

– Убырлы ҡарсыҡтар эҫене лә, һыуыҡты ла һиҙмәй, тигәндәре дөрөҫ икән... – Башын күтәреп ҡараһа ҡап-ҡара спорт кейемендә, ҡулын ҙур таш тотҡан Гөлгөнә тора.
– Убырлы ҡарсыҡты күргең килһә, һыуҙағы сағылышыңа ҡара, – тине Тамара, был ҡатындың килеп сығыуына аптырауын һиҙҙермәҫкә тырышып.
– Күреп торам, һыуға ҡарамаһам да, ха-ха-ха!.. – Иренең һөйәркәһе аңламағанға һалышты.
– Уйнашсы ғына түгел, аңраһың да икән... – Гөлгөнә менән беренсе тапҡыр икәүҙән-икәү генә осрашып, күҙмә-күҙ осрашҡан Тамара бирешергә теләмәне. – Азатты эҙләп артынан уҡ килеп етер көнгә төштөңмө?
– Юҡ, миңә һин кәрәк!
– Ә миңә юҡ!
Бит-ҡулын йыуып торған Тамара алдында шап итеп бер таш килеп төштө.
– Нишләүең был?!
– Һыуҙан сыҡма! Был яҡҡа табан тағы бер аҙым атлаһаң, икенсе таш мейеңде сәсрәтәсәк! – Икенсе ҙур таш тотоп алған Гөлгөнә ауыҙын йәмһеҙ салшайтып Тамараға ҡарап тора ине.
– Мине үлтереп Азатты үҙеңдеке итергә уйланыңмы? Китер булһа, күптән китер ине. Башыңда, ысынлап та, ел уйнай икән дә... – Үҙенә таш күтәреп торған ҡатынды юхалар, был аҙымға бармаҫҡа саҡырырға тейеш Тамара, киреһенсә, мәле тура килгәндә күңелендә иренең һөйәркәһенә ҡарата йыйылған асыу-нәфрәтен сығарырға булды ла китте.
– Эйе, һине күптән юҡ итергә ине. Икебеҙҙең арала ҡара шәүлә – убырлы ҡарсыҡ булып йөрөйһөң...
– Азат менән һине бары түшәк кенә бәйләй. Ниндәйҙер мөнәсәбәт тураһында һүҙ ҙә юҡ бында. Шуны ҡолағыңа киртеп ҡуй! – Тамара үҙе килгән яҡҡа ҡороға сығыу мөмкинлеге ҡалмағас, ярҙың икенсе яғына күҙ һалды. Ҡараңғы төшөп килһә лә, күлдең киңлеген самалап өлгөрҙө. Йөҙә белгән, йөрәге еткән, үҙенә ышанған кеше “һә” тигәнсе сығып етәсәк. Ә ул үҙе буйлыҡ тәрәнлеккә лә барырға ҡурҡа. Етмәһә, бер аҙна самаһы туҡтамай яуған ямғырҙан һуң, күл күҙгә күренеп тәрәнәйеп, киңәйеп киткән ине.
– Уныһын ваҡыт күрһәтер! Ҡырҡыңды уҡытҡанда, бер юлы беҙҙең никахҡа ла кеше йыйырбыҙ! Һинең менән бында оҙаҡ һөйләнергә уйым юҡ! Төпкә кереп баҫ! Йә, улың менән ҡыҙың Өфөнән ҡайтып етә алмаясаҡтар!
– Хәҙер уларға ла бәйләнә башланыңмы? Уларҙың ни ғәйебе бар?! – Тамараның асыуҙан тамағы ҡарлығып китте.
– Ҡабатлап әйтәм. Йә һин ошонда һыуға батасаҡһың, йә уларҙың иртәгә берәй төҙөлөш майҙанында кәүҙәләрен табасаҡтар. Апайымдарға килеп йөрөгән ағайымды күргәнең бармы? Шул яңы ғына төрмәнән сыҡты. Әйтһәм, көсөктәреңде хәҙер быуып ырғытасаҡ. Ҡурсаҡ урынына ғына яратып үҫтергән һеңлеһенең бер теләгенә лә ҡаршы килгәне юҡ...
– Кеше исемен йөрөтһәң дә, тотошлайы менән албаҫты икәнһең дә! – Ул үҙ-үҙен белмәйенсә, ярға көндәше янына сығып баҫҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. – Ҡулыңдан килһә, ҡояшты ла усыңа йомоп тотор инең икән дә...
Гөлгөнәнең осло тырнаҡтары Тамараның сикәһен яндырып һыҙырып алды. Ҡара эш менән ҡулдары ҡатҡылланған Тамара ла бирешергә теләмәне. Көндәшенең сәсенән эләктереп алды ла йән асыуына һелкергә кереште. Тик ауыртыуға сыҙамайынса алға эйелгән Гөлгөнә ус ҙурлыҡ таш эләктереп алып өлгөргәйне. Ҡапыл тартылып китеп, ҡатындың маңлайына таш менән килтереп тә бәрҙе. Көслө ауыртыуҙан бер мәлгә иҫен юйып торған төҫлө булды Тамара. Шулай ҙа йығылманы. Урынында сайҡала-сайҡала торғанын күреп, Гөлгөнә уны бер ыңғайға этеп тә ебәрҙе. Көнө буйы ҡара эштә йөрөп хәлдән тайған ҡатын киҫелгән ағас кеүек һыуға шап итеп ҡалды. Һыу танауына кереп сәсәй башлағас ҡына, еңелгәнлеген аңланы ул. Йөҙөргә маташып алға ынтылды.
Бер метр самаһы ла китмәне, яр буйында уны күҙәтеп тороусы Гөлгөнән алдына бер таш шап итеп килеп төштө. “Эшен аҙағынаса еткерергә уйланы, ҡәһәрең”, – тип уйлап, киләһе таш башына эләкмәһен өсөн, тыны еткәнсе сумып та барҙы. Аяҡтары ҡабаттан ташҡа тейгәс, үҙенең ҡыл өҙөрлөк тә хәле ҡалмауын аңлап, эләгә-тәгәрә ҡоро ергә сығып ауҙы...
– Һин йөҙә белмәйһең дә инде?! – Тамараның һөйләгәндәрен мажаралы кино һымаҡ итеп күҙ алдына килтереп ултырған Хәтирә ҡапыл һорап ҡуйҙы.
– Ҡуян бүренән ҡурҡып һыуға ингәндә, йөҙөп бара, ти. Йылғаның ҡап уртаһына еткәс, үҙенең йөҙә белмәүен иҫенә төшөрә һәм шунда батып үлә. Мин ярай аяҡтарым ташҡа тейгәс кенә үҙемдең йөҙә белмәүемде иҫкә төшөрҙөм... – Тамара күңелһеҙ генә йылмайып ҡуйҙы.
– Полицияға хәбәр итергә кәрәк! Ул ҡәбәхәт язаһыҙ ҡалырға тейеш түгел!
– Нимә тип? Үлтерергә уйланы, балалар менән ҡурҡытты типме? “Әлегә берегеҙгә лә насарлыҡ эшләмәгән бит”,– тип ғаризаны ла ҡабул итмәйәсәктәр. Икегеҙ бер ирҙе бүлешә алмағанһығыҙ икән, ул һеҙҙең проблема, тип, көлөп, мыҫҡыл итеп сығарырҙар әле...
– Әммә кешегә таш күтәреп, балаларының үлеме менән янап торған әҙәм аҡтығы ла язаһыҙ ҡалырға тейеш түгел инде! –Хәтирә асыуынан йәнә ҡыҙып китте.
–Ике йыл элек беҙҙең класташ Мәрүәнең атаһы менән нимә булғанын иҫләйһеңдер. Кисен урамға тәмәке тартырға сыҡҡанында башына һуғып иҫәңгерәтеп киттеләр. Ай буйы аңына килә алмай ятты бахыр. Хәҙер ана баш өйәнәге менән яфалана. Шул көндө иртән Тәскирә еңгәнең баҡсаһына һарығы ингән булған. Үҙҙәре ҡапҡаларын япмай йөрөгәс ни. Ул ваҡытта ла төрмәнән башы сыҡмаған ҡустыһының эше, тинеләр... Тик күреүсеһе булмағас, һыуҙан ҡоро сыҡты.
– Ыста... – Хәтирә аптырауҙан ауыҙын ҡулы менән ҡапланы.
– Ә ул минең йөҙә белмәгәнде ҡайҙан белде икән? – Тамара ҡапыл һорап ҡуйҙы.
– Күрәһеңме, ул һинең башыңа етеү тураһында алдан уҡ план ҡорған. Ҡаршыға осраһа нисек итеп йылмая, таныш булмаған кешенең дә эс-бауырына инеп бара, юха йылан! Нисек шундай ике йөҙлө кешене ер йотмай икән?! – Һауыт-һаба йыуып йөрөгән Хәтирә асыуынан өҫтәл һөрткән сепрәген атып бәрҙе.
– Кеше этлек эшләгән һайын, күңеле үҫә бара, ти бит...
Ике әхирәт таң атҡансы серләштеләр. Яңы көн тыуғанды белдереп Саҡматаш ҡаяһы артынан ҡыҙарып ҡына ҡояш сығып килгәндә, юлға сыҡтылар. Хәтирә Сочи ҡалаһында Башҡортостандан үҙҙәре кеүек күсеп килеп йәшәгән ғаилә дуҫтарына Тамараны ултыртып ебәрергә төн уртаһында булһа ла шылтыратып һөйләшеп, килешеп ҡуйғайны.
Хәтирә – Тамараның класташы, балалыҡ әхирәте. Бәләкәйҙән спорт менән дуҫ булды. Һөнәрен дә шул йүнәлеш буйынса һайланы һәм студенттар араһында үткән бер ярышҡа барғанында Сочи ҡалаһына ғашиҡ булып ҡайтты. Ҡулына диплом алғас, мәктәп скәмйәһенән үк дуҫлашып йөрөгән Рәмилен үҙе менән алып китеп, шунда төпләнеп ҡалдылар. Балаларының каникулы башланыу менән тыуған яғына атлығып тора үҙе, сит мөхитте үҙ итһә лә. Быйыл да, май аҙағында уҡ ике ҡыҙын, бер йәшлек кенә улын ултыртып ҡайтып та төштө. “Үҙемдән бигерәк, балаларымдың ғүмере өсөн ҡурҡам. Үҙе кеүек үк ағаһы ла йәнһеҙ булһа, уларға әллә ниндәй этлек ҡылып ҡуйырҙар. Минең йөҙә белмәүемә тиклем һөйәркәһенә һөйләп ултырған ир аҡтығы янына ла ҡайтҡым килмәй”, – тип һөйләп илаған әхирәтен Ҡара диңгеҙ буйына китергә күндерҙе.
Әхирәтенең өй туйына бынан ун йыл самаһы элек килгән ине Тамара. Олимпиада уйындары үткәс, ҡала күҙгә күренеп үҙгәргән. Уйын, спорт ҡаласыҡтары өсөн яҡын-тирәләге ауылдар күсерелгән. Урындағы халыҡтың ризаһыҙлыҡ белдереүен уҡып, ишетеп белгән ине. Ҡунаҡ килер булһа, малыңа ҡаза төшә, тигән кеүек инде. Тик бында ерле халыҡты кендек ҡаны тамған ерҙәренән айырғандар, тип уфтанып уйланды, ҡаланың ситенә лә сығып йөрөгәндә. Килеүенә өс көн үткәс, диңгеҙ буйында урынлашҡан асыҡ һауалағы бер кафеға официант булып эшкә урынлашты.
– Теге ир аҡтығы һинең юҡлыҡты икенсе көн төшкә табан ғына аңғарып ҡалған. Уныһын да Азамат: “Әсәй нишләп иртәнән бирле бәйләнешкә инмәй”, – тип шылтыратҡас ҡына. Дала килмешәге танауын күккә сөйөп йөрөй әле. Үҙенең “батырлығына” башы әйләнгән, ахырыһы. Тамарочкам, китеп яҡшы иттең, – тип Хәтирә телефон аша ауылдағы Тамараға ҡағылышлы хәбәрҙәр менән бүлеште. Күл янындағы кейемдәрен тапҡас: “Һыуға батып үлгән”, –тип полицияның уны эҙләү эшен ябып ҡуйыуын да һуңғараҡ әхирәте аша белде.
Ял итеүселәр араһында яҡташтары осрап үҙен танып ҡуймаһындар тип, башына сәллә урап, йә оҙон күлдәк, йә итәк, йә киң балаҡлы салбар кейеп йөрөргә лә күнекте. Быға тиклем өҫ кейемдәре тубығынан саҡ ҡына аҫҡа төшөп торһа ла, үҙен әбей кеүек тоя ине. Баҡһаң, бындай кейемдәр гүзәл заттың кәүҙәһен һомғолораҡ, оҙонораҡ, үҙен серлерәк итеп күрһәткәнен аңланы. Ауылдан килеп, уны күргәс Хәтирә лә: “Бәтәс, бөтөнләй икенсе кешегә әйләнгәнһең дә!” – тип һоҡланыуын белдерҙе.
Тик имидж үҙгәртеү генә ярҙам итмәне. Таныусылар барыбер табылды. Асыҡ һауала эшләгән кафеның был миҙгелдә ябылғансы эшләргә лә, икенсе эш эҙләй башларға кәрәк, тип йөрөй ине Тамара. Үҙе хеҙмәтләндергән өҫтөлдәрҙең береһенә, ҡәһүә тулы шәшкене ултыртып та өлгөрмәне: “Тамара?! Һеҙме ул?” – тип бер ир ҡулынан тотто. Ҡатын тертләүҙән шәшкеһендәге ҡайнар эсемлекте ҡулына түгеп ебәрҙе. Тиҙ генә кире боролоп китергә уйлаған ине: “Ғәфү итегеҙ! Нишләп яуап бирмәйһегеҙ?!” – тип көслө ҡулдар икенсе яҡтан икенсе ҡулын тотоп алды. Ҡараштары осрашҡанда уҡ Тамара уны таныған ине. Бер эштән икенсе икенсе эшкә күсеп йөрөп, ҡатыны менән айырылышыр хәлгә еткән Марат исемле ир кәңәш һорап килгән ине уға бер нисә йыл элек. Ярҙамы тейгән, күрәһең. Сочиға эшлекле осрашыуға килгән икән.
– Эштәрем яйға һалынғас, һиңә рәхмәт әйтергә барған инем. “Ул юғалды”, – тинеләр, – тине ул аптырап.
– Шулай тура килде. Зинһар өсөн, мине бында осратыуығыҙҙы бер кемгә лә әйтмәгеҙ инде, – тип Таңһылыуға инәлеп, был юлы ирҙең үҙенән ярҙам һорарға тура килде.
Кисен был хаҡта Хәтирәгә һөйләне һәм бында артабан да ҡала алмаясағын әйтте.
– Күлдең икенсе яғына сығып яңы тормош башлаған кеүек, һиңә әле берҙән-бер юл – Ҡара диңгеҙҙең икенсе яғына китеү, – тип ҡулдарын йәйҙе Хәтирә. – Университетта уҡығанда төрөк телен дә уҡының түгелме?
– Эйе. Беҙҙең курс егеттәре уларға барҙы, төрөктәр беҙгә килеп уҡынылар,– тине Тамара сит телде белеүен раҫлап. – Уларға гид ролендә Башҡортостандың төрлө урындарын күрһәтеп йөрөргә лә тура килгән ине.
Рәсәй туристары “бәрхәт миҙгел” тип Төркиәгә ашыҡҡан ваҡытта, ялған документтар менән унда эләгеү әллә ни ауырға тура килмәне. Хәтирәнең унда йәшәүсе дуҫтары аша барған көндө үк фатирға ла урынлаша алды.
– Йәшәгән өсөн аҡсаң кәрәкмәй. Урамды тәртипкә килтерергә миңә ярҙам итһәң еткән. Баҡса ҡарай беләһеңме? – тине үҙенә индергән алтмыш йәштәрҙәге ҡатын.
– Беләм.
– Динең ниндәй?
– Мосолман.
– Намаҙ уҡыйһыңмы?
– Юҡ.
– Нишләп? Динеңде яратмайһыңмы ни?
– Яратам.
– Яратҡас һуң... – Ҡоро итеп бер-бер артлы бирелгән һорауҙар яуҙырған йорт хужабикәһенән шөрләп тә ҡуйҙы Тамара. – Исемең нисек? – Дин тураһында өйҙәшенән йүнле яуап ала алмаясағын төшөнгән Хаят ханым икенсе һорауға күсте.
– Тамара.
– Йәһүдме ни?
– Юҡ, башҡорт.
– Башҡорт?!
– Эйе...
– Ниңә башҡорттарҙың үҙҙәрендә исемдәр бөткәнме ни? – Саф башҡорт телендә бирелгән һуңғы һорауҙан Тамара терт итеп ҡалды.
– Һеҙ башҡортса ҡайҙан беләһегеҙ? – тип, Тамара һорауға һорау менән яуапланы.
– Ниңә туған телемде белмәҫкә маңҡорт түгелмен дәһә... – Хаят ханым аптырауҙан күҙҙәрен ҙур асып үҙенә ҡарап торған яңы танышына күҙ һирпеп алды ла, әлегә һорау тамам тигәнде белдереп, Тамараны сәй эсергә саҡырҙы.
Сентябрь айы булһа ла, көндәр еҫе торғанлыҡтан, һыу һипмәй, тәрбиәләмәй торһаң, үҫеп ултырған бар нәмә тиҙ генә кибеп, һулырға ғына тора бында. Тамара ла иртән уяныу менән шул эшкә тотондо. Ике ҡатлы мөһабәт таш йорттоң йәйге ял баҡсаһы ҙур ине. Зауыҡ менән төрлө урынға сәселгән сәскәләр күҙҙе иркәләй, йәм биреп тора. Уларға бер ни тиклем ҡарап торғас, Тамара үҙенең баҡсаһын иҫенә төшөрҙө. Астралары әле күкрәп сәскә ата, әрһеҙ бәрхәттәре һуңғы балҡыш бирә, раузалары наҙланып ҡына иҫкән елгә әкрен генә үҙ-ара серләшеп ултыралыр. Ләлә, ҡамыш, ынйы кеүек май башында уҡ сәскә атҡандары һабағына тиклем кибеп, әле үк ҡышҡы йоҡоға талғандыр. Көсле ел-ямғыр ваҡытында ышыҡҡа индереп, эҫелә һыу һибеп торһалар, көршәктәргә өйҙән сығарып ултыртҡан яран гөлдәре лә урамын үҙҙәренсә биҙәйҙер. Бында уларҙың ниндәй генә төрҙәре юҡ! Гөл, сәскә үҫтерергә яратҡан Тамара аэропорттан сығыу менән үк иғтибар иткән ине. Әле лә эше уларҙы тәрбиәләүҙән башланы. Ҡороған япраҡтарын алды, һыу һибеп, төптәрен йомшартып сыҡты. Күңеленә танһыҡ ине был эш. Петрушка, салат япраҡтары үҫкән түтәлдәрҙе ҡый үләндәренән таҙартып йөрөгәндә, эшен бер нисә минут элек ситтән күҙәтеп торған Хаят ханым янына килеп сәйгә саҡырҙы.
Төштән һуң, сәйханаға, эш буйынса алдан белешкән ергә китте. Хужаһы сәй төрҙәре, үҙҙәренә йөрөүселәр менән аралашыу ҡағиҙәләре тураһында әҙерәк һөйләп аңлатҡас, иртәгә эш көнө башланыуын әйтеп, оҙатып ҡалды.
Сәй төрҙәре, уларҙы әҙерләү тураһында яҙылған китапсыҡтарҙы уҡып ултырыуын күреп, Хаят ханым да үҙенең тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
– Эшең сәй яһап, йылмайып тороу менән генә сикләнмәйәсәк, – тине ул. – Килеүселәрҙең хәбәрен тыңлай белеүең дә мөһим. Бер ни тиклем психолог ролен дә үтәйәсәкһең...
– Шулайыраҡ итеп күҙ алдыма килтерәм. Ҡайһы бер серҙәр тап сәй эскәндә асыла бит,– тип Тамара ла хужабикә менән килешкәнлеген белдерҙе. Башына йәтеш кенә итеп яулыҡ сәйгән, өйҙә лә оҙон, затлы күлдәк кейгән, үҙенән уҙҙырып башҡортса матур һәм дөрөҫ итеп һөйләшкән Хаят ханыма ул, берсә һоҡланып, берсә әлегә тиклем асҡыс яратып булмаған серле һандыҡҡа ҡараған кеүек ҡарап алды. – Кәңәшегеҙ өсөн рәхмәт. Рәсәйҙә лә таксист, бармен һәм... – Әйтергәме-әйтмәҫкәме тип әңгәмәсеһенә йылп итеп ҡарап алғандан һуң: – Фахишәләр психолог ролен үтәй,–тине.
– Эй-е-е. Әҙәм балаһы үҙенең яҡын кешеһенә һөйләп борсоған һорауҙарына яуап эҙләр урынға, нишләпер сит, үҙе бөтөнләй белмәгән кешегә сиселә, – тине Хаят ханым алдындағы ҙур ҡағыҙ киҫәгенә нимәлер һыҙа-һыҙа.
– Бәлки, таныш түгел кешенән ғәйбәт таралмағанғалыр...
– Зиһенле, эш рәтен белгән кешегә оҡшағанһың. Был яҡҡа ниндәй елдәр ташланы һине? – тип һораны Хаят ханым һаман да эшенән айырылмай ғына.
Бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәгән кешенән сер тотоп булмаясағын яҡшы аңлаған Тамараға Хаят ханыма бында килеүенең сәбәбен бәйән итергә тура килде.
– Һеҙҙә һаман да бәйһеҙлек, енәйәтселек хөкөм һөрә икән, – тине Хаят ханым, бер ни тиклем тын торғандан һуң, һыҙғылаған нәмәләрен буяй-буяй. – Балалар хаҡына сығып китһәң дә, уларға һин кәрәк бит әле. Һине берәү ҙә алмаштыра алмай. Балалар өсөн атай кешенең бер генә күҙе асыҡ була, әсәләре үлһә, икенсеһе лә йомола, тигән төрөктәрҙең мәҡәле лә бар.
– Аңлайым. Әсәй – ҡаҙна, атай – еҙнә, тиҙәр башҡорттар ҙа. Сит кешегә кәңәштәрем менән ярҙам итә алһам да, үҙемдең тормошом баштан-аяҡ түңкәрелеп ҡуйҙы. Итекһеҙ итексе инде мин дә. Үҙемә етмәгән аҡылды кешегә өйрәтеп йөрөнөммө икән, тип уйлап ҡуям хәҙер...
– Нисек йәшәргә өйрәтеүсе блогерҙар, психологтар менән донъя тулды шул. Уларҙы герой кимәленә күтәреүҙәрен аңлай алмайым. Һиңә килгәндә, кешеләргә ярҙамым тейҙе, тиһең бит. Артыҡ борсолма, ваҡыт барыһын да үҙ яйына ҡуйыр, – тип Хаят ханым Тамараны тынысландырырға тырышты.
– Бында ҡасып йәшәп күңел тыныслығы таба алырмынмы ла, эштә туристарҙың берәйһе мине танымаҫмы? Шул борсой мине хәҙер...
– Күңел тыныслығы кешенең үҙенән тора. Ә һинең яҡташтарың сәйхананың ҡаршыһында торған кафеға ғына һөрлөгөп йөрөй. Уныһы өсөн борсолма, – тине Хаят ханым.
Бер нисә көн эшләгәс, ысынлап та, спиртлы эсемлектәр һатылған кафеға Рәсәй туристарының эркелешеп йөрөүҙәрен күреп, Хаят ханым хаҡлы икәнлеген аңланы Тамара. Эсәләр, һүгенәләр, тауыш ҡуптаралар. Төшөрөп алған ирҙәр үҙҙәрен Алланың ҡашҡа тәкәһе итеп тойһа, гүзәл заттар төрөк ирҙәренең муйынына үҙҙәре аҫылынырға, әйткән һүҙҙәренә иреп барырға әҙер тора...
Хаят ханымдың: “Сәйханаға йөрөүселәрҙе тыңлай белеүең дә мөһим”, –тигәне лә оҙаҡламай раҫҡа сыҡты. Эш ваҡыты тамамланғас, бында илле – илле биш йәштәр самаһындағы фырт кейенгән, ҡиммәтле сәғәт таҡҡан бер ирҙең көн дә тиерлек йөрөүен иғтибар итте.
ДАУАМЫ БАР