«Тәүге тапҡыр бағам яратып...»
Тыуған яғым ҡышы
Был ҡыш кеүек ҡыштың булғаны юҡ,
Бер һулауы – үҙе бер ғүмер.
Ҡот аҙ ғына – аяҙ бейеклектән
Буҙ турғайҙар моңо һибелер.
Был ҡыш ише ҡыштың юҡ булғаны,
Зәңгәр йырға тулып торғаны.
Ҡараңғылыҡ сиккән, аҡ яҡтылыҡ
Сорнап алған бөтә донъяны.
Юҡ күргәнем минең бындай ҡышты,
Ғәжәйеп бит быйыл ҡары ла.
Һағынғанын һиҙәм әллә ҡайҙан:
Ҡуйыныма килеп һарыла.
Был ҡыш кеүек ҡыштың булғаны юҡ,
Аҡ болото – аҡҡош ҡанаты.
Бейей-бейей килгән буранға ла
Тәүге тапҡыр бағам яратып.
Саңҡып торған ғинуар һыуыҡтары
Юйып китте әле һуштарҙы.
Тыуған яҡта ғына була икән
Илһам өҫтәрҙәйе ҡыштарҙың.
Ни әйтерҙәр икән...
Дошмандарҙың ни әйтерен беләм,
Ниҙәр һөйләр икән дуҫтарым?
Сыҙамайса ялған ялаһына
Ҡалҡмаҫмынмы ҡәбер ҡуптарып?
Миңә ҡалһа, ишетермен кеүек
Һәр беренең баһа-әр һүҙен.
Түҙер өсөн «дуҫтар» нәфрәтенә,
Йә, Хоҙайым, бирсе, бир түҙем!
Яҡты донъяларҙа һеҙ бит минән
Күрмәгәнегеҙ осмот яманлыҡ.
Донъяның да тишек-тошоҡтарын
Һеҙҙең менән бергә яманыҡ.
Дошман һүҙе миңә бер ни түгел,
Улар инде мине ялҡытҡан.
Эй, дуҫтарым!
Йәнем көйрәр микән
Һеҙҙең нәфрәт сәскән ялҡындан?!
Хушлашыу
Һинһеҙ бөгөн донъям...
Һанһыҙ донъям...
Кем булдың һин, дуҫмы, туғанмы?
Туғандың да һинән яҡыныраҡ,
Һинән, ғәзизе, әйтсе, буламы?
Дуҫтарҙың да һиндәй тоғроларын,
Фиҙаҡәрен әле күрмәнем.
Һинең менән яҡты хыялымды,
Серҙәшемде бөгөн ерләнем.
Мин битлекһеҙ булдым яндарыңда,
Иҫәрләндем, көлдөм, иланым...
Бала-саға кеүек ҡыланһам да,
Әрләмәнең мине, тыйманың.
Яңы донъя астың минең өсөн,
Тик нурҙарҙан ғына торғанын.
Ғәзиз кешең булдым, яҡын кешең –
Тик һөйәркәң генә булманым.
Әҙәм телдәрендә йөрөһәк тә,
Иң гонаһһыҙ йәндәр беҙ инек.
Китеп барҙың ҡапыл... Тормошомдоң
Бер мөйөшө төштө ишелеп.
Башҡынамды терәр берәү ҙә юҡ,
Зарғынамды ишетер кешем юҡ.
Баҫып торам упҡын ситтәрендә,
Бәндәләрҙең миндә эше юҡ.
Һинһеҙ донъям – һанһыҙ...
Зар даръяһы – ярһыҙ...
Аһ, иртәрәк киттең, иртәрәк.
Шатлыҡ-хәсрәтемде бүлешергә,
Эх, дуҫҡайым, миңә һин кәрәк!
Кисер...
Ҡулдарыңа ҡулым ҡағылманы,
Иңдәремә – һинең иңдәрең.
Наҙҙарыңды татып өлгөрмәнем,
Тик һуңлағас, һине эҙләнем.
Һин бәхетһеҙ булдың.
Мин – бәхетһеҙ.
Кем ғәйепле быға – кем белә?
Аяҡ эҙҙәреңде табыр өсөн
Киткән юлдарыңа эйеләм.
Эҙҙәреңде йыуған юлдар аша
Сағылып китер кеүек йөҙҙәрең.
Һөйөп өлгөрмәнем йәрем,
кисер мине,
Юлдарыбыҙ инде өҙәрем...
Һуңғы япраҡ
Донъяны һалҡын нурға
Ҡойондорор сыуаҡ иртә.
Һуңғы япраҡ аҡ ҡайында
Ҡыштыр-ҡыштыр тәҙрә сиртә.
Тәҙрә сиртә һуңғы япраҡ,
Тиңдәштәре күптән гүрҙә.
Донъялыҡтың мәңгелеген
Данлап йырлай турғай үрҙә.
Япраҡ килә ҡыштыр-ҡыштыр...
Моңһоуланып уға бағам.
Япраҡ тертләп иңрәнде лә
Осоп китте ергә табан.
Һуңғы тапҡыр һоҡланһындар,
Тиеп тәҙрә сиртте, буғай.
Ә тормоштоң мәңгелеген
Онотолоп данлай турғай...
Аҙаштыҡ...
Һинең менән түгел, бүтән менән
Ҡаршыланым ярһыу яҙҙарҙы.
Ете яттар ырыҫ-бәхет түгел,
Утлы хәсрәт кенә ауҙарҙы.
Юҡһынғанда зәңгәр күҙҙәреңде,
Мин тилмереп баҡтым күктәргә...
Тауҙар емерелер кеүек ине
Минең һағыштарҙы күтәрһә.
Ярҙарынан диңгеҙ ташыр ине
Мендәремә тамған
йәштәрҙән.
Ике ярҙай ике
тарафтарҙа
Насип булды беҙгә
йәшәргә.
Һин аҙаштың...
Мин аҙаштым шулай...
Яҙмыш ҡорған ауға эләгеп.
Әллә баҡыйлыҡта күрешербеҙ?
Хәҙер инде ошо теләгем...
Үкенмәм...
Ҡыҙығы күп был тормоштоң,
Әсенеүе күберәк.
Баштан ҡайнай ҡыуанысы –
Булһа ла һирәк-мирәк.
Артына тибеп донъяның
Йәшәп булманы инде.
Утына ла, һыуына ла
Был күңел хәҙер күнде.
...Үкендең дә үкенмәнең,
Ғүмер – иҫкән ел генә.
Ул елдәрҙең әселеген
Беләм, ахыры, мин генә.
Ә шулай ҙа был донъяға
Үкенмәм килгәнемә:
Фанилыҡҡа рәхмәт уҡып,
Сал башым эйгәнемә...
Һағына күңел
Һайлау алдында торғаным
Булды минең, булды.
Ыласындан баш тартҡайным –
Ҡулға сәпсек ҡунды.
Бәхет кенә килтермәне
Меҫкен ҡошсоҡ – сәпсек.
Ырыҫымды алып китте
Томшоғона сәнсеп.
...Ҡай тарафҡа боролһам да,
Һине күрәм кеүек.
Йәнде өткән һағыштарға
Йәшә шунан түҙеп.
Тәҡдиремә башым эйҙем –
Бәхетемә түгел.
Үҙең юҡһың, тик барыбер
Һине һағына күңел.
Эй, иҫке йорт...
Ярым емерелгән иҫке өйгә
Ҡарап торҙом уйға бирелеп.
Ваҡыт елдәренән ҡара янған
Бүрәнәһе бара тирелеп.
Торбаһынан инде төтөн сыҡмай,
Таш һыуығы йәнде өшөтә.
Тирә-йүнен алма, сейә түгел,
Шайтан таяҡтары иш итә.
Булғандыр бит өйҙөң гөрләп торған
Йәнле, йәмле, йылы мәлдәре.
Бөгөн уны урап үтә әҙәм,
Берәү белмәй өйҙөң хәлдәрен.
...Ә ул һыҙланыуҙан ыңғыраша,
Үткәндәрҙе һағына төндәрен.
Хужа бында ярыҡ тәҙрәләрҙән
Бәреп иҫкән әсе елдәре.
Иҙәндәрҙең серек таҡталары
Шығыр-шығыр илай таңдарҙа...
Эй, иҫке йорт, был мәл хужаларың
Йөрөй икән ҡайһы яҡтарҙа?...