+12 °С
Дождь
Әҙәби балҡыш
29 Апреля , 10:35

Земфира АҠБУТИНА шиғырҙары

Шағирә Земфира Аҡбутина Бөрйән районында тыуып үҫкән. Бөгөнгө көндә Ейәнсура районы Ибрай урта мәктәбендә уҡыта. Земфира Хәкимйән ҡыҙы кескәйҙәр өсөн дә, ололар өсөн дә берҙәй емешле ижад итә. 

Земфира АҠБУТИНА шиғырҙарыЗемфира АҠБУТИНА шиғырҙары
Земфира АҠБУТИНА шиғырҙары

Юлға оҙатам

             улымды

Балам оло юлға сыға,

Юлға нимә һалайым?!

Йәнем өҙөп бирер инем,

Йәнһеҙ йәшәй алмайым.

 

Икмәк тешләтәм улыма,

Тешләмеңде һаҡлармын.

Һине өйгә тартып ятыр,

Ә һин илде һаҡларһың.

 

Аҡ ҡағыҙға аҡ теләгем

Доға итеп яҙайым.

Үҙең менән йөрөтөрһөң,

Бетеү итеп тағайым!

 

Аҡ ҡорбандар салдырайым,

Ҡаплар хәүеф-хәтәрҙән.

Һаҡла, Хоҙай, күҙ нурымды,

Һаҡла, берүк, бәләнән!..

 

Доғаларым һаҡлар юлда,

Имен-аман үтерһең.

Балаҡайым, ҡайтыуыңды

Күҙ-ҡаш булып көтөрмөн!

 

         Әсәйемә

Ҡулдарыма эш бармаһа, 

Һинең һандарҙы йыям.

Яндарыңа бар(а) алмаһам, 

Күҙ йәштәремде тыям.

 

Әсәкәйем, һинең тауыш,

Теләктәрҙән көс алам!

Кәңәштәреңде йөрәгем

Мәңгегә биккә һала.

 

Әсәкәйем, йәшәү өсөн

Ҡуҙ-көстө һинән алам. 

Был донъяла һин барында

Мин бала булып ҡалам...

 

    Ҡарҙар ҡосағында

Әллә нисек булды былтырғы көҙ,

Үлән йәшел ине, ағас та.

Шау сәскәлә ине баҡсалар ҙа,

Ҡайғы баҫты. Хәбәр алғас та,

 

Ил оҙатты йәп-йәш егеттәрҙе,

Кистән МХО-ға – яу ҡупҡан!

Иртән уяныуға ҡарҙар яуған

Ерҙең өҫтө – аҡ ҡар тубыҡтан...

 

Һүҙһеҙ ҡалған тирә-яҡ тәбиғәт,

Һүҙһеҙ ҡалып, илай әсәләр.

Ҡарҙы йырып атлай һалдаткалар,

Ҡарҙар ҡосағында – сәскәләр...

 

Тик бер доға – барлыҡ күңелдәрҙә:

«Иҫән генә ҡайта күрегеҙ!

Ауырлыҡҡа беҙ түҙербеҙ әле,

Иман тулы – күңел түребеҙ».

 

Теләк теләгеҙ тип, күктән баға,

Бәндә тигеҙ Хоҙай алдында.

Еңеү яулап, илгә ҡайтығыҙ һеҙ,

Бирешмәгеҙ дошман алдында!

 

Дейеү-һуғыш бөтһөн тиҙерәк, тип

Теләк теләй халыҡ, әсәләр.

Доға уҡый һалдат, һалдаткалар,

Ҡарҙар ҡуйынында – сәскәләр...

 

            Һуғым ашы

Йоҡоларҙан торам. Кинәнес бит

Яҡты, йылы өйөм эстәре.

Танауыма танһыҡ. Ҡытыҡлай бит

Һуғым аштарының еҫтәре!

 

Бик борондан килгән йола шулай –

Йыл да ҡышын һуғым һуйыуҙар.

Өмә яһап, туғандарың менән

Эште еңел эшләп ҡуйыуҙар.

 

Ә кистәрен – һуғым ашы. Мәжлес.

Йор һүҙ. Көлкө. Йыр-моң һуҙыла.

Өмәләрҙә – халҡым йолалары,

Табындарҙа рухым ҡуҙлана.

 

              Яҙҙауарҙа

                 (Зилә, Зәмиә апайымдарға)

Иҫтәр китеп, ҡаяларға баҡтыҡ,

Һемерҙек беҙ йәйҙең һулышын.

Яҙҙауарҙа – йән ожмахта кеүек,

Бала саҡҡа ҡайттыҡ ҡыуышып.

 

Үрә баҫҡан шыма ҡаяларҙы

Ағиҙелдең суп-суп үбеүе.

Мәмерйәгә – Ҡалҡаманға, ана,

Туристарҙың менеп китеүе...

 

Ҡарт бабамдар бында яҙлағандар –

Бында тарих йөрөй йәнәшә.

Легенданан төшкән Түрмән ҡарт та,

Ана, гүйә, беҙгә өндәшә.

 

Бала саҡтан бында бесән саптыҡ,

Яҙҙауарҙа – йәндең рәхәте!

Ә йәй еләк-емештәрен һуҙҙы,

Тәбиғәт тә йәйҙе йәннәтен.

 

Шулай көндөң үткәне һиҙелмәй,

Беҙ – өс туған апай-һеңлеләр.

Төн йөҙөндә айҙың яҡтыһында

Эй йырлашып ҡайтып киләләр.

 

Тамырланды йәндә, тыуған ергә

Һөйөү хисе йәндә тулышты.

...Яҙҙауарҙа үткән бөгөнгө көн

Иркенәйтте ошо һулышты.

Автор:
Читайте нас