

Концерт залында, Башҡорт халыҡ йыры ,,Урал” яңғырай. Йыр тамамланғандан һуң, конферансье ҡатын мөйөштәге йәшел һандыҡ өҫтөнән алған ҡулындағы әйберен залға күрһәтеп тантаналы тауыш менән -Приз! ,,Байташ һандығы”!-тиеп иғлан итте. Тамашасылар аяҡ өҫтө баҫып ҡул саптылар.
-Беҙҙең һандыҡ, ғәҙел һандыҡ!-тине призын барыһына күрһәтеп өҫкә күтәрҙе.
-Нәфис тә ул, аҡыллы ла, һағышлы ла, дәртле лә ул, яугир ҙә, эшһөйәр ҙә, шағир ҙа, музыкант та, тарихсы ла, төрлө төҫлө ташлы архитектор ҙа. Һәр саҡ беҙҙең менән ,,Байташ һандығы” конкурсында ҡатнашыусы, моң һандығы! Хөрмәтле тамашасылар ,,Байташ һандығы” конкурсы дауам итә! Һеҙҙең алда Татарстан йырсылары башҡарыуында Макаров музыкаһы, Хәсән Туфан һүҙҙәренә ,,Кейек ҡаҙҙар” йыры! – тиеп белдерҙе.
Алып барыусыны тыңлап торған конкурсҡа килгән бер ҡунаҡ;
-Беҙ инде ул һандыҡ хаҡында ишеттек. Ҡайҙан һәм ҡайһылай килеп сыҡты һеҙҙең телестудияға? – тиеп конкурсты алып барыусынан һораны.
-Һорау өсөн рәхмәт. Эййе. Миңә һөйләргә, һеҙгә тыңларға ваҡыт бар. Һәр саҡ беҙҙең студияла мөйөштә ултыра, ҡуҙғалмай. Иҙәнгә ҡуша йәбешкән. Ғәҙәттәге һандыҡ кеүек тотоп йөрөтөп булмай!-тине диктор.
– Йөрөтөп булмаһа һуң, муляжын йөрөтөргә була!?-тине ҡунаҡ.
-Яһап ҡаранылар муляжын. Эшләп тә булмай, йөрөтөп тә булмай, тинеләр. Фестивальде телестудияға йыйыуыбыҙҙың сәбәбе лә, оҡшаш һандыҡ яһау мөмкин түгеллегенән! – тине диктор.
- Ысынмы, бә-әй!? – тиеп аптыраны ҡунаҡ.
-Ысын! Иң тәүҙә һандыҡты ,,Байташ” тауынан вертолет менән алып килеүҙә ярҙам
күрһәткән, вертолетсы ГАИ хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Вертолет майҙанға төшкәс тә, беҙҙең ике йәш скрипкасы егет, ике ҡабырғаһындағы алтын тотҡаһынан күтәреп унынсы ҡатҡа, еңел генә югертеп алып менделәр. Һандыҡты оҙатыусы андағы ҡатын әйтеүенсә, сәйер холоҡло икән, шундуҡ мөйөшкә урынлаштырҙыҡ!–тине.
-Дөрөҫ тә. Өҫтәлдең урыны бүлмә уртаһында. Һандыҡты мөйөшкә ҡуялар, дивандыҡы стена ҡырында. Шулай уңайлы ла. Ғәжәп! Ниндәй сәйерлек икән? – тине ҡунаҡ.
- Сәйерлеге ябай. Хеҙмәт кешеһен бүләкләгәндә, ҡул сәпәкәйләргә кәрәк икән!-тине диктор.
- Тимәк, һеҙҙең һандыҡ шулай маҡтай беләме? -тине ҡунаҡ.
-Эййе! Әлеге әкиәттә, тик йырсыларҙы маҡтай! –тине диктор.
-Үҙе тылсымлы ла икән! – тине ҡунаҡ.
-Маҡтау кәрәкле нәмә, бигерәк тә артистарға. Бына хәҙер һеҙҙең менән һандыҡтың йырсыларҙы бүләкләүен ҡараясаҡбыҙ! Хөрмәтле ҡунаҡ, беҙҙә ҡунаҡтарҙан һорашып белә торған бер тәртип бар. Һеҙгә ғәҙәттәгесә һорау мөмкинме? – тине диктор.
-Эййе! Рәхим итегеҙ! - тине ҡунаҡ.
-Әйтегеҙсе зинһар, конкурста ҡатнашырға һеҙҙе ниндәй өмөттәр килтерҙе һәм ҡайҙан? - тине диктор.
-Әһә -һә-һә. Мин Удмуртиянан Можга шәһәренән килдем. Беренсенән, мин ,,Байташ һандығы” конкурсында йырларға теләйем. Икенсенән, үҙемдең нисек йырлауымды күрһәтергә килдем. Өсөнсөнән, һеҙҙең һандыҡ ҡыҙыҡтырҙы. Призға өмөт бар! –тине конкурста ҡатнашырға килгән ҡунаҡ.
-Аффарин! Өмөттәрегеҙ тормошҡа ашһын. Һеҙҙең йыр, беҙҙең өсөн үҙе алтын! Һеҙгә дан! Талант ҙурланырға хаҡлы! Хөрмәт- нескә сәнғәт! – тине диктор.
-Рәхмәт! Ҙур рәхмәт һеҙгә ышаныс өсөн хөрмәтле диктор. Был донъяла һәр нәмәнең башланғысы барҙыр. Беҙҙең фестиваль дә башланды. ,,Байташ һандығы” сығышы менән ҡайҙан икән? – тине ҡунаҡ.
-Хәҙер, – тине диктор; -Әкиәттең башы ошолай башлана:
-Борон-борон заманда ,.Байташ тауы” итәгендә тауҙарҙа яңғыраған ,,Зөлхизә” хоры” аҫтында бер төркөм ирҙәр таш сығарғандар ти.
. …Төн уртаһы еткәс тә, бер ҡыҙ илай,
Зөлхизә.
Йәш ғүмерем заяға ай үтә тип,
Зөлхизә… .
Бенр көндө береһенең көрәге һандыҡ ҡапҡасы һымаҡҡа төртөлгән.
-Э–һе-һе-һей, һандыҡ тапты-ым! тиеп ҡысҡырып башҡаларын саҡырған.
Табышты ҡарарға килгән ирҙәр, нимә икәнлеген беләр өсөн көрәк менән өҫтөнә туҡылдатҡан саҡтаһандыҡ ҡапҡасы тауышы сығарып дөңкөлдәгән.
Өмөтлө тауыштан шатланған хеҙмәтселәр, төбөнә еткәнсә һандыҡты тупрағынын арындырғандар. Дүрт яғына эшләнгән ҡапырсаҡлы алтын тотҡаһынан күтәреп һандыҡты үләнле тигеҙлеккә сығарып ултыртҡандар. Балсығын көрәк менән ҡырып, туҙанын һөртөп ҡараһалар, шыма ла, мөйөштәре алтын ептәрҙән ҡаймаланған, үҙе төрлө төҫлө ынйылар һибелгән, үҙе йәшел таш һандыҡ икән. Йоҙағы ла алтын. Бикле. Асҡыс юҡ.
Ҡаҡҡылағандар, һуҡҡылағандар, һелкеткәндәр асылмаған йоҙаҡ.
Югергәндәр ирҙәр, һандыҡ соҡорона асҡыс эҙләргә. Күпмелер ваҡыт ер аҡтарып асҡыс эҙләгән арала, байға сапҡынсы ебәргәндәр. Табылмаған асҡыс. Кире һандыҡ янына килһәләр, һандыҡ өҫтөндә ҡулындағы алтын асҡысын күҙ тәңгәлендә йөрөтә, борғолай, ирҙәргә күрһәтеп маҡтанып һөлдә ултыра ти.
Ҡайҙан килгән был маҡтансыҡ шайтан, бая юҡ ине бит, тиеп ҡарап торалар ти ирҙәр. Асҡысына ынтылһалар ҡулдарын тырнай, этәй, аяҡтары менән тибенә, ҡулынан тотоп тартһалар һандыҡҡа һылап ҡуйғандай йәбешә икән. Һөлдәнән нисек ҡотолорға белмәйҙәр. Ебәрелгән сапҡынсы артынан бай ҙа килгән. Һандыҡҡа яҡын ултырып ҡулын төрлөсә хәрәкәтләндереп асҡысты алдырыусы доға уҡыған. Ситтән күҙәткән ирҙәр, һөлдәнең башы әкерен әйләнеүен, асҡысты байға тоттороуын күреп һөйөнөшөп торалар ти. Асҡысты алған бай, йоҙаҡты асырға ҡулын һуҙған саҡта ғына, башы әйләнеүҙән туҡтаған һөлдә, байҙың ҡулын тешләргә өлгөргөн ти.
– Ах, шайтан, ҡайҙа яңылыштым!? Ах, шайтан! Ах, шайтан! – тиеп ауыртыуҙан ҡысҡырып ебәргән ти бай.
Ҡулы ныҡ ауыртҡан хужа һандыҡ өсөн ваҡыт уҙғармаҫҡа, эште дауам итергә ҡушып, -Ҡайҙа яңылыштым мин, ах шайтан!? -тиеп үкенеп, ыңғырашып ҡулын бәйләтергә өйөнә ҡайтып киткән.
Ул көндә туҡтамайынса эшләгәндәр ирҙәр. Кис еткән. Арыған ирҙәр ҡыуыштарына кереп ял итергә ятҡан. Урта йәштәрҙәге бер ир, һандыҡ эргәһенә килгән…
Шәмдәлдәрҙә генә уттар яна, Гөлъямал,
Еткән ҡыҙҙар киндер еп иләйзәр;
Ынйы ла мәрйен ҡыҙҙарҙың ҡул бауы,
Ауыр йән һәйгәндәрҙең булмауы,
Ниндәй ҙә генә егеткә барырбыҙ, тип Гөлъямал,
Ҡолаҡтан- ҡолаҡҡа улар һөйләйҙәр,
Ынйы ла мәрйен ҡыҙҙарҙың ҡул бауы,
Ауыр йән һөйгәндәрҙең булмауы,- тиеп ай яҡтыһында ҡойонған һандыҡҡа ҡарап әкерен генә моңланып йырлап ултырған ти.
-Ярар ҡустым, йырлауын һәйбәт йырлайһың. Йыр йырлау яҡшы! – тиеп бер оло ағай йәш ирҙе хуплап ҡулын әкерен сәпәкәйләп баҫып тора икән.
-Ял да итергә кәрәк. Иртәгә эшкә көс тә кәрәк. Кер ҡыуышҡа, йоҡла! – тиеп кереп киткән ти үҙе.
- Ярар, ағай, хәҙер, саҡ ҡына ултырам да! - тиеп яуаплаған ир. Һандыҡ өҫтөндәге нимәлер ялтырауына эйелеберәк ҡараһа, аяҡ ҡулдары менән һандыҡ ҡосаҡлап ятҡан тере кеүек күренгән һөлдә төшөрөлгән һүрәтле түгәрәк алтын тәңкә икән.
Быны беҙҙең хужа онотоп ҡалдырған, тиеп уйлаған. Тәңкәне хужаға бирһә, яҡшы һүҙ ишетеренә өмөтләнгән ир. Алтын тәңкәне кеҫәһенә һалған. Татлы хыялдары менән ҡыуышҡа кереп йоҡларға ятҡан.
Иртәгәһенә иртә менән уянған ир. Кисә тапҡан алтын тәңкәне ирҙәргә күрһәткән. Улар ҙа беренсе тапҡыр күрәләр икән тәңкәне. Ғәжәпләнеп баштарын шым һелкеп эшкә тотонғандар. Бер һыуһын эшләгәс яулыҡ менән ҡулын муйынына аҫҡан хужа килгән. Һаулыҡ һорашҡан. Күтәренке кәйефтә эшселәре менән һандыҡ эргәһенә килгән. Тәңкә тапҡан ир, хужаға табышын бирергә күрһәткән. Тәңкәне алып әйләндереп тешләп ҡараған хужа;
-Был минең тәңкә түгел! Ҡайҙан алдың был алтын тәңкәне!?- тиеп һорашҡан.
- Бына ошо һандыҡ өҫтөндә ята ине бай ағай! - тигән ир.
- Аффарин! Миңә ышанғаның өсөн, һәр ҡайһығыҙға бер тәңкә көмөш алырһығыҙ!– тигән һандыҡтан күҙҙәрен алмаған хужа. Һандыҡты арбаға тейәргә ҡушҡан.
- Рәхмәт һиңә йомарт бай! Миңә өй төҙөргә аҡса булыр, һыйыр алырмын!- тигән ҡайһылары. Хужанан яҡшы һүҙ ишеткән ирҙәр, һандыкты арбаға һалырға тотонһалар, күтәралмағандар. Аптыраған бер, Ерҙән ҡупшытыр өсөн имән күҫәген һандыҡ аҫтына тығыуы менән, күҫәк киҫәктәре аяҡ аҫтына ҡойолған. Һандыҡ өҫтөнә һөлдә тороп ултырған. Икенсе ир оҙон таяҡ менән һөлдәне һандыҡтан ситкә этәгән. Һандыҡ өҫтөндә аяғын һәлендереп ултырған һөлдә, ҡулы менән таяҡты тартып алған да ситкә ташлаған, ҡулындағы туҙанын ҡаҡҡан, йәнәһе күҫәк миңә, сүп.
Һөлдәнең былай тиккә генә бирешмәҫен күргән хужа, һыҙлаған ҡулын икенсеһе менән тотоп, эшселәрен һандыҡтан ситкә алып киткән. Һигеҙ ат килтергәндәр ти. Оҙон арҡандар менән һандыҡты быуып эй тарталар, эй тарталар ти, һандыҡ урындан ҡуҙғалмаған. Был тамашаға ҡаршылыҡ күрһәтмәй ҡарап ултырған һөлдә, ат тағылған арҡанды ҡулына уратып алған да, ирҙәрҙең баш өҫтөнән зыр- зыр әйләндереп аттарын тау битләүенә үлән утларға ебәргән ти.
Һандыҡты арбаға тейәп булмаҫын аңлаған хужаның ҡул һыҙлауы көсәйгән. ,,Шайтанлы һандыҡ” менән ваҡыт уҙғармаҫҡа, эште дауам итергә ҡушып, ҡул һыҙлауын баҫалмайса ҡайтып киткән.
Ул көндө тырышып эшләгәндәр. Көн тиҙ үткән. Төн етеп, Ай ҡалҡҡас һандыҡ өҫтөнә аҡса һалырға килгән кешене тотор өсөн, ялланыусыларҙың барыһы ла төн уҙғанса, күҙҙәрен йоммайынса һандыҡты күҙәткәндәр.
Төн тыныс үткән. Һандыҡ өҫтөнә аҡса һалырға бер кем дә килмәгән. Аҡса тапҡан ирҙән нисек итеп аҡса табыу серен, ваҡ төйәгенә ҡәҙәре өр яңынан тағы ла һөйләүен һорағандар.
…һуңынан мин йыр йырланым!,- тиеп тамамлаған ул һүҙен.
Ирҙәр йыр һүҙен ишеткәс, көлөмһөрәгәндәр, ысынға алмағандар. Сөнки уның йырһыҙ йөрөмәҫен белгәндәр. Шулай ҙа икеләнгән көр тауышлы дүрт ир, шул төндә үк һандыҡ эргәһенә барып, икешәрләп тә, дүртәүләп тә, ҡыҫҡаһын да, оҙонон да, таҡмаҡ әйтеп тә, эргә тирәләге тауҙарҙы яңғыратып таң атҡансы йыр йырлағандар. Ҡыуыштағы ирҙәр йырсыларҙың тауыштарына ҡарағанда, аҡсалы ҡайтасаҡтарына шикләнмәйсә төн уҙғансы тыңлап ятҡандар. Шул төндө йоҡламайынса, ялһыҙ төн сыҡҡан ялланыусылар, ул таш сығарған саҡта йоҡоло йөрөгәндәр. Ташты аҙ сығарғандар. Һандыҡ янында башҡаса төнөн йыр йырламаҫҡа һөйләшкәндәр.
Ҡул һыҙлауынан интеккән хужа, аҙна аҙағында эшселәренә аҡса килтергән. Таштарҙы ҡарап йорт төҙөргә етеүен әйткән. Эшселәрен маҡтаған ти. Ул кисен хеҙмәтселәрҙең һуңғы тапҡыр күреүҙәре булған байҙы. Ике көндән байҙы ерләүҙәрен килеп әйткәндәр.
Хужаһыҙ ҡалған таш сығарыусылар, йәшел һандыҡты уратып таш өйгәндәр. Түбәһен йоморолап, ямғыр үтмәҫлек итеп ҡаплағандар ти.
***
Ағас япраҡтары һарғайып ҡойолған, көҙҙөң бер матур көнөндә, тарбай мөгөҙлө бер мышы, тау битләүендәге таш өйөмөндә үҫкән ҡалын мүкте йолҡоно. Мүге менән бергә ташты ҡымшандырып тартып төшөрҙө. Икенсе ташты ла мүгенән тартып төшөрҙө. Мөгөҙҙәре менән ташты һөҙөп ҡойоп уйнаны. Башын болғаны, Ерҙе тырнаны. Ер тырнауҙан туҡтаны. Асылған таш ҡыуышындағы һандыҡ өҫтөндә ултырған һөлдә менән бер-береһенә ҡараштылар. Телен һуҙып һөлдәне яланы. Әкерен шыуып төшкән өҫтәге йоҡа таш киҫәге, мышы мөгөҙөнә бәрелеп ярылды. Ҡомо мышының күҙенә сәсрәне. Ҡом кергән күҙен йомғолап, башын болғаны. Мөгөҙҙәре өҫтөнә өҫтәлмәгә шыуып төшкән таштарҙан өрктө. Ҡыуаҡлыҡтан сығып тау битләүенән ауылға һуҙылған һуҡмаҡтан, күҙен әсеттергән ҡомдан арынырға теләгән мөгөҙлө башын болғап сапты. Киҫкен шалтыраған тимер тауышы ишетеп туҡтап ҡаранды. Һуҡмаҡтан ҡаршыға килгән кешене күргәс, тарбайлы мөгөҙҙәрен ғорур күтәреп, урманлы тауға кереп юғалды.
Байташтан үҙенә ҡарап төшкән мышынан ҡурҡҡан ҡатын:
- У – у! Ҡәһәр һуҡҡан, башыңды ҡайҙа ҡуярға белмәй сабаһың! Ҡоторған нәмәкәй! Ҡайҙа килә!? –тиеп биҙрәһен биҙрәгә бәреп мышыны ҡурҡытырға тауышланды. Тауға боролоп сапҡан мышыны күргәс, ҡурҡыуы бөттө. Был ҡатын Байташҡа аҡ балсыҡ алырға килгән икән. Килеп еткәс соҡорға төштө. Биҙрәһенә балсыҡ тултырған арала, мөйөшөн мышы емергән өйөлгән таш араһынан күренгән йәшел һандыҡ янына килде. Һандыҡ өҫтөндәге, өҫтөнә яҫмаҡ таш төшкән һөлдәне күреп ҡурҡһа ла йәлләне.
Йәлләүе шул ҡәҙәре ысын күңелдән булды, һөлдә өҫтөнән яҫмаҡ ташты алып ташларға ҡурҡманы. Һөйәктәрҙе ерләргә уйлап күтәрергә тотһа, һандыҡҡа ныҡлап йәбешкән һөйәктәрҙе күтәрәлманы. Ахырыһы түҙемлеге бөтөп ҡайғыһынан үҙенән -үҙе ,,Оҙата барма” йырын йырланы. Йырлап бөткәс, ҡул сәпәкәйләне. Төшкән таштарын урынына өйҙө. Тауға рәхмәт әйтеп, биҙрәләрен күтәреп ҡайтып китте. Ихатаһына кергәс ялғашҡа бушатырға биҙрәһенә ҡараһа, балсыҡ өҫтөндә, әле генә үҙе күргән байташтағы һандыҡ ҡосаҡлап ятҡан һөлдә төшөрөлгән алтын тәңкә ята ти. Элекке байҙыҡы булғандыр, тиеп, тәңкәне почтаға тапшырған. Алмашҡа аҡса биргәндәр ти. Почта биргән аҡсаға, профнастил менән өй башын яптырған, яңы күлдәктәр алған ти. Балсығы менән мунсаһын ағартып һылаған ти.
Йәмле яҙҙар уҙған, йылы йәйҙәр үткән, һалҡын көҙ етеп ҡыш алдынан бер көндө мунсаһын һыларға Байташҡа балсыҡҡа килгән теге ҡатын. Ҡыҙыҡһынып таш өйөмөн килеп ҡараһа, һандығы ла шунда, һөлдә һаман да һандыҡта ята икән. Ҡатын һөлдәне йәлләгән. Был юлы ерләргә кәрәк тиеп һөйәктәргә тотонһа, һандыҡтан айырылмаған һөлдәгә ғәжәпләнгән. Таштарын ипләберәк өйгөләштергән дә, биҙрәһенә балсыҡ тултырған. Һандыҡ эргәһенә килеп бик тә матур тауышы менән тауҙан аҫҡа ҡарап ,,Гөлзәһиҙә” йырын йырлаған. Йырҙан туҡтап эргә тирә тәбиғәт йәменә һоҡланған. Шунда үҙе лә;
Аҡ сәскә атҡан балан,
Күмелгәс гөлгә ялан.
Йәш йәрәк йыш тибә,
Иҫкән елдәр миңә;
,,Һөйгәнең килә тиһә,
Кил, кил, кил,
Кил иркәм мин көтәм…. тигән күңелле йырын йырлап бөтөргәс, үҙен
дәрләндереп ҡулын сәпәкәйләгән ти. Йырлап күңеле булғас, тауға рәхмәт әйтеп, көйәнтәһен күтәреп ҡайтып киткән. Ихатаһына кергәс, ялғашҡа бушатырға биҙрәһенә ҡараһа, балсыҡ өҫтөндә, әле генә үҙе күргән байташындағы һандыҡ ҡосаҡлап ятҡан һөлдә төшөрөлгән алтын тәңкә ята ти. Был ысынлап та байҙыҡы булғандыр, балсыҡҡа эләгеп ҡайтҡан тиеп, ғәжәпләнгән, тәңкәһен почтаға тапшырған. Алмашҡа аҡса биргәндәр. Аҡсаһына матур күлдәктәр алған. Балсығы менән мунсаһын һылаған. Алтын тәңкә тураһында күршеләренә һөйләгән ти.
Ҡыш үтеп яҙ етеү менән бер төркөм ҡатын-ҡыҙ Байташҡа аҡ балсыҡҡа менгәндәр. Өйөлгән таш эргәһендә йыр йырлағандар. Бер-береһен маҡтап ҡул сәпәкәйләгәндәр. Биҙрәләренә аҡ балсыҡ тултырып ҡайтып киткәндәр. Өйҙәренә ҡайтып биҙрәләрен бушатырға ҡараһалар, һәр ҡайһыһының балсығы өҫтөндә, һандыҡ ҡосаҡлап ятҡан һөлдәле алтын тәңкә ята ти. Алтын тәңкә тураһында ишеткән ауылдағы иң сибәр йырсы ҡатын, ауыл сәхнәһендә йырлаған сағы булған икән. Концерттан һуң өйөнә лә ҡатмаған. Көйәнтәле биҙрәләрен ашығыс алып туп -тура тау башына килгән ти. Биҙрәһенә балсыҡ тултырған да, күберәк тәңкә алып ҡайтасаҡмын тиеп эй йырлай ти, эй йырлай ти. Һандуғас тауышы сығарып йырлаһа ла, биҙрәһендә тәңкә күрмәгән.
-Һин иң матур һөлдәһең, мин һеҙгә һәр яҙ килермен, матур йыр йырлармын ә, һеҙ тыңларһығыҙ бир инде миңә алтын тәңкәләрҙе тиеп, ялбарған да….
,,Онот мәшәҡәттәреңде,
Онот инде бер аҙға,
Һыпап- һыйпап сәстәремде
Бер иркәлә бер наҙла.
Ултыр әле яндарыма
Ял булһын йәндәремә…. тиеп ҡулдарын сәпәкәйләп йырлап түгәрәк әйләнеп бейегән. Икенсе әйләнеш яһағанда, биҙрәләрен күтәреп сәхнәлә бейеп йөрөгән йырсыға, шаулатып ҡул сапҡандар.
Алҡышлаған тамашасыларына рәхмәтен белдергән йырсы ҡатын ҡулын болғаған, һәм ,,Кистәрен күңелле иҙелдә, кил иркәм гармунда уйнарға”!, тигән йырҙы бик тә матур итеп йырлаған. Йыр бөткәс ҡулын кеҫәһенә тығып ҡараһа, һандыҡ ҡосаҡлап ятҡан һөлдә төшөрөлгән алтын тәңкә сығарған ти. Һандыҡ мине бүләкләгән, тиеп шатланған йырсы. Тәңкәһен өҫкә күтәреп тамашасыларға күрһәткән. Ҡупшы йырсыны таң ҡалып, тын алмайынса тыңлағандар. Тамашасылар һөйөүен яулаған йырсы, шатлығынан күп йырҙар йырлаған.
Бер көндө ауылдағы бүлек полицияһы, планшетын һелкетеп, эшкә килешләй, алтын тәңкә тураһында һөйләшеп, биҙрә күтәреп шат ҡайтып барған ҡатындар осрауын начальнигына хәбәр иткән. Алтын тәңкәне ҡайҙан алыуын бер ҡатындан һорау алып белгәндәр. Өйөлгән ташты өс тәүлек йәшерен күҙәткәндәр. Ниһаят бер төркөм ауыл артистәренең таш өйөмөнә ҡарап йырлаған концертын видеоға төшөргәндәр. Ниңә ауылға ҡарамағандар, йәки ағасҡа һөйәлмәйенсә, өйгән ташты әйләнергә? Бына ниҙә эш? Полиция начальнигы күрһәтмәләргә ышанған, һәм өйөлгән таштарҙы таратып ташлар өсөн яҡындағы төҙөлөш компанияһынан экскаватор килтерткән. Операцияны төштән һуң башлағандар. Эште бер тотоуҙа һындырасағына үҙенә ныҡ ышанған полицейский ваҡланып тормаған, операция урынын ҡулсаға алырға бойорған. Тауыш шәбәйткес тотҡан, полиция начальнигы экскаваторға ҡаҙыуҙы башларға ҡушҡан. Экскаватор сүмесен өйөлгән ташҡа ҡаҙап та өлгөрмәгән, сүмесе нимәгәлер эләгеп экскаваторҙы өҫкә сөйөп тә осорған ти. Уратып алған полицейскийҙәр начальник командаһын көтөп тормайынса барыһы ла берҙәм ергә ятҡан. Бер начальник баҫып ҡалған. Аптыраған началник. Экскаватор күктән кире төшмәҫен белгән дә, көтмәгән дә. Ваҡыттан сығып, оҙаҡ ятҡан ярҙамсыларына аяҡҡа баҫырға команда биргән. Таш өйөмөнә ҡарап иҫкәртеүһеҙ ут асырға бойорған. Пистолеттарҙан автоматтарҙан тау яңғыратып патрондары бөткәнсә тырылдатҡандар. Магазинда бер патрон да ҡалмағас, атыу туҡтаған. Тынлыҡтан ҡолаҡтары зыңлаған. Емерергә теләп тә емерәлмаған, таш өйөмө ярығыннан эскә ҡараһалар, анда, һандыҡ өҫтөндә ятҡан һөлдә күргәндәр. Оҙон таяҡ менән һөлдәгә төртөргә теләгән береһенең, күренмәгән көс таяғын тартып алған да, тегенең аяғына һуғыу менән, барыһы ла аяҡтарын тотоп ауғандар ти. Ауыртыуға түҙмәгән полиция начальнигы ла, китель бысырай тиеп тормаған, иң һуңғы булып батҡаҡҡа ауған. Полиция начальнигын тартып аяғына баҫтырған ти һөлдә. Ауғандары начальникҡа ярҙамға килгән һөлдәне күреп берҙәм аяҡҡа баҫҡандар ти. Аяғына баҫҡан начальник, кителеннән туҙанын ҡағып, ситтә торған автобусҡа аҡһаҡлап барып ултырған. Һул аяҡтарыннан аҡһаған, өс тулы автобусь полицейский, алыш яланын ҡалдырып, һөлдәне күралмауҙарын, донъяла алай булмауын белдереп, ялыу яҙасаҡтарын иҫкәртеп, ҡәһәрләп, ҡуҙғалып киткәндәр. Участоктарына ҡайтҡас, аҙымдарын бер ай уң аяҡтан баҫып башлағандар. Сөнки һул аяҡтары ауыртҡанлыҡтан, йөрөүҙе һул аяҡтан башламаһындар өсөн, теге шайтан юрый һуҡҡан, тинеләр. Шунан һуң полицейскийҙәр тауға килмәгәндәр. Килһәләр ҙә гражданский кейем менән килеп ҡурай уйнап, йыр йырлап, һөлдәнән бүләк алып китәләр ти. Ә, күккә осҡан экскаваторҙы, яңы төҙөлөштә, нигеҙ ҡаҙып йөрөүен, бер шымсылары хәбәр иткәндән һуң эҙләү туҡтатылған.
Икенсе йылдағы яҙ көнө, ҡатындары ирҙәрен алып бөтә ауыл төйәктәге ҡыҙҙар итәгенә барғандар. ,,Аҡ сәскәләр” ,,Сарман” ,,Зөһрә арияһы” ,,Минзәлә” ,,Ҡайтам инде” ,,Рамай” һәм башҡа йырҙарын еренә еткереп бер-бер артлы башҡарғандары өсөн, һәр ҡайһыһы алтын тәңкә алып ҡайтҡандар ти.
Йәйҙең бер матур көнөндә, үлән араһынан еләк әйбәт күренгән ваҡытта, төшкә табараҡ, теге ҡатын Байташҡа еләккә менгән. Карзинын тултырған да, һандыҡ эргәһенә килгән ти. Теге һөлдә ятһа ерләргә кәрәк. Оҙаҡ ятҡырыу ярамаҫ. Ҡарарға ла, уңайһыҙ. Көсөнән килһә улай ятмаҫ ине тиеп уйлаған. Ҡыйыр ҡыймаҫ ҡына йәпһеҙһынып теге һөлдәгә ҡараһа, фарфор кеүек, шыма ла иттереп һандыҡҡа һеңдереп берәйһе эшләне микән әллә? Үткән йылда бөтөн килеш өҫтә ята ине ләһә ул?, тиеп аяҡтары, ҡулдары менән һандыҡты ҡосаҡлап һеңгән һөлдәгә ҡарап уйланған. Алтын ҡабырсаҡ кеүек һандыҡтың тотҡаларынан һыйпаған. Ҡарап, уйланып ултырып үҙенән-үҙе матур итеп ,,Умырзая” йырын йырлап бөткәс һандыҡҡа ҡараһа, йәшел дә, шыма ла, үҙе биҙәкле һандыҡ өҫтөндә, юҡ ти һөлдә. Нимә тиеп әйтергә белмәгән ҡатын. Аптырағандан;
-Эй, Байташ! Байташ!– тиеп һөлдәгә өндәшеп - өндәшеп, ҡулдарын сәпәкәйләп ҡараһа ла, бер ниҙә булмағандай, һөлдә лә юҡ, тып-тын икән. Шунан үҙенән – үҙе ,,Күл буйына килһәң ине” – тиеп, моңайып йырлаған. Тауға рәхмәт әйтеп, яулыҡ менән еләген ҡаплаған. Тын уйланып, карзинын алып өйөнә ҡайтып киткән. Ҡайтҡас еләген япҡан яулыҡты алып ҡараһа, еләге өҫтөндә алтын тәңкә ти. Балсығында ҡайтһа ла була торған хәл. Бына, еләк өҫтөндәге тәңкәне күргәс, һандыҡтың сәйерлеген аңлаған хатын.
Иртәгәһенә һандыҡ тураһында ауыл бүлексә инспекторына барып әйткән. Бүлек инспекторы начальнигына хәбәр иткән. Начальнигы бик тә ҙур енәйәтселәр эҙенә төшөүен, әгәр ҙә бара ҡалһа эҙҙе юғалтасағын хәбәр иткән. Ауыл полицейскийы уйлаған да ауыл хакимиәтенә кереп һөйләшкән.
Иртәгәһенә таң менән алты ауыл ире ултырған ,,Газелды” һандыҡ эргәһенә килтергән ҡатын. Әйләнеп ҡарап сыҡҡандар. Бик тә оҡшаған ауыл хакимдәренә. Йәшел дә, ҡабырсаҡлы алтын тотҡалы ла. Фарфор кеүек шыма ла һөлдә аяк-ҡулдары менән үҙе биҙәкле йәшел һандыҡты ҡосаҡлап ята ти. ,,Газелгә” тейәр өсөн алты ир, һандыҡты күтәргән саҡта аяҡтары ергә батҡан, һандык һелкенмәгән дә. Тәртип һаҡсыһы рация аша һөйләшеп ауылдағы өс тонналы кран килтерткән. Килгән крандың да көсө етмәгән ти һандыҡҡа. Оҙаҡ уйламайса, бер фермерҙан илле тонна күтәрмәле кранды яллағандар. Илле тонналыһы ла күтәрәлмаған. Ул көндө хакимиәттең эше бармаған. Ике ирҙе төнгөлөккә һаҡҡа ҡалдырып ҡайтып киткәндәр. Иртәгәһенә район үҙәге менән һөйләшелгәнсә, йөҙ тонналы кран менән төштән һуң таш өйөмөнә килгәндәр. Һандыҡты алтын тотҡаһынан эләктергәндәр. Йөҙ тонналы кран да күтәралмаған. Термостан сәй эскән арала, икенсе йөҙ тонналы кран килгән. Ике кран күтәрер инде тиеп көтөп торһалар, һандык һелкенмәгән дә ти. Ҙур рәхмәттәр менән крансыларҙы оҙаткандар. Йыйылышып кәңәшләшкәндәр ҙә, ауыл участковыйы Өфөгә, телестудияға шалтыратҡан. Йәш сағында, спектакльдәр уйнап йөрөгәндә беҙҙең ошондай һаныҡ булһа ине, тиеп әйткән саҡтары иҫенә төшкән. Тауышы ҡарлығып боҙолғанға сәхнәнән полицияға эшкә киткән икән үҙе. Йырсы сағын уйлап, ауыл хакимиәте биләмәһендәге әйбер иҫәпләнгәнгә һандыҡты артистәргә бүләк итергә ауыл муницепалитетын күндергән. Вертолет килгәнсе ирҙәр менән термостан ҡайнар сәй эскәндәр. Икешәр сегарет тартҡансы вертолет килгән. Телестудияла оҙаҡ эшләгән тәжрибәле диктор ҡатын һәм бер нисә психолог журналисть, вертолеттан төшкәндәр. Һандыҡты ҡарағандар. Алтын йоҙағын һелкеткәндәр. Йәшел дә шыма ла һандыҡ өҫтөндә, шикләнерҙәй бер ни ҙә күрмәндәр. Психологтары һандыҡты ул тиклем һелкетмәҫкә ҡушҡан, ни тиһәң дә антиквар йыһаз, таралыуы ихтимал, тиеп аңлатҡан.
Уйламағанда һөлдә килеп сыҡҡан саҡта, ҡурҡып ҡалып берәй нисек ҡаршы көс ҡулланмаҫҡа, йыр йырларға, һөлдәне ҡаршылап ҡул сәпәкәйләргә өйрәткән.
Дүрт ир һандыҡты вертолетҡа алып керҙе. Телевизорҙан күрһәтәбеҙ, тиеп журналистәр интервью алдылар, киноға төшөрҙөләр Ярҙамдары өсөн рәхмәт әйттеләр. Кәрәк саҡта тағы ла ярҙам һорауҙарын белдереп хушлаштылар. Бер сәғәттән Өфөләге телеүҙәк майҙанына ултырҙы вертолет.
Скрипкасы ике йәш егет еңел генә күтәреп унбишенсе ҡаттағы телестудияға югертеп алып керҙеләр һандыҡты. Ул көндө мәш килделәр. Кеше күҙенә күрһәтерҙәй шампунь менән ялт иттереп йыуҙылар. Телевизорҙан күрһәтер өсөн, телеоператор обьективты дикторға юнәлтте.
-Һаумыһығыҙ хөрмәтле телевизор ҡараусылар! Был һандыҡты беҙгә вертолет менән ,,Байташ” тауынан килтерҙеләр. Шуның өсөн исемен дә ,,Байташ һандығы”-тиеп ҡуштыҡ. Беҙҙең артистәрҙең хәҙер күптән өмөтләнгән матур ҙа, йәшел дә һандығы булды! - тиеп, йәшел шыма һандыҡты күрһәтеп серен асты бөҙрә сәсле йәш сибәр ҙә диктор ҡатын. Күҙ тәңгәлендә асҡыс йөрөтөп күрһәтеп һандыҡ өҫтөндә маҡтанып ултырған һөлдә пәйҙә булғас, ҡурҡышынан ҡысҡырмайса саҡ тыйылып ҡалды. Ҡысҡырып ебәрер ине лә, һандыҡты биреп ебәргән ҡатын һүҙҙәре ваҡытында иҫенә төштө. Маҡтанып ултырған һөлдәнең рәхимле булыуын аңлаған диктор шатлығынан йылмайҙы:
- Эййе уның исеме Байташ! - тине диктор, асҡыс тотҡан һөлдәне күрһәтте;
-Рәхим ит Байташ! Әйҙәгеҙ, ҡул сабайыҡ, тәбрикләйек! – тине телестудия артистары алҡышланылар.
-Хөрмәтле тамашасылар хәҙер һеҙҙең алда Татарстан республикаһынан килгән йырсы башҡарыуында ,,Һағынам дуҫтар” йыры- тиеп белдерҙе концертты алып барыусы.
Артистар йырлағанда оператор күрһәткән биҙәкле һандыҡта, йылғалар, күлдәр, тауҙар йәшел тәбиғәт, һандыҡты ҡосаҡлап ятҡан һөлдә сағылды. Йыр бөткәс мөйөштәге һандыҡты шыуҙырып бүлмә уртаһына ҡуйырға тотҡаһынан тотһалар, иҙәнгә йәбешкән һандыҡты ҡуҙғаталмағандар. Аяҡ ҡулдары менән ҡосаҡлаған фарфор төҫлө һөлдә һандыҡҡа яртылаш һеңгән ти. Һандыҡ өҫтөндә һандыҡ ҡосаҡлаған һөлдә төшөрөлгән тәңкә ятҡанын күргән артистар бер-береһенә ҡарашҡандар, нимә тиергә белмәгәндәр ти, ҡайғыларынан ,,Көҙгө һалҡын елдәрҙә” ,,Йәш нараттар” ,,Һауаларҙа осҡан ҡошҡайҙарҙың” йырын йырлағандар.
Концерт оҙаҡ дауам иткән. Серле һандыҡ хаҡында ишеткән күрше өлкә йырсылары Өфөгә килә башлағандар. Күптәре алтын приз менән киткәндәр. Алтын һандыҡ даны әкеренләп бөтә донъяға таралған. Шул саҡтан бирле ,,Байташ һандығы” конкурсында ҡатнашып приз алыр өсөн һәр йыл Өфөгә йыйылабыҙ! - тине диктор.
-Әлбиттә! Был һандыҡ Тыуған республиканы сағылдырған изге декорация! Яратығыҙ тыуған илегеҙҙе, һатмағыҙ, һаҡлағыҙ! – тине ҡунаҡ…
- Рәхмәт! Беҙгә ,,Байташ һандығы” фесивальдә ҡатнашырға һәр саҡта ла беҙгә килергә онотмағыҙ хөрмәтле ҡунаҡ! Һеҙгә сығыш яһарға белдерәләр. ,,Байташ һандығы” призы теләйем! - тине диктор.
Фәйрүз Аҙнабаев
Автор һүрәттәре.
4.12. 2025.
Фото авторҙың шәхси архивынан.