+30 °С
Облачно
Әҙәби балҡыш
25 Декабря 2025, 09:12

Римма Ғәлимова шиғырҙары

РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Хәким Ғиләжев исемендәге премия лауреаты, шағирә Римма Ғәлимова – «Тәҡдир», «Мин – Юрматы ҡыҙы», «Урланған бәхет», «Бәхетте аңлар йәштә»          китаптары авторы. Әҙибәнең һөйөүгә мәҙхиә йырлаған сая ла, һағышлы ла, өмөт тулы йә донъянан ваз кискән мөхәббәт лирикаһы уҡыусыны уйландырыр көскә эйә. Бөгөн шағирә үҙ иңендә тос йөк тарта – ул Стәрлетамаҡ Яҙыусылар берлеге рәйесе.

Римма Ғәлимова шиғырҙарыРимма Ғәлимова шиғырҙары
Римма Ғәлимова шиғырҙары

Миһырбанлы

йөрәк

Яраттыммы hине?

Мин белмәйем...

Яратмағаныңды белhәм дә.

Бер күрешhәк үкенмәҫмен төҫлө,

Аҙағынан хатта үлhәм дә.

Шулай hымаҡ ине билдәhеҙлек,

Булмышымды ялҡын ялманы.

Упҡындарға бәреп төшөрhәң дә,

Мөхәббәттән нәфрәт ҡалманы.

Сөнки hөйөү тулы йәнкәйемдең

Ағыуы юҡ, үҙем – саф шишмә.

Һин бит минән көслө – ир затынан,

Түбәнлеккә табан ҡап ишмә!

Арҡаныңды өҙөп күтәреләм

Күктән Ергә төшөр сағымда.

Миhырбанлы йөрәк илай-илай

Кисерә бит hине тағы ла...

 

Алты хәреф...

Ҡолағыңа әйтә(а)лманым инде

Икәү генә белгән теге һүҙҙе.

Тылсымы ла, хикмәте лә шунда –

Алты ғына хәреф бит ул үҙе.

Ғашиҡ йәндәр ғүмер буйы көтә

Әйтелгәнен ошо һүҙҙәрҙең шул.

Өлгөрә(а)лһаң, өлгөрөп ҡал

һин дә –

Мин үҙгәрҙем инде, үҙгәрҙем шул...

Йәшлек менән ҡартлыҡ араһында

Алтын урталығы ҡалғандыр бит?

Йәшлегеңдән килгән минең сәләм

Һине лә, тим, уйға һалғандыр бит.

«Яратам» тип яман күренәһем

Килмәй бит ул һинең алдарыңда.

Алты хәреф ҡалған әллә кемдең

Әллә ҡасан биргән балдағында...

 

 

Янам…

Мөхәббәт тә булмаған ул,

Сираттағы хата ғына.

Күңелдәге ҡояшым да

Тәрәнерәк бата ғына.

Һәр миҙгелем яҙ ине бит,

Алданмаған һөйөү барҙа;

Тамсы-тамсы күҙ йәштәрем

Ҡушылдылар яуған ҡарға.

Шул ҡар һымаҡ саф ине бит

Мөхәббәтем, йәнем, тәнем…

Шәмдәлдәрҙә ут һүнгәндәй

Ҡараңғыла көнөм-төнөм.

Хистәремдә алданғанмын,

Ышанғанмын ахырғаса.

Бәхет ҡары яуа, тиһәм,

Ауырайтып ямғыр баҫа.

Ә бит шундай һөйөү ине,

Уянырлыҡ һәр күҙәнәк!

Һин ырғытҡан утта янам

Тере килеш мин – күбәләк.

 

 

 

 

 

 

 

Ышан миңә

Ғашиҡ булдым һиңә, ғашиҡ булдым

Донъя түп-түңәрәк тойолғанда.

Һөйөү ғазаптарын татыным мин

Муйыл сәскәләре ҡойолғанда…

Кеше аңламаҫлыҡ хәлдәр булмай –

Күрәсәккә генә сыҙайһың ул.

Ә шулай ҙа, ғүмер көҙө еткәс,

Ниңә, йәнем, көйөп һыҙлайһың ул?

Һыҙлап ҡына ҡалһа ярай әле,

Өҙгөләнә, бәргеләнә бит ул.

Һинең юҡлығыңа күнә алмай

Ҡыш уртаһы бөрөләнә бит ул.

Бер уйлаһаң, һин эргәлә булһаң –

Мин бит һинән биҙгән булыр инем.

Һөйөү гөлдәрем дә яҙ еткермәй

Ваҡытынан алда һулыр ине.

Рәхмәт һиңә йыраҡ булғаныңа,

Һөйөү уттарына һалғаныңа.

Мең ғазаптар мине йәшәтә бит,

Ҡарҙар яуһын уның ҡалғанына…

«Килер бер көн…» – тиеп йәшәгәнгә

Йөрәк тибә, көтә… Күңел үҫә.

Был донъяла фәҡәт һин булғанға

Ҡуҙым һүнмәй, уты һиңә күсә.

Тилерткән дә, илерткән дә һин бит –

Ялғаусы ла өҙөк бәғерҙәрҙе.

Ышан миңә, минең мөхәббәтем

Баш эйҙерә хатта Тәңреләрҙе.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Өмөт

Ҡыл өҫтөндә ҡалғаныңды

Йөрәк һиҙгән бит ул…

Яҙҙар килер, матурлығы –

Йәшел сирәм бит ул.

Ғүмер – берәү булғанға ла

Матур үтһә ине.

Ниндәй генә шарттарҙа ла

Йәрең көтһә ине.

Тормош ығы-зығылары

Берүк артта ҡалһын.

Өмөтөң дә эйәрләнгән

Һыбай атта ҡалһын.

Тормош бит ул – ҡаршылыҡлы,

Була ҡатмарлығы.

Ҡайһы ваҡыт йән йылыта

Ҡышта ҡар барлығы.

Һин беләһең – ҡышты сыҡһаҡ,

Яҙ килерен Ергә.

Йәйләүҙәрҙә йәйге таңды

Ҡаршыларбыҙ бергә.

Автор:
Читайте нас