+16 °С
Ясно
Әҙәби балҡыш
20 Мая , 11:33

ЮМОР Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ФРАНЦУЗ ДИЕТАҺЫ

Француженкалар тураһында уҡып яттым әле. Улар бөтә нәмәне лә ләззәт менән башҡара белә икән. Бигерәк тә туҡланыуҙы. Шундай тәмләп, яйлап, тәмен тойоп ҡына ашайҙар ҙа... һимермәйҙәр. Сере лә тап шунда ғына икән: аҙлап, ҡабаланмай ғына сәйнәп... ләззәтләнеп... Һәм шул «ләззәтләнеп» тигәненә айырым баҫым яһала бында. Туҡта, тип уйланым шул мәл, ни ерем кәм шул француженкаларҙан? Күрһәтәйем әле мин һеҙгә башҡорт ҡатынын! Ике аҙнанан, юҡ, аҙна-ун көндән тал сыбығы кеүек буласаҡмын.

ЮМОР Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ФРАНЦУЗ ДИЕТАҺЫЮМОР Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ФРАНЦУЗ ДИЕТАҺЫ
ЮМОР Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ФРАНЦУЗ ДИЕТАҺЫ

Икенсе көн рәттән тороп алып бутҡа бешерҙем. Һоло ярмаһын, һыуҙа ғына. Тоҙ ҙа һалмайынса. Француженкалар шулай итә икән. Шул массаны ҡабаланмай ғына бәләкәй ҡалаҡлап ауыҙыма тыға ултырам, тыға ултырам. Тамаҡҡа үткеһе килмәй, ҡәһәрең. Әммә мин уны ҡабаланмай ғына сәйнәйем дә йотоп ебәрәм, сәйнәйем дә йотоп ебәрәм. Унан һөтһөҙ шыйыҡ сәй эсәм. Тәмле-татлы урынына күрәгә емешен ҡушам. Бына шулай! Дөрөҫ туҡланабыҙ, тәндә еңеллек, күңелдә ҡоштар һайрай. Ҡабырғаларҙағы ҡарышлауыҡтыҡылай булып бүлтәйгән һыҙаттарҙың шиңгәндән-шиңә барыуын бөгөндән үк тойғандай булып еңел атлап эшкә китәм.

Бер-ике сәғәттән асығам... Элеккесә печеньеға, булкаға һәм кәнфиткә ҡушып сәй шөрпөлдәтеү урынына бер алма кимерәм дә һыу түңкәрәм. Һыуын күпме эсһәң дә була, хатта мөмкин тиклем күберәк, тигән, әммә һин янғын һүндереүсе машина түгел дә инде, артығы һыймай. Ашҡаҙандың ғыуылдауы баҫыла ла ул, шуға ҡәнәғәт булып тынып ҡала. Тик оҙаҡҡа түгел икән. Икенсе тапҡырында бер стакан кефир эсәм һәм ике-өс сәтләүек көйшәйем. Төшкө тамаҡты бер байрам кеүек итеп көтөп алам да, унда йәшелсә ашы, бер киҫәк балыҡ һәм йәшел сәйен тәмләп, яйлап, ләззәтләнеп кенә ашҡаҙанға оҙатам. Ҡабаланмай, ҡарһаланмай, һәр ҡалаҡты, һәр йотомдо айырымлап, татын белеп. Ә нимә? Француз ҡатындарындай ғына булдыра алмайбыҙмы ни?

Киске ашҡа салат һәм быуҙа быҡтырылған ҡарабойҙай менән һыйланып ятҡас, ниңәлер үҙемде үтә лә бәхетһеҙ итеп тойоп, күңел тулып китә. Балауыҙ һығып алғы килә. Тик нимә өсөн иларға? Сәбәбе булмағас, унда берәүҙе ҡушып әрләп ятмағас – күңелһеҙ. Әллә ни эшләп бөтөн уй һыуытҡыс тирәһендә өйрөлә. Үҙ-үҙемде аңлау өсөн һыуытҡыстағы аҙыҡ-түлекте барлап сығырға булам. Һәм, барлай торғас, мин әлеге француз тормошона бөтөнләй әҙер булмауымды аңланым. Вәт, нимә тынғылыҡ бирмәгән икән миңә! Һыуытҡыстағы аҙыҡтар диетаға яраҡһыҙ. Яраҡһыҙ ғына ла түгел, ә бөтөнләйе менән диетама зыян килтереүсе, уны юлдан яҙҙырыусы тәғәмдәр. Шуны аңлағандан һуң миңә тағы ла бер бөйөк идея килә: һыуытҡыстағы француз диетаһына яраҡһыҙ аҙыҡтарҙы юҡ итергә кәрәк. Был эшкә тора килеп тотонам да. Бишбармаҡты кәстрүле менән алып йылыта ҡуям, ҡалын майына уралып ятҡан ҡаҙ ботон шул урында ауыҙға тығам. Унан һыуытҡыс төбөнән бер нисә ҡырҡым ҡаҙы, ярты бәлеш һәм ике кәтлит килеп сыға. Аш йылынғансы уларын да «урынлаштырып» ҡуям. Француз ҡатындары өйрәткәнсә бик тәмләп, яйлап, ләззәтләнеп сәйнәйем. Һәм, ысынлап та, шундай ләззәтләнеп, күҙҙәремде йомоп-йомоп ебәреп, йотҡанда ла бығаса бер ваҡытта ла булмаған тәмде тоям. Ул арала бишбармағым йылынып сыға ла, уны ике тәрилкә итеп ашағас, кәстрүл төбөндәге ярты тәрилкә һурпаһын әрәм итергә йәлләп, көсләп булһа ла эсеп ҡуям. Ярай, барыбер бөгөнгө диета боҙолдо бит инде. Хәҙер уны нисә тәрилкәгә йәки ҡабымға боҙоу мөһим дә түгел, тип уйлап, баяғы бәлеш менән һөтлө сәйгә ултырам. Аҙаҡтан май һыланған икмәк тә, торт киҫәге лә, перәниктәр ҙә китә. Әйткәндәй, ныҡ сәйнәп, хатта ки үтә лә оҙаҡ көйшәп ашайым. Һәр хәлдә француз диетаһының ошо теоретик өлөшөн өйрәнеп алдым. Иң мөһим өлөшөн төшөндөм бит! Ҡалғанын ней... иртәгә дауам итермен. Итермен! Нимә? Француженкалар кеүек кенә була алмаҫ тиһегеҙме?

 

М. Ҡаһарманова.

Р. Шәйхелисламов һүрәте

Автор:Миляуша Кагарманова
Читайте нас