

Ҡыҫҡа буйлы, ҡаҡса ғына ҡарсыҡ ҡарағайҙай ҡарты янында өйөрөлөп-сөйөрөлә: һалам эшләпәһен ипләһенме, ҡулъяулыҡ менән маңлайын һөртһөнмө... «Ҡарттың ҡулдары теүәл, шикелле, ниңә тирен үҙе һөртмәй, эшләпәһен уңайлап кеймәй икән?..» – тип, сикһеҙ аптыраны Илгизә. Был ҡәҙәре татыулыҡҡа тәүҙә ғәжәпләнһә лә, бер аҙҙан йәне көйҙө, кәйефе ҡырылды: «Был ҡарт йәш сағында йә мыжыҡ, холоҡһоҙ булғандыр – бисәһен һәйбәт «бейергә» өйрәткән; йә тегеһе, кеше йәрен һалдырып алған да, ярарға тырышып, ҡуштанланып йәшәй...»
Күңелһеҙ уйҙарынан тиҙерәк арынырға тырышын, ҡарашын алдындағы түңәрәкләп эшләнгән сәскә түтәленә күсерҙе. Береһенән-береһе матур, сағыу, таныш сәскәләр араһында яттары ла бар: хәҙер сит илдәрҙән, алыҫ ҡитғаларҙан килтереп үрсетәләр бит.
Асы шифаханаһын ярата Илгизә: һауаһы ниндәй саф – йылға буйҙарынан, урман-тауҙар яғынан һаумал ҡымыҙ еҫе таралғандай. «Ҡымыҙ еҫе»н һулаған һайын күкрәктәр киңәйеп, тын алыуҙар еңеләйеп китә. Илгизә ҙур ҡаланың ығы-зығыһынан ялҡҡан, саф һауа танһыҡлаған, тәбиғәт ҡосағын һағынған.
Һуңғы йылдарҙа заманса төҙөлгән, һаман күркәмләнә барған шифаханаға уның икенсегә килеүе, Башҡортостанда ғына түгел, сит илдәрҙә лә ошо үҙенсәлекле төбәкте беләләр икән. Былтыр Финляндиянан йәш ғаилә, Германиянан бер ҡыҙ дауаланғайны. Гертруда Гросс Илгизәнең немец телен һәйбәт белеүенә ифрат ҡыуанды. Ихлас дуҫлаштылар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Әле лә хатлашалар. Быйыл Гертруда кейәүгә сыҡҡан, йәренгә ире менән Асыға килергә ниәтләйҙәр.
Асының сихәте хаҡында Гертруда күптән ишеткән: байтаҡ ҡыҙыҡ мәғлүмәт һөйләне. Баҡһаң, һыуының шифаһы ике йөҙ йыл элек бик юғары ҡатлам кешеләрен дә таң ҡалдырған.
Император Александр Беренсенең ҡатыны Елизавета Алексеевна, немец принцессаһы, бик сирләшкә булған. Уның өсөн Царское Селола башҡорт кешеһе ҡымыҙ әҙерләгән. Урал тауҙары араһындағы бәләкәй генә Асы ауылы янындағы күлдән мискәләр менән һыу ташығандар. Уйлаһаң, иҫ китерлек: нисәмә мең саҡрымдар үтергә кәрәк.
Елизавета Алексеевна йылытылған һыуҙа йыуынған, махсус тастарҙа оҙаҡ ултырған, һүҙ аҙағында Гертруда: «Асы һыуы Германияның данлыҡлы Киссенген шишмәләренән күпкә шифалыраҡ», – тигәйне.
... Илгизәне уйҙарынан бүлеп, ҡапыл йыр ишетелде:
– Егә белһәң, эйәр туҙмай ул,
Сәс ағара, йәшлек уҙмай ул...
Йыр ҙа, тауыш та таныш тойолдо – Илгизә ялт игеп йыр ишетелгән яҡҡа боролдо: теге ҡарт икән. Тауышы моңло ғына – һис тә оло кеше йырлай тимәҫһең.
Ҡарттарҙан күҙен алмаған Илгизә ҡапыл тертләне: бәй, былар Абрар абзыһы менән Фәзилә еңгәһе түгелме?.. Фәзилә еңгәһе башын саҡ ҡына артҡа ташлан көлә торғайны. Был әбекәй ҙә көлгәндә башын килешле генә юғары сөйә...
Абрар абзыйы ауылда күрмәлекле егеттәрҙең береһе булды. Яңғыҙҡайын ауылы кешеләре: «Абрар теләгән ҡыҙын арбар», – тип шаярта ине.
Илгизә икеләнде: «Улар түгелдер, айырылыштылар бит. Абзыйым менән еңгәмә оҡшаған кешеләрҙер. «Ер йөҙөндә бер-береһенә бик оҡшаған өс кеше тыуа икән. Ана, Ста- линдың да өс «игеҙәген», ифрат оҡшаш өс кешене, эҙләп тапҡандар» тигән хәбәр һаман иҫендә.
Илгизә сабыр итергә, ҡарттар менән танышырға ҡабаланмаҫҡа булды: «ашыҡҡан ашҡа бешкән», тиҙәр, йә оятҡа ҡалыр.
Нәҡ шул мәлдә биш-алты йәштәрҙәге малай етәкләгән һонтор ир менән һомғол ҡатын ҡарттар янына килеп туҡтаны.
– Дедушка! – Бала ҡарттың ҡосағына һыйынды.
– Ҡолонҡайымды! – Ҡарт уны һөйҙө, маңлайынан үпте.
Һаман шулай тексәйеп ултырһа, былар, уны шәйләп, йә аптырар: Илгизә йәһәт кенә китабын асты. Бер һөйләмде ҡат-ҡат уҡыһа ла, аңлашылмай: бөтә уйы тегеләрҙә.
– Абрар, аяҡ аҫтыңа ҡарап бар, мында һикәлтә күргәйнем.
Ошо һүҙҙәрҙе һәйбәт ишеткән Илгизә секунд эсендә башын ҡалҡытты: тегеләр санаторийҙың яңы бинаһына табан юлланғайны.
Илгизә һикерен торҙо ла ҡысҡырып ебәрҙе:
– Фәзилә еңгә! Абрар абзый! – Тулҡынланыуҙан, ахыры, тауышы көсһөҙ генә сыҡты.
Ҡолаҡҡа сос икән ҡарсыҡ, боролоп ҡараны ла, ҡартты ҡулынан тотоп, туҡтатты. Илгизә улар янына ашыҡты:
– Фәзилә еңгә, Абрар абзый, һаумыһығыҙ!
– Һаубыҙ әле, шәпбеҙ! Кем тип әйтәйем: күргән-белгән кешем түгелһең, шай... – Ҡарсыҡ Илгизәгә текәлде.
– Илгизә мин Абрар абзыйымдың һеңлеһе!
– Кем, кем? Илгизә туғаным, нүжәли һин? – Ҡарт күҙҙәрен йомдо, башын сайҡап ҡуйҙы.
– Илаһым, бикәсемде күрер көнөм бар икән. Танының. Рәхмәт, беҙҙе, бигерәк тә мине, онотмағанһың, – ҡарсыҡ Илгизәне ҡосаҡлап алды.
– «Асҡын ҡасҡыны»н онотоп буламы ни – иҫтә, һаман да иҫтә, – Илгизә шаярып һөйләргә тырышты, әммә еңгәһен үпкәләтеүҙән дә шөрләй тошто.
Фәзилә ҡарсыҡ, киреһенсә, ҡояштан былайыраҡ балҡып китмәһенме:
– Әйткәндәй, «Асҡын ҡасҡыны» тигән ҡушаматым бар ине шул... Үҙемдең иҫемдән әллә ҡасан сыҡҡан.
Илгизә, уйламаҫтан ысҡындырған һүҙгә еңгәһенең һис үпкәләмәүенә эстән кинәнһә ла, хәбәрҙе икенсе юҫыҡҡа борорға ашыҡты:
– Яңғыҙҡайында тыуған Тәнзилә иркәмдең хәлдәре нисек?
– Һи-и-и, һәләк шәп йәшәй ул: донъялары етеш, ире менән тигеҙ ғүмер итә. Ана, Тәнзиләнең ҡыҙы Нелли внучкабыҙ, тегеһе – кейәүебеҙ Владимир. Мынау тиктормаҫ малай Нелли внучкабыҙҙың улы правнугыбыҙ Олег.
– Олег бүләгеҙ була икән. «Правнук»ты беҙҙеңсә «бүлә» тиҙәр, – Илгизә, енгәһенең хәтерен йәнә һаҡламауын һиҙеп, телен тешләне. Ни хәл итһен, мөғәллимәлек ҡанына һеңгән: дөрөҫ булмағанды шунда уҡ төҙәтергә күнеккән.
– Шулайҙыр... Магнитогорск тигән ҡалала төпләндек. Ундағы башҡорттарҙың күбеһе телен онотоп бара. Яңыраҡ ҡына тел бәҫен күтәрә башланылар, – Абрар ҡарт, ҡарсығын ҡурсалағандай, йәһәтерәк хәбәргә ҡушылды.
– Бабушка! Дедушка! Зачем застряли, быстрее! Олег ҡысҡыра ине.
Абрар ҡарт ҡабалана башланы:
– Илгизә туғаным, былай аяғөҫтө генә түгел, сәйҙәр эсеп, ашыҡмай һөйләшеп ултырайыҡ. Беҙ анау бинаның егерме беренсе бүлмәһендәбеҙ. Нелли менән Владимирҙы ла саҡырырбыҙ, ныҡлап танышырһығыҙ. Улар күрше бүлмәгә урынлашҡандар.
– Эйе шул, хәҙер өҫтәл әҙерләйбеҙ! Абрар, тиҙ генә мынау кибеткә кереп сығайыҡ, – Фәзилә ҡарсыҡ та өлтөрәп тора.
– Туғаным, һағыныуҙар баштан ашҡан, көттөрмә, тиҙ кил! Ҡара әле, уйламаған шатлыҡтан еңгәң йәшәреп китте, – Абрар ҡарт ҡарсығына шаян ҡараш ташланы.
Фәзилә ҡарсыҡ бикәсен янынан ебәргеһе килмәй ине, һаман тәтелдәне:
– Абзыйың менән һине гел һөйләнек, һинең турала балалар ҙа белә. Эйе, һин булмаһаң, Абрар менән ҡабаттан ҡауышыр инекме, белмәйем... Рәхмәттәр яуһын, – ул мышҡылдап ҡуйҙы.
– Тиҙ кил, үҙең тураһында ла иркенләп һөйләрһең, Абрар ҡарт ҡат-ҡат саҡырҙы.
* * *
Ете-һигеҙ йәштәрҙәге ҡыҙ бала, түгелеп илай-илай, инәһенең ҡосағына ташлана:
– Һәйетйән миңә: «Һин елдән тыуғанһың! Һинең әтейең юҡ!» – тип ҡысҡыра, телен күрһәтә! – Илгизә ошаҡлашырға ярамағанын яҡшы белә, әммә был юлы тыйыла алмай, үтә ярһығайны.
Фәрхизә тынһыҙ ҡалды: дерелдәгән ҡулдары менән ҡыҙын ҡыҫып ҡосаҡланы. Яй ғына сайҡалып бер килке ултырғас, Илгизәнең йомшаҡ сәстәрен һаҡ ҡына һыйпаны, супылдатып үпте:
– Ундай алама һүҙҙәрҙе ишетмәҫкә тырыш!
– Нисек ишетмәйем, ти, һаңғырау түгелмен дә!
– Һәйетйән һинән ике йәшкә бәләкәй. Биш йәшлек малай ололар һүҙен ҡабатлай, инәһе шундай хәбәр һөйләйҙер. Ә һин үҫкән ҡыҙ бит, Һәйетйәндән аҡыллыраҡһың. Уның һүҙҙәрен ишетмәгән кеше бул да уйнауыңды бел!
Бала бала инде: инәһенең албырғатыуына яйлап тыныслана, иптәштәре янына йәнә йүгерә.
Бер көндө Ғәтиә әбей, күршеләре Иҡсан тигән ирҙең инәһе, уйнап йөрөгән Илгизәне үтә илгәҙәкләнеп, янына саҡырып алды:
– Әйҙә әле, ҡыҙым, ҡартатайың тегеләр юҡта (улы менән киленен әйтә), бал тәмләргә керһен тигәйне, – ул йәһәт кенә ҡыҙыҡайҙы етәкләй.
Сабур ҡарт ихатала йөрөй, бал ҡыуғыста кәрәҙҙән йәш бал һурҙырта ине. Ул, эшен ҡалдырып, өйгә керә һалды. Стаканға шыйыҡ бал тултырып, Илгизәгә һондо:
– Ашыҡмай ғына бөткәнсе эс. Йүкә балы бик шифалы, ныҡ булырһың, сир-сорға бирешмәҫһең, – тип ҡыҫтаны. Үҙе мөлдөрәп ҡыҙыҡайға ҡараны, – ике тамсы һыу һымаҡ Иҡсаныма оҡшағанһың. «Әтеһенә оҡшаған ҡыҙ бәхетле була», – тиҙәр. Аллаһ бойорһа, ырыҫлы булырһың. Иҡсанға «ҡыҙыңа матур күлмәк әпир», тинем әле... – Сабур ҡарт ейәнсәренең арҡаһынан һөйөп ҡуя.
Балды эсеп бөткәс, рәхмәт әйтә Илгизә. Унан өйөнә табан томорола. Эштән ҡайтҡан Фәрхизә ҡаҙан тирәһендә йөрөй, аш бешерә.
– Ғәтиә әбей менән Сабур быуай миңә яңы ғына айыртылған ҡорт балы эсерҙе. Балдары тәмле, күңелемә теймәне. Әпәкәй ҙә биргәйнеләр, ашаманым.
– Рәхмәт әйттеңме?
– Бәй, әйтмәй ни, әйттем. Ни... «тегеләр» өйҙә юҡ ине, шуға ғына керҙем, Һәйетйән өйҙә булһа, ике аяғымдың береһен дә баҫмаҫ инем. Сабур быуай Иҡсан ағайға: «Илгизәгә матур күлмәк әпир», – тигән. Әпирһә лә кеймәйем, матур булһа ла, йыртып ташлайым.
– Улай яман ҡыланырға ярамай. Әпирһә, кейерһең: ҡыҙҙар матур күлмәк ярата. Илгизә, нисә әйттем бит, бер ҙә киҫәмәйһең: Сабур быуай түгел, ул һинең ҡартатайың; Ғәтиә әбей түгел – ҡәртнәйең; Иҡсан ағай түгел – әтейең. Һин – уның менән минең никахлы, хәләл балабыҙ! – Фәрхизә ниңәлер шым ғына һамаҡланы.
– «Никах» нәмәкәй ул? – Илгизә, ғәжәпләнеп, инәһенә текәлде.
– «Никах» – өйләнешкән йәштәрҙең араһын дини закон менән нығытыу була. Хәҙергеләр совет законы ЗАГС-ты ғына белә. «Коммунистар һиҙмәһен», «Аллаһыҙҙap ишетмәһен», тип, никахты йәшерен генә уҡытҡандар әле лә бар. Тик ундайҙар бик һирәк.
– Сәүиәнең, Рафиғаның инәйҙәре менән әтеләре никах уҡытҡанмы?
– Юҡ. Улар ЗАГС-ҡа ғына барҙылар.
– «Никах»ты яратмайым. Шуны уҡымаһалар, Сәүиә менән Рафиға һымаҡ, мин дә әтейле булыр инем. Һәйетйән үсекләмәҫ ине... – Илгизә иламһыраны.
– Эй, балам, бәләкәйһең шул әле. Эш никахта ғына булһа... Үҫә төш, барыһын да аңларһың. Ә хәҙер, бар, аш бешкәнсе, иптәштәрең менән уйна, – Фәрхизә тәрән көрһөндө.
«Никах» тигәндәре һәләк насар икән» тигән уй кескәй Илгизәнең күңеленә ныҡ һеңде. Ә баланың саф йөрәгенә һалынған фекер ҡайһы саҡта олоғайғансы юйылмай.
Илгизәнең һорауҙары бының менән генә бөтмәгәйне, бер нисә көндән инәһен тағы аптыратты:
– Инәй, ниңә Иҡсан ағайҙы гел Инсан тиһең? Уның ҡайһы исеме дөрөҫ?
Фәрхизә, нисегерәк һүҙ башларға белмәй, бер аҙ уйланып ултырғас, ҡыйынһынып ҡына яуап бирҙе:
– «Иҡсан» – ғәрәпсәнән алынған исем – «изгелек, яҡшылыҡ» тигәнде аңлата. Изгелек күрһәтмәне ул беҙгә. Тәүҙә Зөлхизә ҡәртнәйең «Иҡсан кейәү» тип өҙөлөп торҙо. Аҙаҡ «Инсан» тиергә ғәҙәтләнде – кейәүенең оятһыҙлығына уның да хәтере бик ҡалғайны. Ул хатта минән дә нығыраҡ көйҙө. Инсандың әҙәпһеҙлеген баҡыйлыҡҡа күскәнсе кисерә, ғәфү итә алманы.
– Әйткәндәй, «Инсан» да ғәрәп һүҙе – «кеше, әҙәм балаһы» тигәнде аңлата. Ҡәртнәйең ғәрәпсәне яҡшы белә ине. Ысынлап та, хаяһыҙ бәндәгә ошо исем бик таман, килешеп кенә тора.
– Во! Хәҙер мин дә «Инсан» тип кенә йөрөтөрмөн! – Илгизә кинәнеп көлөп ебәрҙе.
Фәрхизә, артығыраҡ ысҡындырғанына үкенеп, ғәйепле төҫ менән һүрән генә йылмайҙы ла һүҙҙе йәһәтерәк икенсегә борҙо:
– Зөлхизә ҡәртнәйең тере саҡта рәхәт ине. Хазина ине ул: гел яҡшы кәңәштәр бирҙе, гел әҙәпкә, изгелектәр ҡылып йәшәргә өйрәтте. Бешергән аш-һыуҙары, хатта балтырған өйрәһе лә тәмле булды, һуғыш осоронда күргән яфалар – аслыҡ-яланғаслыҡ, тәүҙә яуға киткән һөлөктәй уландарын, аҙаҡ бәләкәй малайҙарын, шунан ғүмер иткән йәмәғәтен юғалтыу – иртә гүргә керетте. Юғиһә, Зөлхизә ҡәртнәйеңдең тоҡомо оҙон ғүмерле. Ул баҡыйлыҡҡа күскәндә өс йәш саҡ тулғайны, уны хәтерләмәйһеңдер?
– Хәтерләйем, һәләк һәйбәт хәтерләйем. Башымды ауырттырмай ғына сәстәремде тарап үрә лә үбеп ала торғайны. Уның ҡулдары йып-йылы – миңә шундай рәхәт...
Ә һин, инәй, эшкә ашығаһың да, сәстәремде тиҙ-тиҙ тарап, үрәһең. «Башың ауыртмаймы?» – тип тә һорамай-һың, үбергә лә онотаһың. Хәҙер сәстәремде үҙем тарап, үҙем үрәм!
– Төрлө саҡтар булғандыр, балам, ғәфү ит, йәме, үпкәләгәнеңде һиҙмәгәм шул.
– Бушамағаныңды аңлай инем дә, бер ҙә үпкәләмәнем, – Илгизә инәкәйенең ҡуйынына һыйына.
... Бер көндө ҡыҙыҡай, мәктәптән ҡайтҡас, сумкаһын иҙәнгә бырғытты:
– Инәй, Инсан тағы тексәйгән! Малай булһам, таш менән тәмер инем! – тип ярһый. Ул «Инсан» тиергә күнеккәйне инде.
– Малай булһаң да, таш менән тәмергә ярамай. Яманмы, яҡшымы – ул һиңә ғүмер биргән. Тәрбиәле кеше бер кемгә лә – олоға ла, кесегә лә таш ташламай, – Фәрхизә, ҡыҙын тағы нисек йыуатырға белмәй, тынып ҡала.
...Иҡсандар менән Фәрхизәләрҙең өйҙәре йәнәш булғас, ихаталар яҡшы күренә. Ирекәй, малдарына бесән һалырға аҙбар башына менә лә, һәнәк һабына эйәген терәп, Фәрхизәләрҙең ихатаһын күҙәтә. Шулай оҙаҡ тора ул. Фәрхизә уның был ҡылығына күнеп бөткәндер, иғтибар итмәй, һирпелеп күҙ ҙә һалмай, өндәшмәй ҙә.
Кеше бөтә нәмәгә лә өйрәнә. Илгизә лә бағана һымаҡ ҡыбырламай ҙа баҫып торған Иҡсанға яйлап күнекте. Хәҙер уны баҡсалағы көнбағышты ҡоштар ашамаһын өсөн махсус ҡуйылған ҡарасҡыға оҡшата.
* * *
...Ғүмер уҙа торҙо. Илгизәгә ун алты йәш тулғаны ла һиҙелмәй ҡалды.
Туғыҙынсы синыфта уҡып йөрөгән ҡыҙ ирмәк һорауы менән инәһен тағы һиҫкәндерҙе:
– Һиңә ҡарап йөрөйөм-йөрөйөм дә, уйлан ҡуям: Инсаныңды яратмағанһыңдыр? – тине, мут йылмайып.
– Аһ-аһ, танауың еҫ һиҙә башлаған, шай?! – Аптыранған Фәрхизә, күҙҙәрен тултырып, ҡыҙына ҡараны. – Ә ниңә улай тиһең әле?
– Инсаныңа оҡшағанға мине яратмайһың бит... Илгизәнең тауышы өҙөлдө.
– Ғәзиз баламды нисек яратмайым, ти. Һинең өсөн йәнем дә йәлкә түгел! – Көтөлмәгән һүҙгә Фәрхизә ағарынып китә.
– Әллә... «Инсан һымаҡ көләһең», «Инсанға оҡшап, күҙҙәреңде таҫырайтма!», «Уф-ф, кеше был ҡәҙәре лә әтеһенең күсермәһе булыр икән...» – тип йәберләйһең бит. Хәҙер көлөргә лә ҡурҡам, – Илгизә, иламаҫҡа тырышын, иренен ҡымтый.
– Эй-й, балаҡайымды, күҙ нурымды, үҙем дә һиҙмәйенсә, ҡайһылай ҙур ҡайғыларға һалам икән дә... Бүтән мындай һүҙҙәрҙе әйтмәм! – Моңһоу ҡара күҙҙәренә йәш эркелгән Фәрхизә ҡыҙын ҡыҫып ҡосаҡлай.
...Ошо хәлдән һуң күпмелер ваҡыт үткәс, ҡышҡы бер кистә ҡыҙ бала инәһенә йәнә һорау бирҙе:
– Инсаның менән нисек өйләнештегеҙ? Бергә көткән донъяғыҙ ҙа булмаған. Мин тыуғансы ҡайҙа йәшәнегеҙ? Илгизә, мөлдөрәп ҡараны ла, яза көткәндәй, бөршәйҙе.
Фәрхизә ифрат ҡыҙыҡһыныусан, зирәк ҡыҙының ҡасан да булһа шундайыраҡ һорау биререн көтә ине. Тимәк, һағайып көткән мәл еткән.
Һылыу Фәрхизә әле лә төҫ ташламаған: зифа буйлы, аҡ ҡына сырайлы, ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйғас ҡашлы, ҡырлас танаулы, уймаҡ иренле. Ул, оҙон керпектәрен, күбәләк ҡанатылай елпетеп, балаһына һирпелеп кенә ҡараны ла, үтә яуаплы, ҙур эшкә әҙерләнгәндәй, башындағы яулығын яңынан сөйөп бәйләне, күлдәк еңдәрен һыпырҙы, ҡыйыу ҡиәфәт алды. Шулай ҙа хәбәрен тиҙ генә башламаны: үткән ғүмерен күҙ алдынан үткәрҙеме, бер килке уйланып ултырҙы. Шунан бүтәндәр ишетмәһен тигәндәй, шым ғына, яй ғына һөйләргә кереште:
– Мин биш малай араһында үҫтем: өс абзыйым, ике энекәшем бар ине. Әтейем менән инәйем бик иркәләтте, абзыйымдар ҙа «өф» итеп кенә торҙо. Шуғалыр ҙа сәмсел, үтә ғәрсел, еңмеш булып буй еткерҙем.
Миңә ун ете йәш тулыуға һуғыш сыҡты. Өс абзыйым да һуғышҡа китте, береһе лә әйләнеп ҡайтманы, һуғыштың өсөнсө йылында энекәштәремдең береһе үпкә сиренә тарыны, ҡан ҡоҫоп, интегеп-интегеп гүр эйәһе булды. Икенсеһен ҡырҙа, бесән эшендә, йылан сағып, әрәм итте. Искәндәр ҡартатайың менән Зөлхизә ҡәртнәйеңдең берҙән-бер йыуанысы ла, берҙән-бер таянысы ла булып мин ҡалдым. Әтейем тиҙ биреште: бөтә уландарын юғалтҡас, сиргә һабышты. Ҡәртнәйең үлән төнәтмәләре эсерһә лә, тырышып-тырышып төрлөсә дауалаһа ла, мандыманы. Ул мәрхүм булғанда һуғыш бөтмәгәйне әле.
Инсан да һуғышта. Ул 1945 йылдың ҡара көҙөндә ҡайтып керҙе. Күршеләр булғас, фронттан ҡайтҡанын тәүҙә мин күрҙем. Беҙҙән ете-һигеҙ саҡрым ары Һикәҙе ауылынан район үҙәгенә барған кешенең ат арбаһына һәбеп, алдан хәбәр итмәйенсә генә ҡайтып төштө.
Уны бригадир итен ҡуйҙылар. Мин һауынсымын. Был, кеше-фәлән юҡта янымда туҡтап, харап етди һөйләшкән була:
– Ҡасан кейәүгә сығаһың? – тип башлай һүҙен.
– Беҙгә тигән егеттәрҙе һуғыш йотто, – тим.
– Миңә сыҡ! – ти ул баҙанып ҡына.
– Һин үҙең кеүек мәшәү ҡыҙ эҙлә! – тип яуап бирәм бит әле.
Инсандың йыуашлығы оҡшамай. Фронтҡа оҙатҡан егетем Баттал ут кеүек ине: эшкә уңған, һүҙгә оҫта, үҙе сибәр, үҙе дан гармунсы, һуғыштың тәүге йылында уҡ Мәскәү янында барған аяуһыҙ алышта һәләк булды.
Инсан менән Батталды сағыштырам да, күңелем һүрелә лә ҡуя. Ер менән күк араһы шул...
– Мәхәппәтем көслө! – Бисараҡай тотлоға, ҡыҙарына.
– Миңә «мәхәппәт» түгел, «мөхәббәт» кәрәк! – тим. Үсекләйем. Ниңәлер ул ошо һүҙҙе дөрөҫ әйтмәне – шуға ла йәнем көйә.
Инсан инәйемә ялына икән:
– Зөлхизә апай, Фәрхизәне миңә бир!
– Биреп кенә ебәрергә ул кәзә бәрәсе түгел дә! Һин егет кеше, үҙең һөйләш, үҙең күндер, – тигән инәйем.
– Тыңламай шул мине: ҡыҙың һанламай, шай... Зөлхизә апай, тураһын ғына әйт: ни ерем кемдән кәм? – тип көрһөнә икән.
– Кәмһенмә, мына тигәнһең. Фәрхизә артыҡ талапсан шул. Сабыр ит, яйлап күнер, – тип йыуата икән инәйем.
– Йәш кенә тол ҡатындар, еләктәй ҡыҙҙар күп. Иҡсан һоратһа, ике лә уйламай, риза булырҙар. Ә егет, һин тип, һаман буйҙаҡ йөрөй. Ни ҡәҙәре ҡатын-ҡыҙ араһынан һине һайлай икән – ҡәҙерен бел. Мына тигән егет тәһә: төҫ- башҡа ла арыу, аяҡ-ҡулдары теүәл, эсмәй, тартмай.
Фәрхизә, ғүмер тиҙ уҙа – егерме икең тулды ултырған ҡыҙ иҫәбендәһең. Мин үҙем ошо йәштә өс бала инәкәйе инем. Ир-атһыҙ донъя көтөүе ауыр ҙа, – тип иламһырай бисараҡайым.
Тамсы тама-тама ташты тишә, тиҙәр, ризалаштым.
Инәкәйем боронғо йоланы боҙманы: тегеләр яғынан биш-алты, беҙҙең яҡтан да шул сама кеше саҡырып, никах уҡынылар.
Никахты Инсандың әтеһе Сабур ҡарт уҡыны. Ошоно әлегәсә онотмайым – һуғыштан һуң да халыҡ ярым ас йәшәне. Берҙән-бер кәзәбеҙҙе һуйҙырып, аш бешергәйнек. Бахырҡайҙы аш еҫе интектерә: төкөрөгөн йотоп-йотоп ала, әммә никахты ашыҡмай, еренә еткереп уҡыны.
Айырым йәшәргә өйөбөҙ булмағас, аҙна-ун көн Инсандарҙа, күберәген инәйемдә йөрөйбөҙ. Инәйемдә иркенерәк бит.
Инсан ыҡсым ғына бура күтәрҙе. Йәренгә үҙебеҙҙең донъябыҙ буласаҡ, тип кинәнәбеҙ.
Инсан мине күрше районда йәшәгән туғандарына ҡунаҡҡа алып барырға уйлап ебәрҙе, һис кенә лә аяғым тартмай: көнөм еткән, кәпәйгән ҡорһаҡ менән кешегә күренергә оялам. Сиктәш ике район ауылдары Ҡоръятмаҫ менән Яңғыҙҡайын араһы ла байтаҡ ҡына.
– Фәрхизәнең хәлен күреп тораһың, ашыҡма, барырһығыҙ әле, – инәйем кейәүен өгөтләй.
– Саҡырып аптыраталар бит. Ҡурҡма, ҡәйнәм, имен-аман барып етербеҙ: егерме биш саҡрым йәш кешегә нимә ул! Аҙаҡ туғандар ат егеп килтереп ҡуйырҙар, – был һаман ныҡыша.
– Ашҡынаһығыҙ бит, хәйерлегә булһын! – Инәйем, бәпескә әҙерләгән йүргәк-фәләндәрен төйнәп, Инсанға һондо. – Алығыҙ, донъя хәлен белеп булмай...
Эремсек шәңкәһен, муйыл кәкреһен төрөп, миңә тотторҙо.
– Тәүләп күрешәһең, килен кешегә буш ҡул килешмәй, – тип, хәленсә бүләктәр ҙә бирҙе. Бик йыйнаҡ, һаҡсыл ине инәйем: һандығында шәлъяулыҡтары, ҡайылған алъяпҡыстары, ҡулъяулыҡтары, еҫле һабындары бар икән – йәлләмәне. – Үлемдән оят көслө, йөҙөң ҡыҙармаһын, балам, – тине ул.
Ике йүләр тәки киттек бит ҡунаҡҡа: әллә Хаҡ Тәғәлә маңлайыбыҙға яҙған яҙмыш булды, әллә үҙебеҙ яңылыштыҡ...
Мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ етенсе йылдың сентябре. Әбейҙәр сыуағы башланғайны. Ял итә-итә, әллә ни арымай-талмай ғына Ҡоръятмаҫҡа барып еттек. Иштуған ҡайнағалар ифрат шатланып ҡаршыланылар.
Иштуған, Иҡсан, Абрар Исхаҡовтар – бер туғандар Сабур ҡайным менән Ғәтиә ҡәйнәмдең уландары. Ни сәбәптәндер Иштуған ҡәртнәһендә, Ғәтиәнең инәһендә, үҫкән. Иҡсандан өлкән – ул да яугир. Ә кеселәре Абрар, төпсөк малай, абзыларынан күпкә бәләкәй.
Бибиғәйшә апһыным йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләне. Егәрле икән. Заманына күрә табын ифрат бай: арыш әпәкәйен мул киҫкән, тауыҡ бешергән, сейәле майы, ҡорот, ҡаймаҡ ултыртҡан, һуғыштан һуңғы йылдар – ризыҡ наҡыҫ саҡ – миңә батшалар табыны һымаҡ күренде.
Иштуған ҡайнаға менән Инсан бал балын һемерә-һемерә, бер-береһен бүлдерә-бүлдерә һуғышта күргән-кисергәндәре хаҡында һөйләшә. Апһыным менән минең һүҙҙәр ҙә килешеп китте. Әммә оҙаҡ ултыра алманым юл йонсотҡан. Ауырлы ҡатынды йоҡо баҫыусан.
Хужабикә үҙҙәренең йоҡо бүлмәһендә урын һалып бирҙе. Ятҡас та әүен баҙарына киткәнмен.
– Фәрхизә! Фәрхизә, клубҡа барып, әҙ генә бейеп киләйем әле, – тип мине уята Инсан.
– Уф-ф, бал еҫе аңҡып тора! Бар, бейе, еҫ-ҡоҫоңдо елләтеп кил, – тинем дә тағы йоҡлап киткәнмен. Уның ҡасан ҡайтып, эргәмә нисек ятҡанын да һиҙмәнем.
Икенсе көндө был тағы:
– Фәрхизә, клубҡа барайым әле, рөхсәт ит! – ти.
– Бар, бар, бейе, тик мине бимазалама, – тим, йоҡомдо саҡ еңеп.
Хужаларҙың туғыҙ-ун йәштәрҙәге Бибисара исемле ҡыҙҙары уята:
– Еңгә, абзыйым клубҡа йөрөмәй. Ул Көҫәбикә апайға бара, – ти.
Иштуған ҡайнаға һуғышҡа киткәндә өс-дүрт йәштә генә ҡалған ошо бала, әтеһе ҡайтҡас, аҙна буйы һөйҙөрмәй ҡаңғыртҡанын апһыным берсә көлөп, берсә илап һөйләгәйне. Бибисара бер күреүҙән мине яҡын итте. Зирәк, тилбер ҡыҙыҡайҙы мин дә яраттым.
– Йә, барһын... – Икенсе яғыма боролоп, уңайлаптырып яттым. Ауырлы саҡта зиһен кәмей, тиҙәр, мин дә аңҡы-тиңкерәк хәлдә булғанмындыр инде. Шулай ҙа ҡапыл мейемде зәһәр уй телеп үтмәһенме!.. Тиҙ генә тороп ултырҙым:
– Көҫәбикә кем? Клубҡа яҡын йәшәйме ни? – тим.
Клубтан йыраҡ, түбәнге оста, бер үҙе йәшәй. Уның ире һуғышта үлгән.
– Мине шунда алып бараһыңмы?
– Әйҙә.
Апһыным менән ҡайнағама ла был хаҡта белгертмәнем – оялдым. Сая ҡыҙыҡай ҙа әтеһе менән инәһенә ҡайҙа барыуыбыҙҙы әйтмәне. Хәҙер шуларҙы иҫкә төшөрәм дә: «Бибисара абзыһының ҡайҙа йөрөгәнен шипкертмәһә, әллә яҙмыштар икенсе булыр ине...» – тип уйлап ҡуям. Белмәгәндең беләге лә, йөрәге лә тыныс бит.
Ҡыҫҡаһы, киттек Көҫәбикәнең өйөнә. Ут-фәлән күренмәй. Ишек шаҡыйым. Ҡат-ҡат туҡылдатҡас ҡына ишек келәһенең келт итеп ысҡынғаны ишетелде.
Тупһала оҙон буйлы, яшыҡ ҡатын пәйҙә булды. Был, ҡаҡҡан ҡаҙыҡ һымаҡ, баҫҡан ерендә ҡымшанмай ҙа тик тора.
– Иҡсан! – тип ҡысҡырам.
Әлән-борхан кейенә-кейенә Инсан күренде. Мине көтмәгән бит инде, ҡаңғырып та киткәндер, ул да шаҡ ҡатты.
Тирә-яғыма ҡарайым: Бибисара юҡ. Балаҡай хәҙер ниндәйҙер яман хәл буласағын аңлап ҡалғандыр ҙа өйөнә һыпыртҡандыр.
Мин йәһәт кенә ҡапҡанан сығып киттем. Бындай хаяһыҙлыҡты, бындай хыянатты кисерә алмай инем. Хурланыуым шул ҡәҙәре көслө: хатта Иштуған ҡайнағаларға ла бармайынса, туп-тура ҡайтыр яҡҡа, Яңғыҙҡайынға илткән берләм юлға төштөм.
Ғәрләнеү ғәйрәт өҫтәйҙер, тамсы ла ҡурҡыу юҡ. Тулған ай тирә-йүнде шул тиклем яҡтырта, ерҙәге энә күренерлек. Нуры, һөңгө ҡаҙалғандай, туп-тура миңә төшә. Барам-барам да өҫкә ҡарайым: ай, тотам да ҡалмай, мине оҙатып килгән кеүек, гел баш осомда. Шул да ғәжәп: тирә-яҡ тып-тын, өкө ухылдағаны ла, ҡыу үлән ҡыштырлағаны ла, ҡоро сыбыҡ-сабыҡ һынғаны ла ишетелмәй. Тыныс төндә урман сысҡаны йә терпе йөрөһә лә, яҡшы ишетелә бит ул.
Сағылтауға килеп еттем – тимәк, ауылға биш саҡрым ғына ҡалған, һөҙәк кенә тау ул. Тау битендәге яланғас аҡ таштар ҙа ай нурына ҡойонған, зәңгәрһыу булып ялтырап ята. Сағылтауҙың хикмәте бар, тип һөйләйҙәр, йәнәһе, уның янында теләгән теләктәр мотлаҡ ҡабул була...
Йылдың һәр миҙгелендә шунда килеп, Сағылтауҙың аҡ ташына ҡарап ултырған йә баҫып торған кешеләрҙе йыш күрәләр ине. Һуғышта хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙың тиҙерәк табылыуын, тыуған төйәгенә ҡайтыуын теләүселәр күп, тинеләр.
Ошо һүҙҙәр кинәт иҫкә төштө бит. Тауға ҡарап. Инсанға өндәштем: «Мәхәппәтем көслө» тип, йыл буйына ялынып йөрөгәйнең. Өйләнгәс, ҡәҙер итер, һөйөп кенә торор урынға кеше алдарында хурланың», – тип һамаҡлайым.
Шул саҡ билем аяуһыҙ ауыртты, һынды ҡатырырлыҡ бындай ҙа һыҙланыуҙы әлегәсә белмәй инем – «аһ!» итеп ҡалдым. Күңелем әрнеүенә үҙәгемә үткән һыҙланыу өҫтәлде: үҙем дә һиҙмәҫтән ҡысҡырып ебәрҙем:
– Иҡсан, ғүмерең тыуасаҡ балаң менән миңә зарығып, тилмереп үтһен! Илай-илай, билемде ыуа-ыуа, ауылға юлландым. Ҡайтып етеүгә тамам яҡтырҙы.
– Әллә тулғаҡ тотамы, төҫөң ҡасҡан? – Инәкәйем янымда өлтөрәй йөрөй.
– Ниңә билем шул тиклем ауырталыр, сәбәбен белмәйем, – мин саҡ-саҡ яуап бирҙем.
– Сәбәбе уның ни билдәле: донъяға яңы кеше тыуа. Илаһым, бәпәй имен-аман тыуһын! Бөтә ағзалары теүәл, аҡылы камил булһын! Амин! Кейәү ниңә мыштырлай, һаман кермәй? Һыу ташырға, һыу йылытырға кәрәк. Сабыйға тигән йүргәктәрҙе төйнәп биргәйнем, онотмаһын, әйтәйем әле, – инәйем ишеккә йүнәлде.
– Ул Ҡоръятмаҫта ҡалды. Үҙем генә ҡайттым. Ҡәйнәмдәргә кермәнем, тура һиңә килдем...
– Әстәғәфирулла тәүбә! Төндә, көнөң етеп бөткән көйө, нисек бер үҙең юлға сыҡтың? Айыу-бүрегә осрармын, бәпәйләп ҡуйырмын тип тә ҡурҡманыңмы? Кейәүгә нимә булды? – Инәйем шаҡ ҡатты.
Хәлемсә барыһын да һөйләнем. Инәкәйемдең иҫе китте. Әтейем менән тиң, татыу ғүмер кисерҙе бит ул. Никахлы ир менән ҡатын бер-береһенә тоғро булырға, бер-береһен хөрмәтләргә тейеш тигән инаныуҙан башҡаны белмәй.
– Иманһыҙ, бәғерһеҙ бәндә икән. Ҡәлбендә ояты, намыҫы булған кеше мындай хәшәрәтлеккә бармай! – Инәйем һығылып төштө.
Ул арала билемдең ауыртыуы көсәйҙе, ни тиклем сабыр булырға тырышһам да, ыңғырашҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалам.
– Ҡыҙыҡайҙыр... Ҡыҙ тулғағы әсе, тигәндәре дөрөҫ. Түҙ, Фәрхизә, түҙ! Мең ғазаптар кисереп тапҡанға инәйгә балаһы ғәзиздәрҙән-ғәзиз була.
... Тәүлек үткәс, һин тыуҙың. Им-томға шәп ҡәртнәйең дан кендекәй ҙә ине. Һине ул ҡабул итте.
– Ҡорһаҡта сағынан ил гиҙеп йөрөнө, исемен Илгизә тип ҡушырбыҙ. Әлдә ҡыҙ булды – үҙеңә иптәш, – тип һөйөнә.
Әтейең менән ЗАГС-ыбыҙ юҡ, ауыл советында һине Исхаҡовтар фамилияһына теркәмәнеләр. Ғәзизйәнова тип, үҙемдекенә яҙҙырҙым.
– ЗАГС-ҡа ниңә барманығыҙ? Исмаһам, Инсаныңдың фамилияһында йөрөр инем... – Илгизәнең үпкәләүе йөҙөнә сыҡты.
– Ул тәүҙә «Барайыҡ силсәүиткә, яҙылышайыҡ» тип ныҡышҡайны ла, мин ашыҡманым. Боронғолар никахты өҫтөн күргән – мин дә шуға ышандым. Мындай хәл булырын кем көткән. Искәндәр ҡартатайың менән Зөлхизә ҡәртнәйең ЗАГС-тың ни икәнен дә белмәгән, айырылышыу тигән уй баштарына ла килмәгән.
Ифрат изге күңелле, ярҙамсыл ине ҡәртнәйең. Күтәргеһеҙ ҡайғылар, аслыҡ-яланғаслыҡ ғүмерен ҡыҫҡартты: һиңә өс йәш тулмағайны әле, баҡыйлыҡҡа күсте.
...һәр кем, үҙ уйына сумып, хәтһеҙ генә тып-тын ултырҙы.
– Аҙаҡ нимәләр булды? – Башлап ҡыҙ бала телгә килде.
– Инсан аҙна үткәс кенә Көҫәбикә менән ҡайтып төштө. Уларға дүрт-биш кеше эйәргәйне. Баҡһаң, Көҫәбикәнең туғандары икән.
Хәлдәр былай булған: мин ҡапҡанан сығып китеүгә генә Көҫәбикәнең инәһе – бик үткер, бик уҫал Сәғитә килеп етә. Туған-тыумасаһын йәүкәләй. Инсан ағаһына ҡаса. Уны Иштуған ағаһының йортонан алып сығалар ҙа Көҫәбикәнең өйөнә ябып ҡуялар... Шулай итеп, Сәғитә Көҫәбикәһен кейәүгә бирә.
Яңғыҙҡайын халҡы Көҫәбикәне килен итеп ҡабул итһендәр, килен итеп күрергә күнекһендәр тинеләрме, аҙнаға яҡын ҡайтманылар: сиғандар һымаҡ лауылдашып йылға буйҙарына төштөләр, кистәрен клубҡа сыҡтылар. Көҫәбикәнең энеһе Сағман гармунсы икән – төндә гармун уйнап уҙалар.
Инсан менән Сағман көн һайын магазинға йөрөй. Мин тәҙрәләр төбөндәге ҡуйы гөлдәр араһынан йәшенеп кенә тегеләрҙе күҙәтәм. «Йәр бирмәк – йән бирмәк», – тиҙәр. Йәндәй күрмәһәм дә, тәүге йәмәғәтем бит – баламдың әтеһе. Бәндә үгеҙ түгел – үкермәй, үкһей генә. Эстән һыҙҙым – һыр бирмәҫкә тырыштым.
– Инсаның беҙҙең тәҙрәнән күҙҙәрен алмағандыр? – Илгизә, йәштәрен күрһәтмәҫкә тырышып, ситкә борола.
– Юҡ, бер мәртәбә лә ҡараманы. Янында Сағман бит. Ауылда һүҙ тиҙ тарала: уның яуызлығы хаҡында ишеткәйнек инде. Аҙаҡ шуны ла еткерҙеләр: Иштуған ҡайнаға менән Бибиғәйшә апһыным, Көҫәбикәне Яңғыҙҡайынға ебәрмәҫкә тырышып, телләшә башлағандар. Мине яҡлауҙарын Сағман яратмай: ҡайнағамды һыу эскеһеҙ итеп туҡмаған, апһыныма ла арыу ғына эләктергән.
«Был ҡәҙәре күҙҙәрен аҡшайтып, ҡаш аҫтынан ҡараған кеше булыр икән. Ҡарашынан ҡотоң осор!» тип ҡәртнәйең бик ҡурҡҡайны.
Көҫәбикә ике йылдан малай, ошо һәйетйәнен, тапты. Әммә Инсан уны йәберләүҙән туҡтаманы. Тәүҙәрәк, Сағман тере саҡта, бисәһенә ҡул күтәргәне һиҙелмәне. Көҫәбикәнең энеһенән шөрләгәндер. Ә уныһы, Ҡоръятмаҫтың бәләкәй генә күлендә иҫерек көйө һыу кергән икән батый ҡуйған. Сағман үлгәс, Иҡсан батырайҙы.
«Аҙбар башынан ҡарап тороуы етмәгән, Илгизәһе менән Фәрхизәһен теленән төшөрмәй. Саҡ ҡына үпкәләһәм дә, күҫәк күтәрә», – тип зарлана икән Көҫәбикә.
Ә Һәйетйәндең таҫрайыуына аптырама. Беҙҙең хаҡтағы һүҙҙәрҙе ишетеп йөрөй бит ул: әтеһенең боларыуына беҙҙе ғәйепләй, Һәйетйәнде ғәфү ит, ҡыҙым. Ни тиһәң дә, туғаның бит.
* * *
Урта мәктәпте тамамлағас, Илгизә баш ҡалалағы Башҡорт дәүләт университетына уҡырға барырға булды. Тәүҙә сит телдәр факультетын һайлағайны.
Немец теле уҡытыусыһы Ирина Игнатьевна ошо мәктәпкә эшкә килгән йылда уҡ теремек, отҡор ҡыҙ Илгизәгә иғтибар иткәйне. Үҙенең предметын ураған һайын маҡтаны:
– Киләсәге бик ышаныслы: тәржемәсе, гид, немец теле уҡытыусыһы булып эшләргә мөмкин. Ә һин, Илгизә, килеш-килбәтең, һөйләшеүең менән уҡытыусыға оҡшап ҡына тораһың, тип ебәрә.
– Немецтарҙы яратмайым: инәйемдең өс абзыйы, күпме ауылдаштарыбыҙ һуғышта үлгән! – Илгизәнең кәйефе ҡырыла.
– Эйе, ул милләткә кире ҡараш әлегә ҙур. Әммә шуны аңлағыҙ: һуғышты ябай немец халҡы башламаны. Афәтте фашистар тоҡандырҙы. Немец халҡы бик талантлы, мәҫәлән, дүрт Штраусты ғына алайыҡ. Юҡ, улар туғандар түгел: Рихард Штраус – дан композитор; Аксель Штраус – виртуоз скрипкасы; Франц Йозеф Штраус сәйәсмән – ул лагерь тормошоноң аяуһыҙлығын татый; Давид Фридрих Штраус – фәйләсүф, тарихсы.
Бөйөк шағирҙар Гетены, Шиллерҙы, композитор Бетховенды беләһегеҙ, – мөғәллимә немец шәхестәре, уларҙың хеҙмәттәре хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер.
«Димсе диңгеҙ кистерә», – тиҙәр. Унан телгә ҡарағанда, сибәр, итәғәтле Ирина Игнатьевнаның үҙен нығыраҡ яратты, шай. Илгизә аҡрынлап немец теле уҡытыусыһы булырға ҡарар итте. Ҡыҙының ниәтен белгәс, Фәрхизә бот сапты:
– Ниместәр арҡаһында ни ҡәҙәре яфалар күрҙек. Яуҙа һыу һөлөгөндәй ир-егеттәр башын һалды. Нимес булһын тип, интегеп-ингегеп үҫтерҙемме ни? Риза түгелмен! Уларҙың һөйләшеүе лә әрләшкән кеүек. Башҡорт теленән дә матур, моңло тел донъяла юҡ! – Фәрхизә ғүмерҙә булмағанса ҡыҙып китә.
– Һуғышты ябай халыҡ башламаған бит. Немец хал-ҡының бөйөк шәхестәре күп! – Илгизә һүҙ көрәштерә, уҡытыусының хәбәрен ҡабатлай.
Яуҙы кем башлаһа ла, шул ҡәҙәре яуызлыҡты оноторлоҡ түгел! «Шәхестәр» тиһеңме? Үҙебеҙҙең алтындай шәхестәребеҙ ҙә, батырҙарыбыҙ ҙа күп. Башҡорт балалары иң тәүҙә уларҙы белһен! – Фәрхизә, һүҙем тамам, тигәнде аңлатыптыр, бартандап, өйҙән сығып китә.
Инәһенең әрнеп-әрнеп әйткән һүҙҙәренең тәьҫире көслө булды: ҡыҙ Башҡорт дәүләт университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетына имтихандарын бик һәйбәт тапшырҙы.
Немец телен дә онотманы: ошонда, Асы санаторийында, танышҡан Гертруда Гросс менән ихлас хатлаша.
* * *
Өфөгә юлланырға ваҡыт етеп килә: оҙаҡламай Илгизә уҡырға китәсәк.
Бер көндө уларға Иҡсан килен керҙе.
Фәрхизә ҡоймаҡ ҡойғайны, бәлеш бешергәйне.
Өҫтәл өҫтөндә еҙ самауыр көйләп ултыра. Йыйыштырылған, күркәм өйгә тәмле аш-һыу еҫе таралған.
Иҡсан сәләмләште лә, саҡырыуҙы ла көтмәй, туп-тура өҫтәл артына барып ултырҙы. Ошо өйҙән эшкә сығып киткән дә әле ҡайтып кергән кеше кеүек ҡыйыу ҡыланыуына аптырашҡан Илгизә менән Фәрхизә бер-береһенә ҡарашты.
– Яһа сәйеңде, – тине көтөлмәгән ҡунаҡ, хужабикәгә бойорғандай.
Фәрхизә сәй яһаны, ҡоймаҡ өйөлгән табаны Иҡсан алдына шылдырҙы, бәлеш киҫеп, тәрилкәгә һалды.
Уларға иҫе китеп ҡарап торған Илгизә кинәйәләп һүҙ башланы:
– Ғүмер буйы бергә донъя көткән татыу ир менән ҡатынға оҡшап киттегеҙ бит әле. Ризыҡҡа үрел, Инсан, тартынма! – тине ул, мыҫҡыллы йылмайып.
– Һаман «Инсан»дан һалдыра. «Әтей» тип әйтергә тәки өйрәтмәнең! – Ирекәй, ифрат үпкәләп, Фәрхизәгә ҡырын-мырын ҡарап ҡуя.
– Бәй-бәй, әллә «әтей» тип әйттерергә теләйһеңме? – Фәрхизә иркенләп һүҙ башлағайны, баянан бирле һарыуы ҡайнаған Илгизә түҙмәне, тоҡанды ла китте:
– Балаң «әтей» тип әйтһен өсөн тәүҙә үҫтерергә кәрәк бит әле.
Нәҡ шул мәлдә генә шаҡылдата баҫып, Абрар, Иҡсандың энеһе, килеп керҙе:
– Абзый, тиҙ ҡайт, Көҫәбикә еңгәм көйәләнә, бик асыулана, – тине ул.
– Ә-һә, уңай килеп керҙең дә, абзыҡайым! Репетицияһыҙ ҡуйылған спектакль ҡара! Комедиямы, драмамы үҙең төшөнөрһөң... Ҡарап, тыңлап, мыйығыңа урап ултыр, – Илгизә йәһәт кенә ишек төбөнә ултырғыс килтереп ҡуйҙы ла әрнеүле һүҙҙәрен ҡабатланы, – балаң «әтей» тип өҙөлөр өсөн тәүҙә үҫтерергә кәрәк бит әле. Ун етемә еткәнсе, исмаһам, бер генә мәртәбә ярҙам иттеңме? Ҡыш көндәрендә, ҡара һыуыҡтарҙа, инәйем менән утын килтергәнде, бесән ташығанды йылы өйөңдә бисәң менән сәй эсеп ҡарап ултыра торғайның. Өҫтәлегеҙ урам яғындағы тәҙрә янында бит: мин һеҙҙе яҡшы күрә инем. Шул саҡтарҙа ниҙәр уйланың икән? Юҡ, бер нәмә лә уйламағанһыңдыр... Уйлана белгән кеше шул тиклем дә бәғерһеҙ булмай. Үҙеңә ташығанда бер-ике буй ҡайынды беҙҙең турабыҙҙа төшөрөп ҡалдырһаң да, «әтейем бар, мине ҡайғырта» тип сикһеҙ шатланыр инем. Әле килеп «әтей» тиеүемде теләйһең икән. Юҡ, әйтә алмайым – телем әйләнмәй.
Ете йәштә сағымдағы күңелһеҙ хәлде һис онотмайым: әтейең, Сабур ҡарт, миңә матур күлдәк әпирергә ҡушҡан. Ҡорт балы эсергәндә үҙе һөйләне. Ә мин көттөм. Инәйемә: «Матур булһа ла, күлмәкте кеймәйем» тигән булам, йәнәһе, һыр бирмәйем, йәнәһе, беҙҙе ташлаған кеше әпиргән күлмәккә көнөм ҡалмаған. Ә үҙем оҙаҡ көттөм: уҡырға төшкәс, мәктәп формаһы алыр, тип өмөтләндем. Әпирмәнең...
Инәйемә рәхмәт, ас-яланғас итмәне – тамағым туҡ, өҫтөм бөтөн булды, хатта бүтәндәргә тәтемәгән кейемдәр кейҙем, – Илгизәнең йылдар буйына йөрәгенә йыйылған һүҙҙәре, яҙ мәлендә ташҡан йылғаларҙан былайыраҡ шашып, аҡты ла аҡты.
– Әтейһеҙ үҫеүеңә инәйең ғәйепле. Төн уртаһында мине ташлап, Ҡоръятмаҫтан ҡайтып китте бит. Үҙен дә, һине лә, мине лә бәхетһеҙ итте. Ғүмерем буйы үҙемде япа- яңғыҙ итеп тойҙом.
– Бәй-бәй, ни һөйләйһең, ҡосағыңда ҡатының бар, ике малайың үҫеп килә, Фәрхизә лә тоҡанып китте.
– Ике түгел, ун малай тапһа ла, Көҫәбикәне ярата алмам. Яратмаған кеше менән йәшәү ҙур яза икән. Бер хата өсөн йөҙ... мең мәртәбә үкенеп йәшәү ирмәк түгел. Бәхеттең ҡойроғон ғына шәйләргә өлгөрҙөм – юғалттым, – Иҡсан, иларға етешкән бала һымаҡ, һыңҡылдап ҡуйҙы.
– Ауылдаш ҡатындарға ҡарап, һынап йөрөйөм – ғаилә именлеге, бисәләр бәхете күберәк ир-аттан тора. Эшкинмәгән генә бисәкәй ҙә ғаиләһенә ҡалҡан булған яҡшы ире арҡаһында ирәйеп йәшәй: михнәт сикмәй, нахаҡ һүҙ ишетмәй.
Шул саҡта Абрар айбарланып бәхәскә ҡыҫылды:
– Етте! Туҡтағыҙ! Мындай хәлде күреремде белһәм, кермәҫ инем...
Илгизә секунд эсендә уға боролдо:
– Әлдә кергәнһең, абзый. Күр, фәһем ал. Һиңә лә ошо көн киләсәк! Тәнзилә ҡыҙың, үҫкәс, һиңә лә «әтей» тип әйтмәйәсәк! Фәзилә еңгәне, ике айлыҡ бала күтәртеп, ҡайтарып ебәрҙең. Кешеләр күргән: «Биләүҙәге бәпәй ҙә илай, балаһына йөҙөн ҡаплап, Фәзилә килен дә түгелеп илай», – тип һөйләйҙәр.
Һине яратып, һиңә ышанып эйәргән бит ул. Хатта инәһе менән әтеһе ҡыҙҙарын һиңә бирергә теләмәгәс, ҡасырға мәжбүр булған. Инәйең уны бер ҙә яратманы: «Асҡын ҡасҡыны» тигән исем таҡты; «күп ашай, оҙаҡ йоҡлай, керҙе насар йыуа, бешеренә белмәй», – тип ауыл тултырҙы. Тәнзилә ейәнсәре тыуғас, «Абрарға оҡшамаған» тип ғәйбәт таратты.
Инәйең ажғыра икән, кәләшеңде ниңә яҡламаның?
Хәҙер ҡайҙалар Фәзиләң менән Тәнзиләң? Еңгә кемгә морон төрттө икән? Асҡын районына, инәһе менән әтеһе янына ҡайттымы? Әллә эшләгән еренә, Златоуст ҡалаһына киттеме? Златоустта осрашып, танышҡанһығыҙ бит. Әйт, ҡайҙа улар? Ә-ә-ә, белмәйһеңме? Оятһыҙ һин, ер бит, тфү! Инсан абзыйыңдың яҙмышын ҡабатларһың әле...
Ишек төбөндә тапанған Абрар ҡапыл уҡтай тышҡа атылды.
Абрар шул көндө үк, ҡайҙа юлланғанын бер кемгә лә әйтмәй, ауылдан сығып киткән...
* * *
Илгизә, Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, Өфөлә төпләнде. Яратып, бөтә күңелен, булмышын һалып эшләне ул мәктәптә.
Хеҙмәтен күрҙеләр хөрмәт иттеләр, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. Тик торлаҡ биреүҙе генә һуҙҙылар яңғыҙаҡтарға тәғәйен закон шундай ине. Дөйөм ятаҡта йәшәне. «Йәшәне» тиерлеге лә юҡ инде: көндәр буйы мәктәптә булғас, йоҡларға ғына ҡайта. Торараҡ коммуналканан бер бүлмә бүлгәйнеләр, Илгизә йәһәт кенә инәһен янына алды.
Фәрхизә ауылына йәбешеп ятманы: «Көндәш менән күрше йәшәүҙән, ғәйбәттәрҙән ялҡтым», – тип еңел һуланы.
Оҙаҡламай ике бүлмәле фатир бирҙеләр.
Яңғыҙҡайында һатҡан өй аҡсаһын йыһазға тотондолар. Фәрхизәнең колхоз пенсияһы килеп тора, Илгизә эшләй мохтажлыҡ кисермәй, ҡәҙимге донъя көттөләр.
...Илгизә тормош ҡорманы. Кешеһе лә осрап торҙо. Тәҡдим яһаған егет-еләндең килеш-килбәтенә ҡарағанда, холоҡ-фиғеленә күберәк иғтибар итте. Арыу ғына күренгәндәр ҙә булды, әммә ул бәләкәй саҡтан бәғеренә үткән тетрәнештән һаман ҡотола алманы: «Өйләнгәнсе үҙен һәйбәт итеп күрһәтергә тырышыр ҙа, аҙаҡ ниҙәр ҡыланыр? Инсан инәйемде, Абрар абзый Фәзилә еңгәне ғәм алдында хурлаған һымаҡ, ирем булған кеше мине лә оятҡа ҡалдырһа? Миңә лә баламды яңғыҙ үҫтерергә тура килһә? Минең балам да кәмһенер...» Шулай уйланды, икеләнде, шикләнде лә тәҡдимдәрҙе кире ҡаҡты.
– Мәктәп уҡыусыларын балаларымдай ифрат яратам. Фатирыма ҡайтһам, инәйем көтөп тора – мин үҙемде һис тә яңғыҙ тоймайым. – Уның яҙмышы менән үтә ҡыҙыҡһыныусыларҙың ауыҙын шулай тип ябырға күнеккән ул.
...Фәрхизә ҡарсыҡ ғүмер буйы бер һүҙҙе йыш ҡабатлар булды:
– Сағылтау янында, етмәһә, тулған Ай нуры аҫтында, Инсанға теләгән теләгемдең сарпыуы ҡыҙыма ла тейҙе. Боронғолар: «Йөклө ҡатын кисергән шатлыҡтар ҙа, ҡайғылар ҙа ҡарындағы балаға тәьҫир итә», – тигән. Шуға ла ауырлы ҡатынға ауылы менән иғтибарлы булғандар: теләгән ризығын ашатырға тырышҡандар; ауыр һүҙ әйтмәгәндәр. «Теләктәрҙе белеп теләргә кәрәклеге иҫемдән сыҡҡайны шул...» – тип уфтанды, үкенде.
Юҡ-юҡ та ошо һүҙҙәрен әле лә һамаҡлап ҡуя.
* * *
...Илгизә, уйҙарынан саҡ арынып, яй ғына ултырғыстан торҙо. Күлдәген кейгәс, көҙгөгә күҙ төшөрҙө: мөләйем ханым ҡарап тора. Йәш сырайлы – алтмышын артмаҡлаған тимәҫһең дә. Ул йылмайҙы ла: «Афарин, Абрар абзый, ваҡытында дөрөҫ ҡарарға килгәнһең – бәхетле булыр өсөн хәләл йәмәғәтеңде, балаларыңды бәхетле итергә кәрәклеген мәлендә аңлағанһың. Бына хәҙер олоғайған көндәреңдә ҡәҙер-хөрмәт күреп кенә ғүмер кисерәһең», тип һөйләнде.
«Йән тартмаһа ла, ҡан тарта», – тиҙәр. Йөрәкһегән Илгизә, күстәнәстәрен тотто ла, ҡабаланып, егерме беренсе бүлмәне эҙләп китте.
Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА.
Фото Р. Хуснуллина