+9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
2 Апрель , 17:33

Синьора. Хикәйә. Рәйлә Сабитова. ДАУАМЫ

Мәликәнең нурҙар һирпеп торған күҙҙәрен күреү менән, онотолдо шик-шөбһәләре. Бына бит ул- шундай яҡын, ылыҡтырғыс, күркәм...Рәфилдең уның хаҡында юҡ-бар уйлауын башына ла килтермәй, күҙҙәренә мөкиббән китеп баға, ирендәре менән күктең етенсе ҡатына еткергәнсе иркәләй, хыялый итә...Асылып һөйләшә алманы был юлы. Ҡатын, ҡайтырға йыйынып, көҙгө алдында үҙен рәткә килтергәндә бығаса тынғылығын юйған уйҙары тышҡа бәреп сыҡты. - Ирең беләме йөрөгәнеңде?

Синьора. Хикәйә. Рәйлә Сабитова. ДАУАМЫ
Синьора. Хикәйә. Рәйлә Сабитова. ДАУАМЫ

-Юҡ.

-Ә миңә тиклем күп йөрөнөңме?

- Булды бер нисәү.

- Ә кем менән рәхәтерәк ине?

- Ҡуй әле, юҡ-бар һорауҙарыңды шул...

-Тимәк, минең менән бик рәхәт түгел инде? Беләм бит һине, яҡшы булһа шунда уҡ "һинең менән" тиер инең, ә былай- яуабың менән рәнйетмәҫ өсөн, һорауҙан ҡасаһың.

- Уф, башланды инде...

- Нимә башланды? Кем иҫеңә төштө? Мин бит әле был һорауҙы беренсе тапҡыр биреп торам, ялҡытты тиергә!

- Башланды инде допрос! Бала-саға түгелһең, үҙең дә аңларға тейеш шул хаҡта- минең һиңә тиклем тормошом булды. Эйе, тик һәйбәттәр һәм яҡшылар менән генә! Йүнһеҙҙәрен тәнемә ҡул тейҙереү түгел, төҫтәрен күҙгә лә элмәйем.Был теманы ҡуҙғатмайыҡ, зинһар.

-Ниңә ҡуҙғатмаҫҡа ти? Ә мин бына йәшермәй әйтәм- һин миңә осрағандарҙың иң яҡшыһы. Рәхәт һинең менән...Ә һиңә?

- Рәхәт булмаһа, шул саҡлы ваҡыт осрашыр инемме?

- Был яуап түгел,ә һорауға-һорау!..Шул тиклем үк алама түгелмендер бит, ниңә әйткең килмәй? Миңә мөнәсәбәтеңде бөтөнләй аңлай алмайым! Кем мин һиңә? Ни бары сираттағы һөйәр генәме? Ниңә бер ҡасан да шалтыратып хәлемде белмәйһең, һис юғы-дозвон ебәрмәйһең? Һағына беләһеңме һин саҡ ҡына? Ә бәлки минән башҡа ла буйтымдыр был түшәктә аунаған йәрҙәр?- Ныҡ ҡыҙыуҙан Рәфилдең сикәһе ҡыҫып,ҡолаҡтары шаулап китте хатта. Йәнасыҡ ҡысҡыра башлағанын үҙе лә тоймаҫ булды.

- Етәр, Рәфил,етәр,- ҡатынҡайҙың уны тыңларға ла теләмәүе оторо ярһытты.

Наҙланып ҡына башланған мөнәсәбәттәрҙең ошондай боролош алырына икеһе лә әҙер түгел ине. Етмәһә, икеһе лә үҙ фекерен дөрөҫ тип иҫбатларға күнеккән. Ир кеше үҙенең һөйөклө һәм берҙән-бер булыуын ишетергә теләй, ә ҡатын "һин бит ғашиҡ булмаясаҡмын,үткәнем менән ҡыҙыҡһынмаясаҡмын" тип анттар бирҙең бит тип, һығыла.

-Ә иреңдең күҙенә нисек ҡарайһың? Выждан ғазабы борсомаймы? Кейәүгә сыҡҡанда мәңге тоғро булырға анттар биргәнһеңдер әле...Ә?

- Туп-тура ҡарайым, тамсы ла уңайһыҙланмай ғына! Эйе, ул минең өҫтән йөрөмәй,ә мин бына- үҙең күрәһең! Выжданым да тып-тыныс. Вәт шундай мин, шундай! Күңелең булдымы? Үтеп киттеме ,так называемый, ғашиҡлығың?..

Мәликәнең сарказм тулы тауышы тыныс яңғыраны. Шуның менән Рәфил айнып киткәндәй булды. Ни эшләй ул? Нимәгә юҡ-бар талаштар менән былай ҙа ҡыҫҡа ғына осрашыу минуттарының йәмен ебәрәләр? Кемгә кәрәк ул үткәндәр һәм онотолғандар? Бөгөн, әле йәшәргә кәрәк! Күңеленә ҡапыл үкенес тулып, мәликәнең ҡулдарынан ғәфү үтенеп алмаш-тилмәш үпте, ҡәҙерле һынды ҡосағына ҡарманы...

Булмағас-булмай икән...Бер кителгән күңелде ямауҙары ауыр  булып сыҡты. Яралғы ғына шик юғалырға уйламаны ла - йөрәк итен кимерә-кимерә, майын һыҙа-эсә һимерә килә, эскә һыймай үҫә килә...Төбөнә төшмәйенсә төпсөнмәй ҡуймай бит берәй нимәне Рәфил. Юҡҡа бала саҡта өйҙәге ҡушаматы "Төпсөнмә" инеме ни. Һәр бер һорауына ололарҙан шул һүҙҙе ишетеп өйрәнгәс, хатта үҙ исеменең Рәфил икәнен дә һуңлап төшөндө.Уның күберәк белгеһе килгән инде, нимә, ҡайҙан, нисек килеп сыҡҡанын. Ниңә һыйыр йәшел үлән ашай, ә һөтө-аҡ? Ниңә самолет ҡанатын ҡаҡмай, ә үҙе осоп төшмәй күктән?.. Ниңә кеше тыуа, ниңә ҡартая? ...Ә ни өсөн йәшәй? Ниңә яратҡан кешеңдең етешһеҙлектәре лә оҡшай, ә яратмағаныңдың бөтә сифаттары ла йүнһеҙлек булып күренә? Ниңә Рәфил үҙенең барлыҡ серҙәрен сисеп бирҙе мәликәгә, ә ул-юҡ? Ниңә яратмаған ир менән айырылышмай,һаман йәшәй? Ә яратһа, ниңә хыянат итә? Ниңә ул Рәфил кеүек дәрәжәһеҙ, аҡсаһыҙ, фатирһыҙ "офис планктонын" әүрәтеп алды?Ниңә  ҡаратҡас, ярата алманы...

Һорауҙарға яуап бирергә теләмәйҙәр икән, бер генә юл ҡала- мәғлүмәтте үҙең эҙләп табыу. Аңлатырға теләмәйҙәр икән- үҙең төбөнә төш! Хәҙерге заман технологиялары теләһә ниндәй йәшерергә теләгән фактты ла соҡоп сығарырға мөмкинлек бирә, ҡуллана ғына бел! Интернеттың барлыҡ эҙләү саралары ла эшкә егелде. Ниндәй социаль селтәрҙә, сайтта, форумда нимә табып була- береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.

Ҡайҙа ҡоларыңды белһәң, һалам түшәп ҡуйыр инең...Белгәненән был тиклем дә ғазапланасағы күҙ алдына килһә, мәликәнең заманында: "Юрамал ғына ла ҡыҙыҡһынма минең кемлек менән!"- тигән киҫәтеүен тыңлар ине. Хәйер, бөкрөнө ҡәбер генә төҙәтә,ти, Рәфилдең холҡо барыбер өҫкә ҡалҡыр, үҙенекен итә индеү.Ултыра хәҙер башы тубал булып. Нисә айҙар буйы уны һоҡландырған, әүрәткән,ғашиҡ иттергән аҡыллы, наҙлы, нәзәҡәтле, уның уйынса, идеаль ҡатын-ҡыҙ, баҡтиһәң, хаяһыҙ һәм таш бәғерле зат икән! Үҙ -үҙен һылап һыйпарға аҡса ҡайҙан тапҡан,тиң...Байлығы тиҫтәләрсә миллиондар менән генә иҫәпләнгән фирма директоры, имеш, ул! Был бейеклектәр хандар мираҫы түгел инде,билдәле.  Фирмаға мәликәнең ире нигеҙ һалған, күтәргән, бер конкуренцияға ла бирешмәҫлек итеп эште ҡорған. Көндәрҙең берендә эш-мәшәҡәттән башы сыҡмаған ирҙе, көсөргәнеш күплектәндер инде- фалиж һуға. Хәләленең түшәккә ятҡанын "тоғро һәм ышаныслы" йәре бик оҫта файҙалана- фирма һәм башҡа мөлкәтте үҙ исеменә яҙҙыра һалып, әҙер йылы урынға менеп тә ултыра. Кәре бөткән ирҙе, имгәк итеп нишләтһен, тегенең ата-әсәһенә алып барып ырғыта, әйҙә ҡараһындар, уға типтереп йәшәргә ҡамасау булып ятмаһын...Әлеге ваҡытта ҡарттар пенсияларына зәғиф улдарын тәрбиәләп, ҡасандыр ул ҡорған донъяға аяҡ баҫырға зар-интизар булып, ғүмер һөрәләр. Ә ҡатын- балда-майҙа йөҙә, бер-бер артлы йәш һөйәрҙәр алыштыра, һәм, йәмғиәткә яҡшатланып күҙ буяй, зәғиф балаларға бағымсы ярҙамын күрһәтә...

Күңеленә ауыр таш,юҡ-ҡая ишелеп ятты Рәфилдең. Үҙенең шул тиклем бер ҡатлы булыуына, ҡатын-ҡыҙҙың хыянатсыл күңеленә тороп-тороп иҫе китә. Нисек! Нисек шул хәтле ике генә түгел, мең йөҙлө булырға мөмкин?  Йылан аяғын ғына түгел, шайтандың ҡойроғон дә киҫкәндер был албаҫты заты. Шул уйланыуҙарынан үҙ ҡатынына ла иғтибарлап, тикшереп ҡарай башланы хәҙер. Ауыҙыңды асып йөрөһәң, быныһы ла тишек шоманға ултыртып, маңлайыңа еллеһенән болан мөгөҙө ҡуймаҫ тимә! Ашау-йәшәүҙән тыш ҡайҙа китә аҡса? Берәйһе менән кәйеф-сафа ҡороп йөрөмәҫ,тимә. Аналары Һауа ла Әҙәмде алма менән ҡыҙыҡтырып, алдап-йолдап, ожмахтан ҡыуҙырған бит әле. Кем менән йылмая-йылмая телефондан сөкөрҙәшә был тағы? Ҡарасы, "ВК"-ла ла иҫәпһеҙ күп ир-аттар менән дуҫлашып алған, кәнтәй. Һәр фотоһына "лайыҡ"тар сәпәп сыҡҡан булғандар. Ҡайһы һәүеректе һөйәр итмәксе икән? Кем менән ихахайлап Рәфилде сәйнәйҙәр, битенән көләләр, ирлеген мыҫҡыл итәләр, намыҫын тапайҙар?!.Йәп-йәш башы менән, ҡатыны ла алдашырға өйрәнгән, тәбиғәттәренә һалынып тыуаларҙыр инде. Һәр һорауына яуап бирәһе урынға, күҙҙәрен шәмәртеп иларға тотона, ышандырырға, йәлләтергә маташа, үҙенсә. "Нимә булды һиңә,һөйөклөм",имеш...Күҙе асылды Рәфилдең,күҙе! Һуҡыр ҙа, иҫәр ҙә булған бығаса, ҡатын-ҡыҙҙы алиһә итеп күрә алған. Әле саҡ шул йылмаяҡтарҙың асылына төшөндө. Үҙ хилафтарын йәшерер өсөн, әйткән һүҙеңә үсегеп тә, намыҫланған булып та, илаған булып та ышандырырға, ирҙә ғәйеп тойғоһо үҫтереп, үҙ ыңғайҙарына бөкмәкселәр, булмай торһон әле! Ана, ҡатыны, торғаны менән "ғазап сигеүсе фәрештә"! Тот та изгеләр тормошона бағышланған картина яҙ үҙенән! Нимәлә ғәйепләнгәнен аңламай, йәнәһе, Рәфил- монстр, тырнаҡ аҫтынан кер эҙләп йәнен ҡыя, ә ул көнө буйы бала ҡарай. Ни булһа ла шул сабыйға арҡаланалыр ошолар, өй бола булһа ла, тамаҡҡа әҙер булмаһа ла, эшкә кергеһе килмәһә лә...Йәтеш һылтау. Тормошом-тамуҡ,тигәнме әле берәү? Әллә- зинданмы? Барыбер инде, тамуҡта ла яналар, бында ла йөрәге яныуға сыҙарлыҡ түгел. Зинданда ла биклеһең, бында уҙ кисерештәрең клеткаһынан ысҡынып булмай.

Эштә бер сама күңеле баҫылып ҡала-ҡалыуын. Саҡ ҡына башын күтәрһә иҫкә төшә лә тора мәликәһе. Йылмайыуы, зыңғыр көлөүө,иркә-наҙҙары...Һәм  шул йылмайыу артында торған ыржайыу...Бына нисек булған уның уйын ҡағиҙәһе! Туҡ бесәй ҙә бит тотҡан сысҡанын тиҙ генә үлтермәй. Ирек биргән була, ҡасырға мөмкинлек менән ымһындыра, ә үҙе уның кәрәкле бер ерен һындыра тешләп ҡуйған,ҡастың ни ҙә, ҡасманың, фәтеүә юҡ, уйындың аҙағы ҡорбандың үлеме менән тамамлана. Ә Рәфилде мәликә нишләтте? Идеалдың был донъяла булыуына ымһындырып, күңелен үҫтерҙе,серҙәрен һығып алды ла...тамам йомшарғас, рухын һындыра бәрҙе. Башҡа был донъяла бер кемгә ышанырға ярамай, барыһы ла ялған һәм мәкер менән туҡылған, барыһы ла...Кем дә һине файҙаланырға ла, аҙаҡ, кәрәгең бөткәс, аяҡ һөртөп ташлай. Күңел тыныслығын ҡайтарырҙай саралар бармы? Хәйер, бар ундай сара! Үс! Үсең ҡанырҙай ҡылыҡ ҡылғанда, әрнеүҙәр баҫылып ҡала. Ваҡытлыса ғына булһа ла...

Туҡта! Ана бит, Людочка! Арт һандарын харап килешле генә уйнатып кереп килә лә баһаң. Ул да эстән генә Рәфилде ахмаҡлыҡта ғәйепләп, мыҫҡыл итеп бер булалыр. Арҡырыны буй һала алмай был мәүеш,тип. Ауыҙына килеп кергәнде йота алмай тора, йәнәһе, "Һары томшоҡ" ,тиҙер әле,үҙенсә,теге һымаҡ. Ярай, әйҙә, теләгәнеңә иреш, шат булырһыңмы икән аҙағынан...

                                      Х           Х           Х

- Людочка күренмәй башланы һуңғы осор...-Әхмәт башын күтәрмәй генә Рәфилде күҙәтә.

- Кәрәген тапҡандыр...

- Шундай итеп әйтеп ҡуйҙың...Сәбәбен яҡшы белгән һымаҡ...

- Бәлки беләмдер ҙә...Бик йөрөмәһен әллә кем булып ҡуҡырайып, бер  еренә лә алтын ялатылмаған.

- Уһу-һу...Ҡаты әйттең. Үсең бар инеме әллә? Кемгә? Людочкаға түгелен аңлап торам. Үсегеү шундай нәмә бит ул, үс объектына түгел, ғәйебе булмағандарға ауырлығы төшөүсән...Ҡалай миңә лә асыуланып ҡарайһың. Тура барып тейҙеме әллә? Ә мин бит һиңә насарлыҡ теләгәндән түгел, ярҙам иткем килеп әйтәм...

- Ярҙамыңды бер ереңә тыҡ,- Рәфил, коллегаһына һыртын ҡуйып, бер нимәгә кәрәкмәгән ҡағыҙҙарында соҡондо...

Ҡыйын йәшәүҙәре былайтып. Йөрәген ҡыҫаға ҡыҫтырған шикелле, йылмайыуҙың да ни икәнен онотто, көлөү түгел. Шул халәттән ҡасып ҡотолорға була, ауылға, ата-әсәһе янына ҡайтып килде.Уларының һаман бер тормош. Өй менән аҙбар араһындағы һуҡмаҡты тапау.Хәбәрҙәрен тыңлап ултырғайны, тағы ла ауырыраҡ булып китте. Малдың ашарына бармы, һыу һалдыңмы, һәм . вәссәләм бөтә һүҙ. Ҡайҙа ул бер-береңә иғтибар, наҙлы ҡараш, серләшеү, хыялдар уртаҡлашыу, алдағы ғүмергә пландар төҙөү?..Ҡайҙа ул донъяға ҡараш, изгелек-яуызлыҡ һәм хаҡ вә нахаҡ хаҡында фекер алмашыу, бәхәс ҡороу? Бәхет асылы тураһында уйланыуҙар? Икең араһында мал да мәшәҡәттән башҡа уртаға һалып һөйләшер һүҙең дә булмағас, нимә тота ала уларҙы бергә?!. Йәһәткә генә ҡунаҡҡа барып килделәр. Атаһының өҫтөндә- ҡасандыр Рәфилдең "выпускнойына" алынған костюм, әсәһенең- Себерҙәге һеңлеһенең кейеп ялҡҡандан килтереп ырғытылған блузка менән итәк. Аяғында шул стразлы-ялтырлы кейемгә һис килешмәгән йөн ойоҡ, башында- аллы-гөллө ебәк яулыҡ. Көҙгөгә ҡарап битен дә һыйпаштырманы, иннек-кершән хаҡында һүҙ ҙә юҡ. Рәфилдең март байрамына бүләк иткәндәре берәй ерҙә ҡатып яталыр инде."Аҡса әрәм итеп" тип үҙе алмағанға, әсәһенә шундай бүләк һайлағайны. Әсәйҙәр былай ҙа матур, тик үҙ-үҙенән ҡәнәғәт булғаны, донъяға ла,үҙенә лә яратып баҡҡаны- тағы ла гүзәлерәк. Ә ул хатта Рәфиленең былай ғына килеп ҡосаҡлауын,йылыһы менән уртаҡлашҡыһы килеүен ек күрә, ҡулдарын һыпырып ташлап,нисек тә эшкә барып йәбешеүҙе ҡарай. Күршеләге оло ғына бер парҙың ҡунаҡҡа йә ҡултыҡлашып, йә етәкләшеп йөрөүҙәрен оло-ғара лаҡап итеп, башҡа һыймаҫлыҡ эштәй күреп, хөкөм итеп бышылдашалар.Яратыуҙы күрһәтеү гонаһ микән ни, көсһөҙлөкме әллә ул?..

Яратыу...Нисек итеп белмәгән-күрмәгән, ете ят кешегә юҡтан ғына уянып китә ала ул? Үҙенә буйһондора, ҡоло ла итә, бөйөк тә...Һәм нисек көслө һоҡланғанһың- шул дәрәжәлә күрә лә алмай башлайһың бер үк кешене. Бер һыҙлауыҡ булды лаһа мәликә. Теге ваҡыт алдап ҡына ебәргән булһасы Рәфилде юҡ хисен бар тип ышандырып. Былайтып инетты соҡоп теләһә нимә белеп йәне таланмаҫ ине, һуҡырҙарса бәхеткә ташланып батырға ла риза булыр ине. Ә мәликә? Тормошонда ир-ат менән аңлашыуҙар-ташлашыуҙар бихисап булғандыр инде, шунда уҡ "Башланды инде" тине лә, ҡасты. Рәфил уның табыныусылары сылбырында бер тороҡ ҡына ни бары. Өҙҙө лә, онотто.

Нисек кенә киреһенә ҡатмаһын, Әхмәт үҙенекен итте. Бер тәғәмханаға көсләп керетеп, тамағын сылаттырып, йәш хеҙмәттәшенең телен систе."Бер ҡатлы икәнеңде һиҙә инем был мәсьәләлә, ул тиклем тип уйламағайным-,ти.-Сабый тип,һине әйттем мин,уны түгел. Ундай бейек үксәләр менән оҙон итәктәрҙә әҙ йөрөмәгән бит инде ул, бер ҙә бығаса аяғын да һындырмаған, муйыны ла урынында. Күҙҙәреңде һазлатып тамшанып ҡарап ултырғаныңды тойҙо ла, ҡыландырҙы.Йүгереп килеп ярҙам итергә мөмкинлек бирҙе, танышып, аралашып китергә-сәбәп.Тимәк, оҡшатҡан һине,бушҡа ғына улайтмаҫ ине, етди ханым бит." Шаяртамы,йыуатамы Әхмәт,әммә Рәфилгә уның был һүҙенән еңел булып китте.

-Ә ул һиңә лә бик матур йылмайып баш ҡаҡты ла инде, бәлки өмөтө икенсе булғандыр?

- Иһи-һи-һи...Миңә йылмайыуы икенсе мәғәнәлә ине уның...Мин яҡыныраҡ тора инем бит.Ҡулымды алдараҡ тәҡдим итергә мөмкинлек бар ине. Ҡарашын ваҡытында тотоп алып, дөрөҫ аңланым, арағыҙға ҡыҫылманым. Ул шуға рәхмәтен белдереп, йылмайыуын бүләк итте.

- Вәт, мәкер тоҡсайҙары-ы-ы...

Һүгенмәне был юлы. Асыуы ла осто һымаҡ.Үкенерлек нимәһе бар,уйлаһаң? Күпме ләззәттәрҙә йөҙҙө, бәхетле булды.Кемдер оҙон ғүмер кисереп тә, был тиклем хистәр ташҡыны булыуын белмәй, тәтемәй сөнки. Ә Рәфилдең донъяһын онотторорлоҡ, башын юғалтырлыҡ мөнәсәбәт булды тормошонда, иҫләрлек матур хәтирә. Әхмәт тә яҡшы ғына үҙләштергән икән кеше психологияһын. Һинең был холҡоң менән, иң яҡшыһы- ханым менән осрашып, белгән мәғлүмәтең менән ҡыҙған табаға баҫтырып, үҙенән ныҡытырға кәрәк дөрөҫлөктө, шунһыҙ тыныслана алмаясаҡһың,ти. Ысын,әй...Хәҙер элекке асығауыҙ түгел дә Рәфил, аҡты ҡаранан айыра алыр әле, барыһын да асыҡларға кәрәк...

- Һә тигәнсе бөтөн нәмәне онота торған кеше булһам, был донъяла һине түгел, тормошомдоң икенсе бер өлөшөн хәтеремдән юйырға теләр инем, Рәфил. Был һөйләшеүгә күпме әҙерләнгәнемде, күңелемде асыуҙың  хата булмаҫын иҫбатлап,үҙемә күпме тыҡыуымды белһәң...Холҡоңдағы төпсөрлөк, һәр нимәгә төрлө яҡтан анализ яһап, шунан ғына баһа биреү һыҙаттарыңа ғына ышанып башлайым һүҙемде. Юҡһа ир-атҡа "мужская солидарность" тигән нәмә хас бит. Минең үҙ ваҡытында фәҡәт ошолай һәм башҡа бер нисек тә эш ҡыла алмағанымды һәр береһе лә аңлай алмаясаҡ. Ситтән күҙ һалғанда, минең хаҡта йыйған мәғлүмәтең барыһы ла дөрөҫ. Зәғиф иремде әсәләре ҡарай, фирма һә мөлкәткә мин идара итәм. Шатландыммы был хәлгә? Юҡ. Бәхетме был? Юҡ. Миңә, ябай ғына ҡатын-ҡыҙ өсөн, мөхәббәт менән ҡауышҡан йәрем менән татыулыҡта, һаулыҡта, балаларыбыҙҙы һөйөүгә сорнап, уларҙың уңыштарына шатланып, бергә ҡартайыу,бер-беребеҙгә һәр яҡлап  тиң булып хистәребеҙҙе ғүмер буйы һаҡлай алыу бәхет булыр ине. Эйе, иркә,саф, бер ҡатлы ҡыҙыҡай инем, юғары идеал хаҡындағы фекерҙәр менән үҫтем. Ирем менән ныҡ яратышып өйләнештек. Тәүге өс йыл иҫ киткес матур әкиәт булды. Ике яҡтан да ата-әсәйҙәр ҡауышыуыбыҙҙы өнәмәһә лә, тура килгән һайын "семтекләп", бәхетебеҙҙе китекләргә маташһалар ҙа, беҙҙең бер-беребеҙгә мөккиббән китеүебеҙ шул тиклем дәрәжәлә ине, башҡаларҙың уй-фекерен бар тип тә белмәнек, улар кәрәкмәй ҙә ине. Беҙ үҙебеҙ ай, үҙебеҙ ҡояш инек бер-беребеҙгә. Бизнесты башлап ебәрҙек. Ыңғай килеп торҙо барыһы ла. Фатир алдыҡ, бергә биҙәнек, ғөмүмән, эш булһынмы, ял булһынмы гел бергә булдыҡ. Бер нисә йылдан йөккә уҙҙым, бәхетебеҙ тағы өҫтәлде генә. Игеҙәктәр буласағын белгәс, бигерәк тә. Иремдең теләгәне бер ине- улым миңә, ҡыҙым һиңә оҡшаһын, тине. Юғарыға үрләүҙең нимәһе ҡурҡыныс? Ни тиклем өҫкәрәк, йығылып төшөүө шул тиклем нығыраҡ әрнеүле. Бына беҙҙең бәхет шундай юғарылыҡ ине. Уның теләге тормошҡа ашты- ҡыҙым һыу тамсыһылай миңә, улым ҡойоп ҡуйғандай атаһына оҡшаған булып тыуҙы...Икенселәй булһа, бәлки ҡайғыбыҙҙы күтәреүе еңелерәк булған булыр ине иремә. Ҡыҙым туптай һау-сәләмәт, ә улым дауалап булмаҫлыҡ зәғифлектәр менән тыуҙы донъяға. Башта йәшлектең көсө, дәрте, яҙмышҡа ышанмай ҡарыша торған холҡо менәнме, бирешмәнек. Дауаханалар,шифаханалар, им-томсо әбей-бабайҙар тупһаларын, изге тип һаналған урындарҙы буйлап әҙ тапаманыҡ. Алға китеш юҡ. Ҡыҙым үҫкән һайын тынғыһыҙлана, орсоҡтай сөйөрөлә, хәрәкәтсел, улым туң киҫкәләй ятыуын белде. Тәүҙә ҡатын-ҡыҙлыҡ та, әсәлек тә йөгөмдө тигеҙ тарта алғанмындыр инде, ирем ярҙамлаша, бик ыңһарламай торғайны. Тора-бара туҡтауһыҙ илау тауышы, бала хәсрәтенән, өмөтләнгән өмөттәребеҙҙең һаман киҫелеүенән, икебеҙҙең дә психика ҡаҡшай башланы. Китте  донъянан арыу, йәшәүҙән ҡыҙыҡ, тәм тапмау, ошо тормошобоҙҙан биҙеү, һәм быларҙың барыһында ла, бер-беребеҙҙе ғәйепләп, үпкәләшеүҙәр, талаш-тартыштар...Ир ҡайғыһы- итәктә, балаңдыҡы- йөрәктә,тиҙәр. Йөрәктәге әрнеүем ҡәҙерлерәк, мөһимерәк ине минең өсөн. Тулыһынса шул ҡайғыларыма батып, иремде бөтөнләй күҙҙән ысҡындырғанмын бер мәле. Улыҡайыбыҙҙы "Һинең теге нәмәң" тип әйткәненә айнып киттем. Ни арала һөйөклө ирем бөтөнләй ят, миңә таныш түгел икенсе кешегә әйләнгән. Балаларына ла яҡын бармай, бер-беребеҙ менән  дә серләшеү, һөйөшөүҙән дә туҡтағанбыҙ. Хәмер түгел, шарапты ла һөйһөнмәгән кеше биш меңлек "Хенесси"ҙарҙы йәшниге менән алып ҡайтып, ғорлаһынан ғына күҙе аларғансы һемереп ята,имеш. Ә мин эскән кеше менән үҙемде нисек тоторға икәнен  дә, алда көткән оло хәүефте лә күҙҙаллай белмәйем ул саҡ. Ҡайҙа ти ул үҙемде ҡулға алып, ситуацияны ҡатын-ҡыҙҙарса яйлап ебәреү! Юхалау серҙәрен, иркәләү көсөн аңламайым, холҡомда һығылмалылыҡ,яраҡлашыу юҡ...Көнө буйы ал-ял күрмәй бала, йорт мәшәҡәтенән бушамай күҙем тонған, иремдең рәхәтләнеп эштә, кеше араһында йөрөүенә асыуым да килә, көнләшәм дә. Көсөргәнеш бара-бара иң юғары нөктәһенә етте - ирем миңә ҡул күтәрҙе. Этеп ебәреүҙән генә башланғайны, аҙаҡ, эсеүе көсәйгән һайын, туҡмауҙары ла оҙайлыраҡ, һыҙлаулыраҡ була башланы. Әле аңлайым мин уның хәлен. Үҙенә һыу тамсыһылай оҡшаған улы менән атайлыҡ хисенең күркәмлеген тулыһынса тойоп, уның менән ғорурланырға артыҡ ныҡ теләгәндер.Үҙенең ашмаған ниндәйҙер маҡсаттарын  улы ашырыуын, башлаған эштәрен дауам итерлек нәҫел бағы итеп күргәндер. Уны һауыҡтырырға киткән бөтөн көсәнеүҙең бушҡа китеүен, бер ҡасан да хыялдарҙы тормошҡа ашырыу насип булмаҫын аңлап, миңә ҡарағанда ла нығыраҡ һыҙғандыр. Шул әрнеүен башҡаса тыйып тота алыр хәле ҡалмағас, шешәгә лә йәбешкәндер, минән аңлау, йыуатыу булмағас, йәберләп, типкеләп,сәстән өҫтөрәп  булһа ла иғтибар итеүемә ирешмәксе булғандыр. Тормошомдоң ҡара тамуҡ кеүек йылдары ул ваҡыт. Иң ҡурҡынысы- мин иремдең шул мөнәсәбәтенә күндем. Йөрәгемдә нур һүнде. Үҙемдең йыбытҡы һәм эшкинмәгән хужабикә, ямаҡ һәм ерәнгес ҡатын, сәләмәт бала ла тыуҙыра алмаған йүнһеҙ әсәй икәнемә ышандым...Ул ышандырҙы, улының зәғифлегендә мине ғәйепләп, әйләнгән һайын шул турала ҡабатлап, йәнемде талап. Беләһеңме, ғәйеп ысынлап та миндә булған ул. Иремде артыҡ ныҡ яратып, Хоҙай тәғәләне асыуына юлыҡҡанмын.Мөхәббәткә мөккиббән китеп, мин яҡын тирәмдә бер кемгә лә урын ҡалдырмағайным.Сер бүлешергә, хаталанһам ярҙам итергә, көсөм юҡта йыуатырға, хупларға, кәрәк икән әрләп тә дөрөҫ юлға төшөрөрҙәй бер әхирәт тә, дуҫ та, туған да юҡ ине янымда. Миңә бит барыһын да ирем алыштырғайны, ул ине дуҫ һәм туған. Һәм бына- ярыҡ ялған эргәһендә тор ҙа ҡал...Ул хәлгә ҡалғаным өсөн дә рәхмәтлемен тәҡдиремә. Уның ҡарауы, бер кемде лә Аллаһ дәрәжәһенә күтәреп яратмаҫҡа ла, дуҫтарҙы яҙмыштың оло бүләге итеп ҡәҙерләргә лә шулай өйрәндем.

Бер заман судҡа повестка тотторҙолар. Эш нимәлә икәнен белгәс, ҡойолоп төштөм. Ирем айырылышырға ғариза биргән! Ә мин ҡайҙа барайым да, ни ҡылайым? Ғаиләне материаль яҡтан тәьмин итеүсе-ул, фатир-уныҡы, мин- түшәк янынан китә лә алмаған эшһеҙ, сырсаһыҙ никтыуҙы ғына бисә...Шаңҡыған халәтемде күреп, бер апай һыу тотоп яныма килеп ултырҙы. Иңемдән ҡосаҡлап ярата, йомшаҡ тауыш менән хәлемде һораша. Ә мин йылы һүҙгә лә, проблемаларым менән уртаҡлашырға ла өйрәнмәгәнмен, дөрөҫөрәге- аралашырға онотҡанмын. Апай бик яҡшы адвокат та, үҙенсә психолог та булып сыҡты.

- Ысынлап айырылырға теләһә, һин был турала белмәй ҙә ҡалыр инең. Уның дәрәжәһе һәм байлығы менән бөтөн нимә лә һатылған донъяла быны эшләүе- ике тин,бер аҡса. Ә ул бер нисә айға һуҙыла торған оҙайлы процесты башлап ебәргән. Тимәк, маҡсат бында - айырылыу түгел...

 Әҙерәк шаңҡыуҙан айнытып алғас, минең ситуацияла айырылышыуҙың хатта файҙалыраҡ булыу мөмкинлеген дә аңлатып маташты. Имеш, ул-азатлыҡ һәм яңы тормош ҡороуға мөмкинлек. Миңә ирек нимәгә кәрәк? Юҡ, тип иҫәпләнем, үҙ ситлегемдең иң яҡшыһы икәненә ышандырыусының иҫбатлауы дәлиллерәк ине бит. Шул көндө иремде беренсе һәм һуңғы тапҡыр ҡарғаным. Рәнйеп, әрнеп, үҙәгемә үтеп...Уны яратыуымдың тамамланғаны ла шул көн булған,аҙаҡ аңланым. Бер аҙ ваҡыттан иремдең йортҡа ҡайтмағанына борсолоу ҙа, хәүеф тә тоймауымдан. Берәй ҡатын-ҡыҙ шәрәмәтендәлер, тигән уйҙан көнләшеү ҙә, асыу ҙа кисермәүемдән. Ярай, ялдарҙа ҡолағым тыныс булыр,тип ғәмһеҙ генә ятып йоҡланым. Дүшәмбе төштән кире генә эштә ниңә юҡлығын минән һорашып шалтыратҡастар ғына тиген түгел хәл булыуын һиҙҙем. Шунда уҡ дауаханаларҙан эҙләргә ҡуштым. Таптылар, хәбәр иттеләр, барып күрҙем. Ҡарар төҫө, имен ере ҡалмаҫлыҡ итеп иҙгәндәр тегене кемдәрҙер. Мәғәнәһеҙ ҡарашын күреү менән "мал булмаҫын" аңланым. Ундай ҡарашты ғына таныйым инде мин- өйҙә берәүһен алты йыл түшәктә ҡарайым бит инде.Айырылырға теләгәйнең, бына ирештең моратыңа, хәҙер мине телең менән дә туҡмай алмаҫһың, тип битараф ҡына уйлап алдым. Күңелдә саҡ ҡына йәлләү ҙә юҡ, үкенес тә, ҡурҡыу ҙа...Киттем теге адвокат апайға, ирем суд ултырыштарына йөрөрлөк хәлдә түгел, миңә артабан ни ҡылырға тип, кәңәш һорап. Миңә ебәрелгән һаҡлаусы фәрештәм булдылыр ул. Миңрәүләнгән башым ата-әсәһе, туғандары,урынбаҫарҙары иҫтәренә килгәнсе, иремде "недееспособный" итеп ҡағыҙ юллай һалып, барлыҡ мөлкәтте үҙ исемемә күсерә һалырға эшкинер инеме? Таянырға шул апай булды, шөкөр. Нисә йылдар йорт эсендәге түшәк, ҡашығаяҡ тирәһенән сыҡмағас, донъя тарафынан да баҫылып, ирҙән дә ҡағылып торғас, фирманы етәкләй алырыма тамсы ла ышанысым юҡ ине. Ир ҡаҡҡанды- мир ҡаға, тигәндәй, хеҙмәткәрҙәр ҙә ҡасандыр фирмаға нигеҙҙе мин дә һалғанмын, йөрәк көсөмдө, зиһенемде ҡушҡанмын икәнде бөтөнләй онотоп, баш бирмәҫкә маташтылар. Юридик бүлеккә теге апайҙы баш итеп ҡуйып, ул үҙ сиратында башҡаларҙы ҡануниәт сиктәрендә контролгә алып, саҡ бер сама булынды. Ҡоролған тормоштоң аҫты-өҫтө килеүенә бер кем дә әҙер түгел ине. Иремдең яҡындарына бигерәк шок булды. Бигерәк тә өй тауығына әйләнгән һәпрә килендәренең ҡыланышына шаҡ ҡаттылар. Нисек инде, йүнле бала ла таба алмаған шул нишана барлыҡ мөлкәткә хужа булһын, ти. Төрлөсә янап та, һүҙләп тә битемдән алып  маташтылар, күрелде инде. Донъя тулы ниндәй генә ғәйбәт йөрөмәне, инетта күргәнһең бит. Иремде дауахананан өй тәрбиәһенә ҡайтарғас, бөтөнләй мәхшәр башланды. Әйләнгән һайын, ашаттыңмы, аҫты ҡоромо, өҫтөн яптыңмы, ҡайҙа һикерәндәп йөрөйһөң янында ултырмай, ул һине буҡтан сығарып кеше итеп алды, рәхмәтең ҡайҙа, тип шалтыратып битәрләүҙәр, һаҡратлауҙар, һүҙләүҙәр, тикшереүҙәр..Ағас игәү менән игәп, илаулап үҙәккә үткәс, бер заман улдарын үҙҙәренә-әсәләренә ебәрттем. Зәғиф бала аҫрауы уйын түгел, ай ҙа үтмәне, сей елкәләренә тейеп, ҡабат шалтыратырға тотондолар. Алып ҡайт, һинең ирең бит ул, Хоҙай ҡаршыһында уҡылған никахығыҙ, уртаҡ балағыҙ бар, ҡатынлыҡ бурысыңдан рәхәт ҡотолорға уйлайһыңмы, тип яр һалыу, битләү башланды. Алты йыл түшәктә ятҡан ейәндәренең хәлен бар тип тә белмәнеләр, минең нимә кисереп, нисек йәшәүем хәтер-хыялдарына ла кереп сыҡманы. Ике түшәк сирлене нисек тәрбиә ҡылып өлгөрөрһөң, ҡайҙан көс алырһың, ярҙам кәрәкмәйме, тип берәйһенең  ҡыҙыҡһынырға башына килһә?! Шул тиклем тар күңеллелектәренә, үҙ хәсрәттәрен генә хәсрәт итеп, башҡаларға төкөрөп тә бирмәүҙәренә йәнем көйөүҙәре...Ошо ғына кәүҙәм менән центнерлы мужикты нисек һаман-һаман күтәрә алайым, көсәнеүҙән үҙем сиргә һабышайыммы ни? Улыҡасым да аяҡҡа баҫмаһа ла, атаһына оҡшап кәүҙәле генә, уны көнөнә нисә ҡуҙғатырға кәрәк. Тимерҙән ҡойолмаған бит мин, хәлемә керһәләр ни була? Шыңшыуҙарын, әр-битәрҙәрен көн һайын ишетмәҫ өсөн генә булһа ла, иремде кире алып тәрбиәләр инем. Шул уйға күнә лә башлағайным инде. Подьезымда бер әбей менән яңылыш ҡына тап килеп, һөйләшеп киттек. Күңелемдең өҙөлөрлөк сағы булғандыр инде, ихласлап һорашҡан беренсе кешегә хәлемде тир ҙә бир. Арлы-бирле һорау биреп, тыңлап бөттө лә:

- Аҡыллыраҡ булырға кәрәк, балам,-ти.-Ҡайны-ҡәйнәңә барып баш һалырға кәрәк һиңә.

Сәсрәп туҙынып китә яҙҙым. Улар алдында ниндәй ғәйебем бар әле, баш һалырлыҡ!

- Тотҡан ерҙән һындыра торғас, үҙең һынып ҡуйыуың бар. Әле ярай, ул әзмәүерең түшәктә генә. Аяҡ-ҡулы төҙәлер, көсө ҡайтыр. Баш эшен белеп булмай, бер мөйөштә ҡағыҙ сыймаҡлап ҡына ултырһа, ни әйттең дә бит. Ә ул ярһып киткән сағыңда донъяңды пыран-заран килтереп туҙынһа, бигерәк тә балаларыңа ҡул күтәрһә? Аҡылға бер төрлөнө күҙаллап булмай, нимә генә булмауы мөмкин. Баш һалып бар ҡәйнәңә, әсәйҙән дә яҡшыраҡ кем ҡарай ала үҙ ғәзизен,тиң, юхала-юмала, матурлап ярҙам һора. Күҙ ҡараһы кеүек ҡәҙерләп ,ҡарт көндәрендә изгелеге тейһен тип үҫтергән балаһының ошо хәлгә ҡалыуын күтәреүе уларға рәхәт тиңме. Фирмаңдан айырым пенсия тәғәйенлә, теҙеп-тәңкләп изгелектәре өсөн рәхмәт әйт! Бер тапҡыр ғорурлығыңды еңһәң, баш эйһәң, балаларыңа хәлең, көсөң, иғтибарың күберәк ҡалыр. Икейөҙләнеү, түбәнһенеү булмай был ҡылыҡ, ә һығылмалылыҡ тип атала, ҡатын-ҡыҙҙың үҙен һаҡлар өсөн тота алған төп ҡоралы...

Нисек итһәм-иттем, тиҫкәремде еңдем. Асыу-ярһыу барып, аҡырып-баҡырып, ишектәрен шарт ябып сығып китәһе урынға, күстәнәс-бүләктәр тейәп, йомшаҡ баҫып барып керҙем. Булдыра алған бөтөн йылылығымды һалып, аңлауҙарын һәм ярҙамдарын һораным. Мине яһил килен итеп, рәнйеп-ҡарғап тораһы кешеләр күҙ йәштәре менән илап, рәхмәттәр әйтеп, изге теләктәр әйтеп ҡалдылар...Тағы һабаҡ алдым,шулай итеп. Бөгөлөп-һығылып тороу- көсһөҙлөк түгел икән.

...Ир-ат затына ҡатын-ҡыҙ күҙе менән оҙаҡ ҡараманым. Беренсенән, етәксе булыуым, артыҡ оло яуаплылыҡ теҙгендә тота. Икенсенән, иремдән нисә йылдар туҡмалып, кәмһетелеп йәшәүем үҙенекен итте. Ир-атты тик ғазап һәм хәсрәт сығанағы итеп кенә күрҙем. Өсөнсөнән...Ә өсөнсөнән, иремдең тере булыуы һәм айырылышмағанлығыбыҙ. Никах бәйләмәгән мөнәсәбәттәргә кереү, тәнемде сит күҙҙәргә асыу, сит ҡулдарҙың ҡағылыуын ҡабул итеү уйы сирҡандыра ине.

Ваҡыт үтә килә әхирәттәрем барлыҡҡа килде, тәүҙә улар ярҙамында үҙ-үҙемә икенсе күҙлектән ҡарарға, кеше һәм шәхес булараҡ баһаларға, хөрмәткә лайыҡ икәнемде аңларға өйрәнә башланым. Матурлыҡ салондарына йөрөргә, ҡиммәтле бутиктарҙа кейенергә вазифам мәжбүр итте. Былар барыһы ла үҙенсәлекле психотерапия курсы булды минең өсөн. Көнөнә күпме кеше менән осрашыу, контракттар төҙөү, уларҙы фирмаға һәм үҙемә мөмкин тиклем файҙалыраҡ, ҡулайлыраҡ шарттарҙа итеп ҡороуға өлгәшергә кәрәк. Теләйһеңме-юҡмы үҙеңде булдыра алған тиклем ҡыйбатҡа һатырға мәжбүрһең. Уның өсөн барыһы ла мөһим- тышҡы ҡиәфәтең дә, үҙ-үҙеңде тотошоң да, телмәрең дә, хатта ваҡытында йылмайып ҡуйыуыңда...Оппонентың хаҡында алдан мәғләмәт йыя белеүең, уны ҡулланыу һәләтең, бар нимәне күҙҙаллап, анализлап, һәр саҡ ваҡиғалар үҙгәрешенә әҙер тороуоң. Кемделер өркөтөргә, кемделер арбарға, кемделер ымһындырырға, кемделер, былай ғына, һатып ҡына алырға мәжбүрһең. Бер көндә өйрәнеп булмай торған эш был. Хаталанаһың да, уңышҡа ла өлгәшәһең. Етәкселәрҙең күбеһе ир-егет булғас, тәбиғи, аҙмы-күпме ваҡыттан эш барыбер минең ҡылды тартып ҡарауға төртөлә башланы. Ул кимәлдәге  ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙан кире ҡағыу алып өйрәнмәгән бит, нисек әрһеҙ тәҡдимдәрҙе урап үтергә, өҫтәүенә, үҙ эшемә һәм киләсәгемә зыян килмәҫлек итеп ? Осло ҡырҙарға төртөлөп ватылмаҫ өсөн, һығылырға-бөгөлөргә, йыландай борғоланырға мәжбүр булдым. Йөҙ төрлө төҫкә керергә өйрәнергә тура килде, шулай итеп.

Әхирәтем бер заман миңә икенсе юҫыҡтағы осрашыу ойошторҙо. Мине ныҡ оҡшатып,таныштырыуын һорағандар. Һиҫкәнеп киттем башта. Үҙемде нисә йылдар хужабикә лә,әсәй ролендә генә күргәс, ирле килеш ирһеҙ йәшәгәс, ҡатын-ҡыҙ булараҡ үҙемде тота ла, баһалай ҙа белмәйем. Ниндәй һуң мин? Яратыуға, һоҡланыуға хаҡым бармы ни минең? Бизнесҡа яҡын да ҡатнашы булмаған кеше, рәссам булып сыҡты яңы таныш. Ҡараштарынан миңә генә арналған йылылыҡ,нур һибеп тороуо, йомшаҡ мөғәләмәһе әсир итте. Ҡиммәтле гәлсәр ҡурсаҡ кеүек ҡәҙерләп кенә йөрөтөүө, тәнемдең мин етешһеҙлек тип һанаған бөтөн кәмселектәрен үҙенсәлек тип баһалауы нисек тәьҫир итмәһен инде. Шулай итеп, иремдән һуң тәүге яҡынайтҡан кешем психотерапевт ролен үтәне. Төҫкә лә икенсе- кәүҙәһе нәфис, йоҡа. Ҡулдары ҡатын-ҡыҙҙыҡынан битәр нескә бармаҡлы. Сәғәттәр буйы массаж яһап, матурлығыма һоҡланыуын белдереп, һыйпап ултыра ала. Мин, ир кеше ҡулынан гел хәүеф, ауыртыныу көтөп таш булып ҡатҡан халәтемдән яйлап ысҡына барам. Ятһыныуым, ҡурҡыуҙан көсөргәнештә тороуом үтә башланы. Ул ,һыу кеүек, һәр бер күҙәнәгемә үтеп кереп, үпкә-рәнйештәремдең ҡаты юшҡынын йыуҙы, йомшаҡ тулҡындарында бәүетеп, арыған күңелемде ял иттерҙе, наҙға, иғтибарға сарсап, кипкән  бәғеремде һуғарып, йән өрҙө. Мин үҙемә уның күҙҙәре менән ҡарап, тәнемде яратырға, баһаларға, ҡәҙерләргә өйрәндем. Нисек бармын, шуны ҡабул итергә, биргәненә риза булып, Хоҙайға шөкөр ҡылырға...Һин теге көн, кем менән рәхәтерәк ине, тип йәнемде ҡыйҙың. Үҙең уйлап ҡара хәҙер, мин нисек яуап бирергә тейеш был һорауға? Шул ваҡытта тап ошо кеше генә мине таш ҡабырсағымдан яраламай ғына соҡоп сығара ала ине. Һәм ул быны булдыра алды. Рәхмәтлемен уға, тормошомда осрағаны өсөн, бүләк иткән йылыһы һәм наҙҙары өсөн...Яҙмышыма нисек һиҙҙермәйсә килеп инһә, шулай уҡ ауырттырмайынса ғына сығып та китте ул. Ә мин тыныслыҡ һәм һиллек тулы бер халәттә йәшәүемде дауам иттем. Тымыҡ күлдәй... Тағы ла оҙағыраҡ ваҡыт үтһә, күл һаҙлыҡҡа ла әйләнә башлар ине. Ҡаны ҡайнап торған уттай йәш егет, минең бөтә ҡаршылығымды емереп килеп керҙе тормошома. Ярһыу, башбаштаҡ, дәртле. Минең үҙенән байтаҡ оло икәнемде сүпкә лә һанамай. Бала-сағаларса шырҡылдарға, иҫәрлектәр эшләргә әйҙәкләй, тиңдәшеләй күреп, төрттөрә, шаяра. Күңел ҡартаймай икән, эргәлә дәртләндереүсеһе булғас, ҡайҙалыр ойоп ятҡан шаянлығым, дыуамаллығым уянмаһынмы!Һәр нәмәне ҡырҡ тапҡыр үлсәп, йән-яҡлап уйлап, ахыр сиктә ҡырҡыуҙан ҡурҡып тороуом," әй, бер генә йәшәйбеҙ, нимә була- шул була", тип, күрәсәгем сөңгөлөнә баш менән сумырға әҙерлеккә әйләнде. Юҡтан ҡыҙыҡ табырға, башты юйып мажараларға бирелергә, ошо, фәҡәт ошо минутта бәхетле булырға ынтылыш тыуҙырҙы ул.  Ир менән нисә йыл торған булһам да, ҡатын-ҡыҙлыҡ тәбиғәтем асылмаған булған. Тап ошо егет аҡылдан яҙҙырғыс түшәк ләззәтен  татытты. Аҙаҡ иһә, үҙәктәрҙе яндырып, бәғереңде һыҙлатҡан көнләшеү утынан саҡ көлгә әйләнмәнем. Юғары ноталарҙа ҡысҡырышып талашыуҙар, һауыт-һаба ҡыйратыуҙар, аҙаҡ ярһыуҙан бер-берең менән тонсоғорҙай булып үбешеүҙәр, бер-береңдең төҫөнә лә ҡарамаҫлыҡ булып үпкәләшеү, аҙаҡ йөрәгеңде һурып сығарған һымаҡ үлтергес һағыныуҙан үрһәләнеү...Икенсе тапҡыр бындай мөнәсәбәттәргә тарыуҙан Алла һаҡлаһын. Был тиклем бер сиктән икенсеһенә бәрелеп-һуғылыуҙан ҡаҡшап, таралырмын да төшөрмөн кеүек. Ул нисек утлы ҡойон кеүек яҙмышыма килеп керҙе, шул дәрәжәлә күңелемде ҡыйратып, йөрәгемдең бер өлөшөн умырып алып сығып китте, мин ҡанһырап ятып ҡалдым. Нисек кире терелә алдым икән, әле лә аптырайым. Өҫтәүенә, егетем менән ташлашҡандың иртәгәһенә, туғыҙы тулып килгән улыҡайым йән бирҙе. Ҡапыл башыма ишелеп төшкән ике тетрәнеүҙән һеңгәҙәнем. Әҙер түгел инем. Хәйер, ҡайғы-бәләләргә бер кем дә бер ҡасан да әҙер була алмайҙыр ул. Улар һәр саҡ ҡапыл, көтмәгәндә, рөхсәт һорап тормай килеп керә. Һынағастай ҡатып ҡалдым, иламаным да. Үҙәгемдә әллә нимә һыҙыпмы-һыҙа, түҙер әмәл юҡ. Үҙемде стеналарға бәрәм, иҙәнгә ятып тәгәрәйем, эсемдәге әрнеү-ялҡын һүрелмәй.

Подъезымда бер инәй менән таныштым тигәйнем бит.Ҡиәмәтлек өләсәй иткәйнем үҙен. Бер көндө килде лә, көсләп тигәндәй ҡала ситенә алып сығып китте.

-Инә бүре булып оло, ҡысҡырып-ҡысҡырып ила, ҡайғыларыңды ағым һыуға ағыҙ,-тип өгөтләй.

Ә мин ултырып алғанмын ҡомға, текләгәнмен Ағиҙелгә, бер ни ишетмәйем дә, өндәшмәйем дә. Инәйем эсемдәге ялҡынды тыштағыһы менән йәһәт алыштырҙы: килтергән дә усыма тере ҡуҙ һалған. Тәнемдең әрнеүенә тәүҙә сеңләп кенә, аҙаҡ, быуаһы йырылғас, олой-олой, һөрәнләй-ҡысҡырып илап ебәрҙем. "Зиһенеңә зыян килер, тип ҡурҡҡайным, шөкөр, былай булғас, үткәреп ебәрерһең",- тине инәй. Ҡатын-ҡыҙға ҡайғыһын эсенә йомоу ярамай, һөрәнләп ҡыуып, күҙ йәше менән йыуып сығарырға кәрәк икән, шуны белдем...

Хәтирәләренә эйәреп уйланып киттеме, мәликә тымып ҡалды. Һөйләгән тарихынан тетрәнгәйне Рәфил, яурынан тартып үҙенә ҡосто ҡатынды. Күргән-кисергәнен бер кемгә лә рәнйеш-асыу яуҙырмай, сабырлыҡ менән бәйән итә алғаны һоҡландырҙы. Ҡала урамындағы үләнгә оҡшатты мәликәне. Нескә генә, мөсһөҙ генә бер йәшел ҡыяҡ саҡматаштай ҡаты, һалҡын һоро асфальтты ярырлыҡ көстө ҡайҙандыр алып, һаман ҡояшҡа, йәшәүгә ынтыла бит. Ул да шулай- тапалыуҙан да ҡурҡмаған, өҙөлмәгән, ҡатмаған, ә ауырлыҡтарҙы һығылмалы, нәфис  тәбиғәте менән еңеп, өҫкә ҡалҡҡан.

Хәҙер инде Рәфилдең күңелендә мәликәгә ҡарата күңелендә бер шик тә, асыу ҙа, булған-булмаған йәрҙәренә ҡарата ярһып көнләү ҙә, береһе лә ҡалманы. Нисә йәшлек булһа ла, әллә ниндәй аҡыллы, һауалы һәм тәккәбер, күҙ ҡамаштырғыс сибәр, бай һәм вазифалы булмаһын, мәликә асылда, яратыуға, яратылыуға, ҡурсалауға мохтаж сибек кенә зат икән бит! Ни бары Ҡатын-ҡыҙ ғына... Рәфилдең шул аҡылға төшөнгәнен тегеһе лә тойҙо.

-Бынан һуң бер кем дә , бер ҡасан да һине "һары томшоҡ" тип үсекләргә баҙмаясаҡ, сөнки хәҙер ундай түгелһең,-тине. Тәүге осрашҡанда уҡ, офистағы башлыса  аҡ, йәки күк күлдәк кейгән, ҡарараҡ галстук таҡҡан ир-егеттәрҙән айырмалы рәүештә ҡуйы, сағыу, ҡатмарлы һәм, шуға ҡарамаҫтан, бер-береһенә ифрат ярашҡан   төҫтәрҙән кейенгәнлегең күҙемә бәрелгәйне. Еңел юл һайлап, ағым ыңғайына йөрөй торған егет түгел икән был тип уйланым. Эре-эре аҙым менән, ҡулыңды киң һелтәп ҡаршыма килгәнеңдән маҡсатҡа ынтылышлы һәм яңылыҡтарға асыҡлығыңды күрҙем. Һуҙған ҡулың ҡатҡыл һәм йылы ине. Ышаныслы һәм ҡайнар йөрәкле ир-егеттәрсә. И-и-и миңә ниндәй ҡараш менән текләгәнеңде  белһәң! Минең кем икәнемде белмәүеңде, фәҡәт ҡатын-ҡыҙ булараҡ ҡыҙыҡтырғанымды шунда уҡ аңланым. Хәҙер анһат тормош яратыусылар бермә-бер артты бит. Күпме ир бисә елкәһендә ятыуҙы хуп күрә, альфонстар аҙым һайын. Мөхәббәтен аңлатып арттан йөрөгән һәр береһенә ышана башлаһаң, күптән тишек шоманға ултыртып китерҙәр. Һинең һымаҡ ир-егеттәргә "подделка"лар күп. Икенсе һөйәремдән һуң ике йыл самаһы иҫемә килә алмай йөрөнөм. Күңелемде бөтәйтерлек, емереклектәрҙе төҙәтерлек кеше бирһәңсе тип, теләгәйнем. Шунда һин осраның. "Улмы көткәнем" тип шикләнеп ҡуйҙым, йөрәгем һиҫкәнде. Теге пабликка саҡырыу мин ебәрттем һиңә, үҙенсәлекле һынау ине, тәҡдирме-юҡмы, тигән. "Дуҫ"ҡа өҫтәлгәс, яңылышмағанымды аңланым. Ысынлап та һин инең, мин баҫаһы тырма һәм алаһы һабағым. Нисек кенә сәйер яңғырамаһын, тап һинең менән мин үҙем булырға өйрәндем. Кисерештәремдән оялмаҫҡа, хәтирәләремде ҡуҙғатыуҙан, ауыртҡан еремде күрһәтеүҙән ҡурҡмаҫҡа...Күптәр көсһөҙлөгөңдө күреү менән, ысынлап бында ауырттыра микән ни тип, төртөп ҡарап, һинең һыҙланыуҙан кәкрәйеп ҡатыуыңды тамаша ҡылып, тәм таба. Һин ундай түгел, аяулыһың, ышанырға, арҡа менән боролорға була һиңә, күрәләтә бысаҡ ҡаҙамаясаҡһың. Ҡатыныңа көнләшәм. Йәшлегенә, сафлығына, бәрелмәгән-һуғылмаған асылына...Әлбиттә, бисәләрсә мәкерлегемә барып, уның был сифаттарын һиңә оло-ғара етешһеҙлек итеп күрһәттем-күрһәтеүен. Әммә хәҙер мин ул тар күңеллегем менән ҡылынғанды төҙәтергә лә тейеш. Сөнки мине ярсыҡтарҙан йыйып алған кешенең тормошон емерергә хаҡым юҡ. Беләм, һин мине яратам тип уйлап, ҡатыныңдан күп күҙ йәштәре түктерҙең. Уны бер ни ҙә һиҙмәүҙә, бер ҡатлылыҡта ла ғәйепләгәнһеңдер эстән генә булһа ла. Мин дә шундай булдым үҙ заманында. Иремдең холҡо, үҙен тотошо үҙгәреп китеүен күрәм, әммә был ҡылыҡ артында икенсе ҡатындың йоғонтоһо торғанын аңламай инем.  Был тәьҫирҙән нисек  арындырырға, ғаиләне  ҡалай һаҡларға икәнен дә төшөнмәнем. Күрҙеңме, хан ҡыҙының да битендә тап бар.  Әммә һис бер шикләнеүһеҙ ышана алаһың- ысынында ҡатының күп нәмәне һиҙемләй һәм нескә тоя. Ул ни бары йәшлегенә барып, әлегә шул һиҙемләүен дөрөҫ формалаштыра белмәй. Һин ҡатыныңдың киләсәктә ниндәй буласағына ғашиҡһың, миңә түгел. Уны аҡыллы, тәжрибәле, үтә күреүсән  итеп күргең, уға һоҡланғың, уның менән ғорурланғың килде. Һәм беләһеңме, киләсәктә шулай буласаҡ та! Тик һин уға әле саҡ ҡына ярҙам итеп ебәр. Быға күп нимә талап та ителмәй, етмәһә. Ни бары уға аҡыллы ла, уңған да, һоҡланғыс та кимәлгә еткән һымаҡ итеп ҡара, ул был бейеклектәргә инде өлгәшкән, имеш, тип. Һәм үҙең дә күрерһең ул мөғжизәне, ҡатының һинең йәшерен уйҙарыңа буйһоноп, күҙ алдында үҙгәрәсәк, камиллашасаҡ. Ир һәм ҡатын- бер-береһенең сағылышы, бер-береһенең кейеме. Нисә ай күрәләтә ғаиләле икәнеңде белеп, аңлы рәүештә зинаға барған кеше ауыҙынан бындай һүҙҙәр ишетеүе сәйерҙер ҙә, бәлки. Әммә мин  беләм, һин башҡаса ҡатының өҫтөнән йөрөмәйәсәкһең. Башҡа бер кем дә арағыҙға керә алмаясаҡ, сөнки алда һине тәҡдирҙең ниндәй бүләге көткәнен аңланың. Һәм шуның хаҡына, гонаһ юлдан баш тартып, бөтөн зиһенеңде, көсөңдө матур тормош ҡороуға, донъя яйлауға һаласаҡһың...Бер үтенесем бар. Ил ағаһы, донъя тотҡаһы дәрәжәһенә еткәс, кәкерәйеп бөткән бер ҡарсыҡтың итәгенә уралып баҫҡыстан төшә алмай тороуон күрһәң, йүгереп барып ҡул һуҙ, йәме?..

                          Х                         Х                          Х

   Яҙ етеп,ҡояштың сағыуланыуы менән Рәфил өсөн донъяның яҡты  һыҙаты башланды, буғай. Йәш булһа ла, бүлек етәксеһе итеп үрләтергә булғандар. Бөгөн премия биреп ташланылар, эштән дә иртәрәк ысҡынды. Танһыҡ яҙ һауаһын туйғансы һуларға була, йәйәү атланы. Йәшәү матур, шулай ҙа...Ә матур йәшәү-тағы ла яҡшыраҡ, тип яратҡан киноһының билдәле фразаһы иҫкә төштө. Шулай ҙа инде- атай-әсәй иҫән, яратҡан эше, һөйөклө ҡатыны, ҡәҙерле улы бар. Былайтып эш хаҡы күтәрелгәс, ипотека ла юллап була, тимәк, Алла бирһә, үҙ ҡыйыҡтары булыр. Күңелдә, ниндәйҙер алда торған бәхетте көтөүҙән, уның  килеренә һис шикһеҙ ышаныуҙан татлы бер һыҙлауыҡ йәшәй. Ул ғазап түгел, йөрәкте шәберәк типтерә, дарманды арттыра торған дәрт, ҡыуаныс бирә. Шул күтәренкелек менән бүлешке, башҡа кешеләргә лә донъяны яҡтыртып ебәрге килә. Юлында сәскә кибете осрағайны, үҙе лә һиҙмәҫтән, кергән дә киткән. Яратмай киҫелгән сәскәләрҙе. Матур, нәфис, күҙ ҡамаштырғыс, ләкин ысынында- тамырынан айырылған бит улар, үлемгә дусар ителгән. Ҡатынының "вк"-ла башҡаларға бүләк ителгән гөлләмәләргә күҙе ҡыҙып ҡарап ултырғаны, Рәфилгә кинәйәләгәне күп булды. Ысынлап сәскә яратһа, тәҙрә төбөндә үҫтергән булыр ине әле, тип, аңламамышҡа һалыша. Бүләккә хужалыҡта файҙаланырлыҡ әйбер һайларға тырыша, әсәһенән күрмәксе. Был юлы кәйефтең иләҫ-миләҫ сағына бирелеп сәбәпһеҙ-ниһеҙ кәләшкенәһенә гөл һатып алды.  Башҡаларҙың ялтыр төргәктә, ә үҙенең балсыҡ көршәктә торғанынан, сағыу ҙа, оҙон һабаҡлы ла булмауынан оялған һымаҡ ситтә мәхрүм генә һымаҡ тора ине. Япраҡтары йомшаҡ, сәскәләре ҡыңғырауға оҡшаған. Өләсәһенең тәҙрә төбө тулы ошондай гөл ине. Себен-маҙарҙы шапылдаҡ менән һуҡҡанда яңылыш япрағына эләгеп һындырғас, әрләнмәҫ элек,тип, ала һалып һауытындағы тупраҡҡа тығып  киткәйне. Аҙаҡ, күпмелер ваҡыт үткәс, уның кескәй генә енәйәтен йәшергән  япраҡтың өр-яңы үҫентегә ғүмер биргәнлеген күргәс, ысын мөғжизәгә юлыҡҡандай һөйөнөүө...

- Уй, ә мин һине онотҡанһыңдыр, тигәйнем...- көтөлмәгән бүләкте нисек ҡабул итер,тиһә, тегеһе шатланыуҙан хатта иҫенә килә алмай торасы.- Ҡайҙан белдең минең хыялымды?!.Гөлдәр үҫтерһәм, кәрәкмәгән  артыҡ йөк итеп нимәгә ул, тип асыуланырһың, тип ҡурҡа инем, кеше йортонан кеше йортона күсенеп тик йөрөгәс үҙебеҙ...Ә мин бына, эш өҫтәлеңдә ҡәләм-ручка, башҡа ваҡ-төйәк ҡуя торған һауытты биҙәп ҡуйҙым. Бығаса танышҡан көнөбөҙҙө бер нисек тә билдәләмәгәс, иғтибар ҙа итмәҫһең, тигән инем...

  Аш бүлмәһенән байрамсараҡ тәмле еҫтәр сығыуын, кереү менән иҫкәргәйне Рәфил, нимәгә икәне генә башына килмәгәйне, ҡалай йәтеш килеп сыҡты. Берәй ергә яҙып ҡуйырға был датаны, киләсәктә тағы онотоп, ҡатынының күңелен һүрһә, ҡыйын булыр. Зауығы бар уның, һауытты үҙенсәлекле итеп биҙәгән, яңы эш өҫтәленә алып барып ҡуйырға кәрәк, әйҙә күҙҙәре ҡыҙһын. Бәй, ручка эргәһендә нимә ҡуйылған, оҙонса бер төргәк...

- Кәлә-ә-әш! Был нимә булды, өс йыл элекке нәмәңме?

- Юҡсы, яңыһы...Бөгөнгөһө хатта...Оҡшамаймы әллә?

- Вәт килештерҙең, вәт  бүләк тек бүләк...

Ике ҡыҙыл һыҙатлы тест ҡағыҙы кире урынына осто, яуабын хәүеф тулы күҙҙәр менән көтөп торған ҡатынын, һығып  ҡосаҡлап ирендәренә үрелде Рәфил.

- Рәхмәт, кәләшем. Быныһы ҡыҙыҡай булһын да, һиңә оҡшаһын, ивет...

- Һиңә оҡшаһын, бәхетле булыр...Ысын ҡыҙыҡай теләй инеңме?

- Әлбиттә, теләйем! Яҡлаусы булыр ағаһы үҫә, бер сибәр хан ҡыҙыһыҙ буламы ни ғаиләлә...

- Ә мин? Мин хан ҡыҙын тәрбиә ҡыла торған хужабикә генә буламмы инде?

- Юҡ, һин хан ҡыҙы үҫтергән Ханбикә булаһың, минең йөрәгем ханбикәһе...

 

БӨТТӨ

Фото А. Королев

 

 

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас