҡаҡ бакуйҙарҙы йыйып ул яһаған бер ҡыуышҡа киптерергә элә бара. Шау япраҡ та ҡаҙыяҡлы урман бесәне әҙ генә сылатып үтһә лә дым тарта һалып бара, ә ҡыуышҡа һалһаң, елләнеп тиҙерәк кибә. Шунан аралары алыҫ булһа ла 3-4 ҡыуыштың бесәнен бер урынға ташып күбә яһап ҡуялар. Ямғырлы көндәр араһында илле-алла менән , шулай ҡыуышҡа һалып киптереп, аҫҡы сабында бер кәбән ҡойоп ултыртып ҡуйғас эй ҡыуаныуы Хисаметдиндың! Өҫ яғынан тағы бер кәбән сыҡһа, етәр ине ҡыш бауырына.
Тик ҡыуанысы оҙаҡҡа барманы ирҙең... Ул көндө улар бер һыуһын сабып сәй эсергә ултырған ғына инеләр. Колхоз баҫыуы яғынан трактор гөрөлдәгән тауыш ишетелде. Был мәлдә нишләп йөрөйҙәр икән, - тип аптыраны ир.Балалары әҙерәк ял иткәнсе тип, суҡайып торған ҙур тамыр өҫтөндә йәтешләп салғы сүкергә ине уйы. Шул арала трактор тауышы аҫҡы сабынлыҡ яғынан ишетелә башланы.
- Туҡта әле, кем йөрөй икән был мәлдә,- тип салғыларын үлән араһына ырғытты ла Хисаметдин яйлап баҫып шул яҡҡа ыңғайланы.
Көтә-көтә оҙаҡ булып киткәс, Иштуған шөбһәләнеп уның артынан аҫҡы сабынлыҡҡа төштө. Малай барып етеүгә, бригадир Зәкир менән тағы бер нисә ир-ат уларҙың көс-хәл менән ҡойоп ҡуйған кәбәндәрен трактор арбаһына тейәп бөтөп баралар ине. Атаһы трактор алдына баҫҡан да тора.
-Үткәрмәйем! Правағыҙ юҡ һуғыш ветеранының бесәнен алырға!
Йәш кенә тракторист егет нишләргә белмәй аптыранды, кабинаһынан башын тығып бригадирға һораулы ҡараны. Зәкир йәне көйөп Хисаметдинды еңелсә генә ситкә этеп ебәреүе булды,былай ҙа ябыҡ ҡына ир елп итеп ҡолап барып төштө.Бесән тейәшкән ирҙәрҙең береһе уға күтәрелеп ҡарамай ғына:
- Хисаметдин апа, беҙгә нимә әйтәләр, шуны эшләйбеҙ инде, ғәйеп итмә, - тип, һәнәген тотоп ситкәрәк китте.
- Тормағыҙ ҡатып! Йәһәтерәк тейәп бөтөгөҙ ҙә ҡайтырға кәрәк,- тип ҡысҡырҙы уларға бригадир. Шунан Иштуғанға боролоп:”Ал атаңды юлдан, председатель үҙе ҡушты бесәнде тейәргә!” Иштуған атаһын торғоҙоп. ситкәрәк алып китте.
...Аптыраны Хисаметдин. Былай уҡ булыр, тип уйламағайны.Ҡартайған көнөндә ошондай хурлыҡҡа төшөрмөн, тип ике ятып бер төшөнә лә инмәгәндер.Ғәрләнде лә, йәне лә көйҙө.Сулаҡ бер һуғыш ветеранының бесәненә көнө ҡалғанмы анауы тиклем орденлы колхоздың, тип үртәнде.Бер-ике көн уйланып йөрөгәс, был хәлде улай ғына ҡалдырмаҫҡа уйлап, ярҙам һорап “Башҡортостан” гәзитенә хат яҙып һалды.
Шунан үткенсе машиналарҙан ҡырҙа яланда ятҡан Илшатына тиҙ арала ҡайтып етергә ҡушып хәбәр ебәрҙе.Хәҙер генә балаларының уҡырға китергә ваҡыты етә, нисек яңынан бесән эшләп өлгөрөргә? Сабырға урындар ҙа ҡалманы...Кеше аяғы баҫмаған, ғүмере салғы теймәгән ерҙәрҙән, ҡайҙа бер, ҡайҙа ике-өс күбә сыҡҡандай итеп, өҙөп-йолҡоп өҫтәп сапҡан булдылар.Был юлы ҡырҙа ҡалдырып торманы бесәнен Хисаметдин.
Хәйер, ҡалдырам тигән хәлдә лә унда-бында бер-береһенән әллә күпме алыҫлыҡта ултырған күбәләрҙе бер урынға тарттырып булмаҫ ине.Шуға күрше Ҡыйғыр ауылындағы МТС-ҡа техника һорашырға сығып әйләнде.Әмәлгә ҡалғандай шунда мастер булып эшләгән яҡын ғына ҡоҙаһы осраны.Уның ниндәй йомош менән йөрөүөн белгәс, оҙаҡ уйлап та тормай, ҡеүәтле К700 Белорусын бер көнгә ебәрергә рөхсәт итте.
- Миңә бер ни кәрәкмәй, ҡоҙа, тик шоферға түләрһең инде әҙерәк икмәк-тоҙҙоҡ. Как рас техникаһын бөгөн ремонтлап бөтөп, иртәгә беренсе көн эшкә сығырға тейеш ине.Ярай, документына бер көн өҫтәп яҙырмын ремонтта ултыра, тип.
Эй, ҡыуаныуы Хисаметдиндың! Бар икән был донъяла ярҙамсыл, изге күңелле кешеләр!Ҡараңғы төшөүгә фара яҡтыһында булһа ла, унда-бында һибелгән күбәләрҙе тейәп алып ҡайтып, яртыһын һарай башына ташлап, ҡалғанын ялан кәртәгә өйөп тә ҡуйҙылар.Күңеле булды ирҙең.
Бер көнө Хисаметдинды район үҙәгенә "балаҫ"ҡа саҡыртып алдылар.Ундағы түрә уны хатты ыңғай Өфөгә яҙғаны өсөн орошоп ташланы.Хисаметдиндың фронтовик, һуғыш ветераны, инвалид булыуын иҫәпкә алып, был сетерекле мәсьәләне урында хәл итеү өсөн өҫтән район администрацияһына шылтыратҡандар икән.
- Үҙебеҙ ҙә бында хәл итер инек.Хәҙер, һин, ағай, давай, тауышланмай тор.Урып-йыйыу эштәре тамамланһын әле, был ғауға баҫыла бирһен.Партия ҡарарҙарына ҡаршы барып булмай бит.Ҡышҡараҡ колхоз бесәненән алып барып бирерҙәр, - тип вәғәҙә биреп ҡайтарып ебәрҙе хужа.
Үҙ һүҙендә торҙо ул: тәүге ҡар яуып, һыуыҡтар башланыу менән колхоз яландарында махсус сәсеп үҫтерелгән һоло ҡатыш арпанан йәм-йәшел, һутлы, бер тапҡыр ҙа ямғырға эләкмәгән бесәндән бер кәбән алып килделәр.
Хөснитдин шул тиклем ныҡ ҡыуанды.Быға тиклем яртыһы ҡаҙаяҡлы, яртыһы япраҡ бесән урынына бына тигән оҙон үләнде малдар ҡыш буйы яратып ашаны.Ҡыҙыҡ был донья тигәнең: бәхеткәйе булмаҫ ине, бәхетһеҙлек ярҙам итмәһә...
Мәҙинә Йәғәфәрова
Әбйәлил районы.
Фото В. Демешовой