Роза Хөснуллина:
- Гүзәл Рамазановна, повесты яҙырға Һеҙҙе нимә этәрҙе, әсәрҙең яҙылыу тарихы менән таныштырһағыҙ ине.
- Әҫәрҙең тәүге өлөшөнә нигеҙ булып ятҡан сюжет юлъяҙма булараҡ быуат башында уҡ "Йәшлек" гәзитендә донъя күргәйне инде. Йылдар уҙған һайын илдәге үҙгәрештәргә баһа баҙыҡлана бара, СССР тигән ил өсөн ғүмерҙәрен бағышлаған, баштарын да һалған халҡыбыҙҙың ниндәй ҡиммәттәр, уй-ниәттәр менән йәшәгәнен йәш быуындың хәтеренә төшөрөп тороу кәрәклеген аңланым. Илем тип фиҙакәрлек менән хеҙмәт иткән быуын күпме һынауҙарға дусар булды, бигерәк тә бер дәүләт булып йәшәп, ахыр сиктә элекке республикаларҙа сит ил кешеләре хәлендә ҡалыусыларҙың аяныс яҙмыштарына үҙем дә шаһит булып, быны инде күләмле әҫәрҙә күрһәтеүҙе кәрәк тип таптым.
“Инәйҙәр” тигән шиғырымда “Һеҙ лайыҡлы ине мул тормошҡа, хеҙмәтегеҙ китте эт-ҡошҡа” тип әсенеп яҙғайным. Беҙҙең атай-әсәйҙәр быуыны тураһында был әҫәрем.
Рәшиҙә Закирова:
- Был повесты аудиояҙма итеп сыгарырга уйығыҙ юҡмы? Үҙем күрҙем - илай- илай уҡыйҙар. Хаж яҙмаларығыҙҙы сит яҡтарҙа йәшәгән ололар тыңлап, рәхмәт әйтәләр, шунан сығып әйтәм. Уларҙың ҡулдарына алып уҡыу мөмкинлеге юҡ бит.
- Хаж яҙмаларын мин үҙем түгел, радио яҙҙырып сығарҙы бит. Был инде уларҙың ихтыярында. Әйтә алмайым.
. Гөлнур Ҡасҡынова
- Повесты ҡыҙыҡһынып уҡыным. Үҙем өсөн байтаҡ яңы мәғлүмәттәр алдым. Ҡаршы ҡалаһындағы күперҙе шул тиклем оҫта тасуирлағанһығыҙ. Интернеттан өҫтәмә мәғлүмәт табып уҡып ултырҙым аҙаҡ. Һеҙ Ҡаршыға барып ҡайтып, интернетта фотоһүрәттәр һалғас, әҫәр менән тағы ла нығыраҡ мауығып киттем. Һорауым: ҡасан китап булып баҫылыр?
- - Мин нәшриәткә ҡулъяҙмамды тапшырғайным ул, ҡасан сығыуы минән тормай шул. Әҫәрҙе роман итеп эшләргә лә тәҡдим иткәйнеләр, мин уны повесть-трилогия итеп ҡалдырырға булдым. Әҙәбиәтебеҙҙә яңылыҡ тиһәң дә мөмкин. Өс герой, өс яҙмыш. Яҙмыш юлдары бик аҙ ғына киҫелешә, шуға күрә һәр сәхифәне үҙаллы ҡалдырыу отошлораҡтыр тигән фекергә килдем.
.
Роза Хөснуллина
- Әҫәрҙең күпмеһе ысын булған хәл, күпмеһе уйҙырма?
- Ваҡиғаларҙың күбеһе ысынбарлыҡтан. Төп героиням - йыйылма образ тип әйтергә лә була, мәгәр яҙмышының күп өлөшө бер таныш апайҙыҡы. Әлбиттә нәфис әҙәбиәткә хас уйҙырмалар ҙа бар, мәгәр "антоновка еҫе" - үҙе бер символик образ, һәм ул ябай ғына әйткәндә шул быуын кешеләре рухиәтен дә, ынтылыштарын да, хыялдарын да, ил яҙмышын да сағылдыра. Һәм шуны тулыраҡ асыр өсөн башҡа кешеләр яҙмышынан дә салымдар индерҙем. Әсәйем, үҙем кисергәндәр ҙә бар унда.
Әҫәрҙең икенсе өлөшөндәге Гөләмзә образы бер кеше яҙмышынан ғына тормай. Мәгәр унда һүрәтләнгән ваҡиғалар тулыһынса тиерлек ысынбарлыҡтан. Бары тик төрлө кешеләр яҙмышынан. Хатта үҙем посылкала һалған муйыл да... Русландың иһә прототибы Өфөлә йәшәй, тик армиянан һуңғы яҙмышы саҡ ҡына икенсерәк.
Өсөнсө өлөштәге Ҡәүи - тәүге өлөштә телгә алынған Ҡәүи исемле егет. Уның яҙмышы бик фажиғәле лә, фәһемле лә.
.
Роза Хөснуллина
- Повесты яҙыр өсөн Үзбәкстанға барғанһығыҙ тиҙәр, шул дөрөҫмө?
- Юҡ, Үзбәкстанға мин 1999 йылда эш сәфәре менән барғайным, һәм шунда әҫәрем нигеҙенә ятҡан хәтирәләрҙе ишетеп ҡайтҡайным да. Әйтеүемсә, ул саҡта әле повесть итеп яҙырмын тип уйламағайным да.
Үзбәкстан миңә бала саҡтан яҡын, нисектер туғанлыҡ тойғоһо ла уятҡан республика булды, сөнки унда әсәйемдең бер туған апаһы һуғыштан һуң эшкә киткән булған. Ҡаршынан йыраҡ түгел Ғузар ҡалаһында йәшәне, шунда гүр эйәһе булып та ҡалды. Унда беҙҙең туғандар электән төйәкләнгән, Заһиҙә тигән бер инәйебеҙ медик булараҡ эшкә йүнәлтелгән булған. Әле лә Ҡаршы ҡалаһында әҡрәбәләребеҙ бар. Повесть баҫылып сыҡҡас ҡына миңә ҡыҙыбыҙ менән уларға ҡунаҡҡа барырға форсат тыуҙы. Был хаҡта сәхифәмдә лә яҙғайным, фотолар һалғайным инде.
Юлайҡан Ташкентта Башҡорт ҡоролтайы ағзалары менән осрашып, ҡатай күлдәге лә бүләк итеп киттем.
Ҡаршыла башҡорт-татар милли берекмәһе лә бар икән. Уның ағзалары менән дә йыйылышып алдыҡ. Ыңғайында повесымды китап итеп сығарғанда тулыландырырлыҡ яңы мәғлүмәттәр ҙә таптым.
.
Роза Хөснуллина
- Ҡаланың исеме бик ҡыҙыҡ: Ҡаршы.
-Ҡаршы - нығытма тигәнде аңлата икән. Үҙемсә ҡаршылашыу урыны тип тә нарыҡлап ҡуйҙым. Ҡашҡадаръя вилайәтенең (өлкәһенең) мәркәзе.
Ҡаланың атамаһы бик боронғо сығанаҡтарҙа телгә алынған. Уны 2700 йыл элек барлыҡҡа килгән тип һанайҙар. 2006 йылдың 27 октябрендә Ҡаршы ҡалаһының 2700 йыллығын билдәләгәндәр.
.
Роза Хөснуллина
- Тәүге өлөштәге төп героиняғыҙ кабель заводында эшләгән тип яҙғанһығыҙ. Үҙегеҙгә ошо заводты күрергә тура килдеме?
— Юҡ, күрергә тура килмәне. Мәгәр осраҡлы ғына уның һүрәтен табып алдым.
“Ташкент кабель заводы” тип атала ул, 1982 йылда рәссам Сергей Павлов төшөргән булған. Уның олатаһы, Пенза ҡалаһынан Марк Петрович Павлов 1942 йылда Ташкентта кабель заводына нигеҙ һалған, предприятиеның төп цехтары Владимир өлкәһенең Кольчугино ҡалаһынан күсереп килтерелгән.
Һүрәт ҡуйылған сайтта көтмәгәндә героинямдың улының комментарийын таптым хатта. Шул яҙма повесыма ҡайһы бер деталдәр өҫтәргә мөмкинлек бирҙе.
.
Роза Хөснуллина
- Һеҙ геройҙарға исемде нисек уйлап сығараһығыҙ? Гөләмзә тигән исемде тәүгегә ишетәм?
- Исемдәрҙең күпмеһелер туғандарымдыҡы. Әсәйем яҙмышынан да ваҡиғалар индерҙем тигәйнем бит. Ҡайһы өлөшөндә икәне асылмай ҡалһын - тотош ижад серҙәремде фаш итеп бөтөрмәйем инде.
Гөләмзә - һирәк осрай, әммә бар ундай исем. Тап шуның өсөн алдым да инде героиням итеп.
. Был һорауҙы биреүсе исемен күрһәтмәне
- Һуңғы осорҙа шағирәләрҙең проза өлкәһендә актив ижад итеүе күҙәтелә. Бөгөн генә Т. Дәүләтбирҙинаның "Уйлы заман" китабындағы хикәйәләрен уҡып ултырҙым. Һеҙҙең повесть менән Т. Дәүләтбирҙина әҫәрҙәренә ҡарап фекер йөрөткәндә, шағир прозаһы ҡыҫҡараҡ, тосораҡ кеүек тойола. Күрәһең, шиғыр рамкалары әҙипте йыйынаҡлыҡҡа өйрәтәлер.
- Бәлки, ысынлап, шулайҙыр.Үҙем былай ҙа прозала артыҡ күп һүҙлелекте оҡшатмайым ул. Китап уҡырға яратһам да, бәләкәйҙән артыҡ һүрәтләүҙәргә төшөп киткән урындарҙы аша-аша үтә лә китә торғайным. Бәлки шуға ла прозаға һуң тотонғанмындыр. Байтаҡ классик әҫәрҙәрҙе башҡортсаға әйләндерҙем. Ғөмүмән, был яратҡан шөғөлөм, мауығым. Кинәнеп эшләйем мин, бер ваҡытта автотылмас аша тәржемә иткәнем булманы. Әммә Оноре Бальзактың яңыраҡ донъя күргән “Шигрин тире” романы өҫтөндә эш иң ауыры булды. Юҡ, сәпкә генә тейеп торған һүҙ таба алмағанлыҡтан түгел, ә уның күп һүҙлелегенән. Бер һөйләме китап битенең яртыһын тиерлек алып тора, ә магазинға барып ингән Рафаэлдең өҫкө ҡатҡа менеп еткәнсе унда күргән һәр әйбере бар ваҡлыҡтары менән тасуирлаған ваҡыт эсендә ракета Ер тирәләй бер әйләнеп сығыр ине. Нәшер итеүсенең ризалығын алып, мөһим түгел тип һанаған урындарын киҫкеләнем, ғәфү итһен инде Бальзак.
.
Роза Хөснуллина
- Әҫәрҙе уҡығас, беҙ - уҡытыусылар, уҡыусыларҙан әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен, яҙыусы нимә әйтергә теләгәнен һорайбыҙ. Ә һеҙ үҙегеҙ нисек билдәләр инегеҙ әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен?
- Махсус идея-тематик маҡсат ҡуйып яҙманым. Мәгәр әҫәрем "перестройка" тигән нәмәнән һуң "совок" тип кәмһетелгән, аслы-туҡлы йәшәп, ауыр һынауҙар үтеп, улар ҡулы менән тыуҙырылған ил байлығы таланған совет кешеһе һәм аяныслы тамамланған тулы бер дәүер яҙмышы тураһында булды ла сыҡты.
Ҡарт уҡытыусы Гөләмзәнең перестройка тураһында уйланыуҙарын, шиктәрен, һыҙланыуҙарын иҫкә алайыҡ:
“Ил буйлап, ниҙер аңлаған рәүешле булып, райкомдар ҡушыуы буйынса ошо һүҙҙе сүбәк урынына иртәле-кисле сәйнәйҙәр. Ҡасандыр антоновканың еҫенә генә арбалып Үзбәкстан сығып киткән ише, бының да әле еҫе генә. Арбалып, ҡайҙа барып сығырҙар, ниҙәр күрер ғәзиз баштар?! Коммунистар партияһы манифесы “Призрак бродит по Европе — призрак коммунизма” тигән һүҙҙәр менән асылған ине. Шул шәүлә булып йөрөп, әллә ҡайҙа китеп тә юғалды”.
"Антоновка еҫе" - символик образ тигәйнем бит. СССР тигән илгә тоғро хеҙмәт итеп, ғүмерен һалған Сәбилә һуңғы сәғәтендә шул алманы ашағыһы килеүен белдерә. Килтерәләр, алдына һалалар, әммә ул уны еҫкәй генә, ҡабып та ҡарай алмай. Дәүере менән бергә донъянан уҙа. Был күренештә тәрән кинәйә ята бит.
. Исемен яҙмаған уҡыусы
- Таныш урындар, Фәрғәнә ҡалаһы тураһында һүҙ бара. Бала саҡта ул яҡта йыш була инек. Ҡыҙыҡһынып уҡыным. Әрмәнстандағы ер тетрәү ваҡиғалары үҙәк өҙгөс итеп тасуирлана.
-Русландың прототибы бар тип яҙғайным бит. Йәшермәй һөйләгәненә бик рәхмәтлемен. Эскелеккә һалышҡанын да, шул арҡала килеп сыҡҡан проблемаларын да, атаһын ҡарағанын да.
Уйлап ҡараһаң, йәп-йәш кенә һалдаттар шул мәхшәр эҙҙәрен бөтөрөүгә йүнәлтелгән бит! Нисәмә ай харабалар, улар аҫтында төрлөсә ғәрипләнеп күмелеп ҡалған мәйеттәр араһында йәшәү, шул күренештәрҙән саҡ ҡына онотолоп тороу өсөн сараһыҙҙан иҫерткескә тотоноу...
Ҡафтау халҡының алтын, аҡса йыйырға яратҡанын белеп, шунда эркелешеп килгән юлбаҫарҙар... Хатта үҙе лә һиҙмәҫтән ҡомарланып китеп биҙәүестәр, аҡса йыйыу...
- Күпме йыйғайның? – тип һораным.
-О-оо, күп ине, апай.
Ҡалғанын яҙып тормайым, теләгәндәр үҙҙәре табып уҡыр тип уйлайым.
.
Рәйлә Хисмәтуллина
- Гүзәл апай,мин йотолоп уҡыным.Уйымда әлҽ һаман повҽстағы ваҡиғалар.
Ҙур рәхмәт бик уҡымлы әҫәр булды.
.
Гөлнур Ҡасҡынова
- ФЗУ-ла уҡығанда практика үткән ваҡытта ауылдарҙан килгән йәштәргә кәмһетеүле ҡараш тураһында ла әйтеп үтәһегеҙ. Ул стереотиптар хәҙер үҙгәргәнме?
- Бәндәнең кеме юҡ. Әле лә шундайҙар осраштыра. Минең инде үҙ елкәмдә татығаным булды. Буш урындан килеп сыҡҡан, уйлап сығарылған күренеш түгел, Белорет өсөн башҡорт, татар ҡатын-ҡыҙы - “апайка” ине. Ҡыҙ балаларға “кызымка” тип өндәшеү ҙә таралғайны. Кемгә нисектер, мин ғәрләнә инем шулай тип өндәшеүҙәренә. Бәлки тирем йоҡа булғандыр.
.
Роза Хөснуллина
- Ололар прозаһына һуңлап тотондом, тинегеҙ. Әсәрҙе яҙғанда ниндәй ҡыйынлыҡтар кисерҙегеҙ?
-Нисектер еңел яҙылды ул, сөнки дөйөм алғанда ысынбарлыҡтан булғас, башымдан "һауып алып" ултырырға тура килмәне. Әлбиттә, күп эҙләндем, ауылдашым Ринат Шәйбәков бер урынын аныҡлашып ебәрҙе. Яҡташтарыбыҙ тураһында бит, ә ул тарихты төптән тороп өйрәнгән кеше. Уға ҙур рәхмәт.
Бер ҡыйынлыҡ булды икән шулай ҙа - күп йылдар виртуаль энциклопедия өсөн яҙышып, телмәрем, һүрәтләү алымдарым ярлыланғанын һиҙҙем. Унда бик "лирика"ға юл ҡуйылмай, бары тик ҡоро факттар ғына яҙылырға тейеш. Шуға күрә йәйелеп китеп һүрәтләп яҙа алмай бер булдым.
.
Роза Хөснуллина
- Ысынлап, урыны менән шундай йыйнаҡлыҡ һиҙелә шул.
.
Ринат Шәйбәков
- Әңгәмә бик ҡыҙыҡлы бара, фәһемле. Әҫәрҙең геройҙарында үҙебеҙҙең ауылдаштар яҙмышын да күрәм. Улар йыйылма образ булыуҙары менән әҫәр отошло килеп сыҡҡан да. Тәүге өлөшө баҫылғас, инде тамамланған тип һанаған әҫәрҙең дауамы ла килеп сыҡты, хатта өсөнсө өлөшө лә яҙылып ята тип беләм. Рәхмәт Һеҙгә, кескәй генә аныҡлауҙы ла оло итеп мине лә телгә алғанһығыҙ.
.
Фәриҙә Мәхмүтова
- Әҫәрҙәге геройҙар, алма еҫе күҙ алдына килә, шул тиклем асыҡ итеп һүрәтләнә һәр ҡайһы эпизод.
.
Мәхмүзә Шәғәлиева
Яҡташым, коллегам Гүзәл апайҙың "Антонова еҫе" повесын йотлоғоп уҡыным. Бик тетрәндергес әҫәр! Ныҡ оҡшаны! Үҙемдең һорауҙарыма яуапты алып бөттөм инде, рәхмәт. Гүзәл апайҙың "Йәннәт баҡсаһы" тигән китабын да уҡыным, бик уҡымлы китап! Повесты яҙғанда, Ринат Шәйбәковтың өлөшө барлығы ла ҡыуаныслы хәл. Гүзәл апай, һеҙгә ижади уңыштар теләйем!
.
Рәсимә Сәйетғәлина
- Бик уҡымлы әҫәр. Һәйбәт яҙылған.Авторҙың беҙҙең Белорет районынан булыуы ҡыуандыра.Уға артабан да ижади уңыштар, һаулыҡ, бәхет теләйем.
.
Гүзәл Билалова
- ,, Антоновка еҫе " повесы күңелемә шундай яҡын әҫәр! Үҙгәртеп ҡороу йылдары күп кешеләрҙең яҙмышын , киләсәккә булған өмөт-хыялдарын емереп ташланы. Туғандарым оҙаҡ йылдар Үзбәкстанда йәшәне. Бик бәхетле инеләр. Йыш бара инек ҡунаҡсыл, гөл-сәскәле, емешле үзбәк иленә. Ҡайтты туғандарыбыҙ үҙебеҙҙең яҡҡа, тормоштар буталып киткәс. Бик ауыр ваҡыт булды улар өсөн бындай үҙгәрештәр!
Кейәүебеҙҙең атаһы башҡорт, ауыр һуғыш йылдарында үҫмер көйө генә барып сыҡҡан йылы яҡҡа. Кейәү һәм ике улы өсөн тыуған иле Үзбәкстан ине! Һағындылар, өйрәнә алмай аптырандылар. Шулай ҙа бирешмәнеләр, үҙҙәренең эшен астылар. Бер көн дә буш тормағандарҙыр. Тик барыһы ла бер йөрәккә бәрә: һеңлем китте лә барҙы... Повеста яҙылған ваҡиғалар уларҙың йөрәге аша үткән ине шул... Улдары ир етте, тормоштары матур. Тик башҡортса әҙерәк аңлаһалар ҙа, улар рус телле шул! Бындай йәштәр республикабыҙҙа күп. Минең үтенесем бар: повесть тәржемә ителеп, рус телендә лә сығарылһа ине! Өлкән быуындың ниндәй һынауҙар аша үткәнен йәштәр тағы бер мәртәбә тойор, китап уҡыусылар аудиторияһы тулыланыр ине.
.
ЙОМҒАҠЛАУ ҺҮҘЕ
- “ВКонтакте”лағы төркөмөмдә Зилдә Хәмиҙуллина тигән бик әүҙем ҡәләм тирбәтеүсе бар ине. Телгә лә маһир, бер хикәйәһе, үҙе вафат булғас, журналда донъя күрҙе. Повесымды уҡыған да, минең дә ФЗУ-ла уҡығанда Үзбәкстанға ебәргән апайым яҙмышы тетрәндереп иҫкә төштө, уның яҙмышы тағы ла аяныслыраҡ ине, ваҡыт табып, яҙырмын әле, тигәйне. Ваҡыты иҫәпле булған шул. Асыла ғына башлағанда, көтмәгәндә, китте лә барҙы.
Шундай яҙмышлы кешеләр күп булған ул һуғыштан һуңғы йылдарҙа. ФЗУ-нан 1948 йылда ебәрелгән йөҙҙән ашыу үҫмер күбеһе ҡомға һеңгән һыу кеүек шунда тороп ҡалған. Мин һүрәтләгәне шуларҙан икәү генә.
Һөйләшеүҙә ҡатнашҡан һәммә уҡыусыларыма, тәү сиратта, Роза һылыу, һиңә ихлас күңелдән рәхмәт! Яҡшы һүҙҙәрегеҙ ҡанат ҡуйҙы, теләктәрегеҙҙе хәтер дәфтәремә теркәп ҡуйҙым, үтәргә тырышырмын, яҙған булһа.
Фотола: Мостай Кәрим ис. мәктәптә ойошторолған осрашыу. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәйрүзә Юныс ҡыҙы Үтәбаева хатта кәрзин тултырып антоновка алмаларын да әҙерләп ҡуйғайны. Алма еҫтәре аңҡытып торған осрашыу булды был!