

Ҡайнар тыны, ҡайнар ҡосағы менән дәртен арттырып ҡайтарһа ла, Гөлгөнә менән ҡабат осрашырға Азаттың теләге булманы. Аҙна самаһы ваҡыт үткәс, кабинетына үҙе килеп керҙе әрһеҙ ҡатын. Уны күреү менән енәйәт өҫтөндә тотонған кеше һымаҡ тирә-яғына ҡарана башлаған ирҙең ҡайһы арала артына барып баҫып: –Борсолма. Хужабикәң клиенттарын ҡабул итә. Керер алдынан тикшерҙем,– тип Азаттың элкәһенә массаж эшләп, муйынан ҡайнар ирендәре менән үбә лә башланы.
“Һуңғы тапҡыр осрашам да, туҡталам”, –тип бер йыл тирәһе үҙ-үҙен алдап йөрөнө Азат. “Һөйәркә менән ҡатын араһында егерме килограмм айырмалыҡ бар”, –тигән әсе шаяртыу булһа ла, Тамара әлеге ваҡытта ҡорһаҡ үҫтереп, целлюлиттан ҡотола алмайынса йөрөгән егерме йәшлек ҡыҙҙарға ла алмаштырғыһыҙ икәнлеген Азат яҡшы аңлай. Тыңҡыш муйынлы, ҡамыт аяҡлы Гөлгөнә менән икеһен сағыштырып тороу ҙа кәрәкмәй. Тик көслө заттар ҙа ҡолаҡ менән ярата, юхалап, хуплап ҡына торғанда ирей икән шул. Гөлгөнә менән бер-ике сәғәт осрашҡандан һуң да, үҙен ир арыҫланы итеп тоя. Март бесәйе кеүек мыйылдап ҡына уны маҡтаған ҡатындың үҙенә ҡарата әйткән ҡанатлы һүҙҙәрен ишеткәндән һуң тау аҡтарырға ла әҙер ине. “Һинең кеүек ирҙе көндөҙ шәм яҡтыртып эҙләһәң дә таба алмаҫһың”, –тип кенә торҙо ул. Үҙең тураһында заказға мәҡәлә яҙҙыртҡанда ла ул хәтлем маҡтамаҫтар. Ә был әллә ҡайҙан тейешле һүҙҙәрен дә, ирҙең көйөн дә таба белде.
Ошоларҙы уйлай ҙа, Азат хәҙер: “Иң аҫтыртын, ағыуын яйлап ҡына сәсә белгән йылан булған икән”, – тип уйлап ҡуя һөйәркәһе хаҡында. Сит ирҙе әүрәтеү менән бергә, Тамараға ла ағыуын сәсеп өлгөргән бит ул. Ҡатыны юғалып, өйөнә алып ҡайтыуын, бынан кире һөйәркә булып йөрөргә теләмәүен белдереп, ныҡышып та теләгенә ирешә алмағас, икенсегә эйәреп киткән һөйәркәһенә ҡарата дәрте һүрелгәс, шул хаҡта саҡ төшөндө Азат. “Башҡортҡа аҡыл һуң керә. Һуң керһә лә, мул керә, тигәндәре, минең кеүек дүрәккә ҡарата әйтелгәндер”, – тип әсенеп уйлап ҡуя.
Ҡышын Туҡһанбайҙа ир-егеттәр көнөнә арналған район кимәлендәге ҙур ғына сара уҙғарылған ине. Әлбиттә, был эштә Азаттарҙың ғаиләһе лә ситтә ҡалманы. Аш-һыу хәстәрләү, ҡунаҡтарҙы һыйлау эштәре уларға йөкмәтелде. Кешенең вазифаһына, йәшенә ҡарамай, барыһы менән дә уртаҡ тел таба алған Тамара район түрәләрен ҡаршы алды, ашатып-эсереп, оҙатып ҡалды. Сара тамамланыр алдынан, район хакимиәте башлығының ҡатыны хаҡында йылы һүҙҙәр әйткән сағында Гөлгөнә Азаттың янында ине.
– Һөйәркәһе тураһында бөтөн ғәм алдында бер кемдән дә ҡурҡмайынса, өркмәйенсә һөйләр өсөн ниндәй ҙур йөрәк кәрәк! – тигән булып һөйләнеп, телен шартлатты. Азат иғтибар итмәйенсә торғас: – Машинаһына ултыртып алып китһә лә, ауыҙыңды асып ҡарап ҡалырһыңмы икән!? – тип һөйәренең бөйөрөнә төрттө.
– Кемде әйтәһең? – тине Азат һаман да был хәбәргә төшөнөп етмәгәнлеген аңлатып.
– Күҙ урынына күкәй үҫмәгәндер бит! Ҡара, бер-береһенең ауыҙына кереп баралар, – тип ымлап күрһәтте Гөлгөнә. Был ваҡытта хакимиәт башлығы Тамараның арҡаһынан ҡағып яратып тора ине.
“Бына ни өсөн минең ҡатындың түрәләр алдында һүҙе үтә икән?! Тегеләре лә уны күреү менән утҡа баҫҡан бесәй кеүек бушҡа ҡыланмайҙар инде”, – тип уйланып, кисен Гөлгөнә менән бер ни тиклем асыу-ярһыуҙарын баҫҡандан һуң өйөнә ҡайтты.
Ул көндө үҙ ғүмерҙәрендә беренсе тапҡыр ныҡлап һүҙгә килеште ир менән ҡатын. Тамара шул хәтлем оҙаҡлап ҡайҙы йөрөүе тураһында һорашҡан ине, ире туҙҙы ла китте.
– Һинең кем менән, ҡайҙа йөрөгәнеңде тикшермәйем бит! – тип ҡысҡырып ебәрҙе, өҫтөндәге күлдәгенең төймәләрен йолҡоп тигәндәй сисеп.
– Ҡайҙа йөрөгәнмен һуң мин? – тине Тамара, берсә аптырап, берсә асыуланып.
– Оялыу, тартыныуҙы онотҡас, белмәйһең инде! Түҙмәйенсә кеше алдында уҡ һырпалана башлаған ине бит!
– Мейеңде лә ҡуша эстеңме әллә?! – Тамара иренең үҙенә күрәләтә бысраҡ яғыуына түҙмәне.
– Район үҙәгенә барған һайын ниңә юлың уңып ҡайтыуыңдың сәбәбен аңланым инде хәҙер!
– Үҙе бурҙың – күңеле бур, икәнлекте онотма! Өндәшмәй йөрөгәс тә әллә мине һуҡыр тиһеңме? – Гөлгөнә менән иренә бәйле нимәләр белгәнен, ишеткәнен, һиҙгәнен Азатҡа теҙеп һөйләне лә ҡуйҙы.
– Быға тиклем түҙеп нисек йөрөй алдың? – тип, кипкән ауыҙындағы телен саҡ-саҡ әйләндереп һорай алды, бер килке күҙҙәрен ҙур асып, ыҡ-мыҡ итеп торған Азат.
– Беләм, тип нишләргә тейеш инем? Дала ҡамғағының битенә барып төкөрөргә инеме? Әллә һине өйҙән сығармай бикләп тоторға инеме? Бурҙы күҙәтсе еңә алмай инде...
Шунда ғына Азат Тамараның: “Башым ауырта”, “Арыным!” – тигән һылтауҙарының нилектән килеп сығыуына саҡ төшөндө. Уҡылмаған китап һымаҡ булған ул. Серле, шул уҡ ваҡытта ихлас та була белгән. Иренең ситтә йөрөүе тураһында кемгәлер һөйләп, өйҙәге сүпте тышҡа сығармаған. Балалары алдында ла атаһын хыянатсылыҡта ғәйепләп йөҙөн йыртмаған. Сит ирҙәргә күҙ һалып, ғаилә туҙҙырып йөрөгән ҡатындарға ҡарата асыу-нәфрәт утын йөрәгендә йөрөтөп, ауыҙы тулы ҡан булһа ла, ситкә төкөрмәгән. Түҙгән.
Азаттың ситкә йөрөүе тураһында Тамара үҙенең белеүен әйтеп, икеһе ике түшәктәге мендәрҙәргә баштарын терәй башлаған ғына ваҡытта ҡатынынан ярҙам һорап бер ҡыҙ килде. Егерме биш йәштәр тирәһендә. Керпектәр йәбештерелгән, мәскәй әбейҙеке кеүек оҙон итеп тырнаҡтар үҫтерелгән, ирендәр ҡабартылған. Был яһалма ҡурсаҡты күреү менән ир ҡапыл ытырғанып ҡуйған ине. Эске һиҙемләүе бушҡа булмаған икән. Тамараның клиенттарын ҡабул итә торған бүлмәнең ишеге ҡыҫылып ҡына ҡуйылған ине. Гөлгөнә менән осрашыуға әҙерләнеп, өйҙә үрле-ҡырлы йөрөгән ирҙең ҡолағына ике ҡатын-ҡыҙҙың һөйләшкәндәре яҙа-йоҙа ғына ишетелеп ҡалды.
–Миңә ошо ҡатындың ирен һалдырып алып, үҙемдеке генә итеп ҡуйырға кәрәк, – ти яһил тауыш.
– Мин сихырсы түгел. Адрес менән яңылышҡанһығыҙ, – ти ҡатыны тыныс ҡына.
– Һеҙҙең турала күп ишеттем. Ир менән ҡатынды ҡабаттан ҡауыштырғанһығыҙ, балаларға ярҙам иткәнһегеҙ. Миңә лә тап һеҙ кәрәк. Һеҙҙең кәңәшегеҙ... – тип тегенеһе өҙмәй ҙә ҡуймай.
– Ни өсөн ул ҡатынынан китер тип, уйлайһың һуң? – ти Тамара аптырап.
– Ул ҡарт. Ҡырҡты уҙған. Ә мин саҡ егерме биштә генә. Шуға ла ул мине ярата, ҡатынын йәлләгәнгә уның менән тора. Тыныс күңел менән китһен өсөн һеҙ ярҙам итергә тейешһегеҙ!
– Кемгә, нимә тейешмен, уныһын үҙем беләм. Ә ул ир бөгөн һинеке булһа, иртәгә ун алты – ун һигеҙ йәшлек ҡыҙҙарға эйәрмәҫ, күҙ һалмаҫ, тип кем гарантия бирә ала?
Гөлгөнәнең уны көтөүен белдергән смс-хатты уҡып, өҫ кейемен кейеп торғанда, теге ҡыҙҙың һаман да бирешергә теләмәйенсә үҙенекен иҫбатларға маташыуы йәнә ҡолағына салынып ҡалды Азаттың.
– Ул мине генә ярата. Хатта оҡшарға, йәш күренергә тырышып һаҡал-мыйығын да ҡырып ырғытты... – Йәш һөйәркә һаман да үҙенекен тылҡый ине.
– Кер киптергестә элеүле минең эске кейемдәремде һатып алаһыңмы? – Тамара клиентына көтөлмәгән һорау бирҙе шунда.
Һөйәркәһе янына ашҡынып сығырға йөрөгән үҙенең ирен туҡтатты, кеше абышҡаһын үҙенеке итергә маташҡан ҡыҙҙы ла бер мәлгә өнһөҙ итте был һорау.
– Миңә нимәгә улар? Һеҙ минән көләһегеҙме әллә? Мине кем тип белдегеҙ?
– Бә-әй, кеше ире менән түшәк бүлешәһегеҙ бит. Әйҙә, бүтән ҡатын-ҡыҙҙарҙың эске кейемдәрен дә кей!
– Был сағыштырыу бөтөнләй урынһыҙ!
– Ир менән ҡатын бер-береһен яман, сит күҙҙәрҙән һаҡлап, аралап тороусы кейем менән бер ул. Һин уларҙың араһына кереп мөнәсәбәттәрен боҙоу менән бергә, үҙеңде лә ҡәҙерһеҙләйһең. Бүтән кешенең эске кейемдәрен сирҡанмай кейгән кеше менән берһең...
– Ну мин һеҙҙе был һүҙҙәрегеҙ өсөн былай ғына ҡалдырмаясаҡмын! – тип тегенеһе дөрөҫ әйтелгән һүҙҙәрҙе күтәрә алмайынса ҡыҙып уҡ китте.
– Мәйелең. Тағы ла, кәңәш итеп кенә шуны әйтәм, һинең менән бергә булғыһы килһә, ҡатынынан күптән китер ине. Бала, карьера улар өсөн яуаплылыҡтан ҡасыу ғына. Ҡатынын ярата, ә һинең менән уңайлы. Уның йәшендәге ирҙәр сығынсы ат һымаҡ тулап алалар. Ҡартлыҡтары йыраҡ түгеллеген аңлағас, йәш ҡыҙҙарға күҙ һалып, машина артынан йүгергән эт хәлендә ҡалалар. Эт тә бит машинаны ҡыуып етһә лә, рулгә ултыра алмаған кеүек, көслө заттар йәштәр менән буталып алһа ла, йәшлеген кире ҡайтара алмай... Ошо хәҡиҡәтте аңлау менән әлеге мәлдә һине алдап йөрөгән ир ҙә ҡойороғон һыртҡа һаласаҡ. Ҡәҙерһеҙ уйынсыҡ хәлендә ҡалғаныңды шунда төшөнәсәкһең. Ә һин ғүмерең буйы шул ҡара тап, күләгәң менән ҡаласаҡһың...
Быларҙың һөйләшеүе нимә менән тамамланыр тип, өҫкө кейемендә шыбыр тиргә батып ишек төбөндә тапанып торған Азаттың шул ваҡытта башына күҫәк менән тондорған кеүек булдылар. “Бына ни өсөн Тамара мине ҡарауыллап, Гөлгөнә менән беҙҙең араға керергә маташып үҙ ҡәҙерен китәреп йөрөмәй икән. Яратҡандарҙан китмәгәндәрен яҡшы аңлай инде. Хәйер, һөйгәндәргә хыянат та итмәйҙәр, тиҙәр. Тфү, юҡ нәмә менән нниңә башымды ҡатырып торам әле”,–тип аяғы тартмаһа ла Гөлгөнә янына сығып киткән ине. Юха ҡатындың иркәләү-наҙлауҙарына ул көндө беренсе тапҡыр күңеле ирей алманы.
Һуңынан да ҡатынына хыянат итергә барһа, Тамараға кеше ирен һалдырып алырға ярҙам һорап килгән теге яһалма ҡурсаҡ һөйәркә, Гөлгөнә һәм бысраҡ эске кейемдәр күҙ алдына килеп, бергә буталып аңын томалап тик торҙо. Быны хәйләкәр ҡатын унан биҙә башлауы тип ҡабул итте. Ҡатыны менән аралары яйлана башлағандыр, тип уйлап, Тамараға төрлөсә бысраҡ яҡты, ҡайҙа барһа ла уны яманлап һөйләп, ғәйбәт таратты. Тамара юғалғас, осрашыуҙар уларҙың өйөндә булыуын теләне, талап итте. Тик Азаттың быға ғына аҡылы етте. Хәләл ҡатыны менән юҡтан бар итеп йыйған донъяларына сит кешене хужа итеп тә түгел, ә аяғын да баҫтырманы. Тамара был донъяла булмаһа ла, уның рухына хыянат итер төҫлө ине икенсе ҡатын-ҡыҙ өйҙәрендә хужабикә сифатында йөрөһә.
Азатты рәсми рәүештә үҙенеке итеп, тирә-яҡта беренсе бай ирҙең ҡатыны була алмағас, һөйәркәһе лә тиҙ һыуынды. Хәйер, бар документ, отчет эштәрен Тамара алып бармағас, эшлекле осрашыуҙарға үҙенең аҡыллы фекерҙәре менән түрәләрҙе ауыҙына ҡаратып ҡуйыусы булмағас, Азаттың эше күҙгә күренеп артҡа тәгәрәне. Теге ҡашлы йөҙөк тарихынан һуң күптәр уның менән ҡул биреп күрешеү урынына, баш ҡағып иҫәнләшеү менән генә сикләнәләр. Гөлгөнә лә быны белә-күрә йөрөп, ирҙән һыуыныуға сәбәпсе булғандыр. Тамара юғалыуға бер йыл да үтмәне, күрше районда ағас эше менән булышҡан эшҡыуар менән бәйләнеүен ишетте.
Яңғыҙ (тол ир тип Азат һаман да үҙен һанамай) ирҙең уң ҡулы улы Азамат хәҙер. Мәктәпте тамамларға йөрөгән егет атаһына бар эшендә лә ярҙамлаша, әсәһенә оҡшап зирәк тә. Ҡағыҙ эштәрен үҙе алып бара тип әйтергә лә мөмкин. Атаһы әүәлгесә ҡул ғына ҡуя башланы.
Айһылыуҙы ыҡҡа килтереүе генә ҡыйын. Ун бише менән барған ҡыҙ үҙен һаман бер нимәлә лә яуаплылыҡ тоймауы аптырата Азатты. Йыуылмайынса өйөлгән һауыт-һаба ла, сүпләнеп, бысранып бөткән иҙән дә, йыуыныу бүлмәһендә йыйылған кер ҙә уға бар ни ҙә, юҡ ни. Хатта әсәһе элек тырышып үҫтергән бүлмә гөлдәре һыуһыҙ кибеп, ҡороп ултырһалар ҙа иҫе китмәй. Бер каникулына ҡайтҡанда атаһы түҙмәне:
– Ҡыҙым, һинең йәштә элек ҡыҙҙар гөрләтеп донъя көтәләр ине. Һиңә лә ҙурайырға ваҡыт, – тип әйтте.
– Өй йыйыштырыусылыр шул мин һеҙгә! – тине тегенеһе ҡолағының бер яғындағы ғына ҡолаҡсынды алып.
– Ҡатын-ҡыҙ йыйыштырыусы ла, ашнаҡсы ла, башҡа бик күп ролдәрҙе лә үтәй, ҡыҙым, ғаиләлә.
– Балаларҙы көсләп эшләтеү закон тарафынан тыйыла! – тине ҡыҙы күҙен аҡайтып ҡарап.
– Эштән берәү ҙә үлмәй. Эшләгәнең беҙҙең өсөн булһа, өйрәнгәнең үҙең өсөн бит. Киләсәктә һиңә әсәй, кәләш ролен үтәргә тура киләсәк. Балаларыңдың ас, бола өйҙә йәшәүҙәрен теләйһеңме ни? – тип атаһы ҡыҙын тәү күргәндәй итеп ҡараны.
– Әсәйем яҡшы кеше булып күренергә тырышты ла, ана, хәҙер ҡайҙа икәнен дә белмәйбеҙ, – тип дөп-дөп баҫып сығып уҡ китте Айһылыу.
Ҡыҙы менән ошондай күңелһеҙ һөйләшеүҙәр артҡан һайын, Азат Тамараның элек ни өсөн ҡыҙыуының сәбәбен аңлай башланы. Әсә менән бала араһындағы проблемаларға ул бер ваҡытта ла ҡыҫылманы. Уларҙы тәрбиәләүҙә ҡатнашманы. Минең төп эшем ғаиләне туйындырыу, тип уйланы эшем эйәһе. Ә Айһылыуҙың Туҡһанбай, Йүкәлек ауылдарындағы тиңдәштәрен белешеп, ҡарап йөрөй ҙә, үҙенсә эстән генә һығымта яһай башланы.
Интернетта йәшәп уҡығандарҙың күпселеге ғаилә эшенә, мәшәҡәттәренә бөтөнләй ҡыҫылмайҙар икән дә. Әҙергә хәҙер генә булып үҫеп киләләр. Сөнки тегендә бит йыйыштырыусы улар йәшәгән бүләне, уҡыған класты тәртиптә тота, ашханала дөйөм әҙер ашты ултырып ашайҙар ҙа шуның менән эш тә бөтә. Ғаиләләге мөнәсәбәт араһын да һыуыта икән. Бәләкәйҙән ситтә белем алған балаларҙың ата-әсәһенә ылығыу тигән тойғолар юҡҡа сығыуына төшөндө атай кеше.
Шуға ла, мосолман илдәрендә балалар йортона ата-әсәләре үлеп-фәлән ҡалһа яҡын туғандары ни өсөн үҙҙәренә алып ҡарауҙарын аңлай башланы Азат. Сөнки дөйөм ҡыйыҡ аҫтында үҫкән ундай балаларҙың күптәре тормошҡа яраҡһыҙ булып үҫә. Элек тә бит йә йәтим ҡалып, йә ата-әсәһен тыңламай ситкә сығып киткән балаларҙы бушҡа ғына зимагурҙан һалдырып әрләмәгәндәр. Уларҙың имандары ла, быуындар бәйләнешен тотоп тороусы башҡа мәңгелек ҡиммәттәр ҙә юҡҡа сыға икән, баҡһаң. Ана, Айһылыу ҙа әсәһенең ғәйеп булыу ваҡиғаһына әллә ни ҡайғырманы ла шикелле. Атаһы ла банкомат ролен үтәмәһә, ул да берәй китеп олаҡһа ла иҫе китмәҫ ине ҡыҙының. Ярай ҙа һуңғы ваҡытта кейәүенә, ҡыҙы юғалыуынан һуң, тынысыраҡ ҡарай башлаған ҡәйнәһе Айһылыуҙы тәрбиәләүҙе үҙ ҡулына алды. “Аҡса күп бирмә. Баланы боҙмайыҡ”, – тип кенә тора. Эшкә лә өйрәтә шикелле, яйлап ҡул араһына инә башланы.
Ҡырҡҡа саҡ аяҡ баҫып килгән ирҙең оҙаҡ яңғыҙ йәшәүенә берәү ҙә башта ышанмай ине. Тамара юғалыуға ике йыл үтһә лә, тол ҡалғандары ла, һаман үҙ парын тапмайынса ҡаңғырған яңғыҙаҡ ҡыҙ-ҡырҡын алдында баш-күҙен уйнатып ир алдында асыҡтан-асыҡ һырпаланһа ла, берәүгә лә күҙ һалманы Азат. Кәләше менән икеһе бергә саҡта йоҡлап йөрөгән карауатындағы мендәргә яңғыҙының ғына башы терәлә һаман.
Ике яҡтағы күрше ауыл халҡы: “Тамараны инопланитяндар алып киткән икән. Шулай булмаһа, кеше һынлы кеше тик торғандан зым-зыя юҡҡа сыҡмаҫ ине. Хәҙер Азат янына ла килә башлағандар, ти. Улар менән осрашыу ваҡыты етһә, эштә булһа ла, өйөнә йүгереп ҡайта ла, бүлмәһенә бикләнә икән. Шунда улар менән эйелөп-бөгөлөп, ауыҙ эсенән ниҙер мөңгөрләп бәйләнешкә инә, ти”, –тип хәбәр тараттылар. Күптәре үҙҙәре уйлап сығарған яңылыҡҡа Хужа Насретдин кеүек үҙҙәре лә ышанып ҡуйҙы.
Ысынбарлыҡта иһә ғаилә именлеге, ҡатынының имен-һау табылырын, балаларының тәүфиҡле кеше булып үҫеүҙәрен теләп, Аллаһы Тәғәләнән ялбарып һорап йөрөй торғас, Азат намаҙға баҫҡан ине. Ә күңеле болоҡһоп, ҡатынын һағыныуҙан һарғайыр, һағыштарынан сәсәп тонсоғор мәлдә, теге юлы колбасанан килеп сыҡҡан Тамараның ҡашлы йөҙөгөн ҡулына алып тыныслана, балалары хаҡына бирешмәйенсә йәшәргә тырыша.
@@@@
Бәхетең үҙең менән.
Һалҡын, яҙғын ташҡын шауҡымы бөтмәгән күлдең икенсе яғына сыҡҡас, утыҙ биш йәштәр самаһындағы бер ҡатын башта бер ни тиклем яңы ғына ҡурпылап ер өҫтөнә йәшел бәрхәт балаҫ кеүек түшәлгән үлән өҫтөндә өнһөҙ-тынһыҙ ғына ятты. Хәл йыйҙымы, әллә артабан нисек йәшәргә план ҡорҙомо, быныһын бер үҙе генә белә. Ҡараңғы тамам төшөп, яҡындағы Туҡһанбай ауылының һуңғы өйҙәренең тәҙрәләрендә ут һүнгәс кенә, тәнтрәкләп шул яҡҡа ыңғайланы. Әллә өшөүҙән, әллә үҙе менән булып үткән ваҡиғалар ҡойононан һаман да арына алмауҙан тештәре тешкә тейеп ҡалтырай, үҙе юлында берәү ҙә осрамаһа ярар ине, тип теләй-теләй, ниһайәт, үҙенә кәрәкле йорттоң соланының ишеген тартты. Бәхетенә күрә ул эстән бикһеҙ ине. Оҙон итеп эшләнгән соландың һул яғындағы бүлмәгә ышаныслы аҙымдар менән атлап керҙе.
– Хәтирә-ә-әү!
– Ай-й-й! – Ҡаршыһында баҫып торған ялбыр башлы, ярым-шәрә ҡатынды күреп тегенеһе ҡысҡырып ебәрҙе.
– Се-е-еү! Был, мин, Тамара...
– Тамара?! Атаҡ, нишләп йөрөйһөң төн йөҙөндә? Етмәһә, бынау ҡиәфәттә?!
– Башта ҡоро кейем бирһәңсе... – Саҡырылмаған ҡунаҡ ҡалтыранып ҡуйҙы.
– Хәҙер, хәҙер... – Яңы ғына серемгә китеп, йоҡонан ҡапыл уянған Хәтирә ҡапыл албырғап, бер ни тиклем юрғанында буталып ултырғандан һуң, аяғына тороп баҫты. – Һиңә йылы сәй ҙә эсергә кәрәк. Һалҡын тейҙереп ауырып китеүең бар...
– Ҡуй, әсәйеңдәрҙе уятып йөрөмәйек. Минең һеҙҙә икәнде берәү ҙә белмәһә, яҡшыраҡ булыр ине...
– Улар ҡунаҡта. Ҡустымдың ҡайныһының тыуған көнөнә киттеләр. Балалар ҡәйнәмдәрҙә. Һинең менән нимә булды? – тип һораны Хәтирә, ут яҡтыртып әхирәтенә йәнә күҙ йүгертеп сыҡҡас.
– Мине үлтерергә уйланыла-а-ар... – Тамара бала кеүек һыны ҡатып иланы ла ебәрҙе.
– Ыста-а-а, кем?!
– Кем булһын инде, Азаттың һөйәркәһе.
– Ә?!
– Моғайын, ишеткәнһеңдер инде уның кем менән сыуалғанын...
– Теге юлы һинең менән осрашып ҡайтҡас, әсәйем әйтеп һалған ине лә ул. Ышанманым. Һеҙҙең кеүек матур пар араһынан ел дә үтмәҫлек ине бит. Нимә булды һуң?
– Иремә күңел йылым етмәгәндер инде-е-е. Ҡатыны күккә күтәреп маҡтап, наҙлап торһа, ирҙәр ситкә ҡарамай бит...
– Кит, ошо хәлдә лә һаман шул нәмәне яҡлап тора бит әле... – Иң яҡын әхирәтен кәмһеткән кешегә асыуы килеп, өҫтәлгә шәшкеләрен дөп иттереп килтереп ҡуйҙы. – Һуҡтымы? Үлем менән янанымы теге дала килмешәге?
– Кем икәнен дә беләһеңме ни? – Ауылға йәйге ялға бер аҙна элек кенә ҡайтып төшкән әхирәтенә аптырап ҡараны Тамара.
– Беләмсе. Һин генә мине әҙәмгә һынап сереңде һөйләмәй йөрөгәстә әллә? Ябай физкультура уҡытыусыһы ниндәй кәңәш бирер тип уйланың инде, ивитә? – Хәтирәнең тауышында үпкәләү ауаздары ишетелде.
– Ниңә юҡты һөйләйһең ул?!
– Ауыҙың тулы ҡан булһа ла, төкөрмәй торған холҡоң барлығын беләм инде. Йә, исмаһам, бөгөн нимә булғанын һөйлә! – Хәтирә өҫтәлгә ашамлыҡтар теҙә-теҙә әхирәтенең был ҡиәфәттә килеп кереү тарихын тыңларға әҙерләнде.
...Тамара бәләкәйҙән янған утҡа, аҡҡан һыуға мөкиббән китеп ҡарап ултырырға яратты. Шәүрә өләсәһенең: “Ҡайғы-хәсрәтеңде аҡҡан һыуға һөйлә”, – тигән кәңәше, ире ситкә йөрөй башлағас, бигерәк тә ярап ҡалды. Азаттың: “Район түрәләре менән уйнаш итәһең”, – тип күрәләтә яла яғыуына түҙмәй йөрөгән сағы ине, йылға-күлдәрҙә боҙ китә башлағанда. Өйҙәренән бер нисә метр йыраҡлыҡта урынлашҡан, был ваҡытта Еҙем йылғаһы менән бергә ҡушылған Төпһөҙ күл янына барып, рәхәтләнеп илап, бер кемгә лә һөйләмәгән хәсрәттәре менән уртаҡлашты аҡҡан һыуға, киткән боҙға ҡарап. Еңел булып ҡалды үҙенә. Ер-һыу кипкәс тә йыш килде. Бит-ҡулды сайҡарлыҡ булғас, иртәле-кисле шунда төшөп йыуына ла башланы. Бүтән күлдәр кеүек көндәр йылына башлау менән насар еҫ сығып, өҫтөндә себен-серекәй уйнап тормай унда. Еҙем йылғаһы йәй көндәрендә лә үҙенең таҙа, саф һыуы менән саҡ ҡына ямғыр яуһа ла бүлешә лә, күл йәнә йәшәреп ала ла китә.
Был күла ша ер аҫты мәмерйәләренә барып та була икән, тигән имеш-мимештәр ҙә йөрөй. Булыр ҙа. Тәрәнлеген самалап белгән кеше лә юҡ шикелле. Һыуға төшкәс, бер метр самаһы ғына тубыҡҡа тиклем. Һуңынан ҡапыл убып алған кеүек тәрәнәйә лә ҡуя. Тамара күңелен тынысландырған был урынға көн дә яңғыҙы килергә тырышты. Үҙе һыуҙың ситенән бер аҙым да ситкә китергә тырышмай. Тәбиғәттең был мөғжәле өлөшө, шулай берсә үҙенә тарта, берсә күңеленә шом да һалып ҡуя.
Тик был ҡыуанысы ла оҙаҡҡа барманы. Бөгөн әрә-һәрә булғансы йәшелсә баҡсаһында саҡ морон төртөп шытып килгән кишер, сөгөлдөрҙө күмеп барған ҡый үләндәрен утап оҙаҡ ҡына йөрөнө. Талған билен саҡ-саҡ яҙып, күл буйына йыуынырға китте. “Бер нисә көндән балалар каникулға ҡайтасаҡ. Иртәгә өйҙө йыйыштырып, бешеренеп әҙерләнергә кәрәк. Оҙайлы каникулдарҙа Айһылыу менән араларҙы яйға һалырға тырышып ҡарарға ине. “Ма, теге кәрәк, ма, был кәрәк”, – тип туҡтауһыҙ нимәлер һорағанда ғына минең барлыҡты иҫкә төшөрә башланы. Көнө буйы йоҡлап, һыу инеп, кино ҡарап, телефонда соҡсоноп ятыуҙан башҡаны белмәй, әтеү”,– тигән уй менән йыуынып торғанда, йылан ыҫылдаған һымаҡ тауышҡа терт итеп ҡалды.
ДАУАМЫ БАР.