-Ладышканы таптым! - тине Дәү апай.
Ладышка! Күптән онотолған, дуҫ-таныштар исемлегенән һыҙып ташланған. Әммә күңел төбөнән бөтөнләйгә сығып китмәгән икән дә ул. Ладышка! Апаһының шулай тип әйтеүе менән күңелде елкендереп, уның иң нескә ҡылдарын тибрәтеп, бала саҡҡа, ғәмһеҙ, йәмле, иң яҡты, иң матур донъяға алып китте был һүҙ. Һағыныу тойғоһо ла ҡалҡып сыҡты шунда. Бала сағын һағынғанмы Әминә, әллә шул саҡтағы дуҫы Ладышканымы? Был мәл бит күңелдә иң йылы хәтирәләр ҡалдыра. Бергә уйнаған дуҫтар ҙа бик ҡәҙерле, бер-береңә кендектәрең берегә тиергә лә була.
Тыуып-үҫкән ауылы ла һәр саҡ үҙенә тартып тора Әминәне. Нимәһе менән шул тиклем яҡын икән ул? Ҙур ауыл да түгел үҙе. Әллә йәнгә-тәнгә шифа биргән тауҙан ағып сыҡҡан шишмәһе, башҡа ерҙә булмаған күҙҙең яуын алған матур ҡырсынташтары менән Һаҡмары, әллә кешеләре был ауылды шулай яраттыра, яҡын итәме икән? Ошонда тыуғандар уны бер ваҡытта ла онотмай, ҡунаҡҡа килгәндәр иһә бер күреүҙән ғашиҡ була.
Бына шул мөғжизәле ауылға һеңлеләре менән ҡунаҡҡа килә торғайны Ладышка-Имран. Нишләп Ладышка? Рус һүҙе ладушканы боҙоп, ейәненә шулай яратып өндәшә күрше инәй. Инәйҙең исеме Гөлбаныу булып, бабайы Алсынбай менән Әминәләргә күрше йәшәне улар. Алсынбай олатайҙың ике улы бар ине. Беренсе әбейе үлгәнмелер, икенсеһе Гөлбаныу менән дә татыу ғүмер иттеләр. Үҙенең балалары булмаған инәй бабайының ейәндәрен яҡын күрҙе. Бигерәк тә Имранды ҡыҙҙарҙан артыҡ күреп яратты. Үҙенсә уны Ладышкам тип атаны. Һәм был һүҙ уға ғүмерлеккә йәбешеп ҡалды. Яратмаҫлыҡ та түгел ине ул, бигерәк матур, һөйкөмлө бала булды. Ауыл балалары ла үҙ итте уларҙы, йыш килгәс ныҡ дуҫлашып киттеләр. Имран бигерәк тә күршелә йәшәгән ҡыҙ Әминә менән татыу булды. Икәүләп төрлө шуҡлыҡтар уйлап тапһындармы, бер-береһенең кейемен алмаштырып кейеп йөрөһөндәрме. Шаярыуҙары өсөн Әминәгә өлкән апаһынан йыш ҡына туҡмаҡ та эләгә торғайны. Һере булдымы шул тиклем, туҡмалһа ла иламаны үҙе. Был турала аҙаҡтан Имрандың һеңлеһе Гөлфиә һөйләгән бер хәл ҡыҙыҡ хәтирә булып ҡалды. Ауыл ҡыҙҙары еләккә барғандар күмәкләп. Барған ерҙәрендә еләк тапмағас, арыраҡ китергә булғандар. Шунда Әминә ҡарышып бармайым ти икән. Өлкән апаһы төрлөсә әрләп тә ҡараған, ергә тубыҡланып ултырған Әминә тыңламаған. Апаһы һеңлеһен нисек тә тыңлатыу өсөн семтей башлаған. Был хәлгә хайран ҡалған Гөлфиә Әминәнең әсәһенә һөйләгән: “Дәү апа бороп-бороп семетә. Кече апай тик ултыра. Йылаһа Дәү апа семетеүҙән туҡтар ине. Йыла-йыла тием уға, йыламай”. Шул ваҡыттан өлкән апайҙарына Дәү апай тигән исем йәбешеп ҡалды. Һеңлеләре яратып шулай тип өндәшә ҡайсаҡ.
Бына шулай үтте бала саҡтары. Бер туғандай аралашып үҫтеләр инде.
Бер мәл улар бөтөнләйгә китте. Әминә Ладышканың арбала артҡа ҡарап китеп барғанын ғына иҫләй. Шунан һуң юлдары киҫешмәне. Ауылдағы ҡартатай менән ҡартәсәй үлде. Әминә лә ауылда ҡалманы. Уҡыуын бөтөргәс, икенсе ауылға кейәүгә сығып китте. Хәҙер олоғайҙы инде, алтмышын туйланы яңыраҡ. Тормош иптәше вафат булды. Ярай ейән-ейәнсәрҙәре бар. Шуларға һөйөнөп, йыуаныс табып йәшәй.
Онотолған тиһә лә ҡай саҡ иҫтәренә төшөрөп һөйләп ала торғайнылар Ладышканы. Һәм бына кисә апаһы Гөлнара уны таптым, тип хәбәр һалды. Интернет заманы бит хәҙер. Кемдәр генә килеп сыҡмай эҙләнеп ултырһаң. Имранға телефон номерыңды бирҙем тип тә өҫтәне апаһы. Шунан башланып китте лә инде бала саҡ иленә сәйәхәт.
“Һин минең бәхетле бала сағымдың иң сағыу бер өлөшө, - тип яҙҙы Имран Әминәгә. - Минең яратҡан бала саҡ дуҫым. Ышаныуы ла ҡыйын, был яҙмыш шаярыуымы? Күпме ваҡыттан һуң иң ҡәҙерле дуҫыңды осрат әле. Дөрөҫ әлегә виртуаль донъя аша ғына”. Бына шундай хисле хаттар йөрөй башланы улар араһында. Әминә уға ауыл хәлдәрен яҙып ебәрә. Имран күп нәмәне иҫләй булып сыҡты, ауыл кешеләрен дә исемләп хәтерләй. “Беҙ олоғайғанбыҙ инде. Яңынан таныштыҡ. Һинең менән аралашыуы минең өсөн бала саҡтағы кеүек еңел. Донъям яҡтырып, күңелем күтәрелеп китә, шундай рәхәтлек тоям үҙемдә. Бушҡа ғына һинең исемең нур һибеүсе тигәнде аңлатмай икән. Рәхмәт һиңә алтыным, ерҙәге иң ҙур хазинам минең. Мин ғүмер буйы үҙемде бәхетле кеше тип һананым. Оҡшатҡан ҡыҙыма өйләндем, балаларыбыҙ бар, ҡартатай булдым. Бәхет өсөн тағы ни кәрәк, тип уйлай инем. Һинең менән аралаша башлағас ҡына үҙемдең ғүмер буйы бик мөһим нәмәнән мәхрүм булыуымды аңланым. Ҡайҙалыр төптә йәшенгән, элек татып ҡаралмаған хистәрем өҫкә ҡалҡып сыҡты. Мин нисек шундай изге хисте, шундай матур тойғоларҙы кисермәй йәшәй алдым икән. Олоғайған көнөмдә яҙмыш һине бүләк итте. Яңынан бүләк итте. Һинең арҡала бит минең бала сағым бәхетле булған. Иҫләйһеңме нисек татыу уйнай торғайныҡ. Беҙҙе шаярып кейәү менән кәләш тип йөрөттөләр”. Уға яуап итеп Әминә шулай тип яҙа: “Мин һинең өләсәйеңдәргә киләм дә, һеҙҙә йоҡлап ҡайтам тейем. Өлкәндәр һорай кем менән йоҡлайһың? Имран менән. Улай тип әйтеүем өлкәндәр өсөн ҡыҙыҡ тойола, улар беҙгә ҡарап көлә. Уның нимәһе көлкө икән тип беҙ аптырайбыҙ”.
Ошондай йылы, хисле һөйләшеүҙәр көн һайын ҡабатлана. Виртуаль донъя аша улар бер бөтөнгә әйләнде инде. Яңы көн хәйерле иртә теләүҙән башланып, һәр аҙым, уй-кисерештәре менән бүлешәләр көнө буйы. Кисен тәмле йоҡо теләүҙәр, иртәнсәк нисек йоҡланың, тип бер-береһенең хәлен белешеүҙәр. Әминә саҡ ҡына юғалып торһа, Имран борсола башлай. Ниңә яҙмайһың, ауырып киттеңме әллә? Донъя көткәс төрлө хәлдәр була инде. Йомош менән сығып йөрөрөгә тура килә, йә ауырып китә Әминә. Йөрәге тынғыһыҙлай ҡай саҡ, дауаханаға барырға тура килә. Был турала Имранға әйтһә, уныһы тағы ла нығыраҡ борсола.
Уларҙың ҡабат осрашмауының сәбәбе – Ладышканың ата-әсәһе Себергә күсеп китеүе булды. Бик оҙаҡ килмәнеләр ҡартатайҙарына. Ун бер йәш тирәһендә килде Имран бер тапҡыр. Тик осрашып һөйләшергә оялдылар. Танауҙарына еҫ инә башлаған саҡ булғандыр инде. Алыҫтан ғына күҙәттеләр бер-береһен. Шунан ул китте. Оҙаҡҡа. Илле йылға юғалды.
Имран бала саҡта башҡортса һөйләшһә лә, телде онотҡан күптән аралашмағас. Әминә уға матур йырҙар, шиғырҙар ебәрә. Имрандың башҡорт моңона һыуһаған күңеленә улар шифалы май кеүек тәҫьир итә. Үҙ асылына яңынан әйләнеп ҡайтҡандай, рәхәтләнеп илай-илай тыңлай. Ниңә шулай йомшаҡ күңелле ул, әллә ҡатып торған күңеле яңы ирей башланымы? Әминәнең һәр һүҙе, ул ебәргән моңло йыр ямғыр тамсылары кеүек күңеленең иң нескә хистәрен иретеп, улар күҙ йәштәре булып ағамы?
“Был йырҙарҙы тыңлағандан һуң уйым менән тыуған яҡтарымдың, ауылымдың урман-тауҙарын, ҡырҙарын-баҫыуҙарын, йылға-күлдәрен урап ҡайтам. Ҡартатайҙың өйө Һаҡмарға яҡын ғына ине. Унан тауҙар башлана. Тауҙа аҡ ҡайындар үҫә, аҫта баҫыуҙар”.
“Ә бына был йыр миңә ҡартатайҙың атын иҫләтте, - ти Әминә ебәргән сираттағы йырҙы тыңлағас Имран. - Күк бейә тип йөрөттө уны. Ҡолоно ла бар ине. Бер мәл ҡартатай атын алып ҡайтырға ебәрҙе. Мин уны атланып ҡайтырға теләгәйнем дә, уйламағанда ҡолап төштөм. Ҡартатай ҡарап торған икән, йүгереп килеп етте борсолоп”.
“Ҡартатайымдың ауылы минең бәләкәй тыуған яғым, бала сағым Йыһаны. Минең тормошомда һинең булыуың шундай ҙур бәхет. Яратырға ла мине һин өйрәткәнһеңдер әле. Һөйөү осҡонон, бәлки, һин ҡабыҙғанһыңдыр, Әминә”. Шулай тип Ладышка уны Мөхәббәт иленә алып китте. Бәхетле бала саҡ иленән үҙҙәренең Мөхәббәт иленә инеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдылар.
Һигеҙенсе март алдынан Имран минең исемдән үҙеңә байрамға бүләк ал тип аҡса ебәрҙе. Әминә ике рауза гөлө һатып алды. Ике сәскә һатып алдым тип фотоһын ебәрҙе Имранға. Аҡ һәм ҡыҙыл. Ағына “Ладушка” тип исем ҡуштым тип өҫтәне. Ул һүҙҙәрҙе уҡығас, Имран илап ебәрҙе. Нишләптер һуңғы ваҡыт күңеле йомшарып китте. Тиҙ генә илап бара. Үҙенең шулай нескә күңелле икәнен белмәй ҙә йәшәгән бит әле ғүмер буйы. Әллә ул ысынлап яратманы ла микән? Әминә булғанмы уның ысын мөхәббәте? Илата ла, йырлата ла, көлдөрә лә торған ысын мөхәббәт бик бәхетле кешеләргә генә киләлер. Бына хәҙер алтмыш йәшкә еткәс, шул хистәрҙе кисерә Имран. Бала саҡта уҡ араларында ысын һөйөү булдымы икән әллә? Нишләп улар ҡабаттан һуңлап табышты? Яҙмыш ниңә уларҙы йәш саҡта осраштырманы? Ҡайһы ерҙә аймылыш китте? Йырҙа яҙмышты үҙгәртеп, яңылышты төҙәтеп йәшәһәң, йәшлек кире ҡайтыр кеүек тип йырлайҙар ҙа бит. Йырҙа ғына шул.
Бер көн Имрандың ата-әсәһе Әминәнең төшөнә инде. Йылмайған килеш күренде улар. Һин ғәфү ит Имранды, ул һине яратты, тип әйткәндәй булдылар. Имран менән Әминәнең һуңлап булһа ла табышыуына ҡыуанып, фатихаһын бирҙеләрме икән әллә?
Шулай виртуаль донъя аша аралашыу бер йыл тирәһе дауам итте. Йәмле йәй етте. Күңелдәр интернет аша түгел, ысынлап та осрашыуҙы көттө. Бер көн Имрандан мин һеҙҙең яҡҡа юлланам тигән хәбәр килеп төштө. Ни уйларға белмәне Әминә. Күңелен берсә ҡыуаныс, берсә һағыш сорнап алды. Кемде күрергә килә Имран? Бәләкәй ҡыҙҙымы?.. Күңелдәр елкенде, йөрәктәр талпынды. Машинала уны ҡаршыларға сыҡҡан Әминә тулҡынланыуҙан юлдан сығып китмәйем тип ҡурҡты хатта.
Алыҫ араны әллә осоп ҡына үттеме Имран? Бик тиҙ килеп етте. Шунда уҡ таныны уны Әминә. Күҙ алдына тәүҙә гел аҡ күлдәктә йөрөгән һөйкөмлө малай килде. Имран да шундай уҡ хистәр кисерҙе. Эйе, улар үҙгәргән, шулай ҙа бер-береһенең күҙҙәренә ҡарап, бала саҡтағы Әминә менән Ладышканы күрҙеләр. “Һин минең иң яҡын дуҫым, күпме ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, мине онотмағанһың. Был минең өсөн үтә ҡәҙерле һәм мөһим”, - тип бер-береһенә ҡысҡырып әйттеләрме, әллә йөрәктәр генә һөйләштеме? Әйтер һүҙҙәре күп ине дуҫтарҙың. Бала саҡтарын иҫләп моңландылар. Шул тиклем матур хәтирәләр ҡалдырған мәлгә әллә нисә урап ҡайттылар. Һуңлап булһа ла табышып, әле осрашыу шатлығын кисерҙеләр. Хистәр урғылып эскә һыймай күҙ йәштәренә әүерелде. Ҡайһы ерҙә булһалар ҙа инде олоғайған дуҫтар менән йәнәшә бәләкәй Әминә менән Ладышка йөрөнө.
Бик ҡәҙерле сәйәхәт улай ғына тамамланырға тейеш түгел ине. Ладышка бер килгәнендә башҡа дуҫтарын да күреү теләген белдерҙе. Иртәгеһенә тыуған ауылда осрашырға һөйләштеләр. Әминә апаһы Гөлнараны, һеңлеләрен машинаһына ултыртып ауылға Һаҡмар буйына килеп еткәндә, Ладышка килмәгәйне әле. Һаман күренмәгәс, аптырауға ҡалдылар. Баҡтиһәң, Имран күптән ауылда икән һеңлеһе менән. Зыяратта булғандар. Уларҙың бит атай-әсәйҙәре ошонда ята. “Хәҙер килеп етәбеҙ”, - тинеләр ҡыҙҙар туҡтаған ергә. Әминәнең йөрәге түҙмәй, күҙҙәре ул киләһе яҡҡа төбәлде, яңылыш үтеп китмәһен тип юлға ҡаршы сыҡты. Тыныс ҡына осрашыу булманы ул. Сөнки һәр береһенең Ладышканы күргеһе килә ине бит. Килеп еттеләр. Дәү апа тип исем ҡушҡан Гөлфиә төшөп килә машинанан. Үҙгәрмәгән дә кеүек. Шунан Имран үҙе күренде. Ул Әминәнең апай, һеңлеләрен дә онотмаған, исемләп күреште һәр береһе менән. Осрашыу шатлығынан күңелдәр тулышты. Күҙ йәштәренә ирек бирһәң, улар йылға булып ағыр ине.
Һаҡмар һыуын кисеп, ундай йомшаҡ һыу бер ҡайҙа ла юҡтыр, ҡайһыныһы йөҙөп кинәнде. Бала саҡта йөҙөргә өйрәнәм тип йотҡан селбәрәләр ҙә ҡыуаныс өҫтәй икән. Уларҙың һыу ситендә генә йөҙөп йөрөүен ҡарап тороу ҙа әллә күпме хәтирәләр уята. Һаҡмарҙың һары талдарына бағып, күңелдәре баҫылғандай булғас, бала саҡта ҡыҙырған урманға, тылсымлы шишмәһе булған тауға йүнәлделәр. Тыуған яҡ тәбиғәтенә һоҡланып, был хәлдең ысын булыуына ышанып бөтә алманы Имран. Әминә менән ҡайҙа булһа ла йәнәш йөрөнөләр, ҡулдарын болғап нимәлер күрһәттеләр бер-береһенә. Эй, бала саҡ эҙҙәренә баҫтылар бит. Берәү ҙә хилафлыҡ күрмәне бында, уларға ҡарап ҡыуандылар ғына.
Ҡәҙерле ҡунаҡтар килеүен ишетеп, ауылда төпләнгән Ғәлиә лә йәһәтләп килеп етте. Шишмә сәйен эсеп, бала саҡты иҫләп оҙаҡ ултырҙылар. Ул арала ваҡыт та йәһәт кенә алға тәгәрәне. Тиҙ генә айырылышҡыһы килмәй ине берәүҙең дә. Уйламағанда: “Бында ултырғандар иртәгә минең юбилейыма киләсәк, әллә Имран, Гөлфиә һеҙ ҙә киләһегеҙме? Мин һеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырам”, - тине Ғәлиә. Көтөлмәгән һүҙҙәрҙән Имран аптырап ҡалды. Ҡайтырға ла кәрәк, әммә был саҡырыу дуҫтары менән тағы бер көн бергә булыу тигәнде аңлата түгелме? Ладышканың ярай килербеҙ тигән һүҙен ишетеп, бөтәһенең дә күңеле күтәрелеп китте. Иртәгеһен кафела Имранды башҡа дуҫтар менән дә осрашыу көтә ине. Нисә тапҡырҙыр күҙҙәре сыланды уның. Иламай ҙа мөмкин түгелдер, яныңда бик яҡын булған кешеләр, туған моңдар. Рәхәтләнеп күңел асты Имран. Уның шулай кинәнеп йөрөүен ҡыуанып күҙәтте Әминә.
Хушлашыр мәл етте. Күңеленең бер өлөшөн бында ҡалдырып, Имран юлға сыҡты. Ҡыҫҡа ғына осрашыу. Шулай ҙа йөрәге йырланы эсе тулы наҙ булған кешенең. Нисек һаҡланған ул түгелмәйсә. Хәҙер уның бер тамсыһын ситкә тайпылтмай Әминәгә бүләк итә.
“Һине күрҙем, ысын булыуыңа ышандым, - тип яҙҙы ул. – Тыуған яҡтарға ашҡыныуымдың сәбәбе һин генә инең минең йөрәккәйем.
Үҙгәргәнһең, шулай ҙа күҙҙәреңә ҡарап мин бала саҡтағы Әминәне таныным. Бала саҡ һөйөүенең һаман да һаҡланыуы үҙе бер мөғжизә түгелме? Шунда һинең телдә генә аралашыу теләге уянды. Сөнки үҙемде икенсе донъяға килеп ингәндәй хис иттем. Һин күрһәттең бит миңә был сихри донъяны, минең нурым, минең йондоҙом!”
“Алыҫта ҡалған бала сағымдың иң затлы табышы бит һин. Күңелем һәр саҡ һиңә тартыла. Осрашыуыбыҙҙы уйлаһам, йырлайым да, илайым да. Йөрәк тағы осрашыу көтөп, һиңә ашҡына. Шуға өмөтләнеп йәшәйем мин. Беҙ икәү һин теләгән ерҙәрҙә, һин яратҡан урындарҙа булырбыҙ. Матур көй аҫтында вальста өйөрөлөрбөҙ. Һин яратҡан йырҙарҙы тыңларбыҙ. Йырҙар аша беҙ бит ҡауышабыҙ. Уларҙа беҙҙең бер-беребеҙгә әйтелмәгән һөйөү һүҙҙәре сағыла. Йырҙар беҙҙе йәшәтә, ҡанатландыра, осрашыуға өмөт уята. Моңдарға уралып, бала саҡ карабына ултырып Мөхәббәт диңгеҙендә сәйәхәт итәйек әле”.
Гөл күҙендә тамсы күргәс, алдарына теҙләндем.
Сәстәреңдән һыйпағандай һыйпаным гөл керпеген.
Болотто һин тип уйланым ҡулъяулығым болғаным
Наҙлы ямғыр булып ергә яуырһың тип уйланым.
Бөҙрә талдарға таянып, серҙәремде һөйләнем,
Талда һайрар ҡош булғанһың, ишетмәнем көйҙәрен.
Нишләп һине күрмәгәнмен, йыраҡтарҙан эҙләнем
Гел янымда булғанһың бит минең алтын бөртөгөм.
Фото А. Королев.