+30 °С
Болотло
Әҙәби балҡыш
4 Декабрь 2025, 09:06

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммастың тыуыуына – 95 йыл

Рауил Сәхиулла улы Шаммасов 1930 йылдың 9 ноябрендә Стәрлебаш районының Уразай утарында тыуған. Хеҙмәт юлын Йылайыр районының Һабыр ауылында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. Бер нисә йыл Һабыр мәктәбе директоры булып эшләй. Артабан тыуған районына ҡайтып, Йәшерған урта мәктәбендә балалар уҡыта, район гәзитендә эшләй. 1962 йылда Өфөгә күсә һәм ун йыл «Кызыл таң» гәзитендә яуаплы сәркәтип урынбаҫары, бүлек мөҙире, үҙ хәбәрсе булып хеҙмәт итә. 1972-1982 йылдарҙа – Башҡортостан китап нәшриәте мөхәррире. 1982-1984 йылдарҙа – СССР Тыныслыҡ комитеты ойоштороусыһы. Артабан Яҙыусылар берлеге аппаратында пропаганда бюроһын, татар телле яҙыусылар берләшмәһен етәкләй, «Һәнәк» журналында эшләй. 1973 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Егерменән ашыу китап авторы, шул иҫәптән өс томлыҡ «Һайланма әҫәрҙәре» донъя күрҙе. Әлеге көндә әҙип үҙе тере ваҡытында әҙерләп ҡалдырған дүртенсе томы нәшриәттә баҫмаға әҙерләнә. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2021), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994), Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты (2017). «Халыҡтар дуҫлығы» ордены, «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы, «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» почет билдәһе, БАССР Юғары Советы Президиумы Почет грамотаһы һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән. Рауил Шаммас ижады тураһында академик, халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов шулай тип яҙған:«Рауил Шаммас көндәлек, ғәҙәти хәл-ваҡиғаларҙан, ябай нәмәләрҙән поэзия таба белә. Шуны ябай, мәғәнәле, үтемле итеп еткерә ала. Р. Шаммастың лирикаһы үтә алсаҡ, яҡты, нурлы ижад. Шағир үҙе кешеләр күңеленән нур йыя ла шуны шиғри биҙәк итеп яңынан балҡыта».

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммастың тыуыуына  – 95 йылБашҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммастың тыуыуына  – 95 йыл
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммастың тыуыуына – 95 йыл

Рауил ШАММАС

 

«Мөхәббәтем менән килермен мин

Ғүмеремдең һуңғы туйына…»

 

 

 

ҒАШИҠТАР ДӘФТӘРЕНӘН

 

Көткәндә

 

Көткән саҡта – көнөң айҙыр,

Төнөң йылдыр.

Ваҡыт – үгеҙ еккән арба,

Даңғор-доңғор.

Саҡ ҡуҙғала, йән көйөгө.

Нишләйһең бит,

Йөрәк түҙә: килер, ти, көт,

Сабырҙар ит.

 

Осрашҡанда

 

Осрашҡанда ваҡыт, гүйә,

Аҡҡош була:

Ҡанаттарын иңгә һалып,

Һиңә ҡуна,

Сәғәттәрҙе ашыҡтырып,

Осоп үтә,

Минут итеп көндө һүтә,

Төндө һүтә.

Йөрәк ялына: аҡҡошҡайым,

Ашыҡма, ти,

Ҡыҙған әҙерәк, беҙ бит, йәнем,

Ғашиҡтар, ти.

 

Айырылышҡанда

 

Айырылышыу – ғашиҡтарға

Ғазап инде.

Әрнеүҙәрең, һыҡрауҙарың

Аҙаҡ инде.

Ваҡыт һынай: мөхәббәтең

Һаҡланамы,

Оҙағыраҡ көткән һайын

Сафланамы?

Үҙәк өҙөлә: «Юҡ шул минең

Башҡа сарам –

Уйым менән уға көнгә

Етмеш барам.

Нишләйем һуң, йүгереп етер

Түгел арам.

Осрашырмын, төҙәлер бер

Йөрәк ярам».

 

Шикләнгәндә

 

Шик-шөбһәләр килеп керһә

Йөрәгеңә,

Сыҙа инде: кәрәгеңде

Бирә генә –

Нисә тапҡыр һалып йәрен

Ят ҡосаҡҡа,

Керетә һине етмеш ҡабат

Ут-усаҡҡа.

Янып-көйгән йөрәгеңә

Ҡайҙа бальзам?!

Аһ, ауырҙыр, әгәр ундай

Хәлгә ҡалһаң.

Күҙ йәштәрең дауалармы

Йөрәгеңде?!

Кәңәшем шул: яҡын итһәң

Һөйгәнеңде,

Шик-шөбһәгә урын бирмә

Йәндәреңдә.

Шул саҡ һиңә тоғро ҡалыр

Йән-йәрең дә.

 

 

 

ЭҘЛӘП-ЭҘЛӘП ТАПҠАН…

Гөлсөмгә

 

Ярты ғүмерем һине эҙләп үтте.

Ярты ғүмеремдә табылдың.

Мөхәббәтһеҙ йәшәү мөмкин түгел –

Һинең мөхәббәткә табындым.

 

Шул мөхәббәт мине бәхетле итте –

Ҡартлығымда ҙурмын, ғорурмын.

Ғашиҡ йәндәр, теҙелегеҙ, тиһәң,

Һалдат булып баҫып торормон.

 

Мөхәббәтте кеше ғүмер эҙләй.

Һис көтмәҫтән килә йылмайып.

Ул саҡ ҡына ҡултыҡлай ҙа һине,

Ары таба атлай юл алып.

 

Атла, егет, янда мөхәббәтең,

Таян уға – таймаҫ аяғың.

Мөхәббәт ул – янда яныр шәмең,

Алда яныр яҡты маяғың.

 

Һин табылдың, инде юғалмаҫһың,

Ысын мөхәббәт ул юғалмаҫ.

Һөйөү уты менән яҙылғанды

Йән-дәфтәрҙән бер кем юялмаҫ.

 

Эҙләп-эҙләп тапҡан бик ҡәҙерле,

Ҡәҙерле ул ғүмер буйына.

Мөхәббәтем менән килермен мин

Ғүмеремдең һуңғы туйына.

 

 

 

БАЛА ИКӘН…

 

Ҡаҙ бәпкәләре һары икән,

Теҙелеп-теҙелеп һыуға бара икән.

Йөрәк баштарына ҡан һауҙырған

Йөрәк ярып сыҡҡан бала икән.

 

                                   Халыҡ йырынан.

 

Ошо халыҡ йыры тетрәндерҙе,

Шиғри ҡәләмемә көс бирҙе.

Биш йәшемдә булған хәтирәмде

Ҡапыл ғына иҫкә төшөрҙө.

 

Өй алдында һары бәпкәләрҙең

Тупылдашып йүгереп йөрөгәне,

Әсә ҡаҙҙың улар тирәһендә

Ҡыуанып, ярһып, шашып бейегәне

 

Күҙ алдында.

Эйе, әсә ҡаҙ бейене –

Тәбиғәттең ябай бер ҡошо.

Сағылмаймы ошо һынланышта

Әсә күңеленең балҡышы?!

 

Балам, балам, тиеп йыуаныусы,

Ҡырҡмаһа ҡырҡ уфтанып,

Оло юлға уны оҙатыусы,

Ҡаршылаусы уны, ут янып.

 

Һәр аҙымы уның, һәр уңышы –

Әсә күкрәгенең һулышы.

Балам – бәғерем, тигән гөлдәр менән

Биҙәләлер бөтә тормошо.

 

Һәр хатаһы уның, һәр ялғышы –

Әсә йөрәгенең ҡағышы.

Балам, балам, тиеп үтә булыр

Әсәләрҙең ғүмер ағышы.

 

Беҙ – бәпкәләр – шуны тоябыҙмы?

Ишетәбеҙме йөрәк тибешен?

Әллә ҡай саҡ онотоп ҡуябыҙмы,

Артыҡ татып донъя емешен?

 

Был һорауҙы бир һин үҙ-үҙеңә,

Унан ҙурыраҡ һорау бар микән?

Әсә ғүмере бала, бала икән.

Әсә ҡәҙерҙәрен бел, иркәм.

 

 

РИЗЫҠТАРЫН ӨҘӨП АУЫҘҘАН

 

Стәрлетамаҡ. Институт. Уҡыу.

Йыртыҡ ботинкалы мин малай.

Бөгөн – бабай, уйым ғына бына

Унда-бында саба юрғалай.

 

Һуғыштан һуң ауыл мандыманы,

Һирәк бешә икмәк ауылда.

Атай менән әсәй үҙ ризығын

Өҙөп инде, өҙөп ауыҙҙан

 

Икмәк менән май ебәрә миңә,

Ғилем нурын алыр улына.

«Халҡыбыҙға кәрәк кеше булһын», –

Изге теләк теләй юлына.

 

«Арып киткән саҡта бер ҡабып ал.

Йөрәгеңә, – тиҙәр, – ял булһын.

Халҡыңа бирер яҡты булып,

Зиһенеңә нурҙар яҙылһын».

 

Йыртыҡ ботинкалы малай түгел,

Мин – аҡһаҡал, оҙон ғүмерле.

Атай-әсәй теләген үтәйемме?

Ай, ҡатмарлы донъя, бик серле.

 

Ошо һорауҙарға яуап эҙләп,

Уйым саба оҙон юлдарҙан.

Ата-әсәм инде баҡыйлыҡта,

Ғәфү үтенәм, гүйә, уларҙан.

 

Ғәзиздәрем күпме тырышҡандар

Ризыҡтарын өҙөп ауыҙҙан.

Күңелемдә ғүмер яныр итеп

Шиғыр утын улар ҡабыҙған.

Ризыҡтарын өҙөп ауыҙҙан…

 

 

 

ЕМЕЛДӘЙ ТИҪБЕ ТАШТАРЫ

 

Төҫһөҙ иренен мимылдатып,

Тиҫбе тарта бер инәй –

Күңеле менән бөтә ғүмерен,

Гүйә, иләктән иләй.

 

Емелдәй тиҫбе таштары,

Әйтерһең дә, тереләр –

Улар, гүйә, уй япрағын

Ярырға әҙер бөрөләр.

 

Уй япрағын яра-яра,

Һикәлтә юлдар бара.

Ошо юлдарҙан уҙа бит,

Һай, ғүмер тигән ара.

 

Был инәйҙең дә булған бит

«Аһ!» итер ҡыҙ саҡтары.

Шул саҡтарҙы ем-ем итеп,

Саҡыра тиҫбе таштары:

 

Уның өсөн өҙөлөп торған

Егеткәйен, насибын –

Быйыл ғына донъя ҡуйған

Ҡартыҡайын, Басирын.

 

Төймәләрҙән ҡарай һымаҡ

Ғәзизкәйе, күҙ нуры –

«Афған»дарҙа ятып ҡалған

Кинйә улы, Айнуры.

 

«Чечня»ларҙан хаттар яҙған

Ейәне Ғәбделшәкүр...

«И, бер Хоҙай, шул баланы

Берүк кенә һаҡлай күр...»

 

Емелдәй тиҫбе таштары –

Әллә һөйләшәләрме?

Бер Тәңрегә: «Ярлыҡа», – тип

Әллә өндәшәләрме?

 

Бармаҡтарында инәйҙең

Йүгерә тиҫбе таштары.

Ниҙәр һөйләй күҙҙәренән

Тәгәрләгән йәштәре?

 

Тиҫбе тарта-тарта инәй

Тағы ниҙәр бышылдай?

Гүйә, бөрөләр асылып,

Уй япрағы ҡыштырлай.

 

 

 

САМАУЫР

 

Фәтихә әбей өҫтәлендә

Ике самауыр тора.

Ҡайһы ҡәҙерлерәк, тиеп

Һора әле, бер һора.

 

Әйтеп бирер, һөйләп бирер –

Һүҙҙәре йырҙар кеүек.

Берсә һөйләр күҙ-йәш һөртөп,

Берсә – кеткелдәп көлөп.

 

«Быныһы, – тиер, – электрлы,

Улдарым бүләк иткән –

Мәшәҡәтһеҙ, үҙе ҡайнай,

Йәне эсендә икән.

 

Икенсеһе – күмерҙеке.

Уныһы инде – бар донъям.

Яңғыҙ ғына булған саҡта,

Гелән шуныһын ҡуям.

 

Йырлап китә, гөрләп китә –

Бигерәк ихлас серҙәш.

Көйләп бирер бөтәһен дә,

«Дуҫҡай», – тиеп бер өндәш.

 

Күмер самауырҙарына

Етәме инде, балам.

Ут-күмергә тамырым тоташ –

Йәшлеккә ҡайтып алам.

 

Олатайың иҫән саҡта

Бергә тотҡан самауыр.

Ах, был ғүмер, ах, был йәшлек –

Мәңге оҙата баралыр:

Йөрәгеңдән ҡайнар ҡаның

Тамсы-тамсы тамалыр.

 

Самауырға ҡушылып үҙем

Йырлап та алам, балам,

Илап та алам, балам.

Әйтерһең дә шәкәр ватып

Янда ултыра бабаң...

Күмер самауырҙарына

Етәме инде, балам».

 

 

ҒАИЛӘ ТЕРӘГЕ

 

Сабырлыҡ – һары алтын, тип

Бик белеп әйткән ҡарттар.

Ғаиләнең өй түбәһен,

Һынмаҫ бер таяныс булып,

Ошо сабырлыҡ һаҡлар.

 

Тормош бит ул, бер-береңә

Ауыр һүҙ әйтеүең бар –

Тел, аҡыл аша һикереп,

Әйләнеп торған бер сар.

 

Ундай саҡта тик сабырлыҡ

Уҫал һүҙҙе туҡтата.

Асыу, шыңшыған эт һымаҡ,

Киренән кереп ята.

 

Бер-береңде ғәфү итеү –

Был инде аҡыл эше.

Сабырлыҡты һәр саҡ өҫкә

Ҡуя аҡыллы кеше.

 

Яманлыҡты онотоу яҡшы,

Яҡшылыҡ алға баҫһын.

Яманлыҡты артҡа ҡуйып,

Яҡшылыҡҡа юлдар уйып,

Татыу йәшәргә яҙһын.

 

Һай, сабырлыҡ!

Ғаиләнең

Түбәһен тотҡан терәк.

«Шашма, йөрәк!» – тип әйтерлек

Алтын сабырлыҡ кәрәк.

 

 

САҠЫРАМ ҺЕҘҘЕ

 

Саҡырам һеҙҙе һөйөү донъяһына!

Бер мөғжизә һөйөү донъяһы.

Һөйөүҙең юҡ ояты,

Оялмай һөй –

Һөйә белмәгәндәр оялһын.

 

Һөйөү килә кешегә,

Күкрәп килә.

Яҙғы күкрәү донъя йәшәртә.

Һөймәй йәшәү көйҙөрә һөйөү гөлөн.

Кешеләрҙе һөйөү йәшәтә.

 

Һөйөү килә күкрәп.

Һорап килмәй

Фиғелеңде һинең, йәшеңде.

Алып килә һиңә наҙын, татын,

Хәтерләтеп йылғыр йәшенде.

 

Үҙе килә,

Килә тылсым булып,

Әйтеп аңлатмаҫтай моң булып:

Шат ҡояшың нурлай һәр тарафты,

Бәхет йылғаң таша урғылып.

 

Саҡырам һеҙҙе һөйөү донъяһына!

Бер мөғжизә – һөйөү донъяһы.

Оят түгел һөйөү,

Оялмай һөй –

Һөйә белмәгәндәр оялһын!

 

ЫШАНЫС

 

– Киләһеңме?

– Киләм.

– Ышанам.

– Һөйәһеңме?

– Һөйәм.

– Ышанам.

– Еңәһеңме?

– Еңәм.

– Ышанам.

Йәшәйештең сере, бар булмышы

Ошо һөйләшеүгә оҡшаған.

 

Ҡурҡа-ҡурҡа сабый ана баҫты.

Туҡтатмағыҙ, берүк, теймәгеҙ.

Бер атланы сабый,

Ике атланы –

Йөҙөндәге нурҙы күрһәгеҙ.

«Атлай алам!» – тыуҙы ышанысы,

Ышанысы бөтә ғүмергә.

Шул ышаныс тәүге аҙымдан уҡ

Талмаҫ ҡанат ҡуя күңелгә.

 

Мөхәббәткә әгәр ышанмаһа,

Уның йән тетрәтер көсөнә,

Нимә бирә алыр ине кеше

Йәшәүе менән донъя йөҙөнә.

 

Ауырлыҡтар хәтәр ҡойон булып

Өҫтәренә ишелеп килгәндә,

Яманлыҡтар гөлгә төрөнөшөп,

Яҡшылыҡтан яуыз көлгәндә,

 

Ҡайҙан алыр ине кеше көстө,

Әкиәт батырының дарманын,

Булмағанда ышаныс атлы ҡорал,

Ышаныс атлы оло фарманы?..

 

– Һөйәһеңме?

– Һөйәм.

– Ышанам.

– Еңәһеңме?

– Еңәм.

– Ышанам.

Йәшәйештең сере, бар булмышы

Ошо һөйләшеүгә оҡшаған.

Ышаныста тора Ер күсәре –

Ышанысҡа бары ышанам.

Ышанысҡа бары ышанам!

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммастың тыуыуына  – 95 йыл
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммастың тыуыуына  – 95 йыл
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммастың тыуыуына  – 95 йыл
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммастың тыуыуына – 95 йыл
Автор:
Читайте нас