+30 °С
Болотло
Әҙәби балҡыш
16 Декабрь 2025, 11:20

Әҙәби балҡыш Миңлегөл Хисамова

Күренекле шағирә, мәғариф ветераны, Баязит Бикбай һәм Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Миңлегөл Хисамованың шиғриәте нескә моң һәм яҡтылыҡтан туҡылған. Ғүмеренең алтын көҙҙәрен дә әҙибә «күңеле сыуаҡ», «ҡояшы салт» булып ҡаршылай һәм поэзия һөйөүселәрҙе әленән-әле сағыу ижад өлгөләре менән ҡыуандырып тора.

Әҙәби балҡыш Миңлегөл ХисамоваӘҙәби балҡыш Миңлегөл Хисамова
Әҙәби балҡыш Миңлегөл Хисамова

«Ҡайһылай ҙа баҙыҡ

                           был көҙҙәрем...»

Ҡайһылай ҙа баҙыҡ

был көҙҙәрем

 

Ҡайһылай ҙа баҙыҡ был көҙҙәрем,

Күңел сыуаҡ – шундай рәхәтлек!

Ут ялмаған япраҡтарға бағам,

Мин уларға бөгөн рәхмәтле!

 

Утлы япраҡтарға түҙем яҙған,

Һуңғы матур алтын көндәре,

Бәхет минуттарын бүләк итә,

Илһам бирә шиғри өндәре.

 

Отолманым һис тә, отолманым,

Йән рәхәтен тоя күңелем,

Донъя шулай бара – бер еңелеп,

Берсә ҡуям ҡай саҡ төңөлөп.

 

Төңөлөүҙәр ваҡытлыса ғына,

Эстән рәхмәтлемен еңеүгә,

Мин ҡыуанып бағам салт ҡояшҡа,

Олпат йәштә көҙгә инеүгә...

 

Йәш сағыңды һағынам

 

Үҙәктәрҙе өҙөр моңоң ҡалды,

Алһыу ғына таңдар артында,

Ғүмереңдең ошо йәш миҙгелен

Тиңләр инем үҙем алтынға.

 

Алтын – алтын инде, моң –

                                               мәңгелек,

Юя алмай уны быуаттар,

Күңел тетрәндереп йәшәй бирә,

Мәңге һүнмәҫ хистәр уятып.

 

«Сәлимәкәй», «Шәүрә килен» үлмәҫ,

Хәтерҙәрҙә заман дауылы,

Мин үткәнгә китеп өҙгөләнәм,

Арбап алһа моңдар яуыны.

 

Халҡыбыҙҙың аҫыл йырҙарында

Яҙмышҡынаң, әсәй, сағыла,

Йәшнәп үткән ҡыҫҡа ғүмереңде,

Йәш сағыңды һинең һағынам...

 

Һинең бүләк

 

Кейәйемсе ебәк күлдәгемде,

Ул бит миңә шундай килешә,

Сәскәләре елпенгәндәй итә,

Әйтерһең дә, наҙлап ел иҫә.

 

Һинең бүләк – затлы туҡыманан,

Күҙҙе ҡыҙҙырырлыҡ биҙәге,

Һағыныу хистәремде тойҙом үҙем,

Тиҙҙән осрашыуҙы һиҙәмен.

 

Осрашыу ҙа оҙатыуҙар менән

Үтте минең йәшлек йылдарым,

Бергә булырбыҙ, тип көттөм һаман,

Һыҙылғанда йөрәк ҡылдарым.

 

...Төштәреңә инеп йонсотмаймы

Йәшлектәрҙә ҡалған һөйөклөң?!

Ә мин һинһеҙ болононда яңғыҙ

Өшөп туңған сәскә кеүекмен...

 

Болоҡһоуҙар ҡамауында

 

Көмөш туйҙа көмөш йөҙөк таҡтым,

Көмөш алҡалар ҙа килешер,

Көҙгө алдарына килеп баҫтым,

Һылыу ҡатынмын да, имештер.

 

Матурлыҡтың күләгәһе тора,

Минең менән бергә йәнәштә.

Илаһи моң ғына күҙҙәремдә,

Ул да бүләк йәрем-йәнәшкә.

 

Илаһи моң ғына күҙҙәремдә,

Мөхәббәттән ҡалған бер һағыш,

Ҡыштарыма сумһам, ул да һүнер,

Уны ла бит биргән шул яҙмыш.

 

Көҙгө алдарында баҫып торам...

Ҡайҙан эйәрҙе был моңһоулыҡ,

Бер йылмайып, бер йыуатҡан

                                                    булып,

Йәшлегемдән ҡарай һылыулыҡ...

 

Һирәк ынйы кеүек...

 

Аҫыл йырҙар, һирәк ынйы кеүек,

Һоҡландыра, тарта күңелде,

Һәр бер юлы уның утлы ҡуҙҙай,

Ялмап ала йәнең-тәнеңде.

 

Уй һәм фекер көсө шундай көслө,

Һәр бер юлы уның – хазина,

Халҡым үҙе ғорур йырҙағыса,

Хаҡлыҡ асылына табына.

 

Еңелеүҙе белмәҫ яугир халҡым,

Моңо ла бит уның үлемһеҙ,

Халҡым моңо менән донъя ҡотло,

Тормошобоҙ сәме, ғәме һеҙ.

 

Үтә күренмәле бөтә донъя...

 

Йәйҙәрҙән дә матур балҡып килә

Әбей сыуаҡтары көҙҙәрҙең,

Ҡыштыр-ҡыштыр япраҡ осоп ята,

Белепме икән ерҙе биҙәрен?

 

Үтә күренмәле бөтә донъя, –

Алтын ептән ҡырҙар туҡылған,

Кешеләрҙең инде уйсан сағы,

Көҙҙәр менән аҡыл ултырған.

 

Үтә күренмәле көн битенә

Үрмәкселәр элгән ауҙарын.

Был ҡояшлы сыуаҡ китмәҫ кеүек,

Ер иңенә япраҡ яуғаны.

 

Барыһы ла китә үҙ мәлендә,

Ер яңырыр әле яңынан,

Көҙҙәремә яҡынайған һайын,

Йәй күренә йәшлек таңынан...

Автор:
Читайте нас