– Өшөп, ауырып торам. Тымауланым, ахырыһы. Эштә кондиционерҙы оҙаҡ эшләтеп ташлағанмын, – тине Тамараның сәй яһай торған оҙон өҫтәлдең ҡаршыһына килеп ултырғас та.
Ихлас йылмайып торған Тамара бер нисә минуттан уның алдына ҡайнар, һөтлө сәй ҡуйҙы.
– Эҫеләй генә эсеп ебәрегеҙ әле. Хәҙер сирегеҙ тир менән сығыр, –тине.
– Өшөү-ҡалтыраныу тир менән бергә сығып үтеп киткән кеүек булды. Ниндәй үлән ҡуштығыҙ? Өйгә ҡайтҡанда алыр инем, – тине әҙерәк ултырғас, икенсе шәшке шундай уҡ сәйҙе һорап теге ир.
– Ярҙам итә алыуыма шатмын. Һеҙҙә ул үлән һатыламы-юҡмы, белмәйем. Мәтрүшкә тигән үләнде ҡушҡан инем, – тип йылмайҙы Тамара.
– Һи-и-и, мәтрүшкәнең беҙҙә ниндәй генә төрө юҡ бит! Былай булғас, тымауҙан дарыуһыҙ-ниһеҙ ҡотолам икән! – тип ҡулдарын йәйеп ебәрҙе. – Әйткәндәй, минең исемем Уйылдан була. Ә һеҙ мәтрүшкәгеҙ менән ҡайһы яҡтан килдегеҙ? – тип мут йылмайып ҡуйҙы.
– Рәсәйҙән. Дөрөҫөрәге Башҡортостандан. Унда башҡорт тигән төрки халыҡ йәшәй. Ишеткәнегеҙ бармы? – тип һораны Тамара. Мәтрүшкә менән әрем бәйләмен Хәтирә ауылынан уға күстәнәскә килтергән ине.
– Бик аҙ һанлы, иманынан яҙып, эскегә бирелгән халыҡ тип, ишетә беләм.
– Барыһы ла улай уҡ түгел түгеллеккә... – Тамара оялып башын түбән эйҙе.
– Һеҙҙең тел беҙҙекенә яҡын бит. Туристарҙың үҙ-ара һөйләшкәндәренән дә аңғарып ҡалам. Күптәре рус-башҡорт һүҙҙәрен бутай-бутай һөйләшәләр. Ситтән ҡарап, тыңлап торһаң ҡыҙыҡ. Телдәре шул хәтлем ярлы, ҡайһы бер һүҙҙәрҙең мәғәнә атамалары үҙ телендәрендәюҡлыҡтан, шулай ике телде бутайҙармы икән, тип уйлап, йәлләп тә ҡуйғаным бар. – Башын түбән эйеп ҡыҙарып ҡаршыһында баҫып торған Тамараға ҡарап. – Үпкәләтһәм, ғәфү итегеҙ, – тип кисереүен һорап та ҡуйҙы итәғәтле ир.
Бер күргән – белеш, ике күргән – таныш, тигәндәй, бер көндө Тамара янына ҡайнар сәй килтереп ултыртҡас:
- Өйгә ҡайтҡым килмәгәнлектән бында керәм. Үҙ йортомда толҡа тапмайым, –тип әйтеп һалды.
– Яңғыҙығыҙ ғына тораһығыҙмы ни? – тип һораны Тамара.
– Юҡ, ҡатыным бар. Тик бик күргем килеп тормай, –тип хәлен аңлатты көн дә сәйханаға йөрөүсе ир.
– Араларығыҙ боҙолоп торһа, үтеп китер, – тип Тамара хәленә инергә тырышты.
– Ир менән ҡатын араһындағы ваҡ-төйәк бәхәстәргә иғтибар ҙа иткәнем юҡ. Яратмаған кеше менән йәшәп ғүмерем үтеп бара. Шуныһы йәл,– тине алдындағы сәйҙе әҙ-әҙләп кенә йотоп. – Егермем саҡ тулғанда атайым: “Ғаилә бизнесын яйға һалырға кәрәк”, – тип үҙенең партнерының ҡыҙына көсләп өйләндергән ине. Көсләп асҡан күҙҙең яҡтыһы булмай икән... Кәүҙәм уның янында ятһа ла, күңелем менән икенсе ҡатын-ҡыҙҙы ҡосоп, уйлап, юҡһынып йәшәнем. Ҡартайыла килә, был үкенестәр үҙен ныҡ һиҙҙертә икән.
– Балаларығыҙ бармы?
– Улым менән ҡыҙым бар.
– Уларҙы ла яратмайһығыҙмы?
– Әлбиттә, яратам! Улар минең ғорурлығым, нәҫелемдең дауамы, –тип, ултырған еренән күкрәген алға кирә биреп үк ҡуйҙы Уйылдан.
– Икенсе ҡатындан да шундай уҡ матур ҡатындар тыуыр инеме икән?.. – Икенсе клиентына сәй яһап торған Тамара иргә күҙ һирпеп алғас һүҙен дауам итте. – Һеҙ яратҡан гүзәл заттың балалары бармы?
– Ҡыҙы бар ине. Тик бер бәлә генә булды әсәһенә. Әллә ҡайҙан эсергә өйрәнеп, табындаштары араһында ыҙғыш сығып, сәнсеп үлтереп ҡуйҙылар.
– Һеҙҙең дә балаларығыҙҙың шундай булыуын теләр инегеҙме?
– Юҡ, әлбиттә! – Нимә һөйләйһең һин, тип, Уйылдан Тамараға аптырап ҡарап ҡуйҙы. – Әйтеп торам бит, улар минең ғорурлығым, тип. Улым минең төп таянысым. Ғаилә эшен бергә алып барабыҙ. Исеме уңышлы кешеләр тураһында нәшер ителгән журналдарҙа йыш күренә. Ҡыҙым – билдәле невролог. Пациенттары уға эләгергә тырышып, бер ай алдан яҙылып ҡуя.
– Һеҙ яратам да яратам, тип ауыҙ һыуын ҡоротоп һөйләгән ҡатынға өйләнһәгеҙ, балаларығыҙ ҙа уның ҡыҙы кеүек булмаҫ ине, тип кем гарантия бирә ала?
– Һы...
– Алма ағасынан йыраҡ төшмәй. Атаһына ҡарап –улын ҡос, инәһенә ҡарап –ҡыҙын ҡос, ти башҡорт халыҡ мәҡәле лә. Һеҙгә шул хәтлем матур, тәүфиҡле балалар бүләк иткән, яҡшы тәрбиә биреп үҫтергән ҡатынығыҙҙың яратырлыҡ башҡа яҡтары ла күптер әле...
– Яҡшы яҡтары күп инде ул, – тип, балғалағы менән сәйен болғап ултырған Уйылданға Тамара менән ризалашыуҙан башҡа сара ҡалманы.
Ярты ай самаһы сәйханаға бөтөнләй килеп тә әйләнмәне Уйылдан. Яңынан пәйҙә булғас, Тамара уға тип сәй әҙерләй башлаған ине:
– Сәй эсеп тормайым. Киләһе ялығыҙҙа үҙегеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырырға килдем, – тип Тамараны аптыратты.
– Мине... Ни өсөн? Ағай, ҡатынлы ирҙәр менән осрашыу минең өсөн түгел, – тип һөйләнгән Тамараға ҡарап тегенеһе көлөп ебәрҙе.
– Ҡатыным Камила менән икебеҙ һеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырабыҙ. Һеҙҙең менән һуңғы һөйләшеүҙән һуң, аҡыл дәүмәлдәренә һалып барыһын да үлсәп ҡараным да... Ҡатыныма бөтөнләй икенсе күҙлектән баҡтым. Ул миңә ышанмаһа, һәр ваҡыт яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, ауыр саҡта аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итмәһә, мин әле кем булырмын икән, тип уйланым.
– Шундай яҡшы балалар тәрбиәләгән кеше насар булмай, тип әйттем бит... – Тамара яңы танышына ярҙам итә алыуына ысын күңелдән шатланып ҡуйҙы.
– Эйе. Балалар менән сағыштырыуығыҙ ҙа урынлы булды. Мин йылдар дауамында яратам, тип йөрөгән ҡатын үҙе лә ҡыҙынан ҡалышмай икән шул. Урта мәктәпте саҡ-саҡ тамамланы. Тәрбиәсегә уҡып йөрөгән еренән ҡыуылып ҡуйҙы. Ғүмере буйы бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөп иҙән йыуҙы. Элек минеке булһа, йонсоп йәшәмәҫ ине, тип уйлай, уны йәлләй инем. Хәҙер уға өйләнһәм, атайымдың тырышып булдырған, юҡтан бар иткән эшен дә юҡҡа сығарып ҡуйыр инем, тип уйлайым. Күҙемде астың, һылыу...
Хаят ханым янына ҡайтҡас, Тамара үҙен иртәгә ҡунаҡҡа саҡырыуҙарын әйтте.
– Ҡурҡҡандарым алдыма килде! – тип ҡапыл уфтанып ҡуйҙы Хаят ханым, оҙон, киң итәк тегеп ултырған еренән.
– Әтеү, барма тиһегеҙ инде? – тип һораны Тамара Хаят ханымдың ҡыланышына аптырап.
– Үҙеңдең иреңде сит ҡатындар әүрәткәндә рәхәт инеме?
– Ир менән ҡатын икеһе бергә, йорттарына ҡунаҡҡа саҡыралар бит, –тип Тамара көлөп ебәрҙе, Хаят ханымдың ни өсөн үҙенә асыуланғанын аңлағас.
– Шулай тиң. Ҡотто алдың бит...
Хаят ханым Уйылданды ла, уның йәмәғәте Камилланы ла белә икән. “Был абруйлы ғаиләгә йыш ҡына кейемдәр тегәм. Ҡатыны нәзәкәтле, көйәҙ ханым. Кешене кейеменә ҡарап ҡаршы алалар, аҡылына ҡарап оҙаталар. Һин дә матур итеп бар”, – тип, Тамараға үҙе теккән күлдәктәрҙең иң затлыһын һайлап кейҙерҙе. Башына килешле итеп йоҡаҡ палантин да япҡас, Тамара көҙгөләге һынын бер ни тиклем танымай ҙа торҙо.
Тамараны йылы ҡаршы алдылар. Камила ханым, ысынлап та, бар яҡлап та камил зат икән. Исеме есеменә тап килеп ҡушылған, тип һоҡланып ултырҙы Тамара. Ә Уйылдан, әйтерһең дә, икенсе йәшлеген кисерә ине. Ҡатыны алдына ни алып, ни ҡуйырға белмәй, өлтөрәп кенә тора. Тағы бер ғаиләгә ярҙамы тейгәне өсөн Тамара эстән генә шатланып ҡуйҙы. Ир менән ҡатындың күгәрсендәрҙәй гөрләшеүҙәренә ҡарап, үҙҙәренекеләр ни хәлдә икән, тип күңеле кителеп тә алды. Хәтирә әхирәте Яңы йыл байрамына ҡайтҡансы ауылына, туғандарына, ғаиләһенә бәйләнешле яңылыҡтар өҙөлгән ине. “Ҡайтҡас, әсәйеңдәргә барып хәлде аңлатырмын. Барыһы ла яҡшы,үҙ яйы менән бара. Борсолоп, үҙеңде бөтөрмә”, – тип Хәтирә уға шылтыратҡан һайын ҡабатлап ҡына торһа ла, күңеле урынында түгел шул Тамараның. Элек Айһылыуҙың һәр аҙымын фото, видеоға төшөрөп интернетҡа һалыуына һарыуы ҡайнай, ҡыҙын тыйып та маташа ине. Хәҙер, киреһенсә, шатланып ҡуя ҡайһы бер саҡ. Интернет аша уның тормошон даими күҙәтеп барып, күңеле тыныслана. Элегерәк нимә ашағаны, нимә кейгәне, нисек көн үткәргәне унда теркәлә ине. Хәҙер күп ваҡыт өләсәһе янында күберәк уралғаны аңлашыла. “Өләсәй менән ҡоймаҡ ҡойҙоҡ”, “Өләсәй менән йөн иләнек”, “Өләсәй менән бишбармаҡ бешерҙек” тигән тамғалы фотолар, видеолар йышыраҡ урын ала башланы. Интернатта саҡтағы яҙмалары туған телендә булыуына шатлана Тамара. Тимәк, балаһына ул биреп өлгөрмәгән тормош һабаҡтарын өләсәһе бирә. Юҡҡа ғына өләсәйле бала – бәхетле, тимәйҙәр бит.
Уйылдан менән Камилла ҡунаҡтарына уға артабан да психология буйынса уҡырға, белемен камиллаштырырға кәрәклеген әйттеләр. Ситләтеп кенә булһа ла, Тамараға үҙенең һөнәре, Төркиәгә килеү тарихы тураһында һөйләргә тура килде.
– Һиңә уҡырға, үҫергә кәрәк! – тип икеһе бер тауыштан өгөтләп алдылар ҙа киттеләр.
– Тыуған яғында хәбәрһеҙ юғалыуға һыналған кешенең дипломын, психология фәндәре кандидаты исемен бында нисек итеп ҡулланырға мөмкин һуң? Был бит башҡа һыймаҫлыҡ хәл, – тип Тамара ҡаршы төштө.
– Һөнәрең буйынса эшләргә ярҙам итергә тырышырбыҙ, – тип Уйылдан менән Камилла оҙатып ҡалдылар.
Үҙе менән сит илдә шартлатып башҡортса һөйләшкән Хаят ханымдың кемлеген, сығышы менән ҡайҙан икәнен белмәй ине Тамара. Хужабикәнең тыуған көнө көндө был ҡатынға ҡарата һоҡланыуы тағы ла меңләтә арта төштө.
– Өләсәй, тыуған көнөң менән! Мин һине яратам! – тип саф башҡортса һөйләшкән биш йәшлек ейәне Заһир килеп кереү менән ҡотланы. Хаят ханымды ике улы ла, хатта килендәре лә ҡәйнәләре менән тик башҡорт телендә генә һөйләштеләр. Тамара бер мәлгә генә үҙен тыуған яғына ҡайтҡандай итеп хис итте.
Ҡунаҡтарҙы оҙатып, һауыт-һаба йыйыштырып йөрөгәндә Тамара: – Һеҙ бында нисек килеп сыҡтығыҙ? – тип үҙен күптән борсоған һорауҙы бирҙе.
– Мин бер ерҙән дә килмәнем. Ошонда тыуҙым, – тип яуапланы Хаят ханым ғәҙәттәгесә тыныс ҡына.
– Ә?!
– Олатайым менән өләсәйем Башҡорт автономияһы тар-мар ителгән ваҡытта бында ҡасып киләләр. Атайыма ул ваҡытта биш йәш була. Оҫта тегенсе тигән даны сыҡҡан олатайым бында килгәс тә, тиҙ арала танылыу яулай.
– Бына кемгә оҡшап һеҙ һәләтле икән! – тине Тамара Хаят ханымдың алтын ҡуллы булыуына ишаралап.
– Һөнәре барҙың – ҡәҙере бар, тиҙәр бит. Төпләнеп йәшәп китеүе әллә ни ауырға тура килмәй уларға. Тик нисек кенә булһа ла, тыуған яғын һағынып йәшәнеләр улар. Өләсәйем бәләкәс сағымда бик күп башҡорт халыҡ әкиәттәрен һөйләй торған ине. Атайымды үҙҙәре һымаҡ уҡ килгән кешеләрҙең ҡыҙына, ата-әсәләре бында килгәс кенә тыуған минең әсәйемә, өйләндерәләр. Өйҙә һәр ваҡыт башҡорт телендә һөйләштек. Туған тыуған телдәрен сит мөхиттә һаҡлап ҡалыуға күп көс һалдылар.
– Эйе, сит мөхиттә туған телеңә балаларыңды өйрәтеү еңел эш булмағандыр, – тип Тамара һүҙгә ҡыҫылды. Үҙе балаларын күҙ алдына килтерҙе. Башҡорт мәктәбендә белем алһалар ҙа, Айһылыуының һөйләшендәге өс һүҙҙең икәүһе рус телендә. Азаматы ла телмәрендә рус һүҙҙәрен йыш ҡыҫтыра башланы.
– Башҡортостандан сәләм менән бергә мотлаҡ башҡорт телендә китап, гәзит-журнал ебәрәләр ине. Беҙгә аҙым һайын үҙ милләтегеҙгә кейәүгә сығығыҙ, өйләнегеҙ, тип әйтеп кенә торҙолар. Башҡортостандан тәржемәсе булып эшкә килгән егеткә кейәүгә сыҡтым. Бәхетемә күрә, ул да рухлы кеше ине...
– Башҡортостанға күсеп ҡайтыу тураһында уйығыҙ булманымы?
– Бар ине. Ата-әсәйем дә ризалар ине. Тик ике меңенсе йылдар башында иремдең районына барып килгәс, ул теләгем һүрелде.
– Нишләп?
– Колхоздар тарҡалған. Ферма биналарын кем өлгөрә шул емереп, ташырға маташҡан. Улар һуғыштан ҡалған харабаларҙы хәтерләтә.
– 95 – 97-се йылдарҙа ҡапыл ғына колхоздар бөтөрөлдө лә ҡуйҙы шул.
– Һөйләһәң күп инде. Баҫыу, юл буйҙарын ҡый баҫҡан. Ҡатындар ирҙәре менән бергә ҡушарлап атҡа ултырып эсеп йөрөйҙәр. Балаларына аҡыл өйрәтеп, ғүмер теләп ултырырға тейешле әбей-бабайҙар пенсияларын хәмергә бөтөрә. Ошоларҙы күреп күңелем әрнеп йөрөгәнлекте ирем аңланы. Башҡа “Ҡайтайыҡ”, – тип ауыҙын да асманы. Ҡайны-ҡәйнәмдәр үҙҙәре бер нисә тапҡыр килделәр ҙә, уларҙы һуңғы юлға оҙатырға барып килдек.
– Хәҙер хәлдәр әҙерәк яйға һалынды ул. Халыҡ та яйлап иманға килә башланы, – тигән булды Тамара.
– Килеүен киләләрҙер ҙә. Туған телдәрен онотоп баралар бит...
– Әлләсе... Гәзит-журналдар сыға, радио-телевидение эшләп тора.
– Улары булыу менәнме ни?! Халыҡ үҙе ултырған ботаҡҡа күрәләтә үҙе балта менән сабып торғас...
– Ул хәтлемен үк һеҙ ҡайҙан беләһегеҙ? – Таңһылыу таҫтамал менән һауыт-һаба ҡоротоп торған ҡатынға аптырап ҡараны.
– Ниңә, бында ял итергә килгән халыҡ менән дә аралашам. Быйыл йәй бер оло йәштәге ҡатын менән таныштым. Бисара минең башҡорт телендә һөйләшеүемде белгәс, ауылдашын осратҡандай шатланды. “Балалар үҙҙәре менән ял итергә алып килде”, – тигән була. Ысынында ҡыҙы береһенән-береһе бәләкәй ике балаһын ҡаратыр өсөн эйәрткән. Үҙҙәре иһә ире менән эсеүҙән бушай алманылар.
– Һеҙҙең менән ана башҡортса һөйләшкән бит... – Батып барыусы һаламға булһа ла йәбешә, тигәндәй, Тамара милләттәштәре өсөн аҡланмаҡсы итте.
– Минең менән һөйләшеү менәнме ни?! Үҙенең ҡыҙы әсәһе башҡортса өндәшһә лә, бер тапҡыр ҙа туған телендә яуап бирмәне. “Ҡыҙым башҡортса аңлай ул”, – тигән була. Ә ейән-ейәнсәрҙәре бер ауыҙ һүҙ ҙә белмәйҙәр. Өләсәй кеше улар менән вата-емерә русса аралашып маташа. “Һеҙҙә башҡорт милләтенең тамырҙары өҙөлөп ҡалған бит”, – тим. Өндәшмәй.
– Үкенескә күрә, ундайҙар аҙым һайын осрай шул, – тип Тамараға ризалашыуҙан башҡа сара ҡалманы.
Яңы йыл байрамынан һуң, Хәтирә әхирәте ебәргән посылканы алды Тамара. Байрамға ауылға ҡайтҡан балалыҡ дуҫы әсәһенә барып, уға хәлде аңлатҡандан һуң, беренсе тапҡыр тыуған яғынан шылтыраттылар.
– Әсәй, балалар, үҙегеҙ нисек? – тип Тамара үҙ-үҙен белмәй ҡысҡырып ебәрҙе ғәзиз кешеһенең тауышын ишетеү менән.
– Аллаға шөкөр барыбыҙҙа. Азамат менән Айһылыу әлеге ваҡытта каникулда. Кейәүгә асыуым ныҡ булһа ла, улар үҙемдекеләр бит. Барып ярҙам итәм, үҙҙәре лә килеп торалар. Үҙең сит яҡтарҙа нисек йәшәп ятаһың һуң, балаҡайым, – тип әсәһе илап ебәрҙе.
– Барыһы ла яҡшы, әсәкәйем. Шәүрә өләсәйемдең: “Ҡайҙа йөрөһәң дә, Хызыр Ильяс юлдаш булһын”, – тип теләгән теләктәре ярҙам итәме, юлымда яҡшы кешеләр генә осрап тора...
– Һин кейгән йөҙөк колбасанын килеп сығыу хәбәрен ишеткәс, иҫтән яҙғанмын. Ярай ҙа ҡустың, киленең янымда булды,– тип ҡыҙы юғалған мәлдәрҙе иҫенә төшөрҙө әсәһе.
– Һеҙҙе шундай ҡайғыға һалғаным өсөн, кисерегеҙ инде мине, – тине Тамара.
– Нисек унда барып эләкте икән? – тип ҡыҙынан был ваҡиға тураһында һорашты әсәһе.
– Ит сифатын, унда тәртипте тикшереп йөрөгәндә яңылыш төшөп китте, әсәкәйем, – тип яуап бирҙе ҡыҙы.
– Әллә ниҙәр уйлап бөткән инем, – тине әсәһе. –Һине эҙләгән ваҡытта олатайыңдың баш һөйәге һәм үҙе менән алыҫ юлға тип алып сыҡҡан алтын-көмөштәре араһында һинеке кеүек ҡашлы йөҙөк тә бар ине. Үҙең иҫән-һау табылмаһаң, Айһылыуға тип инселәгән инем. Үҙеңә яҙған икән. Хәтирә артынан ебәрәм.
– Теге дала ҡамғағы ауылдамы? – тип тә һорашты Тамара беренсе тапҡыр һөйләшкәндә.
– Бында-а-а. Азат менән борсаҡтары бешмәй ахырыһы. Ул был ишетелмәй башланы. Ағаһы ла бында. Апаларына бер биҙа булып икәүләшеп яталар. Үҙеңде һағынһам да, ул нәмәләр ауылда саҡта, ҡайтмай тороуың яҡшыраҡ инде, –тип әсәһе телефондың теге осонда йәнә мыршылдап илап та алды.
Төргәкте асыу менән иң тәү сиратта ҡашлы йөҙөктө ҡулына алды. Уң ҡулының һуҡ бармағына кейеп ҡарағас, элеккеһенең һыңары икәнлегенә төшөндә. Ебәрелгән күстәнәстәр араһында Хаят ханым кипкән ҡоротто яратты. Сәйгә лә ҡушып эсте, былай ғына һурып та йөрөнө. Ә йәшел ҡашлы йөҙөк менән Тамараға, әйтерһең дә, ҡото ҡабаттан әйләнеп ҡайтты.
– Студенттарҙың каникулдары тамамланыуға, һине Төркиәнең иң текә уҡыу йорттарының береһендә көтәләр, – тип Камила ханым шылтыратып һөйөнсөләне бер көндө.
– Әйткәндәрегеҙҙе эшләмәйенсә барыбер туҡтамағанһығыҙ икән, – тине Тамара рәхмәт әйтеп.
– Һин белем алған университетҡа һорау ебәреп, диплом, кандидатлыҡ диссертацияһы кенәгәһенең номерын алыу ағайығыҙға әллә ни ауырлыҡ тыуҙырманы, – тип көлдөләр телефондың теге осонда. – Ғүмер буйы Уйылдан ағайың алдында үҙемде ғәйепле тойҙом. Яратҡас, айырылышайыҡ, тип тә әйтә алманым. Һинең менән бер әңгәмәһе беҙҙең тормошобоҙҙа яҡшы яҡҡа үҙгәртте. Ҡулыбыҙҙан килгәнсә, беҙ ҙә ярҙам итергә тейешбеҙ, – тип Камила ханым да Тамараға рәхмәтле булыуын белдерҙе.
Башта студенттарға лекция уҡып, докторлыҡ диссертацияһының планы өҫтөндә эшләне. Ярҙам һорап үҙенә айырым мөрәжәғәт итеүселәр ҙә табылды. Ауыр хәлдә ҡалыусылар менән эшләргә рәсми рәүештә лә һоранылар. Улары күпселек Рәсәйҙән килеп бындағы ир-аттарҙан алданған ҡатын-ҡыҙҙар ине.
Бер ялында Хаят ханымдан күлдәк бесергә өйрәнәм, тип кенә иртә менән тороп йөрөй ине. “Тиҙ генә килеп ет!” – тип бер ҡала дауаханаһының адресы күрһәтелгән смс-хат ебәрҙеләр эшенән. Бынан бер йыл булһа, ҡулына эләккән бер кейемде кейер ҙә һыпыртыр ине. Хаят ханым менән йәшәп үҙен яратырға, ҡарарға өйрәнде. Әле лә сағыу май ҡояшы яҡтыртҡан эҫе көндө оҙаҡ йөрөргә тура килһә, тип яҡшы сифатлы, тирләтмәй ҙә торған күлдәкте һайлап алды. Зәңгәрһыу күлдәккә ярашлы шул уҡ төҫтән йоҡаҡ ҡына яулыҡ, диңгеҙ ҡабырсағын хәтерләткән алҡалар тотоп Хаят ханым янына ла килеп баҫты.
– Уй, рәхмәт инде һеҙгә! Шәхси стилист һымаҡһығыҙ миңә, – тип Тамара уны ҡосаҡлап уҡ алды. – Дарыуханаға, бәлки, алҡа тағып йөрөп тормаҫҡалыр...
– Биҙәүестәр таҡмаған ҡатын-ҡыҙ итһеҙ һурпа кеүек ул... – тип Хаят ханым ай-вайына ла ҡуйманы, өйҙәшен матур итеп кейендереп ебәрҙе эшенә.
Ярҙам кәрәккән кеше Башҡортостандан икән. Социаль селтәрҙә төрөк ире менән таныша Самира исемле ҡатын. Хәбәрләшә торғас, бер-береһенә эҫенешеп китәләр. Һалҡын ыжғыр ҡыштарында туңған, көҙгө әсе елгә елләнгән, яҙғы батҡаҡтарға түҙгән, иртәнән кискә тиклем хөкүмәт эшендә бил бөккән, ире ҡәҙерен бөтөнләй белмәгән гүзәл затты көнсығыш ире йәлләй һәм тиҙҙән үҙенә саҡыра ла башлай. Төркиәнең йылы ҡояшын һәм ҡайнар йөрәген тәҡдим итә ул. Диңгеҙ буйындағы күркәм йорттоң фотоһын ебәрә. Әҙ генә аҡсаһы етмәүен дә әйтергә онотмай. Һатып алһа, Самираны үҙенеке итеп, уны бер ниндәй мохтажлыҡ кисертмәй, май эсендәге бөйөр кеүек кенә йәшәтергә хыяллана.
Тәмле-татлы һүҙҙәргә күңеле ирегән ҡатын ире бер йыл элек кенә бүләк иткән сит ил машинаһын һатып, йыйған аҡсаларын алып, биш йәшлек улын әсәһенә ҡалдырып Төркиәгә һыпырта. Ҡунаҡханала икеһе көнһөйөп-һөйөлөп йәшәп ҡалалар. Өсөнсө көнөнә ир душҡа кергәс, Самира ирҙең паспортын алып ҡарарға саҡ башы етә. Нимә яҙылғанын уҡығас, артына ауып китә яҙа. Утыҙ биш йәшлек ирҙең ҡатыны, өс балаһы барлығы аҡҡа ҡара менән яҙылып ҡуйылған була унда. Алданғанын аңлаған, үҙенең ярыҡ кәритә янында ултырып ҡалыуына төшөнгән ҡатын йыуынып сыҡҡан иргә еңел быу менән теләр урынға, кисә картаһына күсереп ҡуйған аҡсаһын таптырып тауыш ҡуптара. Үҙенә һағыҙаҡтай бәйләнгән ҡатындың иреш-талашына, күҙ йәшенә оҙаҡ түҙеп тормай ҡыҙыу ир. Бер нисә тапҡыр тәгәрәтә һуға ла, бикләп сығып та китә.
Бында берәү гә кәрәкмәгәнлеген, тыуған яғында берәү ҙә икмәк-тоҙ менән ҡолас йәйеп ҡаршы алмауын аңлаған ҡатын был донъя менән иҫәпте өҙөргә уйлай. Услап йоҡо дарыуы эсеп иҫһеҙ ятҡан Самираны ҡунаҡхананың йыйыштырыусы булып эшләгән ҡатын күреп ҡалып, тиҙ ярҙам саҡырта.
Тамара шәфҡәт туташынан Самираның бында килеп эләгеү танышҡас, янына керҙе. Йөҙө ҡағыҙ кеүек ағарған ҡатын Тамараның кем икәнлеген белгәс тә:– Мин яратҡан кешемә кәрәкмәйем, – тип илап ебәрҙе.
– Ваҡыт – үҙе дауа. Барыһын да үҙ урынына ҡуйыр. Тыныслан, – тине Тамара. – Һиндәге үҙгәрештәрҙе күргәс, аяҡ-ҡулыңды ла ысҡындырырҙар. Тыуған яңыға ҡайтырға ла ярҙам итерҙәр...Иң мөһиме улыңа кәрәкһең. Ул һине һағынып көтә.
– Уның ҡатыны, балалары бар. Барыбер минеке булмаясаҡ. – Самира һаман үҙенекен тылҡыны.
ДАУАМЫ БАР