

Өйләнгәндә, дуҫым, һин бул бик зирәк,
Ҡатынды шәп заттан алырға кәрәк.
Ҡыҙ булһын затлы һәм намыҫлы,
Тыйнаҡлы, гәфифә, саф һәм аҡыллы.
Шул ҡыҙ бүтән бер кемде уйламаһын,
Һинән башҡа берһе лә ҡағылмаһын.
Булһын тоғроһәм һине ныҡ яратһын,
Ғонаһтан һаҡланһын, хурлыҡ ҡылмаһын.
Ҡатындың заты түбәнерәк булһын,
Үҙеңдең абруйың өҫтөнрәк булһын.
Доньяла абруйлы зат купте күргән,
Өлгөргән, дан алған ир былай тигән,
«Бисәңдең заты кәмерәк осраҡта,
Ҡыуанып утер ғүмерең шул саҡта.
Аҡ йөҙө түгел, саф күңеле тартыр,
Изге холҡо тормошоңды яҡтыртыр!”
Тырышма ҡатын алырға тиң заттан,
Оторһоң, дуҫым, аҡыллы ҡатындан.
Матур йөҙлө түгел, холоҡло булһын,
Изге күнелле - тимәк яҡшы ҡатын!
Ҡыҙ матурлығына ушың китмәһен,
Алһыу битен һары булып кипмәһен.
Өйләнәм тиһәң, һин эҙлә был дүрттән,
(И егет асылы, кәрәкмәй бүтән):
Берәү эҙләп йөрөй байыраҡ хатындар,
Икенселәр теләй йәш һәм матурҙар.
Өсөнсөләр эҙләй аҫыл затлыны,
Маҡтанырға, аҫыл зат, тип, ҡатыным!
Дүртенселәргә инде, улар һирәк,
Нескә хисле, фекерле кәләш кәрәк,
Быларҙан ҡайһыһы булыр яҡшыраҡ?
Ҡатын алыр булһаң, миңә һал ҡолаҡ.
И кемдер теләүсе бер бай ҡатынды!
Әсир була күрмә, бул һин аҡыллы.
Эре була күңеле, теле бысаҡ,
Талап итһә малын, нишләрһең шул саҡ?
И матур ҡыҙ эҙләп йөрөүсе көтөп,
Табалмаҫһың, йөрөмә кеше көлдөрөп.
Матурларҙы халыҡ һөйә һәм теләй,
Тик улар яҙмышын Аллаһ билгеләй.
И кемдер эҙләй аҫыл затлы ҡыҙ,
Үҙеңдең затыңды ҡалдырма яңғыҙ.
Аҫыл затларҙың теле бит бик йоҡа,
Аҫыл ҡатыныңа төшмә ҡоллыҡҡа.
Фәкирлерәк булһын, тимәк, ҡатының,
Тапһаң шундайҙы, ал шундуҡ, аҡыллым.
Ирешерһең уның менән барһында:
Бай, аҫыл зат, матур булыр йортоңда.
Теләгәнең байлыҡ булһа - табылыр,
Байытыр ул һине, йөҙөң ал булыр.
Аҡыллы, тәртипле хатын ул - байлыҡ:
Аҡыл һәм холоҡ - иң ҙур матурлыҡ.
Аҫылзатлыҡ - ул аң-белем ҡатында,
Тимәк, өс фазыйләт аңлы хатында.
Аҡыллы - аңлыны алһаң, и туған,
Бөтөн дүрт фазыйләт килер шул заман.
Шундай ҡыҙ тапһаң, һис нигә ҡарама,
Ысҡындырма уны, бул бер ҡарарҙа!