Егет һүҙе бер була, ти халыҡ. Был фекер бигерәк тә Тыуған иле алдында биргән антына тоғро ҡалып, ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышлаған ир-азаматтарға ҡағыла. Өфө егете, капитан Зиннур Ғәзинур улы ИСИРГАКОВ та шундайҙарҙан.
Иң яҡшы баһа – өлгө булыу
Зиннурҙың тәртипле, йыйнаҡ, таҙалыҡты яратыуы бала сағынан уҡ күренә. Ул донъяға килгәндә әсәһе Зилә Зәйнулла ҡыҙы БДУ студенты була. Сессия мәлендә йәш ғаилә улдарын икеһенең дә тыуған яғы Ғафури районының Юлыҡ ауылында йәшәүсе олатаһы менән өләсәһенә ҡалдыралар. Олатай менән өләсәй тәрбиәһе, ғөмүмән, Зиннур өсөн ыңғай йоғонто яһай. Бала сағының күпселек өлөшө ауылда уҙғас, бесән сабырға ла, утын бысырға ла, баҡсала эшләргә лә өйрәнә. Хеҙмәт аша ҡатҡыллана төшә, белем алыуҙың ҡәҙере арта.
Өфө ҡалаһындағы 48-се һәм М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейҙарында уҡығанда үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтә Зиннур. Олимпиадаларҙа ҡатнаша. Хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы, ата-әсәһенең ауылдашы Йәмил Зәйнетдинов: “Улығыҙ олатаһына оҡшап оҫта ҡуллы”, – тип Зиннурҙы йыш маҡтай. Бала сағынан үҙен төрлө яҡлап үҫтерә, сыныҡтыра. Спортты яратҡан, яҡшы уҡыған егетте каникулдар ваҡытында “Рәсәй гвардия”һы хәрби лагерына бушлай ебәрәләр. Килеү менән аҙ ғына ваҡытта үҙен төрлө сараларҙа күрһәтеп өлгөргән Зиннур бүлек командиры итеп тәғәйенләнә. АК-74 автоматын йыйыу-һүтеү ярышында берәүҙе лә алдына сығармай. Унынсыны тамамлаған үҫмер егет өсөн был һынылыш осоро була. Тап шунда йөрөп ҡайтҡандан һуң, ул үҙен хәрби кеше итеп күрә. Хәрби-патриотик клубҡа йөрөй. Бары һәр яҡтан үҫешкән, белемле, иле, ере халҡы өсөн йәнен аямаған, төрлө мәсьәләләрҙе тыныс, айыҡ аҡыл менән хәл итә белгән, ир-егет кенә хәрби кеше була аласағын аңлай һәм быға етди әҙерләнә.
– Интернеттан уҡыу йорттары тураһында эҙләнә башлай. Ҡулына аттестат алғас, Ҡазан, Сызрань, Рязань, Омск кеүек Рәсәйҙең төрлө ҡала-өлкәләренә документтарын ебәрә. Физика, математика фәндәренән БДИ балдары юғары булған абитуриентты төрлө ерҙән уҡырға саҡыралар.
– 2013 йылда улым менән Омск ҡалаһына юлландыҡ. Бер тәүлек барҙыҡ. Барып еткәс, унда себер яғы бит инде, июль башы булыуға ҡарамаҫтан, ҡар яуа ине... Өфөләге эҫенән ҡапыл һыуыҡҡа барып төшөү, бер төрлө күңелгә шомло, ҡараңғы булып киткәндәй тойолдо. Ә хәрбиҙәрҙе күргәс, бөтөнләй әллә нисек эс бошорғос булып китте. Үҙемдең хеҙмәт иткән ваҡыт күҙ алдына килде. Шунан Зиннурға ҡарап: “Әйҙә, улым, ҡайттыҡ. Өфөлә һине бер түгел өс университет көтә, барыһынан да бюджет урынға саҡырыу килде. Атай-әсәйҙең аҡсаларын сарыф итеп, күпме юл үтеп, бында бушҡа килдемме ни, тигән уйың булмаһын! Сөнки беҙ һинең бер уйыңа ла, бер теләгеңә лә ҡаршы килмәйбеҙ”, – ти атаһы Ғәзинур Ғәлинур улы. Ә ул миңә: “Юҡ, атай, мин тик хәрби институтҡа керәм, башҡа ергә бармайым”, – тине. Документтарҙы ғына тапшырабыҙ ҙа ҡайтып китәбеҙ, тип уйлаған инек. Баҡһаң, хәрби академияға кереү балдары юғары икән, конкурс ҙур – бер урынға ете кеше. Етмәһә, үҙҙәренең эске кереү имтихандары ла бар. Рус теле, физика, тарих фәндәре һәм физик яҡлап әҙерлектәрен ныҡ тикшереп, ГТО нормативтарын үтәй аламы-юҡмы – барыһын да ҡарап хәл итәләр икән. Шулай итеп, ныҡышмалы рәүештә, мин бында ҡалам, тип бер айға тороп ҡалды.
Бер айҙан улыбыҙ, эске ҡабул итеү имтихандарын уңышлы тапшырып, уҡырға ҡабул ителеүе тураһында шатланып хәбәр итте. Улыбыҙ өсөн ғорурлығыбыҙ сикһеҙ ине. Уҡыуында ла һынатманы, яҡшы уҡыны, маҡтау грамоталары, кубоктар менән бүләкләнеп торҙо. Әле лә, Аллаға шөкөр, хәрби хеҙмәтенә тоғро булып, үҙе һайлаған һөнәрен дауам итә. Ата-әсәгә балаһының уңыштарын күреүҙән дә ҙурыраҡ бәхет юҡ бит ул.
Зиннур хәрби академияла бер юлы инженер-механик һөнәрен дә үҙләштерә. Егерме алты илдән килгән төрлө милләт кешеләре менән белем ала. Туған башҡорт телен һыу кеүек эсеүе уға ярҙам итә, төрки телле студенттар менән еңел аралаша. Диплом алыу тантанаһын ата-әсәһе барғанда, уҡытыусыларының береһе подполковник дәрәжәһендәге офицер: “Аҡыллы, тырыш, оло йөрәкле ул үҫтергәнһегеҙ. Ул иң яҡшы уҡыусыларымдың береһе булды. Диплом эшен “бишле”гә яҡланы”, – тип уларға рәхмәт әйтә.
Ҡулына диплом алғас, Зиннурҙы лейтенант дәрәжәһендә Мәскәүгә хеҙмәт итергә ебәрәләр. Ике йылдан һуң өлкән лейтенант дәрәжәһенә күтәрелә. МХО башланғас, контракт буйынса барыусылар менән эшләй. Үткән йыл үҙе лә тәүге һыҙыҡта була. Рухлы егеттең ут аҫтында йөрөгәндә был тормошҡа, Тыуған илгә ҡарата һөйөүе тағы ла арта төшә. Үҙ эшен яратҡан һәм теүәл башҡарған Зиннур Ғәзинур улы ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Рәсәй Оборона министрлығының “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡаны өсөн”, “Хәрби хеҙмәттә күрһәткән батырлығы өсөн” өсөнсө дәрәжәләге миҙалдар менән бүләкләнеп өлгөрә. Әлеге ваҡытта Оборона министрлығына ҡараған автомобилдәр һәм хәрби техникалар менән тәьмин итеү часында взвод командиры, капитан дәрәжәһендә хеҙмәтен дауам итә.
Зиннур – туғандары өсөн өлгөлө ағай, ҡусты. Ғаиләһендә үҙенә ете йәш тулғас тыуған Наҙгөл һеңлеһенә исемде яратып үҙе һайлай.
Һин башҡортмо?
“Роснефть” ойошмаһында иҡтисад хәүефһеҙлеге һағында эшләгән Ғәзинур Ғәлинур улы менән ғүмерен йәш быуынды уҡытыуға арнаған Зилә Зәйнулла ҡыҙы балаларын илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлә. Юғары категориялы, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре ҡайҙа эшләһә лә директор урынбаҫары вазифаһын да алып бара. Бөгөнгө көндә 17-се мәктәптә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡыта, ғилми методика буйынса директор урынбаҫары. Компьютер технологиялары менән белем биреү үҙенсәлектәрен тәрәндән өйрәнә, тәжрибәһен хеҙмәттәштәре менән уртаҡлаша, ғилми мәҡәләләр яҙа, башҡа милләт балаларына башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләй.
Зиннур 2022 йылда Розалиә исемле Өфө ҡыҙына өйләнә. Йәштәр интернет аша таныша. Зиннур ҡыҙҙан: “Һин башҡортмо?” – тип һорай. Хәҙер кәләше икеһе танышҡан көндө билдәләгәндә торт бешерә һәм өҫтөнә “Һин башҡортмо?” тип шаяртып яҙып ҡуйырға ғәҙәтләнгән. Ата-әсәһенең матур өлгөһөндә үҫкән егет кәләшен һайлағанда яңылышмай. Атаһы яғынан олатаһы Барый Ноғоманов – яҙыусы. Әсәһенең атаһы Ғилман Иҙрисов иһә – “Кисер мине, әсәй, ғәфү ит”, “Зәңгәр томандар артында”, “Һағыныу” кеүек һәр быуын яратып йырлаған йырҙар авторы. Ә Розалиә киләсәктә опера йырсыһы буласаҡ. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған. Бөгөнгө көндә сәнғәт институты студенты. Төрлө конкурстар лауреаты. Былтыр Мәскәү ҡалаһында үткән Н. Шпиллер исемендәге “Рәсәй музыкаһы шедевры” тип аталған XI халыҡ-ара вокалистар конкурсында өсөнсө дәрәжәләге лауреат исеменә лайыҡ була. Киләсәктә тормошон сәхнә менән бәйләргә әҙерләнгән Розалиә, ҡулына диплом алғас, Башҡортостанды Рәсәйгә данлар әле. Йәштәр Мәскәүҙә фатир алған.
– Йәштәр ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡмаһындар. Физик яҡтан үҙҙәрен сыныҡтырһындар, тырышып уҡыһындар, ҡыйыуыраҡ булһындар. Башҡорт телен белһендәр, динебеҙҙе онотмаһындар. Туған телеңде белеү ҡайҙа йөрөһәң дә ярҙам итә. Башҡа милләттәр тарафынан да һиңә ҡарата һоҡланыу тойғолары уяна. Улар һинең ышаныслы кеше булыуыңды аңлай. Сөнки үҙенең милләтенән оялған, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт итмәгән кешенән нимә көтөргә була? – тип йәштәргә үҙ кәңәштәрен бирә Зиннур Ғәзинур улы. – Икенсенән, беҙҙең халыҡҡа хас артыҡ баҫалҡылыҡ, уй-ниәттәреңде ваҡытында асып еткермәү кеүек сифаттар теләгәнеңә ирешергә ҡамасаулайҙыр, тип уйлайым. Тик тәүфиҡ, тәртип, намыҫ төшөнсәләре менән был һүҙҙәрҙе бутамаһындар. Ҡайҙа барһам да, башҡорттар, беҙҙең егеттәр тураһында тик яҡшы яҡтан ғына телгә алалар. Әлеге мәлдә МХО-ла ла беҙҙекеләр һынатмай. Борон-борондан беҙҙең халыҡ ғорурланырлыҡ офицерҙарыбыҙ, полк етәкләгән генералдарыбыҙ менән дан тота.
Рәзинә УРМАНШИНА.
Фото, материал "Шоңҡар" журналы