+14 °С
Облачно
Әҙәби балҡыш
21 Апреля , 11:08

Тәүге мөхәббәт. Хикәйә. Банат Вәлиева.

Һөйһәм дә мин һине ғүмер буйы, Һинһеҙ үтә йылдарым... Эй, Хоҙайым, бүләк итсе ҡабат Теге августың йылы көндәрен... Матур август айы. Мин тыуған яҡтарҙа ҡунаҡтамын. Эле бына өсөнсө көн инде Мәҙинә апайҙарҙың ғаиләһендә ял итәм. Бесән эштәре тамамланған, баҡсалағы емеш-еләк йыйып алынған саҡ. Тышта ҡояш, ул бөтә тирә-йүнде үҙенең нурҙары менән ҡурған кеүек эп-эҫе. Ә беҙ Мәҙинә апайҙың өйө алдындағы баҡсала ял итеп ултырабыҙ. Баҡсала үҫкән саған, селек ағастары янында еләҫ, һиллек, ҡояш йылыһынан арыған тәндәребеҙ эҫенән күләгәлә рәхәтләнеп ял итә, аяҡтарыбыҙҙы баҡсалағы үләндәр шым ғына һыйпай-ҡытыҡлай, татлы ҡурай еләге еҫе танауҙарға һиҙелер-һиҙелмәҫлек кенә булып бәрелә, улар өҫтөндә ара-тирә һағыҙаҡтар осоп, бал һура,әкрен генә иҫкән ел йорт артында ғына башланып киткән яландан яңы ғына сабып, күбәләнгән бесәндән кипкән үлән, сәскәләрҙең хуш еҫтәрен ваҡыт-ваҡыт беҙгә килтереп еткерә, баҡса өҫтәлендәге киң батмуста ятҡан, телемдәргә киҫелгән ҡауын һутынан ниндәйҙер татлы еҫ, ә ҡарбуз киҫәктәренән тәүге ҡар сафлығы, йәш алмаларҙан хуш еҫ бөркөлә. Ә Мәҙинә апай менән мин август айының ошо һуңғы матур, хозур көндәренә ҡыуанышып ултырабыҙ. Ара-тирә иҫеп ҡуйған ел саған ботаҡтарын әкрен генә бәүелтә,уларҙың ҡуйы-йәшел япраҡтары араһынан ҡояш нурҙары баҡсалағы өҫтәл һәм беҙҙең кейемдәребеҙгә ваҡыт-ваҡыт төшкөләй ҙә, бик тиҙ генә йүрмәләп үтә.  

Тәүге мөхәббәт. Хикәйә. Банат Вәлиева.Тәүге мөхәббәт. Хикәйә. Банат Вәлиева.
Тәүге мөхәббәт. Хикәйә. Банат Вәлиева.

Беҙ Мәҙинә апайҙың фотолар альбомын ҡарап ултырабыҙ. Альбом бик ҡалын, фотолары бик күп. Мәҙинә апай альбомдағы фотоларҙың ҡайһы берҙәрен, нимәнелер иҫләгәндәй булып, бик оҙаҡ ҡарап тора, альбомдың ҡайһылыр биттәрен бик яй ғына ябып ҡуя ла, ҡалған биттәрен ҡарарға керешә. Мин дә ул кәртешкәләрҙе ҡарайым, апай янында ултырып, уларҙағы ҡайһы бер кешеләр миңә таныш, ә ҡайһыларын мин белмәйем, танымайым, шуға күрә мин Мәҙинә апайҙың йөҙөнә ваҡыт-ваҡыт ҡарап, ундағы кешеләргә ҡарата апайҙың ҡарашын аңларға тырышып ултырам. Апайҙың йөҙө бик тиҙ генә үҙгәреп тора; ҡайһы бер кәртешкәләрҙе ул, тишә яҙғансы, бик ныҡлап ҡарай, ҡайһы берҙәрен ҡарағанда уның ҡуңыр күҙҙәре, нур бөркөп, сағыу яҡтырып китә лә, фотолағы кешеләрҙе наҙлап ҡараған төҫлө тойола. Бына ул альбом эсенән күмәк кешеләр төшкән бер фотоны алды ла, уң ҡулының ус бите менән уны бик ҡәҙерләп һыйпап торҙо, ә һул ҡулы менән күҙҙәрен һөрткән кеүек хәрәкәт яһаны, әйтерһең дә, шул фотолағы боронғо, бик алыҫта тороп ҡалған заманды юйҙы. Фотолағы үҙенең һыны һәм бер йәш егеттең һыны буйлап бик оҙаҡ итеп уң ҡлының һуҡ бармағы менән йөрөттө һәм минең барлыҡты ла онотҡан кеүек, үҙенә алдына ғына: “Их,бар ине минең йәш ваҡыт, уның бик матур саҡтары. Шул йылды, йә булмаһа шул августы кире ҡайтараһы ине лә ул, тик булмай шул... Әгәр мөмкин булһа, бәлки, минең тормошом да бөтөнләй икенсе төрлө ҡоролған булыр ине,”- тине. Фотоның артына ябай ҡәләм менән: “Бесән сапҡан саҡта. 6 август 1964 йыл. Миңә 16 йәш”, - тип яҙып ҡуйылғайны. Апайҙың үҙе өсөн бик мөһим, бик иҫтәлекле ваҡиғаны иҫкә төшөрөп ултырғанын аңлап, мин өҫтәл артында шып-шым ғына ултырып торам. Бына ул альбомы эсенә ҡулындағы фотоны тығып ҡуйҙы ла, минең барлыҡты иҫенә төшөргәндәй итеп, ҡапыл ғына минән: “Һинең берәй ваҡыт яратҡаның булдымы, һылыу? Тәүге үбешкәнеңде иҫләйһеңме?”- тип һораны. Мин, тәүге яратыуым тураһында апайға бер һүҙ менән дә яуап ҡайтара алмайынса, уңайһыҙланып, баҙап ҡалдым. Апай көлөмһөрәне лә, үҙенең тәүге мөхәббәте тураһында һөйләй башланы.

“19.. йылдың йәйен һаман да һағынып иҫемдә тотам. Бөгөнгө кеүек август ине ул саҡта ла. Атам-әсәм йортонда оҙаҡ ваҡыт апайымдың ҡунаҡ булып ятҡан ҡыҙы Гөлзифа бер көндө, моғайын, үҙенең ата-әсәһен һағыныптыр инде, һыңҡылдап илап ебәрҙе, үҙҙәренең ауылына ҡайтҡыһы килгәнен әсәйемә әйтте. Атайым менән әсәйем, үҙҙәре бесән әҙерләү менән булышҡанлыҡтан, мине Гөлзифа һеңлемде ауылдарына ҡайтарып ҡуйырға ҡушты. Иртәгеһенә иртүк, ауылыбыҙ аша үткенсе машинаға ултырып, һеңлем менән икәүләшеп уларҙың Ҡарамалыһына юл тоттоҡ. Үткенсе машина беҙҙе Ивановка янында төшөрөп ҡалдырҙы ла, үҙ юлы менән китте, ә беҙ юл сатында баҫып тороп ҡалдыҡ. Беҙгә әле 25 километр тирәһе юлды үтергә кәрәк; йәйәү барырға алыҫ... Көн эҫе, үткенсе машиналар нишләптер Ҡарамалы яғына бармай, бөтөнләй икенсе яҡҡа, Петровский яғына үтеп китәләр. Аптырағас, эҫенән әлһерәшеп, беҙ Ивановканың уртаһындағы почта бүлексәһе йортона килдек, почта ташыусы йөк машинаһының бер-ике сәғәттән район буйынса посылка һәм бандеролдәр ташырға сығасағын белгәс, шул йорт тирәһендәге ағастарҙың күләгәһенә килеп баҫтыҡ. Бында машинаны көтөүселәр бер беҙ генә түгел, ә тағын да ике ир кеше ине. Шуларҙың йәшен Гөлзифа танып ҡалды ла, уның менән һаулыҡ һорашты. Баҡтиһәң, был Ҡарамалынан Ғәлим тигән егет икән.

Ике сәғәттән почта ташыусы машинаның кузовына бүлексә хеҙмәткәрҙәре посылка йәшниктәрен, бандеролдәр тейәлгән тоҡтарҙы һәм кино таҫмалары һалынған тимер йәшниктәрҙе тултырҙылар, артабан машинаның эскәмйәләренә беҙ, юлаусылар ултырыштыҡ та, машина район үҙәгенә табан юл алды. Ул йылдарҙа юлдарға хәҙерге кеүек асфальт түшәлмәгәйне: юл ҡыйыш-мыйыш, соҡор-саҡырҙарҙа машина ныҡ һиңкеп китә, әгәр ҙә кузовҡа ныҡ тотонмаһаң, машинанан төшөп ҡалыуың да ихтимал. Мин һыңар ҡулым менән кузовҡа тотонғанмын, ә һул ҡулым менән мамыҡ кеүек еңел генә Гөлзифа һылыуымды ныҡлап тотҡанмын, аяҡтарымды тимер йәшниктәргә ныҡлап терәтеп ултырам, шулай ҙа, осоп төшөп ҡалмаһын, тип ҡурҡам һеңлем өсөн. Ҡаршы ширлектә ултырған Ғәлим, быны күреп, Гөлзифамды үҙенә саҡырып алды ла, ныҡлап тотоп ултырҙы Ҡарамалыға барып еткәнсе. Юл буйына улар нимә тураһындалыр һөйләшеп барҙылар, мин иғтибар менән тыңлап ҡараным, әммә мотор геүләүе арҡаһында уларҙың һөйләшкәне миңә ишетелмәне. Бына, ниһайәт, машина Ҡарамалы почта бүлексәһе янына килеп туҡтаны, беҙ, пассажирҙар, тиҙ генә машинан һикерешеп төштөк тә, һәр ҡайһыбыҙ үҙ өйҙәребеҙгә таралыштыҡ. Апайымдарҙың йортона барып еткәнсе Гөлзифа миңә теге егеттең кем икәнлеген аңлатты, Ғәлимдең минең турала белгеһе килгәнен һөйләп килде.

Шул көндө кис таныш ҡыҙым Динә менән беҙ клубҡа киноға барҙыҡ. Кинонан һуң йәштәр клубта ритайым ойошторҙолар. Мин дә башҡалар менән бергә бейенем, аҙаҡ баянист вальс көйөн уйнай башланы. Минең янға Ғәлим килде һәм мине вальс бейергә саҡырҙы. Быға тиклем мин бер егет менән дә бейегәнем булмағас, мин вальстан баш тарттым, әммә Ғәлим бык ныҡымыш егет булып сыҡты, ул мине клуб уртаһына сығарып баҫтырҙы, һәм беҙ уның менән вальста әйләнә башланыҡ. Мин, ҡолағыма айыу баҫмаһа ла, оялышымдан музыканы бөтөнләй ишетмәнем, үҙемдең биттәрем уттай ҡыҙыл булып яна, йөрәгем күкрәк ситлегемдән сығып бара, әллә башым әйләнә, әллә үҙемде әйләндерә музыка аҫтында Ғәлим, мин быны һис кенә лә аңлай алмайым, залдағы барлыҡ кешеләр ҙә мине күҙәткән кеүек, хатта бер нисә тапҡыр Ғәлимдең аяғына ла баҫып өлгөрҙөм. Ниһайәт, минең яфаланыуҙарым тамамланды: музыка туҡтаны һәм Ғәлим мине ипләп кенә буш ширлеккә килтереп ултыртты. Бейеүҙәр тамамланыу менән Динә менән мин апайымдар өйөнә табан йүнәлдек. Өйөбөҙ янында мине Ғәлим ҡаршы алды һәм минән, бер нисә минутҡа ғына туҡтап, уны тыңлауымды үтенде. Мин туҡталдым һәм Гөлзифаны юлда ҡарашҡаны өсөн уға рәхмәтемде әйттем. Ғәлим минең менән осрашып йөрөргә теләге булыуын әйтте һәм ҡайҙа уҡыуымды һорашты. Ул үҙен республиканың бер юғары йорто студентымын тип таныштырҙы. Баҡтиһәң, ул әле студенттар отрядында эшләгәндән һуң ата-әсәһенә бесән сабышырға ҡайтҡан икән. Артабан беҙ бөгөнгө кино, ундағы актерҙарҙың уйыны тураһында һөйләшеп торҙоҡ. Ғәлим, мине иртәгәһе кискә лә клубҡа килергә саҡырып минең менән хушлашты..

Ә иртәгеһен таңда апайым мине уятып, мине һәм еҙнәмде бесән сабырға алып сыҡты. Беҙ иртә таңдан ысыҡ кипкәнсе өсәүләшеп салғы менән бесән саптыҡ, көн уртаһында бакуйҙарҙа ятҡан бесәнде, тиҙерәк кипһен, тип, һәнәктәр менән әйләндерҙек, кискә табан кипкән бесәнде күбәләнек. Ҡара кистә генә, арып, әлһерәшеп, өйгә ҡайттып йығылдыҡ: клубҡа сығыу тураһындағы уй бөтөнләй иҫтән сыҡты, сөнки, ҡулдар арыған, һыҙлай, устар һәнәк-салғы тотоп эшләгәнлектән һөйәлләнгән, сәнскеле үләндәр сыйғылаған аяҡ тиреләре әрней. Үткән мунсанан ҡалған йылы һыу менән арлы-бирле ҡойоноп сыҡҡас та мин тиҙерәк йоҡоға талдым. Төн буйына минең төшөмә бесәнлек, соҡор-саҡырлы юл буйлап елеүсе почта машинаһы, минең менән вальста өйөрөлгән Ғәлим керҙе, танауымды йәш бесән еҫе ҡытыҡланы.

Шулай бер нисә көн бик ҡаты ғына эшләргә тура килде бесәнлектә. Ниһайәт, аяҡ-ҡулдар эшкә өйрәнеп, нығынғас, мин Динә менән бер кистә тағын да клубҡа сыҡтым кино ҡарарға. Ҡыҙҙар араһында мине күреп ҡалған Ғәлим, “һә” тигәнсе минең яныма килеп ултырҙы һәм киске уйындар тамамланғансы минең яндан китмәне.Ул кистә лә беҙ Ғәлим менән вальста өйөрөлдөк, тик бөгөн нишләптер мин музыканы ла, Ғәлимдең йөрәгенең дарҫлап тибеүен дә сос ҡолағым менән бик яҡшы ишеттемсе... Әллә ниндәй быға тиклем үҙ ғүмеремдә һиҙмәгән тойғолар мине бер аҙ аптырашҡа ҡалдырҙы... Киске уйындан һуң Ғәлим мине апайымдар өйөнә табан оҙата килде.

Был төн миңә торғаны бер мөғжизәле, сихри бер төн булды: өйҙәр алдындағы баҡсаларҙағы алмағастарҙың алмалары тоноҡ тауыш менән ергә һикереп төшкәне ҡолаҡҡа салынды, зәп-зәңгәр күктә йондоҙҙар бер-береһенә күҙ ҡыҫҡандай емелдәште, уларҙың ҡайһы берҙәре ҡапыл ғына беҙ көндөҙ бесән сапҡан, ә хәҙер күгелйем генә томан менән яртылаш ҡапланған ялан яғына табан атылды. Йондоҙҙар ергә табан атылғанда Ғәлим миңә иң изге теләктәремде теләргә ҡушты. Мин уны тыңлап, эсемдән генә үҙемдең теләктәремде юраным. Ғәлим нимә теләгәндер, уныһын белмәйем, тик мин үҙемдең теләктәремде Ғәлимгә телем менән әйтә алманым, оялдым. Күктәге йондоҙҙар бер туҡтауһыҙ тиерлек ергә атылып, ҡойола башлағас, Ғәлим мине ҡосаҡлап алды ла, башын минең башҡа терәп торҙо, унан сәстәремде еҫкәне лә: “Йәш бесән еҫе сыға!”- тип, мине ирендәремдән үпте. Үҙ ғүмеремдә мине беренсе тапҡып егет кеше үпкәс, мин хатта бер аҙға тыным быуылған кеүек булды, тамағыма ниндәйҙер төйөр тығылды... Мин быға тиклем бер ҡасан да татымаған тойғолар кисерҙем: унда шатлыҡ та, яғымлылыҡ та, йылылыҡ та, ниндәйҙер ләззәт тә, үҙемдең икенсе кешегә кәрәклегемде һиҙенеү ҙә, шул уҡ ваҡытта бер аҙ күңелһеҙләнеү ҙә һәм уңайһыҙланыу ҙа бар ине... Ә мин шулай иҫәнгерәгәндәй торғанда, күктән һаман йондоҙҙар бер туҡтауһыҙ үҙенең бейеүен башҡарҙы ла башҡарҙы, беҙҙең иң изге теләктәребеҙҙең барыһын да бойомға ашырасағын вәғәҙә итте... Минең яңыраҡ ҡына ун алты йәшем тулғандағы август шулай Ғәлимдең “Һине яратам!” тигән һүҙҙәре һәм алмаларҙың тыпылдап беҙҙең аяҡ аҫтарыбыҙға тәгәрләүе аша үҙенең бүләктәрен миңә бирҙе. Һәм мин Ғәлимдең һүҙҙәренә, уның мөхәббәтенә һәм үҙемдең мөхәббәтемә ышандым. Был төндә беҙ ваҡыттың нисек үткәнен дә һиҙмәнек, бары тик күктә атылған йондоҙҙарҙы ғына һананыҡ һәм беҙҙең киләсәктәге оҙон-оҙаҡ алдағы ғүмеребеҙҙә йондоҙҙарҙың бихисап атыласағына ныҡлап ышандыҡ. Ул сихри төндә беҙ хаттар алышыр өсөн адрестарыбыҙ менән алмашырға ла оноттоҡ. Ә иртәгеһен, атайым, ат егеп килеп, мине үҙебеҙҙең ауылға алып ҡайтып китте.

Август аҙағында мин үҙем уҡыған ҡалаға уҡырға киттем, Ғәлим дә башҡалаға уҡырға киткән. Беҙҙең август шулай тамамланды, юлдарыбыҙ айырылды... Мин тик нишләптер Ғәлим менән ҡабаттан орашыуыбыҙға өмөт тоттом. Һәм бары тик өс йылдан һуң ғына минең теге мөхәббәтле августа теләгән теләгем ҡабул булды: мин уларҙың Ҡарамалыһына эшләргә килдем. Тағы ла августың яртылары, мин Ҡарамалыла, дипломлы эшмәкәр-фельдшер. Беҙҙең осрашыу, мөхәббәт. Ғәлим дүрт курсты уҡып бөткән, бер нисә көндән бишенсе курс студенты, бер йылдан буласаҡ инженер. Йондоҙҙар атылышҡанда ул миңә тормош юлдашы булырға тәҡдим итте. Мин – әле генә уҡыу тамамлаған ҡыҙ, китап тулы бер сумаҙаным, ике күлдәгем, пальтом һәм саф намыҫымдан башҡа бер байлығым да, йәшәр өсөн урыным да, эшләп тапҡан аҡсам да юҡ. Шунлыҡтан мин өйләнешеүҙе, әгәр ғәлимдең был тәҡдиме ысын йөрәктән, уйлап әйтелгән булһа, бер йылға кисектереп торорға уйланым. Их, әгәр мин шул саҡта тағы бер йылдан ниҙәр булырын белгән әүлиә булһамсы... Ә ярты йылдан минең Ғәлимемде баш ҡаланың бер студент ҡыҙы үҙенә ҡаптырған һәм көсләшеп, баҫышып Ғәлимгә кейәүгә сыҡҡан...

Мин әлегә тиклем шул августы, үҙемдең тәүге мөхәббәтемде, үҙемдең ҡыйыуһыҙлығымды һәм шуның арҡаһында үҙ мөхәббәтемдән ваз кисеүемде хәтеремдә тотам, нишләп теге ун алты йәшемдәге августа Ғәлимгә кейәүгә сығыуҙы теләмәйенсә, бары тик уның менән ҡайтанан осрашыуҙы ғына теләп, үҙ теләгемде дөрөҫ теләмәнем икән тип үкенәм... Их, шул августы кире ҡайтараһы ине лә бит, тик ваҡыт ҡуласаһы ғына кирегә әйләнмәй, тимәк, ул август мәңге лә ҡабатланмаясаҡ. Бына шулай, һеңлем, иң матур, бәхетле тормош мәлдәре һәр саҡ бер аҙ күңелһеҙләнеү менән һуғарылып та бара икән ул. Шул мәлдәрҙе тотоп ҡалырға тырышһаң да, ваҡыт тигәнең үтә лә китә икән...

Ә хәҙер оло кеше аҡылы менән уйлайым да, Ғәлим менән минең мөхәббәттең шулай тамамланыуы, бәлки, яҡшыға булғандыр. Әгәр ҙә беҙ, ғаилә ҡороп, балалар үҫтергәндә, ул шулай миңә хыянатлыҡ ҡылһа, бәлки, был трагедияны күтәреү минең өсөн бик ауырға тура килгән булыр ине, тип һөҙөмтә яһап ҡуям,” - тип тамамланы үҙенең хикәйәһен Мәҙинә апай.

Мәҙинә апайҙың ошо йөрәк һүҙҙәренән һуң китаптарҙа яҙылған һәм төрлө кинофильмдарҙа күрһәтелгән тәүге мөхәббәт тураһында ныҡлап уйландым да, бик күптәрҙең яҙмышындағы беренсе мөхәббәт бик һирәк кенә осраҡта шатлыҡлы туй, бәхетле тормош менән тамамлана икәнлегенә тағы ла бер инандым. Тирә-яҡ тормошта быны дәлилләүсе бик күп миҫалдарҙы табырға мөмкин, шуға күрә беренсе мөхәббәт, альбом битендәге элекке фотолар кеүек, кешеләр хәтерендә бары тик яҡты иҫтәлек кенә булып һаҡланһын тигән уйҙа ҡалам.


6 август, 2022 йыл, Банат Вәлиева-Яубаҫарова

 

Фото Р. Камалова

Автор:
Читайте нас