-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
2 Февраль , 14:06

ӘҘӘБИ БАЛҠЫШ Тамара ҒӘНИЕВА

Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниеваның поэзияһы – башҡорт шиғриәтенең иң аҫыл өлгөләре ул. Әҫәрҙәрендә һүҙ сәнғәтенең бөйөклөгөн, аһәңен, ҡотон бар тулылығында тойорға мөмкин, сөнки һәр яҙғаны – үҙе бер йыһан, юғары фәлсәфә, тәрән моң.

ӘҘӘБИ БАЛҠЫШ Тамара ҒӘНИЕВА
ӘҘӘБИ БАЛҠЫШ Тамара ҒӘНИЕВА

«Ерҙә йәшәү – ғүмер-ғүмер баҡый Бәхет өләшеүҙер, моғайын..."

 

«Ерҙә йәшәү – ғүмер-ғүмер баҡый

Бәхет өләшеүҙер, моғайын...»

            Йолалар

Халҡыбыҙҙа матур йолалар бар:

Ҡотолғас та әсә баланан,

Бөтә ауыл менән йыйылышып,

Әсәгә аш алып баралар –

Әсә күкрәгенә һөт төшһөн,

Бала матур булып, ҙур үҫһен.

 

Халҡыбыҙҙа матур йолалар бар:

Һыуға башлай ҡыҙҙар еңгәне.

Күнәктәрен сайпылдырмай ҡайта

Юрғалап та баҫып килгәне,

Уңғанлығы шунан билдәле.

 

Халҡыбыҙҙа матур йолалар бар:

Юлсы инә өйгә ҡунаҡтай,

Хөрмәт итеп түргә уҙҙыралар,

Килмәһә лә ҡунаҡ йыраҡтан.

 

Халҡыбыҙҙа матур йолалар бар:

Оло барҙа кесе һүҙ алмай.

Табындарҙа һурпа эскәндә лә

Йырламайса башҡорт түҙә алмай.

 

Халҡыбыҙҙа матур йолалар бар:

Атайҙарҙан күргән уҡ юна.

Алты йәштән ирҙәр атҡа менә,

Салауатлы итте шул йола.

 

Халҡыбыҙҙа матур йолалар бар:

Нигеҙендә ята йомартлыҡ.

Изгелекле халҡым йолалары –

Алтындарҙан-алтын ҡомартҡы.

 

       Ғүмер

Үткән ғүмер –

Аҡҡан һыуҙар кеүек...

Ҡайһылай ҙа тура кем әйткән?

Был ғүмерҙәр беҙҙе генәме ни,

Уҙамандарыңды һемәйткән.

 

Берәм-берәм оса йыл-япраҡтар,

Йәшәрәһе юҡтыр яңынан.

Йәшәрәһе юҡ та,

Мин түгелме

Көҙгө балҡыштарға табынған?

 

Тик көҙҙәрҙең, беләм, яҙы була,

Яҙға тоташырмы көҙҙәрем?

...Ҡояштарға ғашиҡ бөрө булып,

Көлөп баға, ҡыҙым, күҙҙәрең.

         Башҡорт йыры

Был ниндәй хәл?

Әллә күңелдәрем

Йәшәп-йәшәпм(е) икән нескәрә.

Башҡорт йыры һуҙылып китеү була,

Һеңгәҙәтеп кенә түңкәрә.

 

Анауындай түбән бейеклектәр,

Анауындай тәрән киңлектәр

Айҡай-байҡай боларта бит мине,

Һағыштарың, халҡым, нилектән?

 

Айҡай-байҡай боларта ла мине,

Аҡтара бит күңелем эстәрен.

Башҡорт йәне генә шулай моңло,

Уйлы әйтер тойғо-хистәрен.

 

Туҙҙырҙымы донъя шул тиклем дә –

Эркелә лә сыға күҙ йәшем.

Зарлы ғына ғорур халҡым минең,

Моңлолоҡта юҡтыр тиңдәшең.

 

Күк ҡылғанлы дала киңлегенән

Атылып та менеп тауҙарға,

Болоттарҙан йондоҙҙарға үрләп,

Олғаша моң әллә ҡайҙарға.

 

Эй, башҡорттоң ғәзиз оҙон көйө,

Им ҡөҙрәтле, ахыры, таҫылың.

Моңға сумырығыҙ,

Буйлап китһәм,

Бөйөклөктөң иң-иң төптәрендә

Бәғеремде телһен асылым.

 

         Васыятнамә

Бүтәндәргә һис бер бүләгем юҡ,

Ғәйепләмәҫ, бәлки, бүтәндәр.

Һиңә, ҡыҙым, иҫтәлеккә ҡала

Киләсәгем,

Йәнә үткәндәр.

Ғүмерем минең оҡшаш

юлаусыға,

Күкрәк ҡуйып атлай елдәргә.

Юлы булғас,

Ғазаптары булды –

Ғәзиз булһын улар кемдәргә.

Васыят итәм уйсан

һуҡмаҡтарҙы,

Атайыңды үттем етәкләп.

Оҙатып ҡалдым.

Һағыныу шәме итеп

Сәс көйрәттем

Берәм-бөртөкләп.

Сөңгөл күкте һиңә бүләк итәм,

Бүләк итәм Урал ҡоштарын.

Күк ҡылғандар,

Күк ҡурайҙар һиңә,

Бүләк тотош

Башҡортостаным.

Бүләк итәм һиңә ике быуат,

Эҙләнеүҙәр менән табыштар.

Улар икәү һинең ғүмерең булып,

Һинең яҙмыш булып ҡауышҡан.

Бүтәндәргә бик үк бүләгем юҡ,

Үпкәләмәҫ, бәлки, бүтәндәр.

Һиңә, ҡыҙым,

Минең васыятым –

Киләсәгем,

Йәнә үткәндәр.

 

Тамара Ғәниева

Автор: Айзилә Мортаева
Читайте нас