Сафияға был ҡараш таныш. Бөтә кешеләр уға шулай ҡарай. Йәлләп, ҡыҙғанып, ерәнеп, сикәнеп, көлөмһөрәп, аптырап... Сәйер, егерме биш йыл йәшәп тә, был ҡарашҡа өйрәнә алмаған.
Әсәһенең әйтеүенсә, Сафия ете ай тулыр-тулмаҫтан, күм-күк булып ДЦП диагнозы менән тыуа. Етмәһә, табип хатаһы ла өҫтәлә. Нимәгәлер асыуланып, туҙынып йөрөгән табипҡа эләгә әсәһе. Дорфа табип баланың аяҡтарын яңылыш нығыраҡ тарта. Етлекмәй тыуған баланы бер генә һаҡһыҙ ҡыланыш ғүмерлеккә ғәрип ҡалдыра. Хәҙер Сафияның аяҡтары тубыҡтарынан аҫтараҡ икеһе ике яҡҡа ҡарап боролған. Йөрөүен йөрөй, әммә “Л” хәрефенә оҡшап ҡалған аяҡтарҙа матур баҫып булмай. Уның атлауы әллә ҡайҙан күренә, иҫеректәр ҙә уның сама ҡыйыш баҫып йөрөмәйҙер. Ул тыуғас, әсәһенә табиптар: “Ҡыҙығыҙҙың һаулығы насар, уҙа барһа, бер аҙна йәшәр”, — тип әйтә.
...Миңлиса, ул саҡта егермеһе саҡ тулған йәш ҡатын, инкубаторҙа ятҡан сеп-сей, әллә күк, әллә ҡыҙыл, кеше тип тә әйтеп булмаҫлыҡ йән эйәһенә оҙаҡ итеп ҡарап тора-тора ла, бер ниндәй ҙә йылылыҡ күрһәтмәй, сығып китә. Аҙна буйына шулай дауам итә.
Бөгөн ул тағы бында. “Яратаммы һуң мин уны?” — тип уйлап, Миңлиса йән эйәһенә тағы ла оҙаҡ итеп ҡарап торҙо. Ҡыҙғынаһы үҙенән дә ҙур көпшәләргә уранып, энәләр менән ҡаҙалып бөткән. Ә энәләр шул тиклем ҙур... “Исмаһам, тыуғанын беләме икән? Үлһәң, бәлки, яҡшыраҡ та булыр ине...” Был уйҙарынан Миңлисаның йөрәге болғанып, хәле бөтөп китте. Палатаһына йүгерҙе һәм яҫтығына башын терәп, хәрәкәтһеҙ ҡатып ҡалды.
Бер бүлмәлә ятҡан, инде өсөнсөгә әсәй булған йомшаҡ күңелле, йәш кенә, әммә аҡыллы ҡатын, Миңлисаның тамағына ризыҡ та бармағанын, төрлө икеле уйҙар менән яфаланыуын, әммә шул уҡ ваҡытта балаһына яратыуын артыҡ белдермәгәнен күреп, асыҡтан-асыҡ итеп әйтеп ҡуйҙы:
Ул бит сабый ғына. Һинең бер киҫәгең. Ҡарыныңда ятҡан саҡта уҡ ул барыһын ишетеп, тойоп йөрөй. Хәҙер был донъяға яр һалғас, берҙән-бер ғәзиз кешеһенән шулай иртә айырылғас, яратыуың уға нығыраҡ кәрәк. Ҡулыңа алмаһаң да, янына барып ипләп кенә өндәш. “Ҡыҙым” тиген, “мин һинең” менән, тип әйт. “Яратам” тип әйт... Исем бирҙеңме әле?
Уны бит үлә, тинеләр, — тине Миңлиса, бышылдап.
— Эх, Миңлиса. Әсәйҙәр бит беҙ... Яратырға ҡурҡма, сабыйыңа йөрәк йылыңды биреп өлгөр. Әле үҙеңде уны яратмайым, тип алдаһаң да, тора-бара йөрәгең әрнейәсәк. Һин уға кәрәк. Бер-бер хәл булһа, Хоҙай ҡушмаһын инде, исмаһам, ерҙә уны яратҡан кешеһе булғанын тойоп китер. Әммә, мин әйтте тиерһең, йылылығыңды тойоп, нығыныр ул. Үҙеңде йәлләмә...
Был һөйләшеүҙән һуң Миңлиса ҡабат ҡыҙы янына барҙы. Оҙаҡ ҡына текләп торҙо. Йөрәгенә ҡан һауғандай тойолдо. Ул эҫе, ҡайнар ҡан бөтөн тәне буйлап йүгерҙе лә, күҙ йәштәре булып атылып сыҡты.
Сафия, — тип бышылданы ул.
Ә? — тине үҙ эше менән мәшғүл булған шәфҡәт туташы.
Исеме уның... ҡыҙымдың... Сафия...
Матур исем.
Сафия... Мин һинең әсәйең. Ғәфү ит... икеле уйҙарым өсөн... Мин һине ҡарынымда сағымдан уҡ яраттым. Һуңғы һулышымаса яныңда буласаҡмын. Ишетәһеңме, беҙ һинең туйыңда бейейәсәкбеҙ, бына күрерһең...
...Туй күлдәктерен бер-бер артлы алыштырған ҡыҙына Миңлиса һоҡланып ҡарап торҙо. Әммә һатыусының баяғы һүҙҙәре һәм ҡарашы ҡыҙсығының инкубаторҙа ятҡан сағын хәтеренә төшөрҙө.
Киттек, Сафия. Бында һиңә тигән күлдәк юҡ. Һатыусыға ла профессионализм етмәй, — тине ул, ҡаты төрттөрөп.
Сафия әсәһен бәпкәләрен яҡлап ташланған инә ҡаҙҙай күрә. Һәр саҡ шулай булды. Ҡыҙына берәйһенең саҡ ҡына ҡырын ҡарашын тойһа ла, бар донъяның аҫтын өҫкә әйләндерергә әҙер. Шундай саҡтарҙа ҡыҙы әсәһен тынысландырырға тырыша.
— Әсәй, улар бит мине, ҡалай матур ҡыҙ китеп бара тип ҡарай, — тип шаяртып, йыуата.
Әсә йөрәге ни тиклем генә һиҙгер, фиҙаҡәр булһа ла, балаһын барлыҡ ҡаршылыҡтарҙан да ҡурсалай алмай шул. Миңлиса ни тиклем тырышмаһын, Сафияны ауыл мәктәбенә уҡырға алманылар.
Беҙ коррекция йүнәлешендәге мәктәп түгел, — тине директор Хәбирә Рәфҡәт ҡыҙы, Миңлисаның документтарын кире тоттороп. Артабан тыңларға ла теләмәгенен белдереп, ҙур кәүҙәһен һөйрәп, боролоп китеп тә барҙы.
Минең Сафиям иҫәр түгел бит, ул насарыраҡ атлай ғына. Уҡый аласаҡ. Алтыһы тулмаған, ә хәрефтәрҙе вис таный, килгән гәзиттәрҙе шатырлатып уҡый, шиғырҙарҙы ла анһат отоп ала... Шул баланы нисек инде йәһәннәмдәге Өфөгә ебәрәйем? Алығыҙ инде. — Миңлисаның ялбарыулы тауышын директор ишетергә лә теләмәне.
Уны махсус комиссия әйтер, — тип боролдо, үҙенә тауыш түгел, ҡараш та күтәргәндәрен яратмаған Хәбирә Рәфҡәт ҡыҙы. — Белгестәр әйтер. Беләһегеҙме, һеҙҙең кеүек нисә әпсә шулай ти? Иң иҫәр, кейенергә лә эшкинмәгән балаларын гений тип күреп, беҙҙең мәктәпкә тығырға маташалар. — Уның былай ҙа ҡалын тауышы тағы ла дорфа яңғыраны. — Һеҙҙең кеүек әллә эсеп, әллә нимә эшләп, ПТУ-ны саҡ бөткәндәр зәғиф бала таба ла, беҙҙең елкәгә һала. Дегенераттарығыҙҙы үҙегеҙ тәрбиәләгеҙ.
Нимә әйткәнегеҙҙе уйлап һөйләгеҙ! Директор тигәс тә, минең менән улай һөйләшергә хаҡығыҙ юҡ! — тип ярһып китте Миңлиса.
Вәси-ил! — тип, күҙе аларған директор вахтала ултырған ирҙе саҡырҙы. — Был бисәне һәм уның инвалид балаһын сығарып ебәрегеҙ мәктәптән. Тағы бер тапҡыр ҡабатлайым: беҙ коррекционка түгел!
Сәсрәп китегеҙ! — тип ҡысҡырып, Вәсилде этеп үк сығып китте Миңлиса. Сафия уның артынан эйәрҙе. Тышҡа сыҡҡас, йөҙө ҡыҙарып киткән әсәһенә ҡараны ла:
-Әсәй, мин барайым да ҡуяйым теге мәктәпкә, апай әйткәнгә, корр...корр... Йәки үҙем уҡырға өйрәнермен йәме, әсәй.
Иии, Сафиям, — тине Миңлиса, тынысланып. — Беҙ һине район үҙәгенә ебәрербеҙ. Алтын миҙалға бөтөрһөң әле. Бына күр ҙә тор! Шунан уҡырға инеп, ҡыҙыл дипломын да алырһың! Күрһәтерһең уларға...
Әммә район үҙәгенә лә алманылар Сафияны. Райондың мәғариф бүлеге начальнигы Рәфҡәт Хәбир улы ла уларҙы ишетергә теләмәне.
– Бер ни ҡыла алмайым! Был мин уйлап сығарған закон түгел. Һеҙҙең кеүектәр Өфөләге махсус мәктәптә уҡырға тейеш, – тип өҙә һуҡты.
Миңлиса ҡыҙы менән айырылышыуҙы күҙ алдына ла килтерә алманы. Бигерәк хисле бала шул. Теге ваҡыт район үҙәгендә дауаханала ятҡанда үҙен юҡһынып бер булды. Хатта күп илауҙан ҡыҙының башы бетләгәйне. Шуға ла алырға теләмәгәстәр, Миңлиса, ситкә ебәрергә әле иртә тип, уҡыуҙы киләһе йылға ҡалдырып торҙо. Бер йыл эсендә мәктәпкә әҙерләнеп тә өлгөрөрбөҙ тип уйланы.
Шул ҡыш көтмәгәндә Сафияға шифаханаға юллама бирҙеләр. Быға ҡыуанып бөтә алманы Миңлиса. Һаулығын нығытыр, ундағы уҡытыусылар ҡыҙы менән бер аҙ шөғөлләнер.
Сафияға ҙур, өс ҡатлы шифахана бигерәк оҡшаны. Үҙен әкиәттәге батша һарайында итеп тойҙо ул бында. Тәмле итеп ашаталар, ул уйынсыҡтарҙың күплеге! Башҡа балалар ҙа бар. Иртәнге аштан һуң икенсе ҡатта йыйылышып уйнайҙар.
Әсәй, мин дә барып уйнаһам буламы? – тине Сафия. Миңлиса ҡыҙы өсөн бер аҙ хафаланһа ла, мәктәпкә барыр булғас, башҡа балалар менән һөйләшеп, аралашып өйрәнергә тейеш, тип уйланы һәм ҡыҙын үҙен генә ебәрҙе.
Сафия баҫҡыстарҙы яратмай. Тиҙ хәлен ала, аяҡтары тала. Әммә был юлы уйындың иң ҡыҙыҡ мәленән ҡалмаҫ өсөн осоп тиерлек күтәрелде. Менеп еткәнендә, хатта арығанын да тойманы. Залда өс ҡыҙ нимәлер хаҡында ҡыҙып һөйләшә. Сафияның менгәнен ишетеп, өсөһө бер юлы уға ҡараны. Сафия оялышынан баҫҡыс янында туҡтап ҡалды. Нимә тип әйтергә икән, тип уйлап торғанында, ҡыҙҙарҙың араһындағы өлкәнерәге, аптырап торманы, үҙе үк һүҙ ҡушты:
Аяғыңа нимә булды ул?
Бер нәмә лә. Мин шулай булып тыуғанмын, — тине Сафия.
Юҡ. Ундай аяҡтар менән тыумайҙар, — тине ҡыҙыҡай.— Һин ауырыйһың.
Беҙгә йоҡмаймы? — тине икенсе ҡыҙ.
Эйе шул. Кит бынан. Ҡыйыш бот. Беҙҙекен дә ҡыйшайтаң, – тине өлкәне.
Ул бит йоҡмай. — Сафия иларҙай булды.
Кит бынан, килмә, — тип өлкән ҡыҙ урынынан тороп, Сафияны этеп үк ебәрҙе. Баҫҡыс ҡырында торған Сафия ҡыйыш аяҡтарында тора алмай аҫҡа тәгәрәп төшөп китте.
Берәү, икәү, өсәү... — Сафия башы менән баҫҡыстарҙы һананы. — Алтау... Унау... Миллион...
Миллионға еткәндә, иҫен юғалтты.
Башы ярылған, тәне күгәргән ҡыҙына ҡарап, Миңлисаның йөрәге өҙгөләнде. Сафия әле лә, әйтерһең, инкубаторҙағы йән эйәһе. Башҡа балалар әсәһе ҡосағында, йылыла иҙрәп кенә йоҡлап, ай үҫәһен көн үҫеп, туғандары янында булғанын тойоп, бер ҡайғыһыҙ, йәштәштәре менән уйнап-көлөп үҫһә, Сафия ошо инкубаторҙағы йән эйәһе булып ҡаласаҡ. Терелеп китһә лә, Миңлиса ғүмер буйы балаһын бына-бына юғалтырмын тигән тойғо менән йәшәйәсәк. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, алты йәшлек баланың күҙҙәрендә тормоштан күңеле ҡайтҡан һымаҡ өлкәндәрсә ҡарашты күреп, әсәгә балаһы башҡаларҙан айырылғанын танырға тура килде. Махсус мәктәптә, үҙе кеүек үк, әллә ата-әсә хаталары өсөн түләгән, әллә тыуып өлгөрмәй Хоҙай Тәғәлә алдында ни өсөндөр ғәйепле булған балалар менән уҡырға тура килер, ахыры. Донъяла ундай мәктәптәр барында, Сафия ла ҡалғандарҙан айырылған бер кеше буласаҡ.
Шулай, Сафияға ете йәшендә әсәһенән айырылып ҡалаға, интернатҡа китергә тура килде. Был хәлдән һуң Миңлиса үҙен үҙ ҡулдары менән балаһын упҡынға ташлаған кәкүк әсә итеп тойҙо. Әммә кәкүк тә бит ҡошсоғон үҫешә алырлыҡ ояла ғына ҡалдыра.
Килеп ингәс тә, тәрбиәселәр Сафияны һау-сәләмәт балалай ҡаршы алды. Уларҙың ҡараштарында йәлләүме, сикәнеүме ише ғәҙәти сатҡыларҙы күрмәгәс, Миңлиса аптырап уҡ китте. Әммә күңеле тынысланды. Теге саҡта бала табыу йортонда әйткән ҡатындың һүҙҙәре иҫенә төштө. “Уны уҡырға ебәрмәй, үҙемде йәлләйем, шикелле. Ул кешеләр араһында йөрөп өйрәнерә тейеш. Ғүмер буйы янында була алмайым бит” , — тип уйланы әсәй кеше, үҙен үҙе тынысландырырға тырышып.
— Сафия, — тине хушлашыр алдынан Миңлиса. — Иҫләйһеңме, мин һиңә мәктәпте алтын миҙалға бөтөрөрһөң, тигәйнем? Миҙал алырға һәләтле икәнлегеңде беләм. Тик иң мөһиме был түгел. Кешеләргә кем икәнеңде иҫбатларға тырышма. Үҙеңде ярат, дуҫтар тап, бойоғоп ултырма. Һин бит шундай көслө һәм матур!
Сафия әсәһенең ни әйткәнен аңлап та етмәне. Шулай ҙа иламаҫҡа тырышты. Юғиһә, әсәһе лә илаясаҡ бит. Миңлиса сабыйының алдында илап ебәрмәҫ өсөн, ишеккә ыңғайланы. Әммә ҡапыл туҡтап, янсығында юллыҡ ҡына аҡса ҡалдырҙы ла, ҡалғанын, буфеттан берәй тәмлекәс алып ашарһың тип, Сафияға тотторҙо. Шунан ғына, бирә алғанын биреп, әйтергә теләгәнен әйткәненә инанғас, ҡыҙын маңлайынан үбеп, сығып китте.
...Ҡасандыр тәмлекәскә алдатып ҡалдырған ҡыҙы бөгөн кейәүгә сығырға йыйына. Бөгөн Миңлисанан да бәхетлерәк кеше юҡтыр.
Быныһы нисек? — тине Сафия икенсе магазиндағы күлдәкте кейеп.
Һәйбәт! Килешә. Һинең күлдәк!
Миңә лә оҡшай, — тине Сафия, үҙен баштан аяҡ ҡарап сыҡҡас. Күлдәк тубыҡҡа тиклем. Атлауға рәхәт буласаҡ. Көҙгөлә үҙенә, аяҡтарына ҡарап торғас, ҡасандыр урамда китеп барғанында булған хәлде иҫенә төшөрҙө.
Ул саҡта колледжда уҡый ине. Йәй... Эҫе... Сафия еңел футболка менән шорты кейеп сыҡты. Урам буйлап дуҫтары менән рәхәтләнеп көлөшөп, туңдырма ашап йөрөй. Шунан бер ҡатын Сафияны ҡыуып етеп, үҙенә борҙо.
Оялмай шорты кейеп алғанһың! Кәкре аяҡтарыңды ҡаплап йөрөргә кәрәк, оҙон нәмә кей! — тип әйткәйне ул. Ят ҡатындың был һүҙҙәре Сафияның күңеленә ауыр таш булып ятты. Урамда тыйылып ҡалһа ла, ҡайтҡас түгелеп иланы.
“Кәкре аяҡтарымды оҙон итәктәр кейһәм дә, йәшереп булмаҫ. Ни өсөн миңә шундай аяҡтар эләкте? Мин ғүмер буйы яңғыҙ булам. Кем яратһын мине! Бисура!” — тип илай-алай үҙен әрләне.
Ә бөгөн ул ҡыҫҡа итәкле туй күлдәген һайлап тора! Ҡайһылай ҡыҙыҡ тормош! Кеше һүҙенә иғтибар итмәһәң, ҡайһылай һәйбәт булыр ине!
Буласаҡ кәләш әсәһе менән магазиндан күтәренке кәйефтә ҡайтып инде. Сафия үҙенә оҡшаған күлдәкте барыбер тапты! Өйҙә уларҙы һөйгәне Булат һәм Сафияның атаһы көтә ине. Булат йүгереп сығып, буласаҡ ҡәйнәһенең сумкаларын алды. Миңлиса йәштәрҙе ҡалдырып, өйгә инеп китте.
Шунан нисек? Таптығыҙмы? – ти ҡыҙыҡһынды Булат.
Таптыҡ! – тине шатлығы йөҙөнә яҙылған Сафия, бәхетле йылмайып.
Ҡайҙа ҡарайыҡ әле! Ниндәй булған?
Юҡ, әлегә ярамай! Һин уны туйҙа ғына күрәсәкһең. Алдан ярамай.
Шулай уҡмы? Ярай. Һәйбәт булған!
Тауышы күңелле яңғыраһа ла, Булатты күҙҙәре һатты. Сафия яратҡан кешеһенең йөрәген нимәлер өйкәгәнен шунда уҡ һиҙҙе.
Шатҡа оҡшамағанһың, — тине Булаттың һәр бер ҡарашын яттан белгән ҡыҙ. — Берәй нәмә булдымы?
Минекеләр туйыбыҙға килмәй, — тине Булат, мөмкин тиклем вайымһыҙыраҡ ҡиәфәт эшләп. — Ярай, уларһыҙ ҙа үткәрербеҙ, — тип, йылмайырға тырышты. Был яһалма күңеллелеккә Сафия алдана буламы?! Килеп тыуған хәлдә үҙен ул шунда уҡ ғәйепле тойоп, ғәфү үтенергә кереште:
-Ғәфү ит мине, Булат. Минең арҡала арағыҙ боҙолдо...
-Юҡты һөйләмә! — тип бүлдерҙе ул Сафияны.— Мин һине яратам. Нимә эшләгәнемде үҙем беләм. Һине ҡабул итмәһәләр, мине лә ҡабул итмәйҙәр тигән һүҙ бит. Әйҙә был турала уйламайыҡ. Килмәйҙәр икән, тимәк, килмәйҙәр, — тине һәм һүҙҙе икенсегә борҙо. — Асыҡтыңмы? Мин аш бешерҙем, һеҙгә яҡшы итеп туҡланырға кәрәк бит, — тип Булат Сафияның эсенә ымлап, өйгә етәкләп үк алып инеп китте.
Булат менән Сафия уртаҡ дуҫтарының тыуған көнөндә танышты. Уҡымышлы, хәлле генә ғаиләлә тәрбиәләнгән егетте бала саҡтан уҡ китаптарҙың иң яҡшыһын уҡырға, музыканың иң моңлоһон тыңларға, кешеләрҙең иң файҙалыһы менән аралашырға, ҡыҙҙарҙың иң матурҙарына иғтибар бүлергә өйрәттеләр. Танышҡас, Булат шунда уҡ Сафияға иғтибар итмәне. Уны арбарлыҡ матурлыҡ юҡ ине шул Сафияла. Әммә кис дауамында, үҙе лә һиҙмәҫтән Сафияның шаяртыуҙарына көлә башланы, кешеләргә иғтибарлы мөрәжәғәт итеүенә һоҡланып ҡуйҙы. Тыуған көндән һуң тәүҙә яҙышып киттеләр, аҙаҡ осраша ла башланылар. Бер-береһенә тиҙ үк эҫенделәр. Ике йыл дуҫлашып йөрөгәс, Булат Сафияны, буласаҡ кәләшем тип, ата-әсәһе менән таныштырырға алып ҡайтты. Уның әсәһе, Илсиә Мөбәрәк ҡыҙы, ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләне, ә атаһы, Зариф Заман улы — уҡыу йортонда профессор. Тыныс һәм ипле холоҡло, аҡыллы улдары үҙенә тиң ҡыҙ алып ҡайтыуҙарына ышана ине улар. Әммә Сафия килеп ингәс тә, йөҙҙәре күҙгә күренеп үҙгәрҙе.
-Һин шаяртаһыңмы, Булат? – тине әсәһе, уңайһыҙланып та тормай.
-Әсәй!
-Нимә әсәй? Һин йәш, сәләмәт егет! Киләсәгеңде уйла! Нисек йәшәргә уйлайһығыҙ? Нисек ул һиңә бала табып бирергә тейеш тип уйлайһың?
-Беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ!
-Һин беҙҙең нәҫелде дауам итә торған кеше, — тип Зариф Заман улы ла ҡушылды һүҙгә. — Яратыу үтә лә китә ул...
Быны тыңлап торған Сафия, ҡып-ҡыҙыл булып, өйҙән йүгереп сығып китте. “Эх, ҡыйыш аяҡтар! Был аяҡтар миңә бәхетһеҙлек алып килер өсөн генә бирелгәндер. Әсәйем минең тормошом яҡшы булһын тип ғүмер буйы ыҙаланы, һәр саҡ үҙен ҡорбан итте. Хәҙер Булаттан шуны өмөт итәм... ”
Уйҙары буталсыҡ ине. Ҡала урамы буйлап ҡайҙа атлағанын да аңламаны. Тиҙҙән Булат уны ҡыуып етте.
Сафия, мин өйҙән сығып киттем. Мин һине яратам, ә улар яңылыша. Һинең менән генә булғым килә... — тине йүгереүҙән ауыр тын алып.
Булат, улай булмай... Ата-әсәйең менән араларығыҙҙы боҙһам, ғүмер буйы үҙемде ғәйепле тоясаҡмын. Улар бит дөрөҫ әйтә, мин һиңә бала ла таба алмаҫмын...
Улар дөрөҫ әйтмәй. Ишеттеңме?! Бик теләһәк, балалар йортонан да бала ала алабыҙ бит...
Тәүге минуттарҙан уҡ Булаттың ата-әсәһе килен тейешле кешене яратманы. Сафия уларҙы аңларға тырышты. Берҙән-бер улдарын, нәҫелде дауам итеүсе итеп күргеләре киләлер, тип уйланы. Әммә эш унда ғына булмаған, күрәһең. Хәҙер Сафия ауырға ҡалып та, Булат менән өйләнешергә йөрөгәндә, уны ҡабул итмәнеләр. Улының һүҙен, ғаилә ҡорам, баламды тәрбиәләйем тигән ҡарарын һанға һуҡмай, туйына килеүҙе лә кәрәкле, тип тапманылар...
Ҡыҙым ҡайтты, — тип ҡаршы алды Кәрим, өйгә ингән йәштәрҙе күреп. — Алдығыҙмы күлдәк?
Алдыҡ, атай, — тине Булат әйткән яңылыҡтан бер аҙ кәйефе ҡырылған Сафия.
— Һинең кеүек матур ҡыҙға килешмәгән күлдәктәр юҡтыр ул, әй, Сафияу... — тине Кәрим ҡыҙының уйсан йөҙөнә иғтибар ҙа бирмәй, күңелле итеп. — Сафияу, ҡара әле алда ғүмер бар әле... — Йыр ҙа һуҙып ебәрҙе.
Атай, һин нимә, тағы эсеп алдыңмы? — Сафияның тамам кәйефе ҡырылды.
Мин бит бәхеттән. Әрләмә, Сафия. Ҡыҙым кейәүгә сыға, ейәнем тыуа... Минең кеүек бәхетһеҙҙәрҙең дә бәхете бар икән!
Атай, үҙеңде бәхетһеҙ тимә инде.
Мин бәхетһеҙ булмай, кем булһын? Ҡара миңә: утыҙ йәшемдә коляскаға ултырҙым! Инде егерме биш йыл бер нәмәгә лә эшкинмәйем! Инвалид, тфү! — Зарланып алып китте Кәрим.
Атай, һуң мин дә бит инвалид. Мин үҙемде бәхетһеҙ һанамайым. Ҡара, донъябыҙ ҡалай түңәрәк: әсәйем, атайым, ирем бар, тиҙҙән, Алла бирһә, бәпәй ҙә тыуыр! Тағы нимә кәрәк һуң?.. — бер аҙ атаһына ҡарап алды, шунан үтенесле тауыш менән дауам итте.— Атай, эсеүеңде, бәлки, ташларһың, ә?
Сафия! Һин мине аңламайһың! Һин бит тыуғандан инвалид, ә мин сәләмәт булыуҙың нимә икәнен беләм. Үҙ аяғың менән бәҙрәфкә лә бара алмау — ниндәй ғәрлек! Ҡыҙым, тормошто белмәгән башың менән миңә йәшәргә өйрәтмә йәме! — Кәрим коляскаһының тәгәрмәстәрен өйрөлтөп, мейес янына барып, бар ҡиәфәте менән үҙенең бахырлығын күрһәтеп, тәмәке көйрәтергә кереште.
Кәримдең әйткәндәре Миңлисаның йөрәген өттө. “Ҡыҙым тип ауыҙ ҙа асма”,— тип ҡысҡырғыһы килде. Әммә кәйефте боҙмаҫ өсөн, өндәшмәне.
...Сафия тыуғас, Миңлисаға ике айҙан ашыу дауаханала ятырға тура килде. Шул саҡта Кәрим ҡатынына бер тапҡыр ғына килде. Аҙыҡ-түлек ҡалдырҙы, тәҙрә аша ғына күрештеләр. Һағыныуын һағынманы ирен Миңлиса, ни тиһәң дә, бер тапҡыр күрешеп, ата-әсәһе көсләп, үҙенән ризалыҡ һорап та тормай кейәүгә биргәс, шулай булырға тейеш тип кенә уйлап, мөхәббәтһеҙ сыҡҡайны Кәримгә. Әммә ирен көттө ул. Сафияһы менән донъяла яңғыҙҙарҙан-яңғыҙ ҡалырға ҡурҡты. Таяныс иң көслөләргә лә кәрәк бит.
Дауаханан сыҡҡанда ла Миңлисаны бер кем дә ҡаршы алманы. Ауылға ул автобус менән ҡайтып етте. Өйөнә килеп инеп өлгөрмәҫ элек үк танауына алама еҫ бәрелде. Өйҙә бысраҡ, иҙән ҡырып алмалы булып ҡатҡан, себендәр мәж килә. Тегендә-бында шешәләр, тәмәке төпсөктәре... Кәриме юҡ. Миңлиса ҡыҙын ҡулынан төшөрмәй генә дивандың ябыуын ҡағып, матурлап түшәне лә, шунан ғына уны һалды. Сафия ауыр юлдан, йәйге эҫенән арып, йоҡлай ине. Шул арала Миңлиса өйөн йыйыштырып, иҙәндәрҙе һөртөштөрөп алды. Ашарға бешерәм тиһә, өйҙә картуфтан башҡа аҙыҡ юҡ. Уны ашарға ҡурҡты, һөткә төшөп, Сафияға аллергия булһа тип, ҡоро сәй генә эсте. Картуфты Кәримгә генә бешерҙе. Уныһының танауы еҫ һиҙгәндәй, бешеп еткәс кенә ҡайтып инде.
Ҡайттыңмы? — тине һалҡын ғына, иҫерек, йөҙөн һаҡал баҫҡан Кәрим.
Ҡайттыҡ. Сафия теге яҡта йоҡлай, — тине Миңлиса, иренә сабыйҙарын күрһәтә алыуына ҡыуанып.
Кәрим иҫерек аҙымдары менән туп-тура төп яҡҡа инде. Йоҡлап ятҡан баланың йүргәген ысҡындырҙы.
Ипләп, — тип кенә әйтеп өлгөрҙө Миңлиса. Сафия ҡапыл ҡағылыуҙан нәҙек кенә тауышы менән илап ебәрҙе. Кәрим сибек кенә, бәләкәй генә, ҡып-ҡыҙыл сабыйға ҡарап, ауыҙын бәлшәйтте.
Нимә эшләп улай бәләкәй генә ул?
Иртә тыуҙы. Ауырый... Инвалид була тинеләр, —тип яуап ҡайтарҙы Миңлиса, үҙен ғәйепле тойоп.
Минән инвалид тыумай! Беҙҙең быуында бер инвалид юҡ! Балаңды ал да сығып кит! Кемдән тапҡанһың, шуға. Инвалид көсөгөңдө ҡарап ятырға мин һиңә кем? Иртәгә үк бында булмағыҙ! — Кәрим ишекте шарт ябып сығып та китте.
Миңлиса ни әйтерә лә белмәй шаңҡып, аптырап ҡалды. Бәлки, иртәгә айыҡҡас, һөйләшеп булыр? Үҙе шул тиклем арыған. Автобус көтөп ике сәғәт вокзалда ултырҙы, унан ауылға бер сәғәтлек юл. Өйҙө йыйыштырҙы... Бер нәмә уйламай ятып ҡына йоҡлағыһы килде.
Төн тынысһыҙ үтте. Тәүге тапҡыр бала менән яңғыҙы ҡалған Миңлиса уны нисек тынысландырырға белмәй, үҙе ҡуша ултырып илап та бөттө, имеҙеп тә ҡараны. Тәндәре һыҙлаймы икән әллә, тип ыуып та ҡараны. Таңға ҡарай ғына икеһе лә арып, йоҡлап китте. Ә Кәрим һаман юҡ ине. Төшкөлөккә лә ҡайтманы. Кискәрәк күрше Иршат килеп инде.
Һаумы, еңгә, — тип тура һүҙ башланы Иршат. — Ней, Кәрим ағай кисә, матайында осҡан. Безводныйға китеп барған, иҫерек булған. Хәҙер ул бальниста. Хәле насар... Шуны әйтәм тигәйнем. Һау бул, — тип бурысын үтәп, сығып та китте.
Иршат әйткәндәр дөрөҫкә сыҡты. Кәрим оҙаҡ ҡына дауаханала ятты. Миңлиса уға барып та әйләнә алманы. Сафия һәр саҡ иғтибар талап итте, кешегә лә ҡалдырып китеп булмай. Кәрим ярты йылдан һуң ғына дауахананан ҡайтты. Тик атлап түгел, ә инвалид коляскаһында. Авариянан һуң уның аяҡтары йөрөмәҫ булды.
Һинең ҡарғыш. Һинең һәм көсөгөңдөң, — тине Кәрим Миңлисаға, өйөнә инеп тә өлгөрмәҫтән. Башҡа ул ҡатынына бер ни өндәшмәне. Сафияға әйләнеп тә ҡараманы. Миңлиса ла Кәримгә йыуатырлыҡ һүҙ тапманы.
Тәнем һыҙлай. Эсергә тап, — тип төндә генә телгә килде Кәрим, ҡатынын уятып. Миңлиса ауыл буйлап сығып китте. Бәлки, шулай дөрөҫтөр?
Йылдар үтә торҙо, Кәримдең тәненең һыҙлауҙары баҫылманы, ә шешеләр, киреһенсә, бушап ҡына торҙо. Миңлиса сикһеҙ арыны. Әммә кем инвалид ирен ташлап сығып китһен? Кеше нимә тип әйтер? Кемгә ул Сафияһы менән кәрәк булһын? Йыл артынан йылдар үтте. Үҙен йәлләп ултырырға ваҡыты булдымы икән?
Кәрим Сафияны бер тапҡыр ҙа ҡулына алманы. Бер өйҙә йәшәнеләр, әммә балаһын бар тип тә белмәне. Сафия ла уға артыҡ тартылманы. Йыш йәберләүҙәргә дусар булған балаға кешеләрҙең уй-ниәттәрен иртә аңларға өйрәнергә тура килде. Атаһынан йылылыҡ тоймағас, атайҙар шулай булалыр, тип уйланы.
...Ә бөгөн Кәрим “ҡыҙым” тип ултыра. Үҫеп еткәс, ауырлыҡтар артта ҡалғанда, баланы яратыу, әҙер бәхеткә килеү анһат шул... Миңлиса эстән янһа ла, тышҡа сығарманы. Был уйҙарын оноторға тырышты. Гөрләтеп туй яһағас, бала тыуғас, барыһы ла яңы биттән башланыр, Алла бирһә.
Туй мәшәҡәттәре, тыуасаҡ бала ғаиләне берләштергәндәй булды. Күптән хыялланған төкәтмә төҙөлдө. Өйгә һыу үткәрҙеләр. Баланы эҫе мунсаға алып йөрөп булмай бит. Йорттоң обойҙары яңыртылды. Рәшәткәләр буялды, яңы һауыт-һаба алынды. Былар, әлбиттә, кредитҡа эшләнде. Ҙур ғына суммалы дүрт кредит алдылар. Берҙән-бер ҡыҙына ҙур байрам ойошторғоһо килә Миңлисаның. Тыуасаҡ ейәненә йәки ейәнсәренә барлыҡ уңайлыҡтар булдырасаҡ. Бурыстарҙы ни... түләрҙәр.
Кистәрен улар күмәкләп йыйылып, башҡарған эштәрҙе барлайҙар, иртәгә эшләйәсәктәрен уйлайҙар. Ҡунаҡтар һанын иҫәпләйҙәр. Шунан тыуасаҡ сабыйға исем уйлайҙар.
Тыуһа, өс көн өс төн байрам буласаҡ, — ти Миңлиса. — Бөтә ауылды һыйлаясаҡмын!
Уй, әсәй. Был баланы һин минән дә нығыраҡ көтәһең, шикелле, — тип көлә Сафия.
Нисек көтмәҫкә?! Үҙе башҡа бала таба алманы. Тормош шарттары ла мөмкинлек бирмәне. Бала һау-сәләмәт тыумаһа, уны ҡарай алмаҫмын, тип тә уйланы. Ейәндәр һөйөп ултырыр сағына ла ышанмай ине. Ә бер көн ҡыҙы мин ауырлы тимәһенме! Бәхеттең етенсе ҡатында тойҙо үҙен Миңлиса...
Туйға тағы бер аҙна ҡалды. Әҙерлек яҡшы бара былай. Иртәгә Сафияны дауаханаға алып барып, УЗИ үтһәләр, баланың ҡыҙмы йәки малаймы икәнен белерҙәр. Ҡыҙыҡ, туйҙа ҡыҙ буламы әллә малаймы, тип ыштанға аҡса йыйғас, шунда уҡ әйтергә буласаҡ. Дауаханаға Миңлиса, Сафия һәм Булат өсәүләп барҙы. Табип Сафияны әллә ҡайҙан танып, сиратҡа иғтибар итмәй, кабинетына индерҙе, хәлдәрен белеште. Был пациент ҡәҙерле. Ауырлымын тип килгәс, башта табип Сафияға бала тапмаҫҡа, аборт эшләргә кәңәш иткәйне.
Мин һиңә тураһын әйтәм. Һаулығың насар, — тине ул, — йә балаң, йә үҙең үлеп китеүең бар. Тапҡан хәлдә лә, бала ауырыу булыуы бар. Һинең дә йә һуҡыр ҡалыуың, йә коляскаға ултырыуың ихтимал. Уйла. Беҙгә лә ундай яуаплылыҡ кәрәкмәй.
Сафия берәүҙе лә тыңларға теләмәне. Мәктәптә уҡыған класташтары араһында унан да насарыраҡ сирләшкәләр бар ине, әммә берәү түгел, өс бала табыусылар ҙа бар.
Шуға ла Сафияны дауаханала айырыуса иғтибар менән ҡаршы алалар. УЗИ үткәндә, табип оҙаҡ ҡына өндәшмәй ултырҙы. Сафия борсола башланы. Бушҡа булмаған. Табип ҡапыл Сафияға боролоп:
Бала үлгән, — тине. — Операция яһап, алырға кәрәк.
Сафия коридорҙа көтөп торған әсәһенә, Булатҡа хәбәр итеп кенә түгел, ә аңғарып та өлгөрмәне, инде уға шәфҡәт туташы укол һалып, операция бүлмәһенә алып китеп бара ине.
Операциянан һуң күҙен асҡас та, Сафия әсәһен күрҙе.
Әсәй, әсәй, — эсен тотоп илап ебәрҙе. Миңлиса ла ап-аҡ, әйтерһең, таш һәйкәл. — Әсәй... — тип иланы Сафия, әсәһенең ҡулын һығып. — Ул бит кисә ҡыбырлай ине, әсәй...
Сабыйҙы улар ерләргә булды. Дауахананан ҡайтышлай таксиҙа юл буйына тынлыҡ хөкөм итте. Аҡ туй күлдәге аҡ кәфенгә әйләнде. Булат тыуырға ла өлгөрмәй үлгән сабыйын ауылға ҡайтҡансы ҡулынан төшөрмәне. Сабый үлгән тип әйтеүе лә ҡыйын, шундай таҙа һәм саф, үлгәндәр улай булмай. Машинаның асыҡ тәҙрәһенән ел өрә. Булат эргәһендә ятҡан кофтаһы менән сабыйҙы ураны, уға ел тейер һымаҡ булып китте. Ә бит тиҙҙән улын дымлы ер ҡуйынына һалырға тура киләсәк. Быны күргән таксист та, Миңлиса ла, Сафия ла тынлыҡты боҙманы. Бер кем өндәшмәне. Иламаны. Әйтерһең, был өсәү – Миңлиса, Сафия һәм Булат яҙмыштары менән ризалашты. Әйтерһең, ошо өсәү өсөн бәхетһеҙлек көндәлек әйбер. Әйтерһең, башҡаны улар көтмәне лә.
Мулла бер көндә исем дә ҡушты, ясин да уҡыны. Бәхет менән ҡайғы бергә йөрөй тигәндәре ошолор. Айбулат Булат улы тип исем бирҙеләр сабыйға. Ә бына ҡәбер ташына ниндәй көндө яҙырға белмәнеләр. Йәшәне лә, йәшәмәне лә Айбулаттары. Туйға тип һаҡлап барған аҡсаһынан Миңлиса ҡәбер ташы алды. Унда: “Ярты йыллыҡ бәхет бүләк иткәнең өсөн рәхмәт һиңә, сабыйыбыҙ. Яратыуыбыҙҙы күрһәтергә бар ғүмер етмәҫ ине! Өләсәйең”, — тип яҙыу яҙылды.
Туйға әҙерләнеүҙең ҡыуанысы ҡара ҡайғыға әүерелде. Өйҙә тынлыҡ. Ҡайғы тип эсеп алған Кәримдең мыңғырлағаны ла, сәғәттең секундтар һанағына ғына ишетелә. Ваҡыт барыһын да төҙәтә... Әммә улар шул тиклем яй аға...
Булат ишек алдынан инмәҫ булды. Ул унда эш менән ҡайғыһын баҫты. Сафия операциянан һуң да, тетрәнеүҙән дә тормай урынында ята. Миңлиса ла биреште, бөтөнләй һүҙһеҙ ҡалды. Моңһоуланып ултырған әсәһенең йөҙөн күреп Сафия, түҙмәй, үҙенең ауыртыуҙарын баҫып, уның янына барып, ҡосаҡлап алды:
Әсәй, борсолма. Мин һиңә тағы ла итәк-итәк ейәндәр табып бирермен. Йәйге ялдарға алып килһәм, башымды ғына ҡатырҙылар, алып ҡайтығыҙ, тип шылтыратып ултырырһың, — тип йыуатты.
Ни ҡылығыма миңә Аллаһы Тәғәлә һине бүләк иткән икән, бәләкәсем?! — тип Миңлиса балаһын ҡосаҡлап алды.
Көпшәләрҙән дә бәләкәй булып ятҡан йән эйәһе хәҙер үҙенән дә көслөрәк кешегә әйләнгән бит!
Сафия әсәһе тынысланғанын күреп, ишек алдына сыҡты. Булат урамдағы эскәмйәлә ултыра, ул алыҫҡа, бер нөктәгә ҡарап ҡатҡан. Сафия уның янына барҙы. Айбулаттарын ерләгәндән һуң, уларҙың йүнләп һөйләшкәндәре лә булманы.
Һин атай-әсәйең менән әрләштең, туй булманы, сабыйыбыҙ тыуа алманы, бурыстарға баттыҡ... — тип һүҙ башланы Сафия. — Ғәфү ит мине, Булат...
Сафия, ҡара анау яҡҡа, — тип бүлдереп, бармаҡ менән алға төртөп күрһәтте Булат. — Күрәһеңме, офоҡто? Шул офоҡ артында бәхет бар, тиҙәр. Беҙгә етәкләшеп, — Сафияның ҡулын һыға тотто, — шул офоҡҡа табан бергәләп атларға ла атларға кәрәк. Берәй заман барыбер етербеҙ. Бергәләп мотлаҡ етербеҙ. Ары торһон барыһы ла, бар ҡайғылар ҙа, һынауҙар ҙа. Ул офоҡ – беҙҙеке...
***
— Өләсә-ә-ә-й, — тип серем иткән Миңлисаны биш йәшлек ҡыҙ дер һелкетергә тотондо. Ейәнсәрен төшкө аштан һуң йоҡлатам тигәйне, тағы ла үҙе йоҡлап киткән. — Өләсә-ә-ә-й! Әсәй менән атай ҡайтты!
Ҡыҙ тәҙрәгә менеп, уны шаҡырға тотондо.
Уй, Сания, гөлдәремде һындыраһың бит, — тип Миңлиса ҡыҙыҡай артынан ынтылды. Уныһы орсоҡ кеүек, шунда уҡ еңел генә һикереп төштө лә ишеккә табан йүгерҙе. Асырға көсө етмәгәс, сәй ҡайнатырға ҡуйған, ҡартатаһына барып, уның коляскаһын этергә маташты:
Ҡататай! Ас әле ишекте!
Уй, Алла, инерҙәр, ҡайҙа улай түҙмәйһең? Бер көн эсендә шулай һағынырға ла була икән? — тип Кәрим ҡыҙсыҡты көлә-көлә тотоп алды. Шул саҡ ишектән пакеттар тотҡан Булат менән Сафия ла килеп инде. Ҡартатаһының ҡулынан ысҡына һалып, әсәһенә ташланды. Сафия ул ҡосаҡлауҙан аяҡтан йығыла яҙҙы.
Ҡыҙым әллә әсәһен генә һағынған? — тип Булат сүкәйеп Санияны үбеп алды.
Һаумыһығыҙ, — тине Булаттар артынан килеп ингән ҡатын. Санияның улай-былай йүгереп, шау-шыу тыуҙырыуы арҡаһында бер кем дә уға иғтибар итмәгән. Ҡатын артында бер ир ҙә тора ине.
Сания, — тине Булат тиктормаҫ ҡыҙын тынысландырырға тырышып.— Был һинең ҡартәсәйең менән ҡартатайың. Ә был, — тип Булат атаһы менән әсәһенә йылмайып ҡараны, һәм ғорурлыҡ менән, — беҙҙең ҡыҙыбыҙ Сания, — тине.
Илсия Мөбәрәк ҡыҙы үҙенә оҡшап торған ҡыҙҙы күреп, йәштәрен тыя алманы.
Балаҡайымды, — тип ҡосағына ҡыҫты Санияны. Бер кемде лә ят итмәгән ҡыҙ уға һыйынды. Шунан артта торған ирҙең дә күҙен һөрткәнен күреп, баланың иғтибары уға йүнәлде:
Илама, — тине, ҡартатайын етәкләп. — Һине лә һағындым.
Ҡыҙымды... — Һәр ваҡытта ла һалҡын ҡанлылыҡ һаҡлап ҡала белгән Зариф Заман улы был юлы түҙеп тора алманы, ғүмерендә тәүге тапҡыр күргән ейәнсәрен күтәреп үк алды. Быны өндәшмәй күҙәткән Миңлиса менән Кәримдең дә күңелдәре тулышты. Улар баланың балаһы балдан татлы икәнлеген үҙ тәжрибәлерендә белә бит.
Иҫләйһеңме, Сафия? — тине шул арала Булат, ҡатынының ҡолағына эйелеп. — Ете йыл элек офоҡ хаҡында әйткәйнем. Беҙ хәҙер шул офоҡҡа еттек...