

– Мөхәббәт өс йыл йәшәй, тиҙәр. Ҡалғаны мауығыу, өйрәнеү генә, ти белгестәр. Тиҙҙән ошо хәлдә ятҡан мәлдәреңде иҫләп көлөрһөң әле. Ә әлегә улың хаҡына түҙергә тырыш,– тип Тамара Самираны һаман да бирешмәҫкә өндәне.
– Уның янында үҙемде беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙ итеп тойҙом...
Һәр матур һүҙгә ышанырға кәрәкмәгәнлеген, һәр ваҡыт үҙеңә таянырға кәрәклеген, был донъяла күпме кешенең икенсе яртыһын яратмаһа ла, тормош ҡороп, балалар үҫтереүен, иң тәү сиратта ир менән ҡатын араһында бер-береһенә ихтирам булырға тейешлеге хаҡында Тамара алданған ҡатын Самираға байтаҡ ҡына аңлатып ултырҙы. Ул йоҡлап киткәс кенә ҡайтып китте.
Тик иртәгәһенә ҡот осҡос яңылыҡ уны шаңғытып ҡуйҙы. Иртәнсаҡ табиптарҙың сменаһы алмашынған мәлдә, йыуынырға теләүен белдергәс, Самираның аяҡ-ҡулдарын ысҡындыралар. Ысынлап та, душта ҡойоноп сыға, сәсен рәтләй, хатта көйләй-көйләй ултырып биҙәнә лә. Уның хәле яҡшы яҡҡа үҙгәреүен күреп дауахана хеҙмәткәрҙәре лә ҡыуана һәм иғтибарҙы кәметәләр. Ошо форсаттан файҙаланып тегеһе етенсе ҡаттан һикерә.
Был аяуһыҙ мөхәббәт тарихы тураһындағы ваҡиғанан һуң Тамара йәнә төшөнкөлөккә бирелеп алды бер килке.
– Бәлки, икенсе һөнәр һайлаһам, минән күберәк файҙа булыр ине,– тине ул Хаят ханыма бошоноп иртәнге сәйҙе теләр-теләмәҫ кенә һемереп ултырғанда.
– Бар кешенең эсен ҡарап булмай ҙаһа! Ғүмере тап ошонда, сит илдә бөтөргә тейеш булған инде, – тип Хаят ханым уны йыуатырға, тынысландырырға тырышты. – Үҙенең бәйһеҙлеге өсөн дә язаһын алғандыр...
– Мөхәббәт ҡоло, ҡорбаны... – тине Тамара уфтанып.
– Күрәләтә, ире, балаһы бар көйөнә, сит илгә, сит милләт кешеһе янына сығып китергә берәү ҙә көсләмәгән уны, – тине Хаят ханым ҡоро ғына.
– Яҙмыштыр инде... – тине Тамара һаман Самираны йәлләп, уның рухын рәнйетмәҫ өсөн һаман да тел тейҙермәҫкә тырышты.
– Был осраҡта яҙмышҡа түгел, ә аҡылһыҙлыҡҡа һылтанырға кәрәк. Һарыҡ мнән кәзәне ғүмер буйы бергә бикләйҙәр. Бер ҙә һарыҡтан – кәзә, кәзәнән – һарыҡ тыумай бит. Ҡош-ҡорт та шулай. Әҙәм балаһының аңы уларҙыҡынан да түбәнерәк, тип әйтмә инде шунан... – Хаят ханым иртәнге сәйен эсеп бөтөп, баҫа башлап торған ҡамырын асыуынан шап иттереп туҡмас таҡтаһына һалып ҡуйҙы.
– Э-эй, Хаят ханым һеҙҙең кеүек аңлатҡан, тәрбиә биргән өләсәйҙәр, әсәйҙәр бик һирәк шу-у-ул, – тип үкенеп ҡуйҙы Тамара. – Беҙҙең ауылда ла, ана, минең ҡыҙым үзбәккә кейәүгә сыҡты, улым мәрйәнән килен алды, тип ҡуҡырайышып торғандарҙы осратырға мөмкин.
– Балам маңҡортҡа әйләнде, тип шатланаларҙыр инде, бисаралар...
– Һеҙ, ана, лүртенсе быуын сит илдә, сит мөхиттә йәшәһәгеҙ ҙә, туған телегеҙҙе онотмағанһығыҙ бит, хатта килен-кейәүҙәрегеҙ ҙә башҡорттар...
– Хәҙерге заманда был проблема түгел. Теләк кенә кәрәк. Оло киленем бында уҡырға килгән еренән тороп ҡалды. Кесе улым икенсе яртыһын Башҡортостандан килгән туристар араһынан тапты...
Самираға ярҙам итә алмауының сәбәбен асыҡламайынса, күңеле тыныслана алмаясағын аңлап, ул ятҡан дауаханаға йыйынды. Күк йөҙө лә, әйтерһең дә, Тамараның бөгөнгө һаләте менән бер, ул да Самираны йәлләп илай төҫлө ине. Бөгөн өйҙә генә ултырып эшләй торған көнө булыуға, етмәһә, ҡойоп яуған ямғырға ҡарамаҫтан, ул ятҡан дауаханаға барып дауалаусы табип менән барып һөйләште. Тегеһе Самираның ҡанында наркотик матдәләр булыуы хаҡында әйтте. “Ер йөҙөндә меңәрләгән кешене гүргә илткән аҡ үлем алдында һеҙ ҙә, беҙ – табиптар ҙа әлегә көсһөҙбеҙ. Кеше йә үҙе теләп, йә кемдеңдер этлеге арҡаһында уның ҡорбанына әйләнә”, – тине табип. Тимәк, аңын аяуһыҙ һөйөү хистәре генә түгел, ә ирҙең ул эскән эсемлеккә тыйылған нәмәләр ҙә һалған әйбере уны теге донъяға алып китергә сәбәпсе булған.
Самира кеүектәр күп ине ул йәшәгән ерҙә. Хатта интернетта алданған, ҡол хәлендә ҡалған, балаларын был илдән алып сыға алмаған гүзәл заттарҙың бер нисә төркөмө лә бар. Унда теркәлеүселәрҙең һаны меңәрләп булыуы ла, алдаҡҡа ҡоролған матур тормош ҡапҡанына эләгеүселәрҙең һаны йылдан-йыл артыуын белдерә. Тамара уның ярҙамына мохтаждарға кәңәш бирҙе. Уларҙың миҫалында докторлыҡ диссертацияһы ла яҙылды. Шул уҡ фекерҙәре, күргәндәре, белгәндәре, кәңәштәре туған телендә ҡалын ғына китаплыҡ та булып теркәлде.
Берәүһен Рәсәйҙән төрөк егете үҙе эшләгән сағында осратып алып ҡайтҡан да, бында килгәс, үҙенең ысын йөҙөн күрһәтә башлаған. “Ауырлымын. Бала тыуғансы үҙебеҙҙең яҡҡа ҡасып ҡайта алырмынмы икән?” – тип өҙгөләнә. Икенсеһе, Самираның яҙмышын ҡабатлай яҙған. Интернет аша танышҡандар ҙа, “Үҙең килгәнсе бергә йәшәйәсәк йортто һатып алып, ремонтлай торам”, – тип бер нисә йөҙ мең доллар һораған. Бер ҡатлы ҡатын бәхетле киләсәк тормошо өсөн ҙур суммаға кредит алып ебәргән. Икенсе көнөнә үк юҡҡа сыҡҡан ирҙең кредитын түләп йәшәй икән хәҙер. Өсөнсөһө, дүртенсеһе... Әйләнгән һайын бер-береһенең тырмаһына ҡабатлап баҫып торған ҡатын-ҡыҙҙарҙың яҙмыштары менән танышып, ысынлап та, сәсе оҙон – аҡылы ҡыҫҡа, тигән әйтем дөрөҫлөгөнә инанып та ҡуя ҡайһы саҡта Тамара.
Тәүлек ҡайһы мәлендә булһа ла мөрәжәғәт итеүселәрҙе ярҙамһыҙ ҡалдырмаған, ғилми эшен лә бер үк ваҡытта алып барған Тамара Камилла ханым университетҡа уҡытырға барырға тәҡдим итеүенә бер йыл үтеүгә ғалимлыҡ баҫҡыстарындағы юғары исемдәрҙең береһен яҡлай алды. Яҙға табан иһә Башҡортостанда донъя күрәсәк китабының ҡаралама вариантын да ебәрҙеләр.
– Ниндәй исем аҫтында сығарға икән? Үҙемдекен ҡулланһам, эҙемә төшөсәктәр. Бында килеп етә алмаһа ла, Гөлгөнәнең балаларыма насарлыҡ эшләүе бар. Тағы ла, һеҙҙең менән осрашҡан көндө иҫләйем дә, исемемде үҙемдең дә үҙгәрткем килеп китә, – тип Тамара Хаят ханымдан кәңәш һораны.
–Исемеңде үҙгәртеү, ысынлап та, яҡшы, – тине Хаят ханым уны хуплап. – Тимәк, яңы башланғыстарға әҙерһең, тормошҡа ла яңыса ҡарай башлағанһың. Үҙебеҙҙә матур исемдәр булмаған кеүек ней...
– Минеке ҡолаҡҡа ятышлыраҡ әле ул, – тип көлдө Тамара. – Һуңғы ваҡытта ҡушылған исемдәрҙе ишетһәгеҙ иҫегеҙ китер ине. Элек беҙ кино ҡарағанда оҡшаған геройҙарҙың исемдәрен ҡыҙыҡ күреп яңы тыуған быҙауға, һарыу, кәзә бәрәсенә ҡуша инек. Хәҙер балаларға...
– Аумаҡайлыҡ шауҡымы инде. Урыҫҡа йә башҡа милләткә уларҙың исемен ҡуштың ней, ҡушманың ней. Барыбер көлөп, кәмһетеп, ситһенеп ҡараясаҡ...
– Тимербикә тигән исемде уйлап йөрөй инем үҙемә. Нисек булыр икән? – тине Тамара.
– Тимерҙәй булып сыныҡтың, ҡатҡылландың инде хәҙер. Бик тә яҡшы исем. Элегерәк яңы тыуған сабый һау-сәләмәт, ауырлыҡтар алдында бирешмәй үҫһен, тимерҙәй ныҡ булһын тигән теләктә ҡушҡандар.
Киләһе йомала мәсеткә барып үҙенә яңы исем ҡуштырып, аҙан ҡысҡыртып ҡайтҡас, Тамара – Тимербикәнең күңеле тынысланып ҡалғандай булды. Ире менән араларына ингән, үҙен үлтерергә уйлаған Гөлгөнәгә лә асыуы юҡҡа сыҡҡан төҫлө хәҙер. Балаларын, ата-әсәһен, тыуған яғын тап уның арҡаһында айырылып китһә лә, сит илгә килгәс, күп нәмәне аңланы, төшөндө. Төркиәлә таныштары араһында Хазина Хаят ханым тип ҙурлап ҡушылған ҡушаматтың уның мәғәнәһен уның менән бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәгән һайын нығыраҡ аңлай бара. Тәүҙә йоҙағына асҡыс яратып булмаған һандыҡ һымаҡ күрә ине. Яйлап кем икәнен белгәс, ул һандыҡ тулы хазина икәнлегенә төшөндө үҙе лә. Алтын ҡуллы тегенсе уны зауыҡ менән кейенергә генә түгел, ә туған телен яратырға, ул киләсәк быуындарға ла барып етһен өсөн һаҡларға кәрәклеген дә төшөрҙө. Үҙ миҫалында яҡшы аңлатты ул быны. Тыуған яғында осрашһалар, Хаят ханымдың фиҙакәрлегенә, бәлки, иғтибар ҙа итмәҫ ине. Шулай булырға тейеш тип уйлар ҙа ҡуйыр ине. Ә бында уның ата-олатайҙарының рухына тап төшөрмәйенсә ейән-ейәнсәрҙәренә лә дөрөҫ тәрбиә бирә алыуы батырлыҡҡа тиң.
Тыуған яғына артабан да белем алырға мөмкинселеге булһа, “Ҡашлы йөҙөк” китабын да, бәлки, рус телендә яҙыр ине. Киң аудиторияға барып етәсәк, тиҙерәк һатыласаҡ, тигән уйҙан сығып. Хәҙер иһә һәр милләттең үҙ асылы барлығын, менталитет үҙенсәлектәре башҡаларҙыҡы менән тап килеп етмәүенә төшөндө. Ҡатын-ҡыҙҙы мунса ташы ла, йөҙөк ҡашы ла итеүсе ир-егет икәнлеген аңлатырға тырышты ул. Шулай уҡ, ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын булыуы хаҡында ла кәңәштәре бар. Ғөмүмән, халыҡ педагогикаһына ныҡлы таянды донъя көтөү серҙәрен асҡан ваҡытта. Төп йөкмәткеһе иһә йәштәрҙең сит-яттар менән сәстәрен бәйләп тормоштарындағы иң ҙур хаталарҙың береһен эшләмәҫкә саҡыра “Ҡашлы йөҙөк” китабы.
Никах менән үлем сәғәте күктә яралғанын, Азат менән икеһенең араһына Гөлгөнә һынау булып инеүен аңланы Тамара-Тимербикә. Әлеге ваҡытта донъяһын көтөүе, эшен дә бер юлы алып бара алыуы, балаларҙы ҡарай алыуы өсөн рәхмәтле уға. Эстән генә ирен ғәфү итте, үҙе лә балаларының атаһынан кисереүен һораны. Өҙөлөп һағынған ине уны.
Нимә булһа ла булыр. Үҙемә яҙғанды барыбер миңә күрергә. Ғүмер буйы ситтә йөрөп тә булмаҫ, ҡайтырға кәрәк, тип уйлап йөрөгәндә әсәһе шылтыратты. Ниндәйҙер яңылыҡ ишетәсәген һиҙеп йөрәге терт итеп ҡалған ине. Тиккә түгел икән.
– Ире эштә саҡта ағаһы, уның бер өйөр дуҫтары менән өйҙә эсеп ултырғанда, газ торбаһы шартлап, Гөлгөнә һәләк булған, тинеләр, – тине әсәһе, ҡыҙының иҫәнлеген белешкәс.
– Газ еҫе сыҡҡанын да һиҙмәй ултырғансы эстеләрме икән ни? – тип Тамара-Тимербикә аптырап һораны.
– Уныһын кем белә инде,– тине әсәһе. – Кеше үлеменә шатланғандан түгел, әммә ике йылға ҡыҙымды беҙҙән айырған, үлтерергә яҫҡынған кеше эҙләгәнен тапҡандыр...
Тамара-Тимербикә әсәһенә былай ҙа ҡайтырға йыйыныуын әйткәс, ғәзиз кешеһенең шатлығы эсенә һыйманы. “Күрәһеләрем бар икән”, – тип илап та алды. Ҡыуанысынан сыҡҡан йәштәр ине улар.
Яңы уҡыу йылы башланғансы эшенән китеп, ауыр саҡта үҙен һыйындырған илгә, мәрхәмәтле кешеләре менән осрашып рәхмәтен белдерҙе. Юлдары төшһә, үҙҙәрен дә Башҡортостанға саҡырҙы. Әсәһе кеүек яҡынайып, эҫенешеп бөткән Хаят ханым менән хушлашыуы шул хәтлем ҡыйын булыр тип уйламаған ине. Юлға сығыу көнө билдәле булғас та, айырылышыу мәлен күҙ алдына килтереп балауыҙ һығып алдылар.
Иртәгәһенә ҡайтыр көндө, сумаҙанын тултырып бөткәс, диңгеҙ буйына китте Тамара-Тимербикә. Бер-береһен уҙышып өҫтөнә ябырылып килгән әрһеҙ яр ҡарлуғастарына алып килгән махсус емде ашатып, оҙаҡ ҡына ултырҙы. Берсә илап, берсә йылмайып үҙенең эс-серҙәре менән бүлеште. Күңеле бер ни тиклем бушап, тынысланып ҡалғас, диңгеҙҙә һыу ингеһе килде лә китте. Тик үҙе төшөү менән йөҙә лә башламаны. Кәүҙәһе менән тотошлайы һыуға инергә сирҡанды шикелле. Төньяҡтан ҡапыл иҫкән көслө ел тулҡынына бер ни тиклем бирешмәйенсә кәүҙәһен ғорур тотоп торҙо ла, сирттағыһы, бүтәндәренә ҡарағанда көслөрәге килеп бәрелгәс, һыуға суп итеп ҡалды...
Эпилог
Азамат ингән юғары уҡыу йортоноң дөйөм ятағында улына бүлмә алып, урынлаштырырға барғанында, Азат оҙаҡ ҡына балалары менән ҡала ҡыҙҙырып йөрөнө. Иң текә башҡорт блогерҙарының береһе булып танылған Айһылыуы ағаһы менән атаһын башҡорт милли аштары бешерелгән ресторанға алып барҙы, баш ҡаланың иҫтәлекле урындарына барып фотоға төштөләр. Һуңынан хәстәрлекле атай яңы уҡыу йылына улы менән ҡыҙын өр-яңынан баштан-аяҡ кейендергәс, уҡыу кәрәк-яраҡтары ла һатылған китап магазинына инделәр. Аяҡтары үҙенән-үҙе психология буйынса һатылған китаптар бүлегенә атланы. Улар араһында иң тәүгеләрҙән булып башҡорт телендә баҫылғаны күҙенә салынды. Туған телендә бындай хеҙмәттәрҙе күреп өйрәнмәгәс, аптырап ҡулына алған ине, уның тышындағы танауына тиклем батырып ҙур эшләпә кейеп башын уң яҡҡа бороп торған авторҙың ымһындырғыс ирендәренән күҙен ала алмайынса текәлеп торҙо ла терт итеп ҡалды. “Ҡашлы йөҙөк” тип аталған китапта етмәһә авторҙың күкрәгенә ҡуйған ҡулында Тамараһының ҡашлы йөҙөгөнөң ише ялтлап тора ине унда. Тимербикә Ыласынова яҙған был китапҡа нығыраҡ текәлгәс, ирендәрҙең ымһындырғыс ҡына түгел, танһыҡ та икәненә төшөндө. Өҙөлөп һағынған ине Азат уларҙы. Ҡулына яңы китапты ҡыҫтырып кассаға сиратҡа торғанда, телефондан Төркиәгә осасаҡ электрон билеттар һатып ала ине.
Эҙләгән кешеһен осрата алһа ярай ҙа...
БӨТТӨ.