Һыуҙы көндөҙөн ҡайнар ҡояш йылытҡан, йүгерек тулҡындарҙа нурҙарын бәүелткән, даръяның бер башында ҡалҡҡан да, икенсе башына китеп юғалған. Төндәрен ялтыр ай үҙ сағылышын күҙәткән. Ҡыйырсыҡ ҡына булып тыуған да, һыу өҫтөндәге шаҙра тулҡындарҙа тирбәлеп үҫеп, яйлап тулышып, эҫе табалағы һары майҙай сәселеп йәйелгән. Йондоҙҙар иһә һыу өҫтөндә ҡарпыған балыҡтар ише атылғандар. Ә болоттар ҡуңалтаҡ ҡына йәлпелдәп килгәндәр ҙә, даръя өҫтөнә ятып ял итеп, туйғансы эсеп, ҡабарып, ауырайып ары киткәндәр. Шулай меңәр йылдар үткән.
Бер ваҡыт даръя яйлап ҡына сигенә, тартыла башлаған. Шулай хәтһеҙ заман ҡарышлап шыла торғас, уның аҫтынан тиңһеҙ ҙур тауҙар теҙмәһе асылған. Тауҙы төрлө яҡлап тулҡындары менән ялай-ялай, йыуа-йыуа шымартҡан, ялтыратҡан, ти, һыу, хатта ул ҡаяларға көндөҙөн ҡояш төбәп ҡарай алмай, төндә айҙың да күҙе сағылыр хәлгә еткән. Туҙарҙың осло түбәләрендә, тарлауыҡтарында, йырындарында ел генә аҙашып йөрөр булған. Йөҙәр, тағы ла йөҙәр йылдар ағымында ҡырлас һыртлы тауҙарҙың үле донъяһы булған был ерҙәр.
Хәтһеҙ ваҡыт өнһөҙ тау, өнһөҙ һыу, ҡояш, ай һәм йондоҙҙар ғүмер иткән. Көндө төн, төндө көн, көндө төн... көн... төн...көн... алмаштырған. Һәм бер ваҡыт, болоттар даръя өҫтөндә уҡмашып китеп сыйышҡанда, ҡот осҡос көслө йәшен уты төйнәлә лә, күкте урталай телеп төшөп, тауҙың ҡап түбәһенә бәрелә. Дәшһәтле тетрәүҙән һыуҙың күбекле тулҡындары болоттарғаса күтәрелеп баҫа. Ҡурҡышҡан болоттар ҡайҙа ҡасырға белмәй, төртөшә-төртөшә таралышып бөтә. Улар артына йәшенеп маташҡан түңәрәк ай, түбәлә бер үҙе тороп ҡалғас, һаҡ ҡына аҫҡа күҙ һалһа, ни күрә, тау урталай ярылған да, ике оло таш хасил булған икән. Һәм... йә, Хоҙа... бер тау эсенән тауыш килә:
-- Ҡһы-ҡһы-ы!
Икенсе тауҙан да:
-- Оһо-һо!
Бер ваҡыт ике тау һөйләшә башлай.
-- Нимә был? Ишетәмме?.. Күрәм...
-- Мин дә! Мин дә һөйләшә алам!
Көтмәгәндә терелеп киткән был ике таш көнө буйы, унан төнө буйы туҡтамай гәпләшә. Аҫта, ҡыры күренмәгән бушлыҡта таралышып ятҡан оло-оло таштарҙы, тау һырттарын, йондоҙҙарҙы, болоттарҙы күреп аптырайҙар, инде был тәңгәлдән ярайһы алыҫайған һыу шауын ишетеп хайран ҡалалар. Ҡояш йылыһына осло арҡаларын, киң ялпаҡ биттәрен ҡуйып иҙерәп торалар. Шул ваҡыт уларҙың тауышын ишетеп был бушлыҡтарҙы меңәр йылдар гиҙгән ел осоп килә һәм икеһенең уртаһына ҡуна.
-- Кем һин? – тип һорай таштар.
-- Мин – ел.
-- Ә беҙ кем?
-- Һеҙ - артығыҙҙағы һауаға олғашып торған тауҙың өлөштәре, - тип яуаплай ел. – Тимәк, бәләкәй тауҙар. Мин был донъяла бик оҙаҡ осоп йөрөйөм, әммә һөйләшә белгән таштарҙы осратҡаным юҡ ине әле.
-- Эйе, беҙ телгә килдек, -- тигән тауҙар. – Был донъяла күптән йөрөгәс һин беләһеңдер, тирә-яҡта нимә бар, ниндәй донъя бында?
-- Бөтә яҡта ла һыу ҙа тау, һыу ҙа тау, ҡайҙа ҡарама таштар, таштар, таштар...
-- Һы-ы , - тип ауыр һулаған тауҙар. Унан тағы һорағандар: -- Ә нисек ул һыу?
-- Һыумы? Ул шундай төрлө. Берсә зәп-зәңгәр булып тынып ята. Уның һыуында болоттар төшөп сайынып китә. Берсә тулҡындар йүгертеп уйнап ала. Ул саҡта уның кәйефе яҡшы була. Ҡояш нурҙары менән ҡыуыша. Ә ҡайһы ваҡыт ул мине саҡырып туҙынып-шашып алырға ла ярата. Мин уның ошо тауҙарҙан ҙурыраҡ булып күтәрелгән тулҡындарына баҫып бәүеләм, берсә уның төбөнә төшәм, берсә болоттарҙы ҡосам! Унан һыу тағы ла тына. Ай нурында ялтырап, ҡояшта иреп кенә ята, ял итә. Шундай матурлыҡ!
-- Матурлыҡ?.. Нимә ул матурлыҡ? – тип тағы аптырағандар тауҙар.
-- Матурлыҡмы? Матурлыҡ... Уны күргәндә минең ярһыу көсөм юҡҡа сығып, наҙлыға, йомшаҡҡа әйләнәм. Эсемдә бер йылы ғына нур барлыҡҡа килә. Матурлыҡҡа мин һоҡланам... күҙем ҡыҙа... мөкиббән китәм...
Ел осоп киткәс тағы ла һаналмаған йылдар был ике тау киҫәге утлы шар кеүек ҡайнар ҡояшты, ҡара бәрхәттә көмөш тәңкә булып баҙыраған буҙ айҙы, ҡырсын булып һибелгән тоноҡ йондоҙҙары күҙәткән. Тик нисек кенә төбәлеп ҡараһалар ҙа, был күренештәр уларҙа ел һөйләгән кисерештәрҙе уятмаған. Был тормоштарынан ялҡып улар тағы ла елде саҡырған һәм былай тигән:
-- Ел, һин беҙгә үҙең һөйләгән матурлыҡты күреү өсөн аҙ ғына һыуҙы алып килһәң ине?..
-- Һыуҙы? – тип бот сапҡан ел, -- Нисек һыуҙы алып килергә мөмкин? Ул бит ҙур, икһеҙ-сикһеҙ, төпһөҙ!
-- Ә һин беҙгә уның бер бәләкәй өлөшөн генә килтер... Беҙ шуға ла риза.
Шулайтып был ике таш елде өгөтләргә керешкән. Бик оҙаҡ икеләнгәндән һуң ел әлеге дыуамал тәҡдимгә күнеп ҡуйған һәм даръяға ҡарай елгән. Оло һыуға еткәс ул бер нисек тә диңгеҙҙе ҡармап ҡоса алмай аҙапланған да, асыуланып китеп көслө өйөрөлмәккә әүерелеп, һыуҙың бер өлөшөн бороп-бороп, төбөнәсә сумып сығып, күтәреп алған. Шул килеш тауҙарға ҡарай геүләп киткән. Тик нисек кенә ашыҡмаһын, нисек кенә тырышмаһын ул һыуҙы алып барып еткерә алмаған.
-- Эх, -- тигән ул таштар алдында ғәйепле булып, -- Ҡояш һыуҙы юҡҡа сығарҙы ла ҡуйҙы... Бына, даръя төбөнән эләгеп сыҡҡан бер ус ләмле ҡом-тупраҡ ҡына ҡалды...
Таштар ауыр һулаған. Эстәре бошоп бер елгә, бер ике арала ятҡан дымлы ләмгә ҡарағандар. Улар хәҙер элеккенән дә күңелһеҙерәк булып ҡалғандар, туҡтауһыҙ уһылдағандар:
-- Оһһ! Оһ-һо-һооо...
-- Уһһһ...
-- Ҡһыыы...
Шулай тауҙар яңғыратып уһылдашып ултырғанда, таштарҙың береһе яңылыш ҡына теге ләм киҫәгенә ҡарап ебәрһә – ни күҙҙәре менән күрһен – унда йәшел ыуыҙ ҡыяҡ баш төрткән.
-- Нимә был?
Күршеһенең тауышына тертләгән икенсе таш та аҫҡа төбәлгән һәм... эсенән, төптән, ҡараңғы һәм һалҡын бушлыҡтан күтәрелгән йылы наҙға сәсәп һөйләшә алмай торған.
-- Был... Был... Был бит – матурлыҡ! – тип ҡысҡырып ебәргән ул, ниһайәт.
-- Ысынлап! Минең был... нәмәне... түшемә ҡыҫҡым, тыным менән йылытҡым килә...
-- Минең уны еҫкәгем килә...
-- Һоҡланғы-ыс...
-- Мин был матурлыҡҡа ғашиҡ...
Күккә олғашҡан дәү ике таш йәшел ҡыяҡтан күҙҙәрен ала алмай көндәрен, төндәрен уҙғарған хәҙер. Ә ҡыяҡ ай үҫәһен көн үҫеп, йылы ҡояшҡа ынтылып һуҙылған да һуҙылған һәм, тора-бара, күперек хәтфә үләнгә әүерелгән. Үҫентегә мөкиббән киткән таштар инде был хозурлыҡты ҡалайтып тағы ла күбәйтергә, ишәйтергә икән тип баш ватҡан, әммә яуап тапмаған. Уларға тағы ла ел ярҙамға килгән.
-- Үлән ташта үҫә алмай, уға ҡом, балсыҡ һәм тупраҡ кәрәк, -- тигән ел уларға.
-- Ә ул ҡом, балсыҡ һәм тупраҡ нимәнән барлыҡҡа килә? – тип ныҡышҡан таштар.
-- Һеҙҙән – таштарҙан, -- тип асыҡлаған ел.
-- Ә таштарҙан кем ҡом, балсыҡ яһай?
-- Мин – ел, күктәге ҡояш һәм ваҡыт.
Таштар тәрән уйға ҡалған... Оҙаҡ тынып торғандан һуң берәүһе телгә килгән:
-- Мин ҡом-тупраҡ булырға риза. Былай мәғәнәһеҙ таш булып торғансы, ошондай матурлыҡ үҫерлек ер булайым.
-- Мин дә риза, -- тип ҡушылған икенсеһе лә, унан хыялланып өҫтәгән -- Өҫтөмдә үлән түшәләсә-әк...
-- Ул саҡта һеҙ үләсәкһегеҙ! – тип киҫәткән уларҙы ел.
-- Беләбеҙ, -- тигәндәр таштар, -- тик тереклек беҙҙән мөһимерәк.
Һәм ел уларҙың үтенесен үтәгән. Тағы ла меңәр йылдар ал ҡояш ҡыҙҙырған да, көмөш ай һыуытҡан, ямғырҙар дымлаған да, йәшен-ут онтаған ҡаяларҙы. Ел бөтөн көс-дарманы менән таштарҙы бәреп-һуғып ваҡлаған. Яйлап-яйлап суғырмаҡ тау-таштар ыуалып төшөп ҡом-балсыҡҡа, саң-тупраҡҡа әүерелгән. Ел шул хәтлем тырышҡан, ки, ташлыҡтарҙы хатта тип-тигеҙ ерҙәргәәйләндергән. Шулай итеп донъяла дала барлыҡҡа килгән. Һәм был тигеҙлектә шашып-ҡотороп йәшеллек таралған. Ямғырҙан һуң аллы-гөллө сәскәләр хуш еҫ бөрккән, аҡ ҡылған тулҡынланған, сәскәләр еҫенә бөжәк-ҡоштар осоп килеп төйәкләнгән һәм дала өҫтөндә дымлы тоноҡ монар һәм бал еҫе торор булған. Ә ҡомға әүерелгән теге таштар бөгөн дә тиңһеҙ дала киңлектәрендә осоп-күсеп йөрөй һәм ел иҫкән һайын шыбырлап-шығырлап ҡала:
-- Матурлыҡ...
--Тиңһеҙ матурлыҡ...
-- Сикһеҙ матурлыҡ...
--Мин – ғашиҡ...
--Далаға ғашиҡ...
Фото Р. Хисаева.