

Миңзәлә Шөғәйепова
Шағир күңеле
Ел осорҙо күңел-тағараҡты:
Хис-тойғолар ергә түгелде...
Ҡыҙылтүш тә ҡунмай. Белә инде
Илһам ҡошо үҙе түгелде.
Йә, ярар һуң... Һис бер үпкәм дә юҡ.
Китмәй әле бер ҙә иҫтәрем:
Көндөҙөн бар донъя мәшәҡәте...
...Аһ, нишләрмен Ерҙә кистәрен?..
Нисә тапҡыр шиғри түлде көҫәп
Күңелемде эҙләп алам да,
Өҫкә сөйәм! Ий, бәүелтәм шунан
Бишектәге бәпес баламдай.
Дөрләп китә хистәр: Ҡош юлында
Бер тағараҡ – шағир күңеле,
Йондоҙ булып һибелгәне – һүҙҙәр!
Шиғыр итеп теҙә Күк еле...
Фәнүзә Зөлҡәрнәева
Әсәй менән һөйләшеү
– Кешегә һалынма, балам,
Үҙеңә генә таян.
Тормош тигән ҙур һынауҙа
Яңғыҙ тотаһың майҙан.
– Һиңә нисек таянмайым,
Ни һөйләйһең, әсәйем?
Һиңә ышанып, таянып,
Илһам алып йәшәйем.
– Бер көн, балам, мин булмамын –
Шундай тормош ҡануны.
Кешенең ғүмере – шәмдең
Бер арауыҡ яныуы...
– Бер туғандар, ә улар һуң
Ҙур таяныс түгелме?
Ҡайҙа барһам да, ысынлап,
Уларҙа бит күңелем.
– Эйе, улар – терәк. Ләкин
Һәр саҡ булмаҫ эргәңдә.
Үҙеңә үҙең ҡалҡан бул
Утҡа-һыуға кергәндә.
– Дуҫтарым һуң, серҙәштәрем?
Улар ҙа бит терәгем.
– Дуҫ бөгөн бар, иртәгә – юҡ,
Серҙәш – аҡыл, йөрәгең.
Көслө бул, сабыр бул, балам,
Һынма дауыл-буранда.
Ышанысың булһын Хоҙай,
Айырылма доғаңдаң!
Наилә Хәмбәлиева
Яҙ
Елкенеп ҡуя ул күңел,
Ни тиһәң дә, яҙ бит, яҙ!
Эй өгөтләй: йырламаһаң,
Ҡағыҙ тултырып хат яҙ.
Ҡағыҙ тултырып шиғыр яҙ –
Булдыраһың да инде!
Хистән генә яратылған
Миҙгелдә бер ай инде.
Йырғанаҡты йырлатып ҡуй,
Талпындыр тал бөрөһөн.
Һинең ҡәләмең көйөнә
Йылғала боҙ иреһен.
Йондоҙҙарҙы ергә төшөр,
Ҡар һыуында ҡойондор.
Асмандарҙың саңдарынан
Уларға ла ҡыйындыр.
Йөрәк тигән бер тирәнән
Осор күккә ҡоштарҙы.
Ҡанаттарға бәйләп ебәр
Китмәй ятҡан ҡыштарҙы.
Тау биттәрен уята һал,
Һайрата һал ҡоштарҙы.
Ваҡыт инде. Күпме оя
Нисәмә ай буш торҙо.
Елкенеп ҡуя ул күңел,
Елпенеп алды ҡәләм.
...Етте минән.
Был яғына
Көн битендәге тәҙрәмә
Алһыу пәрҙәләр эләм.
Дилара Мәхмүтдинова
* * *
Матур бала сағым керҙе
Бөгөн төшөмә.
Әсәй юрғанымды рәтләй:
«Ҡыҙым, өшөмә!»
Шундай рәхәт, бер хәсрәт юҡ,
Нурлана күңел.
Әйтерһең, был ысынбарлыҡ,
Гүйә, төш түгел.
Йылға буйы, ҡаҙ-өйрәктәр
Йөҙгән ҙур быуа,
Апай-еңгәләр көлөшөп
Шунда кер йыуа.
Ялан аяҡ йүгерәбеҙ
Хәтфә үләндән.
Ямғыр теләп, ҡарлуғастар
Оса түбәндән.
Ҡышҡы һыуыҡ. Саңғы шыуып
Битем ҡыҙарған.
Иҫке бишмәт еңдәренә
Маңҡа һыланған.
Өйҙә әсәй, мейестә аш,
Эргәлә атай.
Тышта инде буран сығып
Көн йәмен бутай.
Кәрәсинле күк лампанан
Балҡый нур шәме.
Иң түрҙә Ҡөръән китабы –
Йортобоҙ йәме!
Миңнур Байғарина
Илдә берәү ине
Инәкәйем илдә берәү ине:
Сәсән телле ине, йор һүҙле,
Теленән дә килде, хәленән дә,
Күңелсәк тә ине ул үҙе.
Инәкәйем илдә берәү ине:
Батмус сиртһә, әйтеп таҡмағын,
Һирәк ине төшөп бейемәгән,
Һығылдырып иҙән таҡтаһын.
Инәкәйем илдә берәү ине:
Йырға һалды йөрәк ярһыуын,
Ҡулдарынан гөлдәр тамыр ине,
Тел йоторлоҡ ине аш-һыуы.
Инәкәйем илдә берәү ине:
Ҡойоп ҡуйыр ине бар эште,
Башҡарғанда ҡулы килеште лә
Һөйләгәндә – һүҙе килеште.
Инәкәйем илдә берәү ине:
Алтыбыҙға алтын терәү ине,
Йән йылыһын беҙгә ҡояш кеүек,
Айырмайса тигеҙ бирә ине.
Инәкәйем илдә берәү ине:
Үрнәк ине беҙгә һәр эштә –
Ышанығыҙ, сөнки бала өсөн
Үҙ әсәһе – изге фәрештә!
Роза Нуретдинова
Күҙ теймәһен
Яҙмышҡайым, рәхмәт һиңә!
Ут-һыуҙарҙан үткәрҙең.
Исемемде бысратманың,
Сыныҡтырҙың, күтәрҙең.
Тормошом тулы һауыттай,
Сайпылырҙай ашылып.
Йөрәгемдә бер һандуғас,
Өҙ(ө)лөп һайрай, ашҡынып.
Сихри хистәр уятырҙай,
Шиғри ергә еткерҙең.
Тағы бер талпынып ос тип,
Иңдәргә ҡанат бирҙең.
...Күҙ теймәһен тормошома,
Шул яҙмышым ҡорошона...
Таңһылыу Ғүмәрова
Йөрәк ярып сыҡҡан йырҙарым
Зинһар, ҡағылмағыҙ күңелемә,
Сиртмәгеҙсе йөрәк ҡылдарын.
Ауырлыҡтарҙы бит еңер өсөн
Йөрәк ярып сыҡты йырҙарым.
Күңелкәйем минең серле донъя,
Сисмәйем мин серем дошманға.
Йөрәк яраһынан ҡан тамһа ла,
Ауырлығым һалмам дуҫтарға.
Яҙмыш һынауҙары боролмалы,
Алға барҙым, һис туҡтаманым.
Тормош ҡушты көслө булырға тип,
Йәшәүҙәрҙән һис тә туйманым,
Йәшәүҙәрҙән һис тә туймамын!
Фирүзә ШәҺәретдинова
Бәхет
«Бәхетле һин», – тигәс әхирәтем,
Уйға ҡалып торҙом бер мәлгә.
Тормошомдоң ағын, ҡараларын,
Һалып үлсәгәндәй бизмәнгә.
Төшөнсәhе ҡатмарлыраҡ икән
«Бәхет» тигән ябай бер һүҙҙең.
Иҫбатларға тырышма ла уны,
Яҙмыш дәресендә бер үҙең.
Кемгә килә бәхет аҡ ҡыштарҙа,
Ябалаҡлап яуған ҡар булып.
Саф көмөштәй, шишмә һыуы кеүек,
Берәүҙәргә килә, урғылып.
Кемдер төҙөп, ярым-ярсыҡтарҙан,
«Бәхет» тәхетенә ултыра.
Наҙлы, йылы, бәхет ояларын,
Берәү үҙе, шашып, туҙҙыра.
Минең бәхет таштар араһынан
Шытып ҡына сыҡҡан гөл булды.
Бәхет гөлөм бөгөн шау сәскәлә,
Таштарына бәрхәт мүк ҡунды.
Рамай Ҡаһиров
Изге эш
Иртә таңдан мунса яҡтым,
Инәй, килеп мунса төш.
Иһ, был ғүмер тигәндәрең,
Матур ғына, ҡыҫҡа төш.
Кисә генә сабый инем,
Бөгөн – ир ҡорондамын.
Шөкөр, дәртем ташып тора,
Тимерҙәр өҙөр сағым!
Олоғайған һәр кешенең
Булһын, тим, таянысы.
Бар донъяны нурландыра
Инәйҙең ҡыуанысы!
Кәләшем бәлеш бешерә,
Ҡыҙым теҙә бауырһаҡ.
Инәй түрҙә. Рәхмәттәре
Бар донъяға яуыр саҡ.
Тормош шундай: бер көн килеп,
Сүктерер һәм ҡартайтыр.
Балаларым хөрмәт итһә,
Ҡыуаныстарым артыр!
Иһ, был ғүмер тигәндәрең
Гүйә матур, ҡыҫҡа төш.
Мәтрүшкәле сәй эс, инәй,
Рәхәтләнеп мунса төш!
Еләккә лә йөрөтөрмөн,
Ер еләге, тиҙерәк беш.
...Ололарҙы хөрмәт итеү –
Иң сауаплы, изге эш!
Хәмдиә Кинйәморатова
Йырҙарым
Һеҙ, йырҙарым, шишмә күңелемдең
Мәңге сыңлар көмөш сулпыһы.
Һағыштарым ташып артылғанда
Тынғы табыр ярҙар ҡултығы.
Йәншишмәнең тере тамсыһылай
Шифа булһа йәнгә йырҙарым,
Хәтфә йәшеллеккә, гөл-сәскәгә,
Күмелһәләр туғай-ҡырҙарым,
Бер тамсыһын йотмай, бөркөр инем
Тыуған ерем, тыуған халҡыма.
Бәхет йыһанында йөҙөр инем,
Тоғро ҡалһам ошо антыма!
Фото А. Королев