Ҡатын кеше - ҡатын кеше инде. Һығылып илағанда ла ҡыбырлап йөрөй: сәй ултырта, матур сынаяҡтарын сығара, вәринйә һала... Ҡабарып бешкән өй икмәген телеүенә, һалмалы аш йылытып йөрөүенә күҙ һалам. Әлеге ҡатын заты, ул һаман йәшәүгә йәбешеп ята. Әҙәм күтәрә алмаҫ ҡайғыла ла йыйнаҡ өйө, йылы ашы бар. Сөнки уның әле тағы ике балаһы бар. Был уның әсәлек бурысы. Тәбиғәттән һалынған, ниндәй яу-дауҙар ҙа, һәләкәт-важиғәләр ҙә юя, юҡҡа сығара, оноттора алмаған әсәлек яуаплылығы.
--Иң үкенгәнем шул... ҡәҙерләй, ярата алмай ҡалдым... Балам минән бер иғтибар күрмәй китте... – тип һаман шул хәбәрен ҡабатлай Зәйтүнә. Исемен беләм. Дөрөҫөн әйткәндә, мин уның хаҡында күп нәмә беләм, эшем шул, әммә эске донъяһын ғына түгел.
--Һеҙ... Русландың... балаларҙың атаһы менән аралашаһығыҙмы?
--Юҡ... мин аралашманым. Әле бына ... ошо хәлдән генә килде. Руслан бит, китер алдынан, белгән шикелле, атаһына барып күрешеп китте. Мин риза булманым, әммә улым ныҡышып, өҙмәй ҙә ҡуймай ... – ҡатын тағы йәштәренә быуыла. Ынтылып беләгенән һыпырып ҡуям.
--Йәшем ҡороған ине лә... Иламай инем инде һуңғы көндәре. Бына һеҙҙе күргәс тағы йөрәгем асылды әллә...
--Илағыҙ-илағыҙ... Әгәр һөйләшә алмағандай булһағыҙ...
--Юҡ-юҡ! Киреһенсә... Мин был һүҙҙәрҙе яҡындарыма әйтә алмаясаҡмын. Үкенесемде...
--Зәйтүнә, -- “апай” ҙа “һылыу” ҙа тип тормайым, сөнки был ҡатын минең тиҫтер тирәһе булыр һәм уны сикләгем дә, ятһыратҡым да килмәй. – Аңлайым, барыһын да. Сығарырға ярамай торғанын мин кешегә сығармам, борсолмағыҙ. Мин... бәлки, был урында йәмһеҙ ҙә яңғырар... Һуғышҡа китеү юлын һайлаған егеттең тәбиғәтен, үткән яҙмышын, уның йәшәгән мөхитен аңларға теләйем.
Ҡатын аҙ ғына уйлана биреп ултырҙы ла, етди-уйсан йөҙ менән шәшкеләргә ҡуйы итеп сәй яһаны, береһен миңә шылдырҙы:
--Ҡаты түгелме?
Ҡаты ине сәй, тик уның иғтибарын ситкә ебәрмәҫ өсөн һис яуапһыҙ ынтылып алып уртлап ҡуйҙым. Сытырайманым. Зәйтүнә үҙе сәйен ҡапыл-ҡапыл йотлоғоп ике-өс һурып эсте. Ҡайнарлығын да тойманы.
--Баш бала булды бит Русланым. Минең менән бергә үҫте, бергә күрҙе, бергә кисерҙе, тигәндәй. Әллә ни эшләп уны балаға һанаманым. Ул аңламайҙыр, ул белмәйҙер, тимәнем. Йәшермәнем шунан хәсрәттәремде. Бахырымдың бәләкәс кенә йөрәгенә... ололар бәләһен һалып...
--Ул хәтлем өҙгөләнмәгеҙ. Һеҙ бит уны насар шарттарҙа үҫтермәгәнһегеҙ.
Зәйтүнә тағы тынып ҡала, былай ҙа ҡыҙарып сыҡҡан күҙҙәрен һаҡһыҙ рәүештә ышҡып тороп һөртә.
--Насар түгел дә...
--Русландың атаһы тураһында һөйләгеҙ әле? – балалар яҙмышына ҙур йоғонто яһай торған ыҙандан башламаҡсымын – ата-әсәләр мөнәсәбәте.
-- Эй, уны...
--Улай тимәгеҙ... Был бик мөһим. Нисә йәшенәсә атаһы менән булды?
--Ун... ун ике тирәһенәсә. Бер айырылдыҡ, бер кире ҡушылдыҡ, унан тағы киттек, тағы килдек... Оҙаҡ талашып-тартышып, ҡоро нервы бөтөрөп йөрөнөк инде. Әллә нишләп шуны сразы өҙә һуғалмағанмын. Балларҙы ыҙалатып, үҙем йонсоп.
--Эстеме?
--Башта эсмәне ул. Эскәндә лә аҙлап, ҡунаҡтарҙа ғына. Беҙ бер университет студенттары булдыҡ, ул алдараҡ уҡыны. Студенттың эсеп йөрөү түгел, туя ашарлыҡ аҡсаһы ла самалы ине бит ул саҡта. Егәрле генә егет ине, кистәрен барып вагон бушатып, урам һепереп аҡса эшләп алып килә торғайны. Шунан киноға барабыҙ, туңдырма ашайбыҙ...
--Яраттығыҙмы?
Зәйтүнә ҙур асылған зарлы күҙҙәре менән миңә ышанып та, ниндәйҙер аңлау эҙләп тә төбәлгән:
--Ысынында... яратманым. Күңелемдең иң төпкөлөндә шуны белдем, тик әйтмәнем. Нимәһенәлер әүрәп, күнеп йөрөнөм дә киттем. Әллә башҡа вариантым да булмаған микән? Дуҫлашҡан һайын эштәр тәрәнгә, төпкә төштө... Өйләнешергә булдыҡ. Уныһын да нисек хәл иткәнебеҙҙе лә иҫләмәйем, ышанаһыңмы?
--Ышанам, -- йылмаям хатта. – Ҡыҙҙарға хас. Был бер һеҙҙең генә яҙмыш түгел.
--Унан тиҙ генә ауырға ҡалдым. Русланым тыуҙы... Әлеге юҡлыҡ, бер ҡат ҡына йүргәктән башҡа нәмә алмағанбыҙ. Алырға аҡсабыҙ ҙа булмағандыр инде. Ятаҡта кемдең нимәһе бар йыйып бирҙеләр, хатта комендант тотонолмаған яҫтыҡ тыштарын алып килде урауға. Шулай ятаҡ балаһы булды ул. Сессия етһә ауылға алып барып ҡалдыра инек. Һағынып, ҡайһы мәл онотоп бөтә беҙҙе. Тағы өйрәтеп алабыҙ ҙа, тағы ташлап китәбеҙ. Унан районға эшкә ҡайтҡас та, һаман ятаҡ бүлмәһендә көн итәбеҙ, Руслан бәләкәй генә көйө баҡсала. Ауырыһа-фәлән тағы ауылға ебәрәбеҙ, ҡарап өйҙә ултырыр форсат юҡ, аҡса эшләйбеҙ...
Зәйтүнәнең эсендәге ошо үҙенә үҙе әйтә торған, теле менән әйтеп ҡолағына ишеттерер ысынбарлығына мин дә шаһит булып ултырам. Уның бында ғәйебе лә юҡ һымаҡ, ә шул уҡ ваҡытта ул үҙенә үҙе генә хөкөм була ала. Шым ғына тыңлайым.
--Ирем менән... Рәйес уның исеме... аралар нисектер йәмһеҙләшеп һыуынды. Беҙ бер-беребеҙҙе хөрмәт итә белмәнек. Йәки, исмаһам, йәлләй белмәнек. Эштән арып ҡайттыҡ, аҡсабыҙ аҙ, нимә алам тиһәң дә етмәй. Фатир тураһында уйлай ҙа алмайбыҙ. Ауылдағы ата-әсәләрҙән һөт-ҡаймаҡтан башҡа ярҙам алырлыҡ түгел. Ниндәйҙер өмөтһөҙлөк, ошо өмөтһөҙлөктөң сәбәбе ундалыр һымаҡ булды миңә. Уға ла шулай күренде микән? Мине бала менән муйынына йөк итеп тағылғандай тойғандыр, тием.Ул миңә ҡысҡырҙы, мин – уға... ул мине ғәйепләне, мин уны... Унан сәбәптәр күбәйҙе, ҙурайҙы, талаштар ҙа олонан ҡупты. Рәйес эсеп ҡайта башланы, мин улымды күтәреп бүлмәнән сығып китә инем.
Зәйтүнә һыуыҡ сәйен алып йотоп ебәрә лә, ҡапыл уянып киткәндәй булып, барып сәйнүген плитәгә ҡуя. Үҙе тағы ҡаршыма килеп ултыра, ул һаман кисерештәре сорналышында:
--Бөгөнгө аҡылым менән мин шул заманымды бына ошолай анализлайым: мин иремде яратмағанмын. Яратмаған кеше менән бергә булырға күнһәм дә, йәнем теләмәгән, тәнем үҙен көсләүҙән биҙеп ҡатҡан да ҡуйған. Артабан уның да тупаҫлығынан тамам ҡабырсаҡҡа бикләнгәнмен. Әгәр шул саҡ ярата белһәм, әгәр ихласыраҡ, йомшағыраҡ булһам күп хаталар яһалмаған булыр ине. Шул мөхәббәтһеҙ тормошта балама ла йүнле иғтибар бирмәгәнмен.
--Ул ир кеше булараҡ, ғаиләнең финанс яғына яуаплы булараҡ, аңлашырға теләп ҡараманымы?
--Ул да шул һөйләшеп, диалог ҡороп аралаша белмәгән ауыл балаһы ине бит. Беҙҙе ғаиләгә әҙерләгән кеше булманы. Ир шулай булырға тейеш, ә ҡатын шулай, тип өйрәтәләр инеме һуң? Әсәйҙәр “уҡы ла уҡы, юғары белем ал” тип игәне. Мәктәптә лә, институтта ла предмет та фән һөйләнеләр. Икенсе енес менән нисек дөрөҫ мөнәсәбәт ҡорорға, кейәүгә сыҡҡанда нимәләрҙе белергә йәки тормошта нисек булырға икәнде һин үҙ хаталарың аша ғына төшөнәһең. Ауыҙың бешә бара, бешә бара...
Минең бүҫкәрмәгән шәшкене лә түгеп, сәйҙәрҙе яңырта Зәйтүнә. Унан ҡапыл усы менән маңлайына шапылдата:
--Аш бар ҙа инде! Вәт, баш!
“Ашамайым” тип әйтеүҙең ҡабул ителмәҫен белеп, бында ла өнһөҙ генә баш ҡағып, алдыма теҙелгәнгә риза булып тик ултырам. Һурпаға ҡорот юҡ. Был яҡта ҡорот эшләмәгәндәрен дә беләм, шуға һорамайым. Барыбер был ризыҡтар ләззәткә түгел бөгөн, тәртип өсөн, йола һаҡлау ғына. Нәҙек итеп ҡырҡылған туҡмасты ҡалаҡ менән болғап алам:
--Ҡалай матур ҡырҡылған...
--Руслан сәпсим магазин һалмаһын яратманы, ауылда ашап өйрәнгәнсә “нәнәйский” булһын, ти ҙә тора ине. Шуға уға һәр саҡ туҡмас киҫтем.
--Бына бит, аҙығын да уға оҡшағанса бешереп торғанһығыҙ.
--Эй, уныһын... тамағын ней, бешерәһең инде. Үҙенә иғтибар бирә алманым. 6-7 йәштәрендә ул бер, ир менән яман талашып илап ултырғанымда, ҡаршыма килеп баҫып тороп, ҡулдарымдан алып: “Әней, әйҙә беҙ икебеҙ генә алыҫҡа китәйек тә, бында ҡабат ҡайтмайыҡ” тигәйне. “Ярай, улым” тип вәғәҙә иттем дә... Аҙаҡ беҙҙең арала өҙгөләнгән һайын миңә үпкәләне: “Һин әйттең дә эшләмәнең, минең бында йәшәгем килмәй” тине.
Артабан әйтелгәнем һорау ҙа түгел, ә һүҙҙе ялғау ғына:
--Тағы ла ике бала тапҡанһығыҙ бит.
--Эйе. Эт менән бесәй кеүек йәшәү араһында ла ауырға ҡалдым, ышанаһығыҙмы? Шул ҡатындың мейеһе бар микән?
Көлөп уҡ ҡуям:
--Ышанам. Был тәңгәлдә мейеле ҡатындар аҙ ул.
--Алдырманым. Туғандар әрләһә лә, бер ирҙән булһын әле был балаларым, тип уйлап, ҡалдырҙым. Игеҙәк ҡыҙ менән малай таптым. Тыптым да тағы шул эшкә сумдым. Ер менән бәләкәй генә аласыҡ алғайныҡ, шунда күсеп сыҡтыҡ. Беренсе класта уҡыған Русланды мәктәпкә оҙатҡан да, ҡаршылаған да әҙәм юҡ. Минең ике ыуаҡтан, эскесе ирҙән, бөтмәҫ мәшәҡәттәрҙән уҙып оло улымды бағыр әмәлем юҡ. Шуға бар эште һыпырып ҡушам, башҡарылмаһа әрләйем, ҡусты-һеңлеһен дә ул ҡарай, баҡсанан ала, ашата, йоҡлата...
--Күп балалар шулай үҫә ул. Беҙ үҙебеҙ...
--Беҙҙең заман икенсерәк ине. Ул бит тиҫтерҙәренең нисек йәшәгәнен белде. Ә мин уға шул тормошто бирә алманым. Атаһынан ныҡлап ҡотолғас та, һаман шул етешһеҙлек булды бит инде. Төкөтмә һуҡтырҙыҡ та, эсен тамамлап ҡуя алмайбыҙ. Русланым үҫмер генә мәленән үк ҡара эшкә егелде, йәшелсә базаһына йөрөп бил бөктө. Тапҡан аҡсаһына әле быныһын алған булды, әле тегенеһен. Аталары күсеп китеп, икенсе ҡатынға барып инде лә – онотто. Алименты ла исем өсөн булды.
Шул саҡ Зәйтүнә төп яҡҡа барып бер суйын сувенир тотоп сыҡты. Ауыр металдан ҡойолған һомғол ҡатын һыны ине был.
--Русланым, бер, 8 мартҡа миңә ошоно алып ҡайтҡан ине. Эшләгән генә аҡсаһына алған да ҡуйған.
--Ҡалай маладис, -- тием, сувенирҙы һыйпап ҡарап.
--Маладис инде, һүҙ юҡ. Тик мин шунда тот та әрлә. Әлеге аҡсаны әрәм иткән тип... Баламдың үпкәләп ултырғаны һаман күҙ алдымда. Шундай хәтерләп әрнер мәлдәрем аҙ түгел ул. Ышанаһығыҙмы? Бер генә лә ҡосаҡлап иркәләткәнемде иҫләмәйем. Үҙем дә ярата белмәгәс, балама ла һөйөү бирә белмәнем микән? Быларына улай һалҡын түгелен. Йәнем сығып бара игеҙәктәрем өсөн. Русланыма... Ниңә шулай булды икән?
--Үҙең әйттең дә инде бая, өлкән балам менән ҡуша ҙурайҙым, тип...
Артабан икебеҙ ҙә һүҙ таба алмай ултырабыҙ. Йәки һәр икебеҙ үҙ эсендә соҡоноп ҡаламы?
--Бер ҡыҙҙы оҡшатты. Аралаштылар. Уҡырға теләмәне артабан. Институтҡа инеүҙе әйтәм инде. Һеҙ, ана, атай менән икегеҙ ҙә уҡығанһығыҙ, ә зарплатағыҙ аҙ, тине лә ҡуйҙы.
--Ҡыҙы менән мөнәсәбәттәре нисек булды? Һеҙгә нимәлер һөйләнеме?
--Һорашһам һөйләр ҙә ине, моғайын. Мин бит шуны йүнләп төпсөнмәнем, әсәй булараҡ иғтибар бирмәнем. Бик борсолоп йөрөгән мәлдәре лә булды, үҙемсә “йәш көйө буш менән булмаһын” тип уйланым... хатта махсус рәүештә битарафлыҡ күрһәттем. Эшләһен, ғаиләгә файҙа итһен, ҡыҙҙарға әүрәп ваҡыт үткәрмәһен тинем.
Күҙҙәремде сылт-сылт итеп йомғолап ҡына ҡуя алдым был яуаптан. Ҡатылығымы был әсәнең балаһына ҡарата, әллә вайымһыҙлығымы? Был ысынлап тормош сараһыҙлығымы, әллә шул сараһыҙлыҡҡа ышыҡланылған эгоизммы? Ҡапылда эсемдән анализай алмай торғанда, Зәйтүнә үҙе үк хөкөмөн дә әйтә:
--Оят миңә бөгөн шуларҙың барыһын уйлаһам. Тик уйламайса булдыра алмайым. Быларҙы минең үҙемдән һәм улымдан башҡа берәү ҙә белмәне. Мин һәм ул ғына тойҙоҡ. Ул, бәлки, ниндәйҙер кәңәш һорап серләшергә лә теләгәндер инде, ә мин һалҡынлыҡ күрһәттем. Ул әле ундай хистәргә үҫеп етмәгәндер, ундай уҡҡа хоҡуғы юҡтыр, тигән һығымта яһағанмын.
--Әгәр ул... тере булһа... яратһа... нимә эшләр инегеҙ бөгөн?
Ҡатын был хәл ысын була күрһә икән тигән өмөтлө-илһамлы ҡарашы менән бүлмәһен урап сыҡты ла, яңынан миңә төбәлде:
--Ҡаршыһына ултырып ҡына хәлен һорар инем... Ҡыҫып һөйөп булһа ине икән... Күңел ғазаптарын һурып ҡына алыр инем...
Ә ни эшләп ул шуны мәлендә эшләмәгән, тигән һатлыҡ уй килә лә инә бит башыма. Әсә йөрәге, әсә һиҙгерлеге йәшәйештең яҡшы өлөшөндә генә көсөнә инәме ни? Иң ауыр, иң насар мәлдәрҙә кәрәк түгелме ни шул һөйөү? Ниндәй осраҡта ул шулай юғала йәки тыйып ҡуйыла ала? Бәлки, был ханым үҙ ғәйебен белеп өҙгөләнәлер һәм уны аҡлау урынлы ла түгелдер. Тик телем бындайҙы әйтә алмай, бар булмышым быға ҡаршы. Йыуатырға тырышам:
--Өҙгөләмә үҙеңде ул тиклем... Алдағыһын берәү ҙә белә алмай.
Тәтип һаҡлап ашаған кеше булып сәмсенеп ултырабыҙ. Өндәшмәй бер аҙ ваҡыт үтә. Быға тиклемге һөйләшеү ҙә әле лирик сигенеү генә булды. Минең иң төп һорау бирелмәгән. Шуны нисек яйлыраҡ итеп һорарға икән тип уйлайым. Әммә һорап өлгөрмәйем, Зәйтүнә үҙе үк был төйөргә баҫа. Тимәк, ошо булған икән уның ғазап инеше.
--Һуғышҡа ла ул шул мине уйлап китте бит ул. Бәләкәстәрҙе уйлап...
--Үҙе теләп юлланыусылар исемлегендә бит. Һеҙ улығыҙҙа илһөйәрлек тойғоһо булманы, тип әйтмәксеһегеҙме ни?
--Юҡ, улай тимәҫ инем, -- ҡатын алдындағы ризыҡтар буйлап аҙашҡан ҡарашын йөрөтә, урынлыраҡ һүҙ эҙләй. – Рухлы булды ул, яугирлыҡ бар ине ҡанында. Армияға ла алдан әҙерләнде, бер ниндәй ҙә ялтарып ҡалыу юлдарын эҙләмәне. Хеҙмәт иткән еренән командирҙарынан рәхмәт хаты килде. “Улығыҙ яуаплы, тырыш, тәртип тота белә” тип яҙғандар ине...
--Ҡайтҡас, хеҙмәттән ҡайтҡас нимәлер менән булыштымы? Ниндәйҙер пландары булдымы?
--Ҡайтты ла минең проблемаларымды тағы ла нығыраҡ аңланы һымаҡ. Был икәү мәктәпте тамамлай, аҡса кәрәк. Йортҡа ла кәрәк нәмә күп. Һыу үткәрелмәгән, газға алған бурысымды түләп бөтмәгәнмен. Кредит өҫтөндә кредит тигән шикелле. Шул көсөргәнештә оҙаҡ йәшәп үҙемә ҡул һелтәгәнмен, йүнле кейем юҡ, кәйеф тә, дәүрт тә юҡ... Русланым быларҙың барыһын да күрҙе, белде һәм... ошо аҙымды яһаны ла.
--Аҡса эшләүҙең башҡа алымдары ла бар бит. Руслан шуны белмәгәндер тип уйламайым. Уның ниндәйҙер тракторҙарға рөхсәте булған, тимер-томор эшенә лә таныҡлығы бар ине тинегеҙ. Теләһә ул тыныс тормош ыҙанында ла урынлаша ала ине. Әзмәүерҙәй йәш егет, армияла хеҙмәт иткән, уны ҡайҙа ла алырҙар ине ул.
--Тағы ла бер сәбәбе барҙыр... “барҙыр” түгел инде, булды... Мин быны үҙем өсөн ҡысҡырып әйткем килә...
--Әйтегеҙ, -- эске һиҙемләүемдең уның хәбәре менән тура килеп ҡуйыуынан ҡурҡып һағая биреп ҡалам.
--Мин уға әсәлек һөйөүе бирмәнем. Кәрәкле, ҡәҙәрле икәнлеген тойҙорманым. Ултырып һөйләшмәнем, пландарын һорашманым. Сығып китһә ҡайҙаһың тип шылтыратманым. Үҙен таба алмай, нисек тормош башларға белмәй йөрөгәнен төшөнһәм дә. Мин уға түгел үҙемә ярҙам итә алмай инем. Уф... Яратманым түгел, яраттым баламды, тик... Ошонда китергә булғас та кире ҡайырып бер һүҙ әйтмәнем. Нисек ярҙам итә ала, шулай итһен, тинемме шул...
--Әгәр һеҙ “барма” тип илаһағыҙ ул ҡалыр инеме икән?
--Әйтә алмайым. Бәлки, китмәҫ тә ине... Әммә мин иламаным.
--Зәйтүнә, һеҙгә улығыҙ тураһында аҙыраҡ фекерегеҙҙе үҙгәртергә кәрәк. Әле бары ғәйепле әсә күҙлегенән генә күрәһегеҙ. Хәҙер инде уның ниндәй сәбәптәр менән бынан китеүе түгел, ә яуға юлланырға йөрьәт итеүе һәм батырлыҡ күрһәтеүе мөһим. Ул башҡарғандарға барыһының да йөрәге етмәй. Һәм шундай ҡаһарман егетте һеҙ тыуҙырып үҫтергәнһегеҙ. Әгәр иркә бер малай булһа вряд ли улай ҡорбан була алыр ине. Һәм тормошта ла, яуҙа ла саялыҡты бешеккән, эске көсө өлгөрөп еткәндәр генә яһай ала. Шәһитлек ул осраҡлы булмай.
--Әллә инде... Һеҙ мине йыуатырға теләйһегеҙҙер инде, әммә әйткәндәрегеҙ йәнемә шифа. Икенсе төрлө итеп уйларға ине лә...
Ул көндө беҙ оҙаҡ ҡына ултырҙыҡ. Ҡат-ҡат сәй яңырттыҡ. Зәйтүнәнең шәхси тормошона ла инеп киттек, игеҙәктәре менән мөнәсәбәтен анализланыҡ, һәләк булған улына киләсәк түләүҙәр темаһына ла ҡағылдыҡ. “Кредиттарҙы ябам да, ҡустыһы менән һеңлеһенең уҡыуына, урынлашыуына тотонам, үҙемә хатта бер күлдәк тә алмаясаҡмын”, -- тип үкһей тағы ҡатын. Илап бөткәнен көттөм дә, тағы һөйләштек. Дөрөҫөрәге, ул күңелен бушатты, мин тыңланым. Ҡайһы саҡ уның һүҙҙәре аша үҙ донъяма ла инеп киттем. Берәүҙең үкенесле иҫтәлектәре йөрәгем төбөндәге йәшерен хәсрәттәремде лә, күрмәҫкә, һиҙмәҫкә теләгән хистәремде лә аҡтарҙы кеүек. Ҡайһы бер нәмәләрҙең мәғәнәһен, асылын төшөнгәндәй, ҡайһыларыныңдыр ҡәҙерен, фанилыҡтың сиклелеген аңлағандай ҙа булдым. Был минең бер ҡайғылы ҡатын – герой әсәһе менән әңгәмә генә ине. Интервьюла, әлбиттә, юғары идеялар кеүек бейек фәлсәфә булды үҙәктә. Шулай кәрәк, ҡалайтаһың...
Миләүшә Ҡаһарманова.
Фото Г. Кудашева